«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИКЕ ТЕЛДЕ БЕЛЕҮЕМ ҺӘМ БАШ ҠАЛАЛА ЙӘШӘҮЕМ МЕНӘН БӘХЕТЛЕМЕН
+  - 

"Осаһыңмы, әсәй? Ә мин - осам..." Студент йылдарында сәхнәнән әсәле-ҡыҙлы ошо шиғырҙы уҡығайны улар. Шунан һуң уның тормошо минең өсөн, ысынлап та, тормош ығы-зығыһына иғтибар бирмәй, гел үргә, гел бейеккә, гел яҡтылыҡҡа, зәңгәр күккә һәм сағыу ҡояшҡа табан осош кеүек күҙалланды. Юҡ, ҡояшҡа уҡталғанда ла ҡанаттары янманы уның, киреһенсә, рухы нығынды. "Өфө башҡорто" рубрикаһының сираттағы ҡунағы кем тиһегеҙме? БР Матбуғат буйынса агентлыҡтың баш белгес-эксперты, БР һәм РФ Журналистар союзы ағзаһы, "Башҡортостан ҡыҙы", "Рампа", "Тамаша" журналдары, "Истоки" гәзитенең редколлегия ағзаһы Неля ҒӘЙНЕТДИНОВА.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев үҙенең бер шиғырында: "Ауыр икән башҡорт булыуҙары..." тип яҙғайны. Һеҙҙең өсөн Өфөлә башҡорт булыуы ауырмы? Башҡорт булған өсөн генә ниндәйҙер ҡаршылыҡ, ауырлыҡ тояһығыҙмы? Айырып ҡарау бармы?


- Үҙемә килгәндә, башҡорт әҙәбиәте классигының был һүҙҙәрен бер аҙ үҙгәртеп, "ауыр түгел башҡорт булыуҙары, ауыр түгел, әммә яуаплы", тиер инем. Ни өсөнмө? Сөнки... Әгәр үҙеңде был донъяла башҡорт милләтенең бер вәкиле итеп күрһәтәһең икән, иңеңә ҙур яуаплылыҡ алаһың, башҡалар һинең әйткән һүҙҙәрең, ҡылған ғәмәлдәрең, эшләгән эштәрең, ҡорған ғаиләң, үҫтергән балаларың буйынса ғына түгел, тышҡы ҡиәфәтең буйынса ла башҡорттар тураһында һығымта яһай. Тотошлай булмаһа ла, һин ошо фекер халҡың рухына, уның донъяға ҡарашына тап килһен өсөн ҡулыңдан килгәнде эшләй - милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә ярҙам итә, уның иң яҡшы өлгөләрен күрһәтә алаһың. Сит илдәрҙә булғанда урындағы халыҡ һәр саҡ ниндәй милләттән булыуымды һораша. "Башҡорт", тиһәм, ҡайһы ҡаланан, уның ҡайҙа урынлашыуы, ниндәй иҫтәлекле урындары булыуы, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, милли байрамдар, башҡорт аш-һыуы менән ҡыҙыҡһына башлайҙар. Яңы таныштарымдың Рәсәй тураһындағы ярым-ярты белеменән күп милләтле илдең тап йөрәгендә йәшәгән башҡорттар тураһында дөйөм картина барлыҡҡа килә. Уларҙың күңелендә ҡалдырған образ өсөн, әлбиттә, мин яуаплы.
Өфө минең өсөн тәбиғи йәшәү урыны һәм мин ошо ҡалала йәшәүем менән бәхетле, уны бер ниндәй арттырыу-шаштырыуһыҙ Ер йөҙөндәге иң яҡшы ҡала тип иҫәпләйем. Тормошта һәр кемгә ауырлыҡтар аша үтергә тура килә, әммә мин башҡорт булғаным өсөн түгел. Башҡорт булғаным өсөн генә алдыма ҡуйған маҡсаттарымды тормошҡа ашырыуҙа бер ниндәй кәртә лә тойманым. Ике телде, мәҙәниәтте, әҙәбиәтте, мосолмандарҙың һәм христиандарҙың йолаларын белеү, уларҙы аңлау һәм ҡабул итеү - миңә үҙемде һөнәри эшмәкәрлектә тулыһынса асырға, шулай уҡ донъяның күп төрлөлөгөн һәм уның төрлө төҫтә булыуын тойорға ярҙам итте һәм итә.

Ҡайһы мәктәптә белем алдығыҙ, уҡыу йылдары ни яғы менән хәтерегеҙҙә ҡалды? Бөтөн нәмә ғаиләләге тәрбиәнән килә, тиҙәр. Башҡорт яҙыусыларының китаптарын уҡый инегеҙме, ғаиләлә башҡортса һөйләштегеҙме?

- Мин Өфөнөң 49-сы ябай совет мәктәбендә белем алдым. Үкенескә күрә, ул йылдарҙа беҙҙең мәктәптә бер генә сәғәт тә башҡорт теле уҡытылманы. Уҡытыусылар көслө, уҡыусыларға талаптар юғары булды. Мин бигерәк тә әҙәбиәтте - рус әҙәбиәтен яраттым. Әгәр Лев Толстойҙың ҡатыны иренең "Война и мир" романын ете тапҡыр ҡулдан күсереп яҙһа, мин уны ете тапҡыр уҡып сыҡтым. Мәктәп йылдарында Достоевскийҙың, Чеховтың, Тургеневтың, Пушкиндың, Лермонтовтың әҫәрҙәре йыйынтыҡтарын уҡыным, "Роман-газета", "Юность", "Огонек" журналдарын һәм башҡа төрлө әҙәбиәтте энәһенән ебенәсә уҡый инем. Әсәйем хатта өйҙәге китапхананы тулыландырып өлгөрмәһә, ҡала китапханаларының уҡыу залдарында китапҡа "сумдым", әхирәттәрем менән китаптар алмаштым, сираттағы дефицит китапты алып уҡыр өсөн макулатура тапшырҙым. Ә инде диңгеҙгә барһаҡ, урындағы китапханаларҙың барлыҡ ассортиментын уҡып сыға, хатта пляжда ла китаптан айырылмай инем. Бала сағым бына шундай булды.
Уҙған быуаттың 70-80-се йылдарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте, нигеҙҙә, ғаиләлә өйрәнелде. Каникулдар ауылда үтте. Олатай-өләсәйемә телде өйрәткәндәре өсөн әле лә рәхмәтлемен. Өләсәйем мине башҡортса, ғәрәпсә яҙырға өйрәтте, хаттарҙы башҡортса яҙыша инек, ул шулай итеп башҡорт теле менән ҡыҙыҡһыныуымды төрлөсә хупларға тырышты. Уларҙан миңә башҡорттарға ҡағылышлы бөтөн нәмәгә - ғөрөф-ғәҙәттәргә, тәрбиәгә, әсәйемдән башҡорт әҙәбиәтенә, мәғлүмәтте насар-яҡшыға айыра белеүгә, аралашыуға һөйөү күскән.
Өйөбөҙҙә авторҙарҙың автографтары ҡуйылған китаптар һаҡланды, шуға ла рус классиктары менән бер рәттән, Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим, Ҡәҙим Аралбаев, Рауил Бикбаев, Ғәлим Хисамов, Рәшит Солтангәрәев, Факиһа Туғыҙбаева, Таңһылыу Ҡарамышыева һәм әсәйемдең башҡа бик күп дуҫтары, арҡаҙаш яҙыусыларының китаптарын ҡабат-ҡабат уҡыным. Улар беҙгә бик йыш ҡунаҡҡа килә, бергәләп сәй эсәләр, аш бүлмәһендә яңы, әле бер ҡайҙа ла баҫылмаған шиғырҙарын, проза әҫәрҙәре өҙөктәрен бер-береһенә уҡыйҙар ине. Йәш яҙыусылар, минең тиңдәштәрем дә әсәйемә тартылды, ул йәштәр менән дә белемен һәм тәжрибәһен кинәнеп бүлеште. Мин ҡәләмдәш дуҫтарымдың ижады баһаланғанда тыңлаусы булып ҡына ултырманым, ә фекер алышыуҙарҙа, бәхәстәрҙә лә ҡатнашып, үҙ һүҙемде әйтә инем. Шуға күрә, башҡорт шиғриәтенә, әҙәбиәтенә һөйөү миңә әсә һөтө менән күскән, тип әйтә алам.

Бөгөн башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу буйынса төрлө бәхәстәр бара, һеҙҙең өсөн башҡорт теле ниндәй әһәмиәткә эйә?

- Русса уйлап, русса аралашып, русса яҙһам да, әгәр башҡорт телен белмәһәм, мине уратып алған кешеләрҙең әһәмиәтен һәм мөһимлеген, уларҙың бөтөн ғүмерен нимәгә арнағанын баһалай алыр инемме ни? Миңә туған тел һулар һауа кеүек кәрәк, уның аша мин халҡымдың күңелен аңлайым, ул - минең милләтемде билдәләүсе, миңә йәшәү һуты биреп торған тамыр. Шуға күрә һәр ғаиләлә телде өйрәнеү өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылырға, ә белем биреү системаһы быға ярҙам итергә тейеш, тип уйлайым.
Был йәһәттән, әлеге ваҡытта хеҙмәт вазифам буйынса китап баҫтырыу, уларҙы таратыу мәсьәләләре буйынса куратормын, республика халыҡтары телдәрендә ижад итеүселәрҙең китаптарын сығарырға ярҙам итәм. Бөгөн республикала китап баҫтырыу өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа кәрәкле хоҡуҡи-норматив база бар, башҡорт, рус, инглиз, немец, француз телдәрендә "Урал батыр" эпосын сығарыу кеүек әһәмиәтле проекттар тормошҡа ашырыла, башҡорт лексикографияһы тарихында беренсе тапҡыр "Башҡорт теленең академик һүҙлеге" аңлатмалы-тәржемә һүҙлегенең 10 томлығы нәшер ителә башланы һәм дауам итә, электрон китаптар сығарыла, мультимедиа проекттары тормошҡа ашырыла һ.б. Һуңғы йылдарҙа Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә башҡорт, рус, инглиз телендә параллель текстар бирелгән балалар өсөн китаптар сығарыу эше киң йәйелдерелде, улар бәләкәстәргә төрлө телдәр аша мөғжизәле донъяға инеү мөмкинлеген бирә. Әле төбәк брендтарына арналған русса-инглизсә-башҡортса һөйләшеү өсөн ҡулланма сығарырға әҙерләйбеҙ.

Әсәйегеҙ - рухлы башҡорт яҙыусыһы Тамара Ғәниева. Билдәле шәхес ҡыҙы булыу - ул ҙур яуаплылыҡ та. Ошо яуаплылыҡты тойҙоғоҙмо, уны аҡларға тырыштығыҙмы, әллә тормошта барыһы ла еңел бирелдеме?

- Миңә бындай һорауҙы бик йыш бирәләр. Моғайын, билдәле шағирә ғаиләһендә тыуғанға тормошта бәхетле билет тартып алғанмын кеүек тойолалыр. Әммә ышанысығыҙҙы аҡламаҫмын, моғайын, сөнки әсәйем Тамара Ғәниева булып киткәнсе ярты быуат ауыр ижади юл үтте һәм мин һәр саҡ уның эргәһендә булдым. Беҙгә бер нәмә лә еңел бирелмәне, ҙур ҡалала үҙ урыныңды табыу өсөн көрәшергә, үҙеңде бары тик ныҡышмал һәм фиҙакәр хеҙмәт аша ғына раҫларға мөмкин. Әсәйем ғүмер буйы башҡорт журналистикаһына, башҡорт әҙәбиәтенә хеҙмәт итте, хәҙер уның юлын мин дауам итәм. Һөнәрем - журналист. 30 йыл самаһы республиканың киң мәғлүмәт сараларында эшләйем: телевидениела, радиола, матбуғатта, Башҡортостан Республикаһының дәүләт граждан хеҙмәтендә. Ошо ваҡыт эсендә һәр саҡ күңелемдә һүҙгә, мәғлүмәткә һөйөү йөрөтәм.

Тыуған ерҙән торған ер яҡшы, тиҙәр. Ҡалала иң яратҡан урынығыҙ? Мөмкинлегегеҙ булһа, нимәне үҙгәртер инегеҙ?

- Өфөнө ныҡ яратам, әммә иң яратҡан урындарым, әлбиттә - "Башҡортостан" сауҙа үҙәгенән Урмансылар паркына тиклемге ара. Ул ер бала саҡта уҡ арҡырыһынан буйына йөрөп сығылған. Телеүҙәк районы - йәшлегем үткән урын, уның да барлыҡ урамдарын йәйәү үтелде. Ленин урамында йөрөргә, "Ете ҡыҙ" фонтаны майҙанында ултырырға, Президент-отель эргәһендәге ҡарағай урманында йөрөргә яратам. Бөтөн урындарҙы һанап бөтөп тә булмай. Үкенескә күрә, баш ҡала тормошо ритмы йәйәүләп йөрөү мөмкинлеген ҡалдырмай һәм Өфөнөң матурлығын йышыраҡ машина тәҙрәһе аша ғына күҙәтергә тура килә.

Бөгөн ҡала мәҙәниәтендә башҡорт колориты етерлекме?

- Милли колориттың күберәк булыуын, ҡалабыҙҙы донъяның һәр мөйөшөндә таныуҙарын һәм саф һауа теләр инем.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.11.17 | Ҡаралған: 764

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru