«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫРҒЫҘСТАНДА ҠУНАҠТА
+  - 

Ҡырғыҙстанға сәйәхәтебеҙ йәй көнө булғайны. Ләкин унда күргәндәр, алған тәьҫораттар барыбер тынғы бирмәй, күңелдә йөрөгәс, ҡағыҙға төшөрөп, "Киске Өфө" гәзите уҡысылары иғтибарына тәҡдим итергә булдым.

…Ҡырғыҙстан баш ҡалаһының "Манас" аэропортында мине Олег Тэн тигән корея егете ҡаршы алды. Олег бер автокомпанияла водитель булып эшләй. Кәрәк ваҡытта Ҡырғыҙстандың хөкүмәте уларҙы төрлө эш өсөн яллай икән. Сталин осоронда кореялыларҙы Алыҫ Көнсығыштан Ҡырғыҙстанға, Ҡаҙағстанға һөргәндәр. Олег шундай кореялыларҙың нәҫеленән. Бишкәк ҡалаһында 1982 йылда тыуып, шунда үҫкән, ҡырғыҙ телен белмәй, русса аралашабыҙ. "Ҡырғыҙ телен уҡытманылармы ни?" тип һорайым. "Юҡ", тип яуап бирә. Әйтеүенсә, ҡала мәктәптәрендә уҡыу-уҡытыу эше әле лә русса алып барыла икән. Үҙаллы төрки телле дәүләт өсөн ҡыҙыҡлы хәл, әлбиттә.
Бишкәк, билдәле булыуынса, Ҡырғыҙстандың төньяғында урынлашҡан. Ҙур ҡатлы йорттар күп түгел. Ил президентының беренсе һанлы "Ала Арча" исемле дәүләт резиденцияһына елдерәбеҙ. Унда иң юғары кимәлдә "Алтайская цивилизация и родственные народы алтайской языковой семьи" тигән ғилми форум башланырға тейеш. Конференция үткән залға кергәндә ил президенты Алмазбек Шершен улы Атамбаев форумды асҡайны инде. Үҙенең сығышында президент төрки телле алфавиттарҙы латин графикаһына күсереүгә ҡырҡа ҡаршы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был һүҙҙәр, әлбиттә, Ҡаҙағстан яғына таш булып атылды. Унан һүҙ Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитовҡа, Татарстан Республикаһы президенты Р. Миннихановҡа, Яҡут Республикаһы (Саха), Алтайҙан килгән юғары ҡунаҡтарға бирелде.
Төштән һуң конференцияла ҡатнашыусылар Бишкәктән 400 саҡрым көнсығышта ятҡан Ҡырғыҙстандың иң күренекле урындарының береһе - Ысыҡ-күлгә юлланды. Беҙ ҙә - коллегам, филология фәндәре кандидаты Зиннур Әмир улы Сиражетдинов, беҙҙе оҙатып йөрөүсе, педагогия фәндәре кандидаты Гөльегет Үмәр улы Соронҡулов менән Олегтың "Тойота"һында шулай уҡ Ысыҡ-күлгә юл алдыҡ. Гөльегет Үмәр улына 65 йәш, төҫкә илленән артыҡты бирерлек түгел. Ваҡытында Ҡырғыҙстандың мәғариф министры урынбаҫары булған, шул ведомствоның төрлө идаралыҡтарын етәкләгән, әле иһә ғилми институтта эшләй. Хәләл ефете менән һигеҙ балаға ғүмер биргәндәр. Шуларҙың өсөһө әлеге көндә сит илдәрҙә йәшәй икән: бер ҡыҙы Яңы Зеландияла, икенсеһе - Швецияла (швед егетенә кейәүгә сыҡҡан). Иң бәләкәй малайҙарына ун ике йәш. Әммә малайҙы олаталарына уллыҡҡа биргәндәр. Тимәк, был боронғо йола ҡырғыҙҙарҙа әле лә йәшәп килә. Еңел машина баш ҡаланан сығып, Чу йылғаһы үҙәне буйлап көнсығышҡа елдерә. Үҙәнде ике яҡтан Тянь-Шань тауҙары уратҡан. Чу әллә ни ҙур түгел, әммә тау йылғаһы булараҡ, көслө ағымлы. Ҡырғыҙстанда ауыл хужалығы яҡшы үҫешкән. Төньяҡ Ҡырғыҙстан алма, абрикос, фасоль һәм башҡа ауыл хужалығы продукцияһын үҫтереү менән дан тота. Былтыр Бишкәктән көнбайышта урынлашҡан Талас үҙәнендә фасоль үҫтереү ҙур табыш килтергән. Ул ныҡ уңған, күбеһенсә автомашиналарҙа Төркиәгә оҙатҡандар. Фасоль үҫтереүселәр бер йыллыҡ уңыштан бер нисә иномарка алып ултыртҡандар, ти. Ауыр сәнәғәт төрҙәре әллә ни күп түгел, еңел сәнәғәт, аҙыҡ-түлек етештереү үҫешкән. Әлеге көндә дәүләт бюджетына иң күп һалымды сит илдәрҙә эшләүсе ватандаштары түләй икән. Икенсе урында - Канада инвестицияларына төҙөлгән алтын сығарыу предприятиеһы.
Яҙ етеү менән ҡырғыҙҙар малдарын тауҙарға ҡыуа, унда йәйләүҙән йәйләүгә күсенеп йөрөйҙәр (был вертикаль күсенеү тип атала). Көҙгә кире йылға үҙәндәренә төшәләр. Шулай уҡ ҡырғыҙҙарҙа әлегә тиклем ҡыр ҡоштары (бөркөт, ҡарсыға) менән һунарға йөрөү йолаһы һаҡланған.
Яйлап тауҙар юлға яҡынлашҡандан-яҡынлаша һәм бара торғас үҙән бөтөп, тар ғына тарлауыҡҡа әйләнә. Ул Боом тарлауығы тип атала. Тарлауыҡты үткәс, Ысыҡ-күл башлана. Машинала күлдең төньяҡ ярҙары буйлап тағы ла 100 саҡрымға тиклем барҙыҡ. Юл күлдән 100-200 м йыраҡлыҡтан ғына үтә. Күл буйлап төрлө ауыл-ҡалалар, курортттар, ял итеү йорттары урынлашҡан. Зыяраттар йыш осрай. Ҡырғыҙҙарҙың зыяраттары әле лә бик үҙенсәлекле урындарҙың береһе. Унда ҡәбер таштарының, мазарҙарҙың ниндәй төрлөһө генә юҡ. Ҡапҡа, тирмә, мавзолей һәм башҡа формалағы мазарҙарҙы әле лә төҙөйҙәр икән. Улар алыҫтан күренеп тора.
Ысыҡ-күл буйында, күренеүенсә, элек-электән халыҡ күп йәшәгән. Урта быуаттарҙа ҡәберлектәргә ҡуйылған балбалдар бик күп. Уларҙы хатта урам буйында, ябай магазин ҡырында ла күрергә мөмкин. Ниндәй генә төрлө балбалдар булмаған. Балыҡ күтәргән, сынаяҡ аҫты тотҡан кеше һындарын да күрергә тура килде (улар Сыңғыҙ Айтматов исемендәге "Рух Ордо" мәҙәни үҙәгендә урын алғандар).
Икенсе көндө Ысыҡ-күл буйында Ҡырғыҙстан Республикаһы Президенты А.Ш. Атамбаев Ҡорманжан Датка исемендәге күскенселәр цивилизацияһы үҙәген асты. Үҙәк заманса төҙөлгән бинала урынлашҡайны, ә уның территорияһында Ҡырғыҙстанда йәшәгән төрлө халыҡтарҙың тирмәләре ҡоролғайны. Улар араһында башҡорт тирмәһе лә бар. Тирмә матур биҙәлгән, милли аштар ҡуйылған. Әммә тирмәләге Ҡырғыҙстан башҡорттары татар милли кейемендә инеләр. Беҙҙең һорауға, башҡорт милли кейеме юҡ, тип яуап бирҙеләр, бер егет ҡурайҙа үҙаллы уйнарға өйрәнгән. Һөйләштәре лә татарсаға тартым. "Беҙ инде Ҡырғыҙстанда дүртенсе быуын йәшәйбеҙ", тине шундағы бер апай. Бәлки, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте башҡорт милли кейеме менән ярҙам итер, тигән теләктә беҙ киләһе тирмәгә йүнәлдек. Алтай халҡының тирмәһендә беҙҙе тоҙло сәй менән һыйланылар. Икенсе тирмәнең яртыһында яҡуттар, яртыһын кореялылар биләгән. Шулай уҡ уйғыр, үзбәк тирмәләре менән дә танышып өлгөрҙөк.
Ҡырғыҙ халҡына хас булған этнографик экспонаттар тупланған Үҙәк, әйтеүемсә, XIX быуаттың икенсе яртыһында - XX быуат башында йәшәгән ҡырғыҙ ханы Ҡорманжан Датка исемен йөрөтә. XX быуат башында уның биләмәһендә күренекле фин сәйәсмәне, генерал Карл Густав Маннергейм ҡунаҡ булып киткән. Был ваҡытта инде Ҡорманжан ханға 80 йәш тирәһе булған.
Иртәгәһенә Бишкәк университетында күренекле ҡырғыҙ эпосы "Манас"тың башҡортса З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә сыҡҡан тәрже-мәһенең презентацияһы булды. Унда БР Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары С.Т. Сәғитов, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Р.М. Әсәҙуллин, эпосты тәржемә итеүселәрҙең етәксеһе, китаптың мөхәррире З.Ә. Сиражетдинов, ошо юлдар авторы ҡатнашты. Сығыштарҙы Башҡортостан дәүләт филармонияһы артисы И. Хәйруллиндың ҡурайҙа уйнауы биҙәне. Әлеге көндә башҡорт эпосы "Урал-батыр"ҙы ҡырғыҙ теленә тәржемә итеүсе профессор Ибраһим Абдувәлиевтың сығышы ла беҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы булды. Профессор еңел булмаған тәржемә эшендә ниндәй ҡыйынлыҡтар кисереүе тураһында бәйән итте. Көҙгә тәржемәне тамамлаясағын белдерҙе. Беҙ уға уңыштар теләп, "Урал батыр" эпосы оҙаҡламай ҡырғыҙ телендә лә донъя күрер, тигән ышаныста аэропортҡа юл алдыҡ.

Шамил ИҪӘНҒОЛОВ,
тарих фәндәре кандидаты.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.10.17 | Ҡаралған: 956

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru