«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭШСЕ ҺӨНӘРЕ ЛӘ ИЛДӘР ГИҘҘЕРӘ
+  - 

Эшсе һөнәрен үҙләштереүселәргә ҡытлыҡ кисерә ил: эш урыны табырға ярҙам иткән үҙәктәр килтергән мәғлүмәттәрҙе ҡарағанда һәр ерҙә төҙөүсе, йөк ташыусы, сантехник, электрик, ашнаҡсы, хеҙмәтләндереүселәр талап ителеүен күрәбеҙ. Ул эштәрҙе атҡарырға теләүселәрҙең йәш категорияһы буйынса ла ҡытлыҡ - йәштәр килмәй. Был аңлашыла ла, бөтәһе лә юғары белем алырға һәм абруйлы эш урыны табырға, көрәп аҡса эшләргә теләй. Ә бына Сибай күп профилле һөнәрселек колледжы студенты Рафаэль Яхин ошо рәүешле фекер йөрөткән бик күптәрҙең ҡарашын үҙгәртерлек йәш кеше. Күптән түгел ул WorldSkills һөнәри оҫталыҡ буйынса донъя чемпионатында "Таш эшкәртеү" буйынса өсөнсө урын яулап ҡайтты һәм эшсе һөнәре аша ла юғары уңышҡа өлгәшергә мөмкин булыуын иҫбатланы.
Абу-Дабиҙа үткән WorldSkills Competition-2017 44-се донъя чемпионатында Рәсәй йыйылма командаһы составында "Таш эшкәртеү" йүнәлешендә һөнәри оҫталығын күрһәткән яҡташыбыҙ был еңеүенә дүрт йыл әҙерләнгән. 11-се синыфты тамамлағандан һуң Сибай күп профилле һөнәрселек колледжының "Бина һәм ҡоролмаларҙы төҙөү һәм файҙаланыу" йүнәлешенә уҡырға инеп, таш юныу менән ҡыҙыҡһынып киткән Рафаэль еңеүе тураһында башҡорт ир-егеттәренә хас тыйнаҡлыҡ менән һөйләне.
"Тәүҙә таш эшкәртеүҙең айышына төшөнмәйенсә шөғөлләнә башланым, һуңынан остаздарым Марина Попова һәм Әсҡәт Ишбаев етәкселегендә оҫталығымды арттырып, төрлө ярыштарҙа ҡатнашып ҡарағас, был эштә ниндәй тырышлыҡ, етдилек талап ителеүен аңланым. Колледж оҫтаханаһына иртән иртүк киләм, ҡараңғы төшкәс кенә эштәрҙе тамамлап ҡайтам. Тырышлығым бушҡа булмауына шикһеҙ шатмын", - ти Рафаэль Яхин. Ул эзбизташтан архитектур арка һәм кронштейн яһау буйынса ун бер таш эшкәртеүсе араһында барған ярышта Бразилия һәм Англия оҫталарынан саҡ ҡына ҡалыша. Әҙер изделие эксперттар тарафынан ентекле тикшерелә, бер миллиметрға дөрөҫ булмаһа ла хата иҫәпкә алына икән.
Сибай күп профилле һөнәрселек колледжы студенттары WorldSkills Competition чемпионатында ҡатнаша башлағас, был уҡыу йортонда белем алырға теләүселәр һаны бермә-бер артҡан. Колледж директоры Лундеж Байморатов әйтеүенсә, бында йәш кеше диплом менән бергә тормошта кәрәкле һәм йәмғиәткә файҙалы һөнәр ҙә үҙләштерә. Уның менән әңгәмәләшкәндә "Кеше кешеләргә кәрәк булһын" тигән шиғри юлдар иҫкә төштө, һис шикһеҙ, йәш кешегә тормошта үҙ урынын һәм күңеленә ятҡан шөғөлөн табырға ярҙам итеүҙәре хуплауға лайыҡ. Был турала БР мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова ла телгә алды һәм педагогтарҙың да, тырыш йәштәрҙең дә хеҙмәтен юғары баһаланы.
WorldSkills Competition чемпионатында Рәсәй 2013 йылдан башлап ҡатнаша, Башҡортостан был йүнәлештә 2016 йылдан даими рәүештә эшләй. Республика төрлө һөнәр оҫталарын ярышҡа әҙерләп, Рәсәй кимәлендә хәҙер ун өсөнсө урынға күтәрелгән. - Әле төбәк чемпионатына әҙерлек бара, 37 компетенция буйынса йәштәребеҙ үҙ көсөн һынарға йыйына. Унда колледж студенттары, JuniorSkills программаһы буйынса мәктәп уҡыусылары һәм 1-се курс студенттарын көтөп ҡалабыҙ. Сибай күп профилле һөнәрселек колледжынан тыш, бындай ярыштарға йәштәрҙе Стәрлетамаҡ һәм Кушнаренко күп профилле һөнәрселек колледждары, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы, Нефтекама нефть колледжы һәм Нефтекама машиналар эшләү колледжы бик яҡшы әҙерләй. Киләсәктә йәш һөнәрселәр донъя кимәлендә үҙ оҫталығын күрһәтеүҙән тыш, төбәккә үҙҙәре эшләгән өлкәне үҫтерергә, юғары квалификациялы эшселәр тәрбиәләргә лә ярҙам итер, тип өмөтләнәбеҙ, - тине Башҡортостандағы WorldSkills Russia төбәк координацион үҙәге етәксеһе Илшат Рәхмәтуллин.
Әйткәндәй, WorldSkills һөнәри оҫталыҡ буйынса үткәрелгән төрлө кимәлдәге чемпионаттарҙа оҫталар бер тапҡыр ғына ҡатнаша ала. Шуға, донъя чемпионатында һынатмай, өсөнсө урын яулаған Рафаэль Яхин киләсәктә был ярышта эксперт булараҡ сығыш яһаясаҡ. Уның өйрәнсеге Илмир Сәйетбатталов быйыл Краснодарҙа үткән милли чемпионатта беренсе урын яулаған да инде. Киләсәктә ошондай ярыштарҙың йәштәр араһында эшсе һөнәрҙәрен популярлаштырыу өсөн генә түгел, ә һәр кемде үҙ эшен яратып, еренә еткереп башҡарырға ла өйрәтер һәм республика был йәһәттән беренселәр рәтендә булыр, тигән ышаныс бар.

Камила ҒӘЛИЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.11.17 | Ҡаралған: 817

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru