«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУРАЙСЫЛАР ЯҢЫСА ЯРЫША
+  - 

Көҙ миҙгеле төрлө мәҙәни сараларға айырыуса бай булмаҡсы. Шуларҙың береһе 27 октябрҙә Конгресс-холл сәхнәһендә үтәсәк һәм "Ҡурай battle" тип аталасаҡ. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, сараның ҡуйыусы режиссеры Альмира Әғзәм ҡыҙы СӘФӘРҒОЛОВА менән ошо турала әңгәмәләшәбеҙ.

"Өфө эстрада театры" ижади берләшмәһе яңы ғына Халыҡ-ара музыка һәм Ололар көндәренә арнап, сағыу тамаша үткәргәйне. Был юлы сәхнә түре, тимәк, халҡыбыҙҙың милли уйын ҡоралы - ҡурайға?

- Ысынлап та, тәүге сара бик уңышлы үтте, хатта беҙ тамашасының иғтибарын һәм ышанысын яулау юлында беренсе аҙымды яһаныҡ, тип әйтер инем. Унда опера солистары Әлим Ҡәйүмов, Ян Лейше, Айгиз Ғиззәтуллин, билдәле эстрада йырсылары Руслан Сәйфетдинов, Фәриҙә Ғәлиәскәрова, Вадим Зәкиев, Айгиз Ханов, Сиявуш Шерматов, Полина Кобец, филармония солистары Фларида Иркина менән Олег Шупиковтар сығыш яһаны. Жанрҙар төрлөлөгө, урам театры, бейеү берләшмәләре ҡатнашыуы концертты бик күңелле, еңел итте. Унда шулай уҡ Олег Ҡасимов етәкселегендәге эстрада-джаз оркестры булды, был да тамашаға ҡабатланмаҫ йәм өҫтәне.
Ҡурайға килгәндә, мин бер ҡасан да халҡыбыҙҙың был уйын ҡоралына битараф булғаным юҡ. Мин уны ихтирам итәм һәм яратам. Бынан ун йылдар элек "Ҡурай-шоу" тигән бер проект булғайны, унда ҡурай төрлө уйын ҡоралдарына ҡушылып яңғыраны. Былтыр "Евразия йөрәге" Халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә үткән "Ҡурайфест"ты ойоштороусымын. Унда күберәк йәштәр ҡатнашты, улар халыҡ көйҙәрен дә, заманса көйҙәрҙе лә башҡарҙы. Йәғни, тамашасы ҡурайҙың музыка ҡоралы булараҡ бөтөн мөмкинлеген күрҙе. Эстрада-джаз оркестрына, хатта электрон музыкаға ҡушылып уйнанылар.

Ҡурай баттл, тимәк, ярыш? Әллә был ярыштан бигерәк яңы концерт формаһымы?

- Был яңы тамаша төрө һәм ул тамашасының күңеленә хуш килер, тип ышанабыҙ. Әлбиттә, йырсының йәки музыканттың оҫталығын баһалау ул икенсе нәмә, беҙҙең ундай маҡсат юҡ һәм булманы ла. Уйлап ҡараһаң, һәр концерт үҙенә күрә шулай уҡ ярыш бит ул. Йырсылар сәхнәгә сығып, үҙҙәренең һәләтен күрһәтә, бының өсөн ул үҙенең һәләтен даими үҫтерә, камиллаша. Шуға ла был тамашаны баттл тип атаныҡ. Театрлаштырылған концерт буласаҡ ул, музыкаль ринг формаһында барасаҡ. Ҡурайсылар үҙ-ара төрлө жанрҙарҙа "ярышасаҡ". Ҡурайҙа көйҙө традицион башҡарыу менән бер рәттән, заманса хиттар ҙа буласаҡ. Тамашасы быға тиклем ишетеп өйрәнмәгән композициялар ҙа көтөлә. Бөтөн серҙе асып бөтөп булмай, ҡыҙыҡ тамаша булмаҡсы, мең тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күреү яҡшыраҡ.

Тамашасы бындай сараларҙың дауамын көтә аламы?

- Ҡурай моңона арналған концерттар һәр ваҡыт уңышлы үтә, ҡыҙыҡһыныу бар. Шундай аҫыл гәүһәрҙәребеҙ - халыҡ ижады бар. Ҡурайсыларыбыҙ ҙа күп, шөкөр. Был концертта Рәсүл Ҡарабулатов, Ишморат Илбәков, Рушан Биктимеров, Илшат Ишморатов, Марсель Сәйетов, Илнур Хәйруллин, Марат Йәноҙаҡов, Илмир Ҡоҙабаев ҡатнаша. Режиссер булараҡ, ҡурайсылар менән эшләү тәжрибәмдән файҙаланып, тәҡдим менән сыҡтым уларға. Улар, тәү сиратта, үҙ эшенең оҫталары, юғары кимәлдәге профессионалдар. Шуға өҫтәп, улар ошондай яңылыҡтарҙан, эксперименттарҙан ҡурҡмай. Шуға ла бындай концерттарҙың дауамы булыуы бик ихтимал.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.10.17 | Ҡаралған: 953

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru