«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ БУЛЫУ ӨСӨН КҮП КӘРӘКМЕ, ЙӘКИ КЕМ УЛ ЫСЫН БАШҠОРТ?
+  - 

Ысынлап та, кем һуң ул ысын башҡорт? Ошо үҙемде ҡыҙыҡһындырған да, борсоған да һорауҙы гәзит уҡыусыларға ла биреү ниәтендә ҡулыма ҡәләм алдым, хөрмәтле милләттәштәрем. Хәҙерге заман кешеләре араһында "Бына, исмаһам, ысын башҡорт!" тигән оло баһаға лайыҡлылар бармы? Ысын башҡорттоң төп сифаттарын билдәләүсе критерийҙар ниндәй һәм хәҙерге заманда ысын башҡортто кемдәр тәрбиәләй, үҫтерә?

Яҙғандарым өгөтләү йәиһә зарланыу, үпкәләү формаһын алып, мәҡәләмдең бәҫен төшөрмәү маҡсатында һорауҙарыма яуаптарҙы үҙем күреп-белгән, ҡасандыр аралашҡан кешеләрем араһынан, үҙем кисергәндәрҙән эҙләргә ҡарар иттем. Был һорауҙар, әлбиттә, башымда 9-10 йыл йөрөй, ләкин гәзит уҡыусылар хөкөмөнә әле генә тәҡдим итергә ниәтләндем. Тик мин телгә алырға йыйынған кешеләрҙең ҡайһылары был донъяла юҡ инде, иҫәндәре лә әллә ҡасан үҙ вазифаларын алыштырған. Ҡалабыҙҙың 7-се һанлы мәктәбендә эшләгәндә ата-әсәләр комитеты рәйесе Нурзия Ҡорманова менән элеваторҙың ул ваҡыттағы директоры Әкрәм Әғзәм улы Ниғмәтуллинға ярҙам һорарға киттек. Класымдағы уҡыусыларымдың күптәренең ашхана өсөн түләргә ауырһыныуын аңлата башлағас, Әкрәм Әғзәм улы, бер һүҙ ҙә әйтмәй, баш бухгалтерын саҡыртып алды. "Һеҙгә ярҙамды аҡсалата бирә алмайбыҙ, ондо һатып, аҡсаға әйләндереп, балаларҙы ашатығыҙ", - тине ул. Элеваторҙан алып ҡайтҡан тоҡтарҙы ҡуртымға алынған бер бүлмәле фатирыма бушатып, уларҙы аҙна буйы һатып йөрөлдө. Шул аҡсаға уҡыусыларымды өс ай буйы ашханала бушлай ашатҡаным иҫкә төшкән һайын Әкрәм Әғзәм улына рәхмәттәр уҡыйым. Ауыр тупрағы еңел булһын мәрхүмдең, йәне йәннәттә, үҙе ожмахтың түрендә булһын. Күрәһең, Әкрәм Әғзәм улы кеүек ысын башҡорт көнө төшөп килеүсе милләттәштәренең хәленә битараф була алмай, хәленән килгән тиклем ярҙам итеүҙе үҙенең бурысы һанай. Ысын башҡорт булған кешегә мохтажлыҡ кисереүсе милләттәштәренең көнкүрешен тәфсирләп һөйләп тороуҙың да, баш эйеп һорауҙың да кәрәге юҡ. Ул үҙ милләтен тын алышынан аңлай, ярҙам ҡулын һуҙа һәм шунан үҙе лә, мохтаждар ҙа ҡәнәғәтлек кисерә.
Заманында Сибай ҡала хакимиәте башлығы булған Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовтың фатирһыҙ милләттәштәрен торлаҡлы итергә самалауын һиҙемләү ауыр түгел ине - яңы һалынған туғыҙ ҡатлы йорттан күптәребеҙ тик ошо халҡы өсөн көйөнөп йәшәгән бөйөк шәхесебеҙ арҡаһында фатирлы булды. БДУ-ның Сибай институты директоры булып эшләгән осорҙағы эштәрен дә баһалап бөтөү мөмкин түгел! Зиннур Ғөбәйҙулла улының туған телгә ихтирамы, аҡыл һығылмалылығы, студенттарын ижади үҫтереү өсөн һалған көсө - үҙ милләтенә талапсан булып, уның үҫешенә ҡулынан килгән тиклем шарттар тыуҙырған ысын башҡорт һыҙаттары ул.
Күп йылдар буйы табип булып эшләүсе, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Тәлғәт Әхтәм улы Солтановтың күренекле олатаһы иҫтәлегенә Булатовтар премияһын булдырып, Баймаҡ районындағы Әбделкәрим мәктәбе уҡыусыларын уҡыуҙа дәртләндереүен милләт үҫешенә өлөш индереүсе ысын башҡорт сифаты тип һанамай сарам юҡ. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, милләте өсөн янып-көйөп йәшәгән Тәлғәт Әхтәм улына күпселек Урал аръяғы халҡы рәхмәтле, тиһәк тә арттырыу булмаҫ. Форсаттан файҙаланып, ысын башҡорттоң милли һыҙаттарын билдәләргә ниәтләнгәндә, бөгөнгө көндә Хәйбулла районы мағариф бүлеге етәксеһе Сиражетдинов Юлай Дидар улының башҡорт телен күтәреүҙәге ролен әйтмәй булдыра алмайым. Директор ҙа, урынбаҫарҙары ла урыҫ милләтенән булған Целинный мәктәбендә эшләгәндә мәктәп етәкселеге беҙгә үҙ телебеҙҙә һөйләшергә рөхсәт итмәй торғайны. Мәктәбебеҙҙә Юлай Дидар улы мәктәп директоры булып эшләй башлағас ҡына 30-40 саҡрымда урынлашҡан башҡорт ауылдарына мотоцикл менән барып, тоҡ тултырып әлифба китабы, башҡорт теленән дәреслектәр йыйып йөрөлдө, үҙ телебеҙҙә һөйләшеүҙәргә ҡуйылған сикләүҙәр бөттө. Ниһайәт, мәктәп башҡорттарының хеҙмәт тормошо тәбиғи хәленә керҙе.
Шулай уҡ БСТ каналындағы "Тарихи мөхит" тапшырыуының авторы Салауат Хәмиҙуллиндың башҡорт тарихын үҙ халҡына ғына түгел, башҡа халыҡтарға ла еткереп, милләтебеҙ абруйын күтәреүе, ул - ысын башҡорт булыуҙың өлгөһө. "Тамыр" балалар телеканалының (етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина), "Байыҡ" тапшырыуының (проекттың етәксеһе Рита Өмөтбаева) милләт үҫешенә йоғонтоһо әйтеп бөткөһөҙ хазина. Был тапшырыуҙарҙы нисәмә йылдар алып барыусы ҡыҙҙарыбыҙ ҙа ысын башҡортлоҡ өлгөһө күрһәтә. Шулай уҡ милләттәштәребеҙҙе әйҙәүсе лә, күтәреүсе лә республикабыҙға билдәле байтаҡ кешеләрҙе һанап үтергә булыр ине бында. Уларҙың барыһын да телгә ихтирам, милләт үҫешенә, уны үҫтереүгә өлөш индереү берләштерә. Тимәк, башҡорт булып тыуаһың, ә милләт булып берләшәһең, бер маҡсат, бер үк ниәт менән йәшәйһең булып сыға.
Ысын башҡорттоң кешелек сифаттары әллә ни ҡысҡырып та тормай, әммә һәр ҡылған ғәмәленән хатта бер тапҡыр аралашҡан кешеләр ҙә ҡәнәғәт ҡала, ғүмере буйы рәхмәттәр уҡый, үҙе лә уларға оҡшарға тырыша, күңелдәрендә изге теләк, изге ниәт йөрөткәндәре фәһем ала. Баҡһаң, ысын башҡорт бер кемгә лә һөрән һалмай ғына үҙ башҡортон тәрбиәләй ҙә икән! Юғарыла әйтеп үтелгән мәҡәлә геройҙарының һәр береһе үҙ мөмкинлегенән файҙаланып, милләттәшенең тормошон, яҙмышын аҙ ғына булһа ла еңеләйтеү өсөн үҙ өлөшөн индергән ябай кешеләр (һәр хәлдә, танау сөйөп,коллегаларынан бысраҡ эҙләп, үҙҙәрен әллә кемгә һанап йөрөгәндәр түгел). Ҡалғандарыбыҙға ла ысын башҡорт булып йәшәү өсөн күп тә кәрәкмәй, бары тик милләттәштәребеҙҙең кәңәштәренә, ҡылған изгелектәренә рәхмәтле була белеү, бер-беребеҙҙең көнкүрешенә ихтирамлы, иғтибарлы булыу ҙа етә, минеңсә.
Башҡорт булып тыуған һәр кеше лә башҡортса һөйләшеп йәшәй ала, әммә милләтен яҡларлыҡ, аңларлыҡ ысын башҡорт булып китеү һәр кемгә бирелгәнме? Ғөмүмән, ысын башҡорт тигән төшөнсә бармы, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, хөрмәтле милләттәштәр? "Киске Өфө" биттәрендә фекер алышайыҡ әле ошо темаға.

Нәзиә БИКБОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны.
Сибай ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.10.17 | Ҡаралған: 1216

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru