«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨҘГӨ ҠАТЫҠ БАЙРАМЫ
+  - 

Учалы ағинәйҙәре боронғо башҡорт халыҡ йолаларын тергеҙеүҙе дауам итә. Был юлы беҙҙе: "Үҙем әҙерләгән, йәнгә һәм тәнгә ҡеүәт биреүсе эсемлектән ауыҙ итегеҙ!" - тип ҡаршы алды Ҡунаҡбай ауылы ағинәйҙәре. Баҡтиһәң, улар халҡыбыҙҙың туҡланыу йолаһына арналған сара үткәрергә йыйылған икән.

Ишек төбөнән үк шифалы эсемлек тураһында мәғлүмәт биреп, уны туҫтаҡҡа һалып, килгән ҡунаҡтарға һондолар. Туҫтаҡтағы шифалы эсемлекте бер тынала һемерҙем дә ҡуйҙым. Ҡунаҡбай ауылы ағинәйҙәре етәксеһе Хәлимә апай Ғатауллина был эсемлектең составы тураһында мәғлүмәт бирә: ул һөт, эремсек, банандан тора икән. Ҡарап тороуға, ябай ғына ҡушылмаларҙан күпертеп бешелгән коктейль, ә тәме... телеңде йоторлоҡ! Ғүмере буйы мәктәптә эшләгән, хаҡлы ялдағы педагог Хәлимә Нәжип ҡыҙы етәкләгән ағинәйҙәр ҡоро ауылдағы иң абруйлы тиҫтәләгән апай һәм инәйҙәрҙе берләштерә. Ауыл мәҙәниәт йортондағы "Көҙгө ҡатыҡ - көмөш ҡашыҡ" тип аталған әлеге һөт ризыҡтары байрамының төп хужабикәләре лә улар. "Ә ни өсөн көҙгө ҡатыҡ?" тип ҡыҙыҡһынам ҡатыҡ тәмләгән арала. "Сөнки ул яҙғыһына ҡарағанда тәмлерәк тә, туҡлыҡлыраҡ та. Ни тиһәң дә, ҡоро бесән ашап, бер аҙ миктәп ҡыш сыҡҡан һыйыр һөтөнән эшләнмәгән бит ул", - тигән яуап алам.
Ҡунаҡбайҙар байрам түренә шулай уҡ Илтабан, Юлдаш, Һәйтәк, Иманғол, Мансур, Көсөк, Сораман, Миндәк ауылдары ағинәйҙәрен дә саҡырған. Улар ҙа үҙҙәре әҙерләгән һөт ризыҡтарынан күргәҙмә ойоштороп ебәргән. Һәр береһе ҡунаҡтарҙың ошо күргәҙмәләрҙәге ризыҡтарҙы күҙҙән үткәреүен теләп, бер-береһен бүлдерә-бүлдерә мәғлүмәт бирә, башҡортҡа ғына хас ихласлыҡ менән ризығын тәмләп ҡарауҙы үтенә. Шул арала "аҡтан" әҙерләнгән ризыҡтарҙың рецебы тураһында ла һөйләп, уларға бәйле ырымын, мәҡәл-әйтемен дә әйтә һалалар. Ысынлап та, һөткә "аҡ" тип өндәшеү генә лә ошо ризыҡтың изге булыуын, уны ҙурлауҙы аңлатып тора шул. Унан һуң, "аҡ" тип атап, изге ризыҡтың исемен йыш ҡабатлап, уның тәмен-йәмен ебәреүҙән дә һаҡланғандарҙыр. Бер ни менән алыштырғыһыҙ был шифалы ризыҡты "Йәшәү эликсиры" тип тә атайҙар бит. Ә уның балалар өсөн файҙаһын һөйләп тә бөтөрөрлөк түгел! Әгәр ошо байрамда ҡатнашмаған булһам, һөттән әллә күпме ризыҡ әҙерләнеүе хаҡында белмәй ҡалыуым ниндәй ҙур үкенес булыр ине. Ә уның ниндәйе генә юҡ ине бында: ҡорот, ҡатыҡ, эремсек, ҡыҙыл эремсек, һөҙмә, сыр, айран, ҡымыҙ, май, муйыллы май, сейәле май, күбек майы, һынап та бөтөрлөк түгел... Көсөк ауылы ағинәйҙәре күргәҙмәһендә генә 30 төрлө һөт ризығын һананыҡ. Әйткәндәй, "күбек майы" тигәнде күптәр белмәйҙер ҙә әле. Заманында ул башҡорттарҙа бик популяр шифалы ризыҡ була. Ә тәмлелеге... ауыҙҙа иреп кенә тора. Ысын мәғәнәһендә деликатес! Ә ниңә бөгөн дә уны яһамайҙар икән, тип ҡыҙыҡһынам. Ысулын белгән апайҙар уны әле лә танһыҡҡа яһайҙар икән яһауын, тик уның технологияһы күп көс талап итә, тип аңлаттылар. "Ә мин уны бик йыш яһайым, - тине шунда Миндәктән Гөлйемеш Рәҡипова. - Уны әҙерләү ысулы беҙгә быуындан-быуынға тапшырыла килә. Күбек майы шуныһы менән ҡиммәт: унда холестерин бөтөнләй юҡ. Шундай бер ысулды һеҙгә лә өйрәтә алам: 500 грамм ауыл ҡаймағына айыртылған ауыл һөтөнән 2 литр ойотҡо һалаһың да, май яҙылғансы бешәһең дә бешәһең (ҡымыҙ бешкән кеүек). Шунан күбек майы килеп сыға, айырылып сыҡҡан һыуы - айраны ла тәмле һәм файҙалы... "
Күргәҙмәләрҙе ҡарап, һөт ризыҡтарынан, иң мөһиме, байрамға исем биргән көҙгө ҡатыҡтың төрлөһөнән ауыҙ итеп, уның ысынлап та башҡа миҙгелдәрҙәге ҡатыҡтан өҫтөнлөгөн аңлау дәрәжәһенә еткәс, сәхнә тамашалары башланды.
Театрлаштырылған йола байрамы йәйге йәйләүҙәренән ҡышлаҡтарына ҡайтыусы башҡорттар тормошон һүрәтләүгә бағышланды. Шул рәүешле халыҡтың төп йәшәү рәүеше малсылыҡ менән бәйле булыуына ишара яһалды. Ҡышлауға ҡайтыу күренештәре йорт-ҡаралты, мал-тыуар именлегенә һәм иҫән-аман ҡышлап сығыуға арналған һәр төрлө халыҡ йолалары менән оҙатыла барҙы. Ҡунаҡбайҙарҙан һуң берәм-берәм башҡа ауыл ағинәйҙәре сығыш яһаны, улар ҙа мал-тыуарға бәйле йолаларҙы сәхнәләштереп күрһәтте. Һәр хәлдә, әллә күпме йола барлығын белдек, мал-тыуарға бәйле әллә күпме ырымдар, мәҡәл-әйтемдәр ишеттек. Мәҫәлән, һатып алғанда мал хужаһына үҙенсәлекле генә бүләк бирергә тейешһең икән. Малың менән бергә аҙбарыңдың ҡото китмәһен тиһәң, һатып алыусы күрмәгәндә генә һыйырыңдың йөнөн ҡырҡып алып, бер урынға ҡыҫтырып ҡуйыу кәрәк, имеш. Һатып алған кешенең малды ихатанан алып сыҡҡанда артына әйләнеп ҡарамауы ла мөһим -малдың ҡото китмәҫ, тиҙәр. Башҡорттар элек үҙ йорттары эргәһендәге ҡаҙыҡҡа малдың баш йә һалыу һөйәген элеп ҡуйыр булған. Малдың күпләп үрсеүенә ишаралаған бер ырым икән быныһы ла.
Ә бына Сораман ауылы ағинәйҙәре Зөбәйҙә Ҡәләмова менән Сәғиҙә Ҡотоеваларҙың мәғлүмәте үтә лә урынлы булды:"Көҙ етһә, мал юғалыусан бит инде, - тине улар. - Мал менән донъя көткән беҙҙең халыҡ өсөн был бик күңелһеҙ хәл. Шуның өсөн шундай ырымдар өйрәтәбеҙ. Мал ихатанан сыҡҡанда уға "Йә Аллаһу Рәҡиб" тип өрөргә кәрәк. Һәм тағы бер ырым. Күпмелер ҡом алып, уның өҫтөнә "Һыйыр" сүрәһенең 284-се, 285-се, 286-сы аяттарын уҡып өрәһең һәм шул ҡомдо малдың юлына һибеп сығаһың... Беҙ шулай итәбеҙ һәм, шөкөр, малдарыбыҙ имен йөрөй".
Район ағинәйҙәре үткәргән сараларҙың барыһында булмаһа ла, һирәкләп ҡатнашырға тырышыла. Һәм һәр саранан халҡыбыҙҙың рух байлығына, матур йолаларына, милли кейемдәребеҙгә таң ҡалып, оло тәьҫораттар менән ҡайтыла. Ниндәй ғәжәп бер күренеш булды әле был ағинәйҙәр хәрәкәте, тип уйлайым һәр ваҡыт. Ошо хәрәкәттең башында тороусы Гөлфиә апай Янбаева менән был байрамда ла күрешергә яҙҙы. Һәр осрашҡан һайын ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының фиҙаҡәрлегенә, әүҙемлегенә, рух көсөнә һоҡланыуын белдерә, улар башҡарған ғәмәлдәр тураһында ғорурланып һөйләй. Уның фекеренсә, ағинәйҙәр ойошторған һәр сара башҡорт милләтенең асылын, шулай уҡ башҡорт халҡының күпселеге төйәк иткән ауылдарҙы һаҡлап ҡалыуҙа, боронғо йола-ғәҙәттәребеҙҙе тергеҙеүҙә бик ҙур әһәмиәткә эйә. Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Учалы ағинәйҙәренең был йәһәттән иң әүҙем һәм берҙәм эшләүсе ойошма булыуын, шуға ла улар үткәргән сараларҙа бик теләп ҡатнашырға тырышыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уның һүҙҙәрен Учалы районы ағинәйҙәре ойошмаһы рәйесе Мәрзиә Солтанбаеванан йөпләттем:
- Ысынлап та, районыбыҙҙың йәмәғәт тормошонан ситтә ҡалмаҫҡа, һәр бер сарала әүҙем ҡатнашырға тырышабыҙ, - тине Мәрзиә Сәғит ҡыҙы. - Халҡыбыҙ традицияһы һәм йолаларын тергеҙеүгә күп көс һалабыҙ. Беҙҙең башҡорт милли мәҙәниәте иҫ киткес бай һәм күп яҡлы бит ул, уның тәрбиәүи сығанаҡтарын тулыһынса файҙаланырға ынтылабыҙ. Ошо маҡсаттарҙа беҙ һәр ауылда алдан билдәләнгән темалар буйынса саралар үткәрәбеҙ. Мәҫәлән, Миндәктә буҙа байрамы ойошторһаҡ, Килмәктә - "Өләсәйем һандығы"н, Мансурҙа халыҡ медицинаһының дауалау йолаларын күрһәттек. Бына әле һөт ризыҡтарына, уға бәйле ырым-йолаларыбыҙға мөрәжәғәт итеп, хәтер яңырттыҡ...
Был халҡыбыҙҙың ғәжәйеп йола ҡоронда билдәле шағирә Зөлфиә Ханнанова, Белорет районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зилә Абзалова, етәкселәре Роза Таһирова менән бер төркөм Әбйәлил районы ағинәйҙәре лә ҡатнашты һәм байрам шатлығын уртаҡлашты. Зөлфиә Ханнанованың рухлы шиғырҙары ҡорҙағы бер кемде лә битараф ҡалдырманы, күңелдәр тулышты, күҙҙәр йәшләнде... Ағинәйҙәребеҙ әүҙемлеге, егәрлелеге, сәме менән йәшәйешебеҙгә йән өрә, шағирәләребеҙ башҡорт һүҙен, башҡорт аҡылын шиғри юлдарға һалып, ғәмебеҙҙе ҡуҙғыта. Донъяны ҡатын-ҡыҙ ҡотҡарыр, тигән оран хаҡ булып сыға түгелме һуң былай булғас...

Әнисә ЯНБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.10.17 | Ҡаралған: 1052

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru