«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙОМАҒУЖА - ҺЫУ ҺАҠЛАЙ, УНЫҢ ҺЫУЫ НИ ҺАҠЛАЙ?
+  - 

Башҡортостан - мәмерйәләргә бай төбәк. Әммә республикалағы һыу аҫты мәмерйәләренең 70-80 проценты әле тикшерелмәгән. Был мәғлүмәтте ошо көндәрҙә баш ҡаланың "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Екатеринбург ҡалаһынан килгән һыусумар (тәрән һыуға һәм мәмерйә күлдәренә махсус ҡорамалдар менән сумыу һөнәренә өйрәтеүсе инструкторҙы башҡортсалап ошо атама менән атап торорға булдыҡ), Рус география йәмғиәтенең Свердловск өлкәһе бүлексәһе ағзаһы Евгений Рунков ауыҙынан ишеттек. Ошо осрашыуҙан һуң 10 һыусумарҙан (дайверҙан) торған команда Йомағужа һыуһаҡлағысының урта тирәһендә урынлашҡан Һаҡаҫҡы һыу аҫты мәмерйәһен фәнни нигеҙҙә өйрәнеүгә арналған ҡатмарлы экспедицияға юлланды.

Билдәле булыуынса, мәмерйәләр ике төрлө була: ер өҫтөндәге һәм һыу аҫтындағы мәмерйәләр. Һаҡаҫҡы борондан һыу аҫты мәмерйәһе булған. Тик Йомағужа һауһаҡлағысы төҙөлгәс, уның ауыҙы һыу аҫтында ҡала. Шуға дайверҙарға 21 метр тәрәнлектән һуң уның ауыҙына тиклем 500 метр ара үтергә кәрәк, артабан метро киңлегендәге 65 - 70 метр оҙонлоғондағы тоннель башлана. Иң ҡыҙығы шул: уның ер аҫтындағы тоннеленең оҙонлоғо яҡынса 20 саҡрымға етә тип фаразлана. Белгестәр мәмерйә ауыҙына махсус составлы химик шыйыҡса ағыҙып, ул шыйыҡсаны икенсе мәмерйәнән - Ҡотоҡ-Сумғандан ағып сыҡҡан һыу составында тапҡан. Ике мәмерйәнең бергә тоташҡан булыуы үрҙә әйтелгән 20 саҡрым тураһында һүҙ алып барырға нигеҙ булып тора ла инде. Был фаразды дәлилләп ҡуйыу - экспедицияның төп маҡсаттарының береһе.
Тағы бер маҡсат - ошо матур ҙа, серле лә, уңайлы ла урынға дайвер-туристарҙың иғтибарын йәлеп итеү. Әйткәндәй, был мәмерйә дайверҙарға шуныһы менән уңайлы: ул, бер дайвер әйтмешләй, "метро тоннеле һымаҡ иркен". Әгәр фараз дәлилләнһә, Һаҡаҫҡы Рәсәйҙәге иң оҙон һыу аҫты мәмерйәһе исемен аласаҡ. Белгестәр әйтеүенсә, әле Һаҡаҫҡының 400 -500 метр самаһы өлөшө генә өйрәнелгән, ошо арауыҡҡа, стеналарға бер нисә йыл элек үткәрелгән сумыуҙар ваҡытында арҡан беркетелгән булған. Тик быйылғы ташҡында ул арҡан өҙгөләнеп бөткән. Шуға, экспедицияның тәүге көнөндә һыусумарҙар арҡандарҙы яңыртыу менән шөғөлләнгән. Был юлы экспедицияла ҡатнашыусылар элекке араны уҙған, тик 20 саҡрым араны үтеп өлгөрмәгән әле. "Был - яйлап, тағы ла әҙерләнеп атҡарыла торған эш", - ти Евгений Рунков.
Беҙгә тағы ла шул мәғлүм булды: белгестәр был экспедицияға үҙҙәренең ҡорамалдары менән килгән. Һәр дайвер был экспедицияға "бер сит ил автомобиленә торошло" аҡса түккән, тиелде. Йәғни, Евгений Рунков та, Максим Четырин да, Александр Хижняк та, Илья Козлов та, Станислав Поляков та - энтузиастар. Ә ул энтузиазмдың нигеҙен ниндәй уй-теләк тәшкил итеүен әйтеүе ҡыйын, был, бәлки, мөһим дә түгелдер. Һыу аҫты донъяһын үҙ күҙебеҙ менән күргән кешеләр булмағас, дайверҙарҙы нимә ылыҡтырыуын күҙ алдына килтерә алмайбыҙҙыр, моғайын. Уларға һоҡланырға ғына ҡала.
Тағы бер фактты күҙ уңынан ысҡындырмайыҡ: билдәләнеүенсә, был экспедицияны ойоштороусылар уның республикала экстремаль туризмды үҫтерергә булышлыҡ итәсәгенә оло өмөттәр бағлай. Төп ойоштороусы, Евгений Рунковты был экспедицияға саҡырыусы Салауат Таһир улы Нафиҡов әйтеүенсә, әгәр белгестәр мәмерйәнең Рәсәйҙәге иң оҙон һыу аҫты мәмерйәһе икәнен раҫлаһа, был урынға донъяның төрлө тарафтарынан һөнәрмән һәм һәүәҫкәр һыусумарҙар ағылыуы мөмкин. "Республика бюджеты элек-электән башлыса нефть табыу һәм эшкәртеү сәнәғәтенән генә тупланды, бөгөн етәкселек туризмды үҫтереүгә йөҙ бора икән, тимәк, был өлкә лә республикаға килем килтерә ала икәнен аңлау бар", - тине Салауат Нафиҡов.
Ҡотҡарыусы, һыу аҫты мәмерйәләренә төшөүсе Александр Хижняк әйтеүенсә, Башҡортостан СССР заманынан уҡ үҙенең Ағиҙелдә һалда йөҙөү маршруты менән бөтә илгә билдәле булған. Санкт-Петербургтан килгән ҡунаҡ Илья Козлов үҙ сығышында Карелиялағы мәрмәр ятҡылығы, сервистың яҡшы ойошторолоуы арҡаһында, "туристар автобустары тығыны"на, Карелияның йөҙөк ҡашына әйләнгәйне, тип билдәләне. Ә Йомағужа һыуһаҡлағысында күптән инде бынамын тигән сервис ойошторолған, йәғни, ундағы юлдар, туристар өсөн йорттар, төрлө социаль учреждениелар туристарҙы үҙенә йәлеп итә ала. Шуға ла республика Хөкүмәте лә был тармаҡты үҫтереүгә ныҡлап тотонорға уйлай. Журналистар менән матбуғат конференцияһы алдынан белгестәрҙе республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡабул итеүе лә ошоға ишара.
Әйткәндәй, был экспедицияны ойоштороуға тыумышы менән Әбйәлил районының Ташбулат ауылынан булған Салауат Таһир улы Нафиҡов күп көс һалған, тигәйнек инде. Тағы бер һүҙ өҫтәйек әле. Ул ошо идеяһы байрағы аҫтына республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетын, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығын, Рус географик йәмғиәтенең төбәк бүлексәһен һәм һыу аҫты мәмерйәләрен өйрәнеүселәрҙе, шулай уҡ эшҡыуар-бағымсы Марс Хәбибулла улы Юлбарисовты берләштерә алған һәм, һис шикһеҙ, уның был эшмәкәрлеге, энтузиазмы айырым баһалауға лайыҡ.

ШУЛАЙ ИТЕП...
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һыусумарҙар экспедицияның төп маҡсаттарының береһенә өлгәшкән: мәмерйәнең оҙонлоғо 20 километр икәнен раҫлағандар. Белгестәр махсус химик шыйыҡсаны Һаҡаҫҡынан ағыҙып ебәргән һәм ул шыйыҡса Ҡотоҡ-Сумғандан ағып сыҡҡан. Тимәк, уларҙың үҙ-ара тоташҡан булыуы раҫлана. Киләсәктә иһә был юл аша кешенең үтеп инә алыу-алмауын белергә кәрәк. Әлеге мәлдә дайверҙар мәмерйәнең 800 метрын тикшергән, башҡа туристар өсөн үтеү уңайлы булһын өсөн маршрут һалынған, өйрәнелгән майҙандың ентекле картаһы төҙөлгән. Ете ҡатлы йорт ҙурлығындағы төбө ҡырсынташтан торған залда үтә күренмәле, бәләкәй генә ҡыҫалалар йәшәүен күргәндәр. Уларҙың бер нисәүһен тотоп алып, лабораторияға тикшереүгә ебәргәндәр. "Беҙҙең быға тиклем ҡыҫалаларҙың бындай төрөн күргәнебеҙ юҡ ине", - тиҙәр дайверҙар. Улар был экспедиция мәлендә Һаҡаҫҡының асылмаған серҙәре бихисап булыуына инанған.

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.10.17 | Ҡаралған: 897

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru