«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘҘЕҢ ХАЛЫҠ КҮСМӘ ТҮГЕЛ, Ә САУҘӘГӘР ҘӘ, ИГЕНСЕ ЛӘ, СӘНӘҒӘТСЕ ЛӘ
+  - 

Башҡорт халҡының тарихын төплөрәк өйрәнгән һайын ниндәйҙер яңы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр асыла бара. Уны бары ҡалыплашҡандан айырып, яратып, үҙ итеп өйрәнергә генә кәрәк. Ошондай фекерҙә хөрмәтле шәхесебеҙ, тарих фәндәре докторы Нәзир Мырҙабай улы ҠОЛБАХТИН. Беҙ ҙә уның был фекере менән килешәбеҙ һәм уның бәйәнендә гәзит уҡыусыларыбыҙға тарихыбыҙҙың ҡайһы бер ҡыҙыҡлы биттәре менән танышырға тәҡдим итәбеҙ.

Тарихи хәл-ваҡиғаларҙы тикшереү, асылда, нимәгә нигеҙләнергә тейеш?

- Тарих өлкәһендә тикшеренер, эҙләнер һәм асыҡлауҙарҙы киң публикаға сығарыр өсөн иң беренсе социаль-иҡтисади фактор булырға тейеш. Был өлкәне ситләп үтеү тарихты бары эмоциональ кимәлдә генә өйрәнеү ул. Бөтөн хәл-ваҡиғаларҙың да иң төбөндә социаль-иҡтисади сәбәптәр ята. Социализмды тарҡатып, марксизм-ленинизмды юҡҡа сығарғас, методология тигән булып, көнсығыш ғалимдарының тикшеренеү үҙенсәлегенә күсеп киттек. Ә улар донъя тарихын дин менән бәйләй. Был бик үк дөрөҫ түгел. Бөтә нәмә нигеҙендә социаль-иҡтисади база тора, тип ҡабатлайым тағы ла. Ни генә тигәндә лә, совет осоро бик ҙур төҙөлөштәр алып барҙы. Һәм әлеге көндә лә, ул системаны туҙҙырып ташлағандан һуң да, беҙ әле һаман шул заман төҙөгән заводтар, фабрикалар, ауыл хужалығы ҡалдыҡтары менән файҙаланабыҙ. Бына шулар ҙа сереп-емерелеп бөтһә, нимә булыр? Дин - рухи аҙыҡ, тибеҙ, әлбиттә. Әммә әлегә тиклем тарихта бер ниндәй дин дә кешеләрҙең йәшәү сығанағы булған социаль-иҡтисади өлкәне ҡайғыртҡаны юҡ. Был минең фекерем.

Һеҙ башҡорт ерҙәрендә заводтар төҙөү тарихын яҡтырттығыҙ. Бындай төҙөлөштәр кире күренешме, әллә уның ыңғай яҡтары ла бармы?

- Башҡортостан ерҙәрендә заводтар һалыныуының ыңғай яҡтары ла күп. Өс йөҙ йыл буйына һалынған заводтар Башҡортостанға совет власы осоронда ла алдынғылар рәтендә йөрөргә мөмкинлек бирҙе. Әммә шуныһы ла бар: башҡорттарҙың ун алты процент ере заводтарға бирелә, йәғни халыҡ һәр алтынсы дисәтинәһен юғалта. Мәҫәлән, Шәрәмәт заводын төҙөтмәү өсөн ғәйнә башҡорттары ун йыл буйына һуғыша. Ҡорал күтәреп түгел, ә закон юлы менән. Һәм еңеп сығалар. Свердловск өлкәһе ерҙәрендә төҙөләсәк заводтарға ҡаршы булып, Полевский тигән кеше менән салйот башҡорттары ҡыйыша. Салйоттарҙың сотнигын Өфөлә ике-өс ай төрмәлә тотоп, ҡаршы булмайым, тигән ҡултамғаһын алып сығаралар. Әммә ул ҡайта ла, тағы көрәш юлына баҫа. Нуғай даруғаһындағы ер эшкәрткән башҡорттар өсөн ер ҡәҙерле була шул. Әй буйы, Йүрүҙән буйы башҡорттары ла, шул иҫәптән Салауаттың атаһы Юлай Аҙналин да, Сим заводын һалдырмау өсөн ике тапҡыр судлаша. Башҡорттар ул заманда заводтарҙы ерҙәрҙе тартып алыусы звено итеп кенә күрә. Тарихыбыҙҙағы был тема әлегә тиклем өйрәнелеп етмәгән өлкәләрҙең береһе, йәштәр тарафынан да был һорауҙың йүнләп күтәрелгәне юҡ.

Заводтарға ер биреү ниндәй тәртипкә нигеҙләнә һуң? Был эш һәр ваҡыт алдаҡ юл менән генә атҡарылмағандыр бит?

- Заводтарға ерҙе тик талап ҡына алмағандар. Әлбиттә, һәр бер помещик алдарға теләгән инде ул. Л. Толстойҙың әҫәрендәге ҡояш байығансы ер айҡап йүгергән һәм талсығып үлгән урыҫ кеүек. Был теләк байҙарға ғына түгел, ә бөтә килмешәктәргә, ербаҫарҙарға ла хас булған. Сөнки үҙәк өйәҙҙәрҙә ерһеҙ аслы-туҡлы йәшәгән халыҡ, бында килеп, шундай иркенлекте күреп, нәфсеһен ҡотортоп ебәргән бит. Ә ерҙәрҙе күп осраҡта һатҡандар. Мәҫәлән, үрҙә әйтелгәндәгесә, Юлай Сим ерҙәре өсөн көрәшә лә, уны өс айға төрмәгә бикләгән мәлдә старшина ролен үтәгән Шығанай Борсаҡов килешеү төҙөп, ерҙәрен һатып та ебәрә. Шуның кеүек ер һатыусылар күп була.
19-сы быуатта Бишбүләк башҡорттары сыуаштар менән ер өсөн талаша. Аҙ ер өсөн дә түгел, 150 мең дисәтинә, был әлеге тотош райондың ере тигән һүҙ. Ҡасандыр, 18-се быуатта 5-6 сыуаш килеп, башҡорттарҙан ер һорай. Былары бирәләр. Әлеге документтар менән эш итә белмәү инде - ерҙең сиктәре билдәләнмәй. Күпмелер ваҡыттан һуң биш сыуаш янына унау килә, унан тағы унау һәм аҙаҡҡы сиктә бер-нисә оло ауылдар үҫеп сыға. Башҡорттар судлаша башлаһа, тегеләр ҡул ҡуйылған документтарын күрһәтә.
Заводтарҙы төҙөүҙә лә бына ошо механизм ҡулланыла. Помещиктар килеп, ергә килешеү төҙөй ҙә, ерҙең сиктәрен билдәләмәй, башҡорт "ана шул ҡарағайҙан, шул йылғаға саҡлы" тигән һымаҡ килешеү менән бирә ерҙәрен. Йылдар ағымында теге ҡарағай ҙа, йылға ла "урынынан шыла", ә башҡорттоң ризалыҡ биргән ҡултамғаһы ҡала.
Ер һатыуҙағы хаталарҙың тағы бер миҫалы бар. Бына, мәҫәлән, Силәбе өлкәһендәге башҡорт ерҙәрендә заводтар ҙа, ҡәлғәләр ҙә бик йыш урынлаштырыла. Был нимәнән шулай һуң? Башҡорт старшиналары ерҙе башта бер хужаға һата. Улары документтар төҙөп алып китә лә күпмелер ваҡытҡа юғала. Ул ҡабат килеп күренмәгәс, халыҡ шул уҡ ерҙәрҙе икенсе кешегә һата. Хатта бер үк ерҙәрҙең өс тапҡыр һатылыу осраҡтары ла була. Унан һуң, күпмелер ваҡыт үткәс, теге хужалар пәйҙә була һәм законлы нигеҙҙә ерҙәрен ҡайтарыуҙы талап итә. Башҡорттар әлеге өс хужаға ла һатылмай торған урындан да ер бирергә мәжбүр була.
Златоуст заводына 300 мең дисәтинә ер һатыла. Был ер өсөн 300 һум аҡса алына. Аттың хаҡы 10 һум булғанда, башҡорт өсөн был аҡса бер өйөр ат булып күренә. Йәғни, тормоштағы ҡиммәттәрҙең төрлө булыуы хәл итеүсе фактор булып тора бында. Алданып ҡына түгел, ә ерҙе байлыҡ итеп ҡабул итә белмәүе арҡаһында ла ерҙәренән яҙа башҡорттар...

Башҡорт ерҙәренә завод-ҡәлғәләр төҙөү һәм сит милләт халыҡтарын күсереп ултыртыу башҡорттоң йәшәйешенә генә түгел, ә рухи тормошона ла үҙгәрештәр индергән һәм, күп осраҡта, был үҙгәрештәр колонизаторҙар файҙаһына булмаған, шулай бит?

- Башҡорт ерҙәренә заводтар һалынып, был заводтарға үҙәк уездарҙан крәҫтиәндәр килтерелә. Миҫал өсөн: Твердышевтарҙың ғына һатып алып килтергән 19 мең крәҫтиәне була. Шул уҡ ваҡытта заводҡа руда ташырға, урман киҫергә, продукцияны пристандәргә алып барырға башҡорттарҙы яллайҙар. Сөнки урыҫ крәҫтиәндәре башҡорт ерҙәре буйлап иркен йөрөргә йәки урман-ҡырға сығып эшләргә ҡурҡа. Ғәжәп, әммә бына ошо сараһыҙҙан килеп тыуған аралашыу төрлө милләттән һәм төрлө диндән булған халыҡтарҙы берләштереп, хатта теләктәш итеп тә ҡуя. Заводтар крепостнойҙарынан тыш, ирекле халыҡты ла эшкә йәлеп итеп, уларға кредит формаһында бурысҡа биреп, яйлап уларҙы ошо бурыстары менән үҙенә бәйләй. Һәм тора-бара башҡортҡа ла, урыҫҡа ла, марийға ла, сыуашҡа ла дөйөм бер иҙеүсе дошман сүрәтенә инә. Артабан ихтилалдарҙа ла, граждандар һуғышында ла төрлө милләттәрҙең берләшеп күтәрелеүе тап ана шул заводтар төҙөлөү барышында баш алған үҙ-ара интеграция күренеше ул.
Башҡорт яуҙары гел генә уңышһыҙ тамамланһа ла, колонизаторҙар баҫып алған ерҙәрендә үҙҙәрен тыныс тоя алмаған. Шуға күрә, күпләп ҡәлғә төҙөүҙән тыш, улар һәр урыҫ ҡалаһын, заводын, ауылын ысын хәрби нығытмаға әйләндергән: текә уалдар, тәрән урҙар (тәрән итеп ҡаҙылған тар, оҙон соҡор), ныҡ ҡоймалар менән уратҡан һәм атыр туптарын, ҡорал-ярағын, дары-яһағын һәр ваҡыт әҙер тотҡан. Башҡорттарҙа колонизаторҙарҙы ҡурҡытырлыҡ көс һаман да булған әле. Шул ҡурҡыныстан ҡотолоу, "элекке болаларҙың ҡабатланыу мөмкинлеген мәңгегә бөтөрөү", башҡорттоң ҡеүәтенең тамырын ҡоротоу маҡсатында батша етәкселегендәге махсус комитет башҡорт ерҙәрен Рәсәй ҡарамағына юридик рәүештә нығытып, күсерергә, ә уның өсөн заводсыларҙың баҫып алғанын мәңгелеккә "үҙ ирке менән биргән" йәки "һатҡан" тигән ҡағыҙ менән һаҡларға ҡарар иткән. Ерҙе күрәләтә талағандар. Миҫал өсөн алғанда, Салауат яуына тиклем башҡорт еренең 3 766 659 дисәтинәһе (десәтинә - 1,09 га; тимәк, 4 106 000 гектар) заводтарға күскән, шуның күпселек олөшө 50-55-се йылдарҙан һуң баҫып алынған. 2 429 547 дисәтинәһен алпауыттар (помещиктар) ҡулға эләктергән. Унан тыш, 4 138 881 дисәтинә ер ҡәлғәләргә (крепостарға) тартып алынған. Башҡорт ерҙәрен тартып алыуҙа килмешәктәр ҙә ҙур тырышлыҡ күрһәткән. Шулай итеп, башҡорттар иң мөһим, хужалыҡ өсөн иң кәрәкле ерҙәрен юғалтҡан. Шул арҡала бик ауыр иҡтисади хәлгә ҡалған. 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы тип аталған оло яу алдынан башҡорттоң хәле бына шулай булған.

Миләүшә ХӘБИЛОВА әңгәмәләште.
(Дауамы. Башы 43-сө һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.11.17 | Ҡаралған: 783

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru