«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАҒИҘӘҺЕҘ АЛЫШ АЯУҺЫҘ ҘА БУЛА, КҮРӘҺЕҢ
+  - 

Үткән аҙнала Өфөлә 2002-2003 йылғы егеттәр араһында ҡатнаш хәрби алыш (халыҡ-ара атамаһы - ММА, халыҡ телендә "ҡағиҙәһеҙ алыш" тип тә йөрөтөлә) буйынса Рәсәй беренселеге үтте. Ул Өфө ҡала округы хакимиәте, "Благомир" төбәк йәмәғәт ойошмаһы ярҙамы менән Рәсәй Ҡатнаш хәрби алыштар берлеге һәм БР Ҡатнаш хәрби алыш федерацияһы тарафынан ойошторолдо. Ойоштороусылар билдәләүенсә, был турнир, ҡатнашыусылар йәше буйынса ҡарағанда, Рәсәй тарихында ла, ММА тарихында ла иң тәүгеһе. Йәғни, быға тиклем 18 йәше тулмағандар өсөн ММА спорты буйынса ярыштар ябыҡ булған. Ә ниңә үткәрергә булғандар һуң уны? Ни өсөн был тәүге тәжрибә тап Өфө иңенә төшкән? Мәҡәләбеҙҙә Рәсәй Ҡатнаш хәрби алыштар берлеге президенты, күп тапҡырҙар ММА буйынса донъя чемпионы Фёдор Емельяненконың ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптарын ишеттерербеҙ.

Әйҙәгеҙ, бындай сараларҙа була торған рәсми сығыштарҙағы матур теләктәргә, ҡотлау һүҙҙәренә туҡталып тормай ғына (матур һүҙҙәр күп яңғыраһа ла), һандарға күсәйек. Турнирға Рәсәйҙең 26 төбәгенән 100-ҙән ашыу йәш спортсы килгәйне, улар 36-80 кг ауырлыҡ бүлемендә, 10 категорияла көс һынашты. Һандарҙы ла ситкәрәк ҡуйып торайыҡ. Артабан "Һуңғы император" тип ололап йөрөтөлгән ҡунаҡ - Фёдор Емельяненконың матбуғат конференцияһына күҙ һалайыҡ. Уға бирелгән тиҫтәләгән һорау араһынан бер нисәүһен генә алайыҡ әлегә. "Ни өсөн Өфөнө һайланығыҙ?" тигән һорауға Фёдор Владимирович: "Әлбиттә, беҙ, тәү сиратта, исеме есеменә тап килгән федерацияларға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Башҡортостан ММА Федерацияһы - билдәле федерация, уның президенты Руслан Булат улы Зарипов Рәсәй кимәлендә үткән ММА сараларында бик әүҙем ҡатнашып тора, шуға, был эште беҙ уға ышанып тапшырҙыҡ та инде", - тип яуап бирҙе. Ул һүҙ ыңғайында Өфөлә бығаса бер тапҡыр ҙа булмауын, әммә бында уның бик күп дуҫтары йәшәүен әйтеп үтте. "Кем ул һеҙҙең өсөн ысын батыр (боец)?" тигән һорауға, күп тапҡырҙар донъя чемпионы: "Үҙенең "мин-мин"леген еңә алған кеше, күңелһеҙ хәлдәрҙе, бәхәстәрҙе физик көс ҡулланмай ғына хәл итә алған кеше - батырҙарҙан-батыр", - тип, яуап бирҙе. Турнир барышында уның йәш спортсыларға: "Беҙҙең һеҙҙе яҡшы спортсылар итеп кенә түгел, ә яҡшы кеше булып етешеүегеҙҙе лә күргебеҙ килә", - тип әйтеүен айырым билдәләп китеү кәрәктер.
Ә турнир нисек, ниндәй кимәлдә ойошторолдо һуң? Өфө ҡалаһы исеменә лайыҡлы уҙғарылдымы, судьялар ғәҙел баһа бирҙеме? Был турала профессиональ боксёр, бокс буйынса Рәсәй чемпионы, Ҡабарҙы-Балҡар республикаһы йыйылма командаһының баш тренеры Ханлар Азизовтан да яҡшыраҡ әйтеп булмаҫтыр. Ул беҙгә былай тине: "Үтә шәп, үтә һәйбәт сара ойошторғандар бөгөн. Ныҡ оҡшаны. Мәсьәләгә һөнәри ҡараш ярылып ята. Әйтәйек, балаларҙың елкәләре нығынып етмәүен иҫәпкә алып, тынды быуыуҙы, партерҙа айҡашҡан ваҡытта дәғүәсенең башына һуғыуҙы тыйып, бик дөрөҫ эшләгәндәр. Ятҡан кешегә йоҙроҡ тейһә, ныҡ тейә, оло кеше лә был көсөргәнешкә түҙмәй китә. Фёдор Емельяненконың был ҡарары әллә күпме тән йәрәхәттәрен алдан иҫкәртте. Судьялар бик ғәҙел баһаланы. Мин бит күп йөрөйөм, төрлө хәлдәргә осрағаным бар. Бында һинең кем булыуыңа, ниндәй дин тотоуыңа иғтибар ҙа итмәйҙәр. Малайҡай дәғүәсеһен еңде икән, һис һүҙһеҙ - еңеүҙе уға бирәләр. Минең бер егетем, минең уйымса, финалда еңеп барған һымаҡ ине, судьялар еңеүҙе уның дәғүәсеһенә бирҙе. Беҙ барыбыҙ ҙа тәүҙә аптырабыраҡ ҡалдыҡ, ләкин, турнирҙың ниндәй тырышлыҡ менән, ниндәй һөнәри кимәлдә үтеүен, уны кем үткәреүен иҫкә төшөрөп, дәғүәләшеп торманыҡ. Ахырҙа, үҙебеҙҙең егеттәр төшөргән видео-яҙманы ҡарап, егетебеҙҙең икенсе раундта мәрәйҙәр һаны буйынса ҡалышыуын күрҙек. Матди яҡҡа килгәндә, беҙ ҙә, башҡалар ҙа үҙ аҡсабыҙға килдек, беҙгә ата-әсәләр ныҡ ярҙам итте. Бағыусылар ярҙам итһә, бер йыл эсендә арыу уҡ үҫешер инек. Әлегә Ҡабарҙы-Балҡар республикаһында был өлкәлә ҡытлыҡ ҙур". Ханлар Азизов алып килгән 4 егеттең 2-һе - 1-се, 1-һе - 2-се урын алды. Ошо 4 егеттең 3-һөн ул үҙе тәрбиәләгән. Беҙ унан, бындай сифатлы эшегеҙҙең сере нимәлә, тип һораныҡ. Тренер: "Мин үҙемдең балаларымды, үҙем нисек шөғөлләндем, шулай тәрбиәләйем. Ҡалған серҙәрҙе асып тормайым", - тине. Һөҙөмтәне әйтеп китәйек: командалар араһында иң көслөһө тип Силәбе өлкәһе спортсылары лайыҡлы баһаланды, икенсе урын Башҡортостан командаһына бирелде, ә өсөнсө баҫҡысты омскиҙар яуланы. Башҡортостан йыйылма командаһының баш тренеры Руслан Йәнбирҙин әйтеүенсә, беҙҙекеләрҙең 1-се урын ала алмауының сәбәбе элекке баш тренерҙың команда менән эшләмәүенә бәйле. "Мине, күп булһа, 1 ай элек кенә тәғәйенләнеләр. Йәл, ваҡыт әҙерәк булды шул", - тип әсенде баш тренер.
Башҡортостан командаһында Сибай ҡалаһының 9-сы лицейы уҡыусыһы Салауат Маннапов та бар ине. Ул беҙҙең һорауға яуап итеп, киләсәккә уй-хыялдары менән уртаҡлашты. "Килеп сыҡһа - спортсы, был хыялым барып сыҡмаһа - хәрби һөнәр һайларға уйлайым", - тине егет. Салауат батырға уңыштар теләйек. Һау булһаҡ, уның уңыштарын да күрербеҙ әле!

Шулай итеп...
Кем - нисектер, әммә мин был турнирҙы ҡарағанда балаларҙы йәлләп бер булдым. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: зал тулы оло кешеләр малайҙарҙың һуғышҡанын ҡарай, ике яҡта ике тренер малайҙарға нисек һуғышырға, нисек еңергә икәнен ҡысҡырып, аңлатып ултыра. Китегеҙсе! Тәүге сығышта уҡ, бер егет "техник нокаут" менән еңелде. "Техник нокаут", тип әйтеүе генә анһат. Уның: "Тубығым! Тубығым шырт итте!" - тип, ярҙам һорап ыңғырашыуын, унан - тубығына ниндәйҙер баллондан бер нәмә һиптереүҙәрен, хәрәкәтһеҙ, хәлһеҙ үҫмерҙе дүрт кешенең носилка менән алып китеүен күреү был спорттың ни тиклем аяуһыҙ икәненә ишараланы. Эҙемтәләре тураһында уйлауы ла ҡурҡыныс. 14-15 йәштә был спорт менән ныҡлап шөғөлләнеү иртәрәктер, бәлки, тигән һорау һаман тынғы бирмәй. Хәйер, ММА спорты тигән оло тәгәрмәс күптән өйөрөлә бит инде. Руслан Йәнбирҙин әйтмешләй, "Велосипедты күптән уйлап тапҡандар. Ултырырға ла, алға китергә генә кәрәк". Моғайын, ул хаҡлылыр. Ә шулай ҙа...

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.10.17 | Ҡаралған: 811

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru