«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАЙҺЫ ЗАМАН ЯҠШЫРАҠ, ЙӘКИ ОКТЯБРЬ РЕВОЛЮЦИЯҺЫНЫҢ 100 ЙЫЛЛЫҒЫ АЙҠАНЛЫ УЙЛАНЫУҘАР
+  - 

Быйыл бөтә донъяны тетрәткән Бөйөк Октябрь революцияһына 100 йыл тула. Уны хәҙер "бөйөк" тип түгел, ә "Октябрь түңкәрелеше" тип кенә йөрөтәләр. Ҡасандыр иң оло һаналған байрамды "Берҙәмлек көнө" тип үҙгәрттеләр. Нисек кенә булһа ла, Октябрь революцияһы Рәсәй халыҡтарының ғына түгел, донъялағы күп илдәр тарихында ла һынылышлы бер ваҡиға булды. Уның ыңғай һәм кире яҡтарына баһа биреү - тарихсылар, сәйәсмәндәр эше. Мин иһә, совет осоронда йәшәгән, пионер, октябрят, комсомол, коммунист булған кеше, үҙемдең шул осорҙағы ҡайһы бер хәтирәләрем, кисерештәрем менән генә уртаҡлашмаҡсымын.

Һәр ерҙә Советтар байрағы...

Бөйөк Октябрь революцияһының 50 йыллығын үткәрергә бөтә ил әҙерләнеп йөрөгән мәлдәр хәтеремдә бик яҡшы уйылып ҡалған. Беҙ, муйындарыбыҙҙа ҡыҙыл галстук йөрөтөүсе пионерҙар, тулҡынланып, дәртләнеп, ауыл клубында концерт ҡуйырға әҙерләнәбеҙ. Уҡытыусы Фирҙәүес апай хор менән йырларға бик матур йыр ҙа өйрәтте.
Беҙҙең олатайҙар, өләсәйҙәрҙең бына шундай ҙур датаға ҡарата бер аҙ битарафлығына ғәжәпләнеп бөтә алмайбыҙ. Йөҙҙәрендә байрам сатҡылары ла һиҙелмәй. Илле йыл элек байҙарҙан иҙелеп йәшәгән ҡартатайҙарыбыҙ үҙҙәренең иреккә сығып, хөрриәт тормошҡа күскәнлектәрен баһалап еткермәгән һымаҡ. Ул ғына ла түгел, өләсәйем хатта Ленин бабайҙың бер ҡулын алға һоноп торған һүрәтенә күрһәтеп: "Мына был - яман бабай, кешеләрҙе һуғышҡа өндәй", - тип аптырата. Ул һәм ауылдағы тағы бер нисә әбей-бабай хатта иҫке тормош ҡалдығы, "халыҡтарҙың әфиүне" булған динде тотоуын дауам итә. Уларҙың намаҙ уҡып, ураҙа тотоп, дини байрамдар үткәреүенә сәйерһенеп ҡарайбыҙ. Әле 40-45 йәштәрҙә генә булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең атай-әсәйҙәребеҙ ҙә шуларға эйәрә бит әле. Эй, наҙанлыҡ... Большевиктар "ҡанлы Николай" батшаны ҡолатып, байҙарҙы бөтөрөп, динде тыйып, илдә социалистик ҡоролош төҙөмәгән булһа, беҙ ошо матур, бәхетле тормош хаҡында хыяллана ла алмаҫ инек бит инде!.. Мин тырыша-тырыша шиғыр ятлайым:

Ҡыҫып-һөйөп үпте лә әсәйем бөгөн мине:
"Тор, йыуын, тиҙерәк кейен, күҙ нурым, гөлөм, - тине,
Бөгөн Октябрь көнө, байрам көн бөгөн, - тине,
Ленин беҙгә был көндө ҙур бәхет бирҙе", - тине.

Ололарҙың бер нәмә лә аңларға теләмәүенә эс боша. Ниндәйҙәр бер мәжлестә, Ҡөрьән уҡырға саҡырылған мулла олатай, үҙенең янында ултырған көрәк һаҡаллы Фәхретдин бабайға ымлап: "Был Фәхретдин ағай менән беҙ бер аҙ ғына әүәлге тормоштоң рәхәтен татып ҡалдыҡ инде. Хәҙер заманалар боҙолдо..."- тиеүен дә мин бөтөнләй аңламайым. Дөрөҫөрәге, аңлайым, әммә һис кенә лә уның менән ризалашҡым килмәй. Нисек ризалашырһың: әгәр совет власы булмаһа, беҙ бит һаман да һуҡа менән ер һөрөп, байға батрак булып көн күрер инек, бер кемгә лә кәрәкмәгән динде тоттороп ҡаҡшатырҙар ине... Ошо өлкән кешеләрҙең бер ҡатлылығын, наҙанлығын башҡа һыйҙырып булмай. Мулла олатайҙарҙың өйөндә йыш ҡына уның ейәне менән бергә уйнай инек. Стенала эленеп торған сәғәттәрендә ҡыҙыл байраҡ, мылтыҡ тотоп, Ҡышҡы һарайҙы штурмларға барыусы эшсе, матрос һәм һалдаттың һүрәте бар ине. Әммә олатайыбыҙ уларҙың йөҙҙәрен ниндәйҙер осло нәмә менән арҡыс-торҡос сыйғылап ҡуйған. Шуға ныҡ ғәжәпләнгәйнем. "Беҙгә бәхет килтергән шул революционерҙарҙың һүрәттәрен ни хәлгә төшөргән был наҙан мулла", тип уйлайым...
Ул саҡта бала кешенең башҡаса уйлауы мөмкин дә булмағандыр. Беҙҙең уҡытыусыларыбыҙ илдә булған һәр ваҡиғаны, һәр күренеште тап ана шундай итеп аңыбыҙға һеңдергән, күрәһең. Уларҙың үҙҙәренә лә юғарынан тап шундай талаптар ҡуйылған булғандыр инде. Беҙҙең ил - Ер шарында иң алдынғы, иң бай ил, тип һанайбыҙ. Тракторҙар, машиналар, комбайндар тик социализмға күсеү һәм колхозлашыу арҡаһында, "бөйөк Ленин бабайҙың фарманы" буйынса ғына барлыҡҡа килгән икән дә, беҙҙең Советтар Союзынан башҡа илдәрҙә ошо көнгәсә аслыҡ-яланғыслыҡ, ҡараңғылыҡ һәм ярлылыҡ хөкөм һөрә икән, тигән инаныуҙабыҙ. Американы ла мин тап ана шулай, йәғни унда яланаяҡлы негрҙар атҡа егелгән һуҡа артынан йөрөп яталар ҙа, игенде ураҡ менән урып, ҡул менән һуғалар икән, тип күҙ алдына килтерәм.
Большевиктарҙан Төркиәгә - капиталистик илгә ҡасҡан "Совет власы дошманы, милләтсе Зәки Вәлиди" хаҡында ла мәктәптә белдек. Йәш ҡыҙҙарҙы үҙ ихтыярынан тыш кейәүгә биреүҙе хуплаусы боронғо дин ҡанундарына ризаһыҙлыҡ белдерәбеҙ... Муллаларҙың барыһы ла ҡомһоҙ, һаран, аят уҡыуҙан, хәйер йыйыуҙан башҡа нәмәне белмәгән наҙан кешеләр, тигән уй беҙҙең аңыбыҙҙа. Шулай уҡ байҙар ҙа яуыз, ялҡау, тик уйын-көлкөнө генә белгән кешеләр, ярлыларҙы иҙеп йәшәргә ынтылыусылар, ә фәҡир халыҡ - ифрат та эшсән, егәрле һәм яҡшы күңелле, тип уйлаусылар мин генә булмағанмындыр.
Беҙҙең мәктәптә алыҫ Себер ҡалаларының береһенән - Черемуханан килгән Зөһрә исемле апай уҡытыусы булып эшләй. Урыҫса ла, башҡортса ла бик матур, оҫта һөйләшкән был апайҙы йотлоғоп тыңлайбыҙ. Бөйөк Ленин тураһында сәғәттәр буйы шундай матур итеп һөйләй уҡытыусыбыҙ. Олораҡтарҙан ишетеүебеҙсә, утыҙынсы йылдар башында Зөһрә апайҙың атаһы Дауыт старшина бик бай кеше булған өсөн һөргөнгә ебәрелгән. Ул саҡта кескенә булған Зөһрә апай ҙа атаһы, әсәһе һәм башҡа туғандары менән бергә "һөрөлгән". Шуға үкенәбеҙ: ниндәй яҡшы апайҙың атаһы - "дошман" булған! "Ҡулға алынған кешеләр ауылдаштары менән бәхилләшеп, бөтә бала-сағалары менән сыр-сыу булып, илаша-илаша китә торғайнылар..." тип һөйләй ололар. Барлыҡ мал-тыуарын, өйөн, ҡаралтыларын тартып алып, ғаиләһе менән тыуған яғынан ситкә ебәрелгән байҙың үҙен ни өсөндөр йәлләмәйбеҙ, ә балалары йәл булып тойола. Шул Черемуха ерендә үҫеп, уҡып, белем алып, тыуған яғына эшкә ҡайтҡан кеше ине ул Зөһрә апай. Уҡытыусыларҙы яратмағаныраҡ бәғзе малайҙар үҙ-ара һөйләшкәндә уны "кулак балаһы", тип телгә ала ине. Бай балаһы булғас, совет кешеләре араһында йәшәргә ояла ла торғандыр инде, тип, мин уны йәлләп тә ҡуя торғайным. Ә үҙемдең указной мулла ейәне икәнемде иҫләмәҫкә тырышам. Был хаҡта атайым аша ишеткеләгән булһам да, башҡаларға өндәшмәйем. Атайым икенсе районда тыуып үҫкәнгә күрә, ауылдаштарыбыҙ был хаҡта бер ни ҙә белмәй. Шулай булыуы хәйерлерәк...
Дәрестәрҙә тик патриотик йырҙар ғына өйрәтәләр. Яратып, дәртләнеп, тырышып-тырмашып уларҙы отоп алабыҙ. Батыр Вәлидтең "Күк Ирәндек буйында" тигән шиғырына яҙылған йырҙы өйрәнгәндә мин әле мәктәпкә лә бармағайным.

...Бегун йүгерә заводта пар йырлаған тауышҡа
Гөрләп-сайҡалып,
Иҫке тормош күҙ һөртә, шыңшый-шыңшый йәш бөркә
Ситкә тайпылып...

Бына шул куплетын йырлағанда минең дә күҙҙәремдән йәш атылып сыға. "Иҫке тормош"то бер ситтә, мөйөштә генә мышнап, кемдәндер йәберһетелеп, илап торған меҫкен бер кеше һымаҡ итеп күҙ алдына килтереп, уны ла йәлләйем. "Ялан батыры"н йырлағанда, күршебеҙҙә йәшәгән олпат кәүҙәле Хөрмәт исемле бер фронтовик ағай күҙ алдына килә, сөнки ул йырҙа ошондай юлдар бар:

...Хеҙмәт өсөн шундай оло хөрмәт
Беҙҙең генә тыуған илдә ул...

Мөхәббәт хаҡында ла йырҙар булды, әлбиттә. Әммә ниндәй генә һөйөү йырын алып ҡарама, ул Тыуған илгә тоғро, намыҫлы хеҙмәт, йәиһә комсомол һәм партияға һөйөү менән бәйле. Бындай "һөйөү" хатта егет менән ҡыҙ араһындағы мөхәббәттән күпкә өҫтөнөрәк тә ҡуйыла. Йыш ҡына, ауылда концерт ҡуйғанда, бер апай менән бер ағай "Хәмдиәкәй" тигән йырҙы сәхнәлә йәнәш тороп башҡаралар. Тәүҙәрәк егет, бер ҡулы менән үҙенең сәсен тарай-тарай, ҡыҙға ғашиҡ булыуы хаҡында йыры менән белдергәс, ҡыҙ, егеттең күҙҙәренә мөхәббәтле ҡарашын төбәп, былай тип йырлай:

...Сәстәреңде йыш тарама,
Миңә бик йыш ҡарама,
Егеткәйем, баҫыуҙарҙа
Эштәрең бит - алама!

Шул саҡ егет кинәт сәсен тарауҙан туҡтала ла, етди төҫ алып, ҡыҙға былай тип йырлай:

Улай икән, Хәмдиәкәй -
Көнө-төнө эшләрмен.
Туҡта, туҡта, эшләп-эшләп,
Яратмаһаң, нишләрмен?..

Мин дә, бала кеше булыуыма ҡарамаҫтан, эстән генә хыялланам: "Их, үҫеп еткәс, алдынғы эшсе булған, яландарҙа эшләгәндә йөрәге ярһып торған комсомолка ҡыҙҙы ғына кәләш итеп алыр инем..."
Нисек кенә булмаһын, үҙ заманында бындай йырҙарҙы ифрат яратып тыңлайбыҙ. Ул саҡта радио ауылдағы уҡытыусы ағайҙарҙа ғына бар ине. Ә бер-ике ғаиләлә пластинкаһы әйләнеп йырлай торған патефон була торғайны. Шуларға йыр тыңларға йөрөйбөҙ. Бәхеткә, өй хужалары беҙҙе ҡыумай. Һәр бер өйҙә үҙ тиҫтереңде табырға була, сөнки һәммә кешенең ғаиләһендә тиерлек кәмендә биш-алты бала бар. Уйнарға барған кеше булып, йыр тыңлап рәхәтләнәбеҙ. Телевизор тигән нәмә тураһында, әлбиттә, ул саҡта хатта хыялланмайбыҙ ҙа, тиер инем, әммә фәлән малай ҡалала йәшәгән туғандарына ҡунаҡҡа барып ҡайтҡас, "тилвизур" тип аталған күрһәткес йәшниктән кино ҡарағаны хаҡында һөйләгәнен ишетәбеҙ. Уның "шыттырыуына" ышанмаған кеше булабыҙ, әммә үҙебеҙ был турала хыял итә башлайбыҙ. Шул осорҙарҙа Демократик Германияла хәрби хеҙмәттә булып ҡайтҡан ҡайһы бер ағайҙар "ниместәр төҫлө телевизор ҡарай", тип аптырата. Кеше ышанмаҫ нәмәне һөйләмәһәләр ҙә булыр ине. Нисек инде һуғышта беҙҙең атайҙар пыран-заран килтергән немецтарҙа ундай нәмәнең булыуы мөмкин!..
Ауылда йәштәр концерт ҡуйғанда "Һауынсылар бейеүе"н бейегәндәре хәтеремдә. Матур-матур апайҙарыбыҙ, ап-аҡ халаттар кейеп, иңбаштары аша таҫтамалдар һалып, ҡулдарына биҙрәләр тотоп, теҙелешеп, һамаҡлай-һамаҡлай бейейҙәр:

...Америка Штаттарын
Ҡыуып етербеҙ әле.
Ҡыуып етеп, уҙып китеп
Ҡыҙыҡ итербеҙ әле...

Ябай ауыл малайының күңелендә тағы сираттағы аңлашылмаған һорауҙар килеп тыуа: нисек инде - "ҡыуып етербеҙ"? Ҡулдары бығаулы көйө, бай хужаларынан туҡмала-туҡмала эшләп, һуҡа менән ер һөрөп йөрөгән американдарҙы һаман да ҡыуып етмәгәнбеҙме икән ни? Уларҙың хатта беҙҙәге һымаҡ алдынғы миллионер колхоз-совхоздары ла юҡ бит! Был хаҡта улар хыяллана ла алмай, сөнки уларҙың хөкүмәт башында беҙҙең теге элекке Николай батша һымаҡ "брзидинт" ултыра... Американан артта ҡалғаныбыҙға һис тә ышанғы килмәй, честное, пионерское! Әйткәндәй, пионер ойошмаһына инергә барғанда тулҡынлана-тулҡынлана ант биреүем хәтеремдә. Пионерға алыусы комиссияла ултырған дружина командиры герой-пионерҙарҙы исемләп әйтеп сығырға ҡуша. Һанап китәм: "...Володя Дубинин, Петя Клыпа, Кычан Джакыпов, Павлик Морозов..." "Иген йәшереп алып ҡалды", тип, властарға хатта үҙ олатаһын тоттороп, иҫ китерлек батырлыҡ күрһәтеп һәләк булған Павлик Морозовтан көнләшәбеҙ...
Бына шундай рухта үҫә килеп, ир еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. 1979 йылда Совет ғәскәрҙәрен Афғанстанға индергән мәлдә мин оҙайлы әрме хеҙмәтен әле генә башлаған инем. Илебеҙҙең ялҡынлы патриоттары, коммунист булараҡ, күп кенә офицерҙарыбыҙ үҙ теләге менән "демократик бурысты" үтәү ниәтен белгертеп, юғары командованиеға рапорт яҙа. Улар рәтенә миңә инергә тура килмәй, беҙҙе - стратегик ракета ғәскәрҙәре сафындағыларҙы (ул саҡта бик ныҡ "секретный" частар булғанға), унда алмайҙар. Мин шулай ҙа Коммунистар партияһына инергә ғариза яҙам, сөнки коммунист булмаһаң, әрмелә хәрби звание буйынса үҫеү мөмкин түгел тиерлек. Егеттәр Афғанстандан цинк табутында күпләп кире ҡайта башлағас, бәғзеләрҙең унда һуғышҡа барыу теләктәре бер аҙ һүрелә төшә. Ә шулай ҙа был дәүерҙә халыҡ үҙ әрмеһенә ифрат та яҡшы ҡарашта булды. Хәрби формалағы кешенең почет хәтәр! Кеҫә лә әллә ни таҡыр түгел, тик магазинда теләгән әйбереңде табыу ғына ҡатмарлыраҡ. Бер күнеккәс, быға ла ул хәтлем үк иғтибар итмәйбеҙ. Үҙебеҙ яҡынайтырға тырышып ятҡан яҡты киләсәкте - коммунизмды көтәбеҙ. Беҙ күрмәһәк, уны беҙҙең улдарыбыҙ, йәиһә ейәндәребеҙ барыбыр күрәсәк бит...

Асыҡлыҡ, демократия, үҙгәртеп ҡороу...

Байтаҡ ваҡыт "торғонлоҡ" дәүерендә йәшәгән икәнлегебеҙҙе тик һикһәненсе йылдар аҙағында ғына белдек. Алға, коммунизмға китеп барабыҙ, тип хис итеп, үҙебеҙ бер урында тапанып тик торғанбыҙ ҙа баһа! Ошо хаҡта әле генә власҡа килгән яңы, йәш генераль сәркәтиптең иғлан итеүе "ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тыҡҡан" һымаҡ булды. Һәр ерҙә йыйын, митингылар. Асыҡлыҡ. Кем нимә теләй - шуны һөйләй, кем кемде теләй, шуны - тәнҡитләй. Әрмегә лә килеп тотондолар. Беҙҙе, йәғни, хәрбиҙәрҙе - "әрәмтамаҡтар"ҙы халыҡ юҡҡа ғына ашатып торған икән ошоғаса! Хәҙер илгә донъя империализмы хәүеф менән янамай. Киреһенсә, илдәге барлыҡ аҙыҡ-түлек, кейем-һалым һоро шинелле "әреғорттарға" китеп тора икән, шунлыҡтан, беҙ ярлы йәшәйбеҙ... Ҡала урамдарына хәрби кейемдә сығыуы ла хәүефле була башланы. Йә унда, йә бында хәрбиҙәрҙе туҡмау осраҡтары хаҡында ла мәғлүмәттәр ишетелгеләй…
Частарҙа ла үҙгәртеп ҡороу башланды. Боронғо батша заманында булған "Офицерское собрание" тигән нәмә ҡабаттан тергеҙелде. Демократия "балаһы" булған ана шундай йыйылыштарҙа хатта командирҙарҙы тәнҡитләү ҙә рөхсәт ителә. Әммә... "собрание"нан сығыуың була, шунда уҡ һине командир үҙенең кабинетына саҡыртып ала, әңгәмәгә...
Генераль сәркәтиптең илдәге эскелеккә ҡаршы аяуһыҙ көрәш башлауы күптәрҙе ҡанатландыра. "Ҡоро закон" сәйәсәте ҙур ғына өмөт уята. Әммә ҡәһәрле шайтандың әҙәм балаларын бик тиҙ генә арала "сәмәй" тип аталған эсемлек яһарға өйрәтеүе ҡабаттан "ҡанаттарҙы ҡайыра"...
Элегерәк совет ҡоролошон, Коммунистар партияһының тоғро юлын данлауҙан бушамаған барлыҡ тиерлек гәзит-журналдар хәҙер ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән тулы. Хатта ил башлыҡтарын тәнҡитләүҙән, улар хаҡында һәр төрлө көләмәстәр яҙыуҙан да тартынмайҙар. Телевидение тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Оҙаҡламай батшаны төшөрөүҙең дә, аҡтарға ҡаршы көрәштең дә кәрәк булмағанын аңланыҡ. Колхозлашыу ҙа дөрөҫ булмаған. Кулактарҙы ла Себергә һөрмәҫкә кәрәк булған икән. Зәки Вәлидиҙең халҡыбыҙҙың данлыҡлы улы, тәүге башҡорт профессоры, Башҡорт автономияһының, Рәсәй федерализмының атаһы булғанын да шул осорҙа ғына белдек. Әйтерһең, беҙҙең оло ағайҙарыбыҙ уның хаҡында ошоғаса һис бер нәмә белмәгән, ә дөрөҫ мәғлүмәттәрҙе әле генә осраҡлы табып алғандар... Миллионлаған кешеләр бөйөкләп данлаған "беҙгә бәхет биргән" Ленин бабайҙың юлы бөтөнләйгә дөрөҫ булмаған бит, ауыҙыңа май булғыры! Мин Коммунистар партияһына ун йыл тирәһе ай һайын офицерҙың эш хаҡынан юҡҡа ғына иғә-нә түләп йөрөгәнмен (һанап ҡараһам - ярты машиналыҡ аҡса киткән). Советтар Союзы исемле бөйөк ил төҙөү ҙә хатта кәрәк булмаған. Һәр республика үҙаллы булған осраҡта ғына ирекле һәм уның халҡы бәхетле була икәне хаҡында ла белмәй йәшәгәнбеҙ…
Ана шул йылдарҙа атайым үлем түшәгенә ятҡас, часҡа телеграмма һуғып, туғандарым мине өйгә саҡыртып алды. Инде һикһәненсе тиҫтәһен ҡыуып барған атайым да ошо "үҙгәртеп ҡороуҙарҙан" тамам шаңҡығайны. Ғүмер буйы (ул Октябрь революцияһынан бер йыл алдараҡ ҡына донъяға килгән) аңыңа һеңеп килгән нәмәләрҙе бер-ике йылда бөтөнләйгә һүтеп ташлап, тап кире юҫыҡҡа бороп ҡуйһындар әле... Әммә уға, дин тотҡан кешегә, бер нәмә оҡшап ҡалған: "Улым, анау шкаф артында ҡыҫтырылып ҡуйылған "Совет Башҡортостаны" гәзитен алып уҡы әле", - тине хәлһеҙ күҙҙәрен көскә асып. Мин гәзиттә үҙ ғүмеремдә беренсе мәртәбә дин хаҡында ыңғай мәҡәлә күрҙем. Үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмай тиерлек, ҡабат-ҡабат уҡып сыҡтым. "Ана бит, - тине атайым, - "Алла бар", тип яҙғандар. Боронғолар бушты һөйләмәгән, тип әйтә торғайным бит һеҙгә..."
Атайымды ерләгәс, бер-ике айҙан һуң, әкренләп, намаҙ уҡый һәм дин фәнен һәр яҡлап өйрәнә башланым. Алланы таныуҙың, Уның бойороҡтарын үтәп йәшәүҙең бар кешеләр өсөн мотлаҡлығы хаҡында белдем. Шәриғәт закондарын өйрәнә башлау менән үҙем өсөн күп кенә нәмәләр астым. Мәҫәлән, Ислам дине һис тә ҡатын-ҡыҙҙы кәмһетеү яғында булмағанын аңланым. Динебеҙ ҡанундарына ярашлы, ҡыҙҙарҙың ризалығын алмай тороп, уларҙы кейәүгә биреү ҙә һис ярамай икән!.. Сит яҡта йөрөүемә ҡарамаҫтан, Башҡортостаным хаҡында ла һәр саҡ хәбәрҙар булырға тырышам. Республикабыҙ халҡы үҙаллылыҡ яулай икән, тип ишеткәс, шатлығым эсемә һыймай. Республикабыҙҙы урыҫ телендә лә "Башкирия" тип түгел, ә "Башкортостан" тип атай башлауҙары минең өсөн оло ҡыуаныс булды. Ана шул осорҙарҙа сираттағы отпускыға ҡайтҡан мәлемдә гәзиттә Рәүф Насыровтың "Ҡайҙан һин, Матросов?" исемле мәҡәләһен уҡып шатланғайным. Александр Матросов - Шакирйән Мәхәмәтйәнов исемле Учалы егете булған бит! Шул гәзитте часҡа алып барып, хеҙмәттәштәремә уҡып ғәжәпләндерҙем. Күптәр Матросовтың, ысынында иһә, башҡорт егете булғанына ышанманы, хатта бәғзе милләттәштәр ҙә... Бер аҙҙан Афғанстанға ла ғәскәр индерергә кәрәк булмаған, ун меңдән ашыу һалдат ғүмере бушҡа әрәм булған икәне хаҡында белдек. Ул ғына ла түгел, беҙ, совет һалдаттары, сит илде баҫып алған "агрессорҙар" булғанбыҙ, әстәғәфируллаһ! Ваҡиғаларҙы һөйләй башлаһаң, кемдер әйтмешләй, конца-крайы юҡ. Ғөмүмән, етмеш йыл буйына халҡыбыҙ бөтә нәмәне фәҡәт тиҫкәре килеш күреп йөрөгән икән. "Октябрь түңкәрелеше" тип атауҙары бик тә дөрөҫкә тура килә һымаҡ. Бар ыңғай нәмәне баштүбән, ә һәммә баштүбәнде - ыңғай итеп күреп, әллә күпме ғүмер кисереп ташлағанбыҙ. Шул етмеш йыл эсендәге ҡоролоштоң ыңғай яҡтары ла бар, тип фаразлай күптәр. Халыҡҡа бушлай медицина ярҙамдары, мәктәптәрҙә һәм вуздарҙа түләүһеҙ уҡытыу, барса ил кешеләрен хеҙмәткә ылыҡтырыу, совет халҡының фашист Германияһын тар-мар итеүендә Коммунистар партияһының ҙур роль уйнауы... Бында ла хаҡлыҡ барҙыр. Тик "Бөйөк Ватан һуғышы" тип ҡаныбыҙға һеңешкән төшөнсәне ҡайһы бер киң мәғлүмәт сараларында хәҙер "Икенсе Бөтә донъя һуғышы" тип кенә атау менән сикләнеүҙәренә күнегеп бөтә алмайым. Былай атау ҙа, әлбиттә, дөрөҫ һәм уға әллә ни иғтибар итмәгәндә лә булыр ине, әммә иғтибар ителә бит әле, йәмәғәт...

"Үҙгәртеп ҡороу"ҙан бер аҙ арынғас...

Кемдәрҙеңдер артынан эйәреп, тик уңға ғына, йәиһә фәҡәт һулға бара-бара, халҡым хәҙер бер аҙ тынысланған да һымаҡ. Әллә арығанмы икән... Әммә, бер нәмәгә лә ҡарамаҫтан, эш кешеһе һаман эш менән булыша, матур йәшәү өсөн тырыша. Әйткәндәй, ауылдарҙа элекке колхоз-совхоздар бөтөрөлһә лә, ҡасандыр "кулак" тип илдән һөрөлгән бәғзе эшсән кешеләрҙең ейәндәре һәм бүләләренең шәхси хужалыҡ төҙөп, айырыуса етеш йәшәүҙәре күҙәтелә... Балаларға һәм үҫмерҙәргә патриотик тәрбиә биреүҙе ҡабаттан аяҡҡа баҫтырыу өҫтөндә эш бара. Әммә шуның менән параллель рәүештә телевизорҙа һәр төрлө юҡ-барға реклама яһауҙан бушамайҙар. Илебеҙҙә һәм сит илдәрҙә ҡылынған һәр төрлө енәйәттәр хаҡында ла артыҡ күп һөйләйҙәр һымаҡ... Унда-бында һуғыш-маҙар сыҡҡылап тора. Болаларҙа ҡатнашыуҙан берәүҙең дә ҡоро ҡалғыһы килмәй. Ғүмер буйы беҙҙең менән берлектә йәшәгән, ҡасандыр хатта яҡын дуҫтар булған "хахул"дар ҙа ҡаңғырышып ята. Нимә етешмәй кешеләргә? Тыныс йәшәүгә ни етә! Үҙгәртеп ҡороу заманында "нәжескә буяп" насарлаған әрмебеҙҙең абруйын ҡайтанан аяҡҡа баҫтырмаҡсылар. Сәйер, әммә илде кемдәрҙәндер һаҡлау кәрәк нәмә булған икән дәбаһа... Бөтә донъя буйлап "көрсөк" тигән шәүлә йөрөй. Ауыл һайын тиерлек мәсеттәр ҡалҡып сыҡты, күп кенә яҡташтарыбыҙҙың иманға йөҙ бороуы һөйөндөрә. Шул уҡ ваҡытта, бәғзе иман йорттарында имамдарҙың яңғыҙ ғына ултырыуы, йәғни был мәсеттәрҙең әлегә һис файҙаһыҙға тиерлек тороуы эсте бошора. Илебеҙ әле капитализм стадияһына кире ҡайттымы, әллә һаман да социализмдан айырыла алмаймы икәнен мин шәхсән белеп етмәйем. Әммә һәр төрлө яҡшы яҡтары һәм етешһеҙлектәре булған хәҙерге ҡоролош, дөйөм алғанда, минең күңелгә хуш килгәндәй. Нишләптер бер юлдан ғына барғы килә, йәмәғәт... Дөрөҫөн генә әйткәндә, минең хәҙер уңға ла, һулға ла киткем килмәй, Аллаһ илсеһе Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бәйғәмбәребеҙ өйрәткән иң тура юлды һайланым. Хәҙер, әлхәмдүлилләһ, илебеҙҙә дин тыйылмай. Балаларыбыҙҙың да, ҡайһы һөнәр эйәләре булыуҙарына һәм артабан ниндәй генә ҡоролошта йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, хөкүмәтебеҙ сығарған закондарҙы тыңлап ҡына, фәҡәт бына ошо юл менән барыуҙарын теләйем. Был донъяны нисек кенә үҙгәртеп ҡороуҙарына ҡарамаҫтан, хәҡиҡәт - берәү, һәм ул һис бер ваҡытта ла үҙгәрмәйәсәк.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.11.17 | Ҡаралған: 922

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru