«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИАРДЕРҘАР АРТҠАН ҺАЙЫН, ИЛ ДӘ БАЙЫҺЫН ИНЕ УЛ...
+  - 



Яңыраҡ үҙәк гәзиттәрҙең береһендә "Рәсәйҙә долларлы миллиардерҙар донъялағыға ҡарағанда тиҙерәк арта", тигән хәбәр баҫылып сыҡты. Ябай халыҡ өсөн файҙаһы булмаһа ла, үҙенсә яңылыҡ инде - ниндәйҙер мәғлүмәт бирелә бит. Шуның менән ҡуй икән дә - юҡ, хәбәрсенең шатлығы эсенә һыймай, әйтерһең дә, үҙе миллиардер булған! "Беҙгә хәҙер маҡтанырға ла була, - тип сәсәй был, - 2016 йыл һөҙөмтәһе буйынса Рәсәйҙә долларлы миллиардерҙар 19 кешегә артҡан. Улар 77 кеше ине, хәҙер - 96. Үҫеш 25 процент - донъя күрһәткесенән дә юғарыраҡ".

Ярай ҙа ти, хуш, артабан ни? Һығымта шул: миллиардерҙар үрсеүе буйынса беҙ "бөтөн планетала алда" барабыҙ, имеш... Шул да булдымы шатлыҡ! Ә миҙалдың икенсе яғы - ил иҡтисадының бер урында тапаныуы, ябай халыҡтың фәҡирләнә барыуы буйынса, уның ҡарауы, беҙ Ер шарында нисәнсе урында киләбеҙ икән? Бына ошо күрһәткес буйынса иң алда барһаҡ, шунда булыр ине шатлыҡ ҡына түгел - бәхет. Ә былай, байҙың байый барыуынан илгә ни ҙә, беҙгә ни? Әлбиттә, кеше шатлығына ҡыуана белеү - һәйбәт сифат, тик ана шундайыраҡ, мәҫәлән, 200 һәм 2000 меңлек купюралар баҫып сығарыу, ниһайәт, Рәсәйҙә iPhone Х кеҫә телефондарының һатыла башлауы кеүек ҡыҫыр шатлыҡтар ябай халыҡ хәлен бер ҙә еңеләйтмәй. Өҫтәүенә, олигарх һәм миллиардерҙарҙың "рәсәйсә" генә байыу әмәлдәре барын да беләбеҙ. Сит ил миллиардерҙарын бына, исмаһам, ихтирам итергә лә була, сөнки улар хәләл көстәрен түгеп байый, урлашмай, ябай халыҡты таламай. Улай ғына ла түгел, улар байлығын ил һәм халыҡ мәнфәғәтендә эскерһеҙ сарыф итә: дауаханалар аса, медицина тармаҡтарын үҫтереүгә, яңы технологиялар һәм аппаратуралар булдырыуға тотона, шәфҡәтлелек фондтарына күсерә һ.б. Мәҫәлән, ер йөҙөндә иң бай миллиардерҙарҙың береһе Билл Гейтс һәм уның ҡатыны Мелинда шәфҡәтлелек фондына байлыҡтарының яртыһын тотонорға тип хәл иткән. Уларҙың был башланғысына Майкл Блумберг, Марк Цукерберг һәм... ғәжәп! - берҙән-бер рәсәйле Владимир Потанин ҡушылған. Тик Рәсәйҙең башҡа байҙары был кешелекле һәм изге ғәмәлде бар тип тә белмәй, сит илдәрҙә экзотик утрауҙар, зиннәтле һарайҙар, яхталар, самолеттар һатып алып, йәш ҡатындарға өйләнеп, типтереп донъя көтә.
Шул уҡ ваҡытта беҙҙең илдә иҡтисад өлкәһендә бил бөгөүсе ғаләмдең биштән бер өлөшө, йәғни 12 млн кеше, эшләп йөрөгән хәлдә лә фәҡирлек сигенән сыға алмай икән. Был ҡатламға айына 13 мең пенсияға мөрхәтһенеүсе өлкән йәштәгеләрҙе лә килтереп ҡушһаң... Халыҡ елкәһенә туҡтауһыҙ түләүҙәр, һалымдар яуып ҡына тороуы ла хәлде киҫкенләштерә. Мәҫәлән, быйыл бик күптәр күсемһеҙ милеккә кадастр хаҡынан тотолоусы һалым суммаһын күреп, ғәжәпкә ҡалғандыр. Кисә генә күршем зарланып торҙо. 70 кв.метр майҙанлы фатирҙың яртышар өлөшөн хосусилаштырып, ҡыҙы менән йәшәйҙәр. Пенсионер булараҡ, ошо милкенә һалым түләүҙән азат ителһә лә, ҡыҙының исеменә быйыл меңдән ашыу суммаға һалым ҡағыҙы килеп төшкән. "Ошоға тиклем ни бары 25-30 һумдан артмай ине, 2016 йыл өсөн һалым 40 тапҡырға артҡан", тип аптырай күршем. "Күңелеңде киң тот, күршекәйем, киләсәктә был бер мең бүстәк булып күренәсәк", тип әйткем килде уға. Һәр хәлдә, быныһы сәскәһе генә шул әле. Һалым суммаһы йыл һайын арта барасаҡ: быйыл милкенең кадастр хаҡы буйынса икенсе йыл түләүселәр һалымдың тулы ставкаһының 40 процентын кеҫәһенән сығарып һалһа, бер йылдан - 60, ике йылдан - 80 процентын һәм, ниһайәт, 2020 йылдан уны тулыһынса түләй башлаясаҡ. Ә алдағы ошо өс йыл эсендә генә ябай халыҡтың килеме артып китмәйәсәге көн кеүек асыҡ - бына шунда ни булыр? Бынан тыш, сиратта - ер участкаһы, дача һәм транспорт сараһы өсөн һалымдар көтә, һуңлатһаң, пени сәпәйәсәктәр. Әйткәндәй, әлеге күршем фатиры өсөн түләмәһә лә, үҙ исемендәге 6 сотый баҡсаһы ере өсөн 2015-2016 йылдарға 882 һәм плюс 32 һум пени түләп ҡайтты. Ҡыҫҡаһы, ошо йылдың 1 декабренә тиклем һалымдарыңды түләп ҡотолмаһаң, тыныс йоҡо юҡ, тигән һүҙ.
Һалым күләмдәрен уны кадастр хаҡынан иҫәпләү һәм ошоға тиклем файҙаланылған ташламаларҙы юҡҡа сығарыу юлы менән арттырыу физик шәхестәргә генә түгел, биналар милекселәре булып торған һәр төрлө ойошмаларға һәм бизнес өлкәһенә лә ҡағыласаҡ. Күптән түгел ошо хаҡта БР Финанс министрлығының "Милеккә һалым тураһында" республика законына үҙгәрештәр проекты БР Дәүләт Йыйылышы ултырышында хупланды.
Ә бына байҙарҙан күберәк һалым түләтеү мәсьәләһендә Дәүләт Думаһы депутаттары һаман да үҙ һүҙен өҙөп кенә әйтә алмайынса аҙаплана. Дөрөҫөн әйткәндә, улар һаман әле байҙарҙың ярлыларҙан нимәһе менән айырылыуын аңлай алмай. Аңлашыла ки, һалым тигәндә, үҙҙәренең дә бигүк бай күренгеләре килмәйҙер. Нимә ул байлыҡ - бына нимә өҫтөндә 7 йыл инде баш вата улар. Хаҡы 4,5 млн һум торған милек - байлыҡмы, юҡмы? Эш шунда - байлыҡҡа һалым тураһында закон өсөн Дума һуңғы тапҡыр 2010 йылда тауыш биргәйне, ләкин ана шул "байлыҡ" төшөнсәһенең ни кимәлдә булырға тейешлеген асыҡлай алмау арҡаһында туҡталып ҡалдылар. Һорау алыуҙарҙан күренеүенсә, рәсәйҙәр ошо әйберҙәргә эйә милекселәрҙе бай тип иҫәпләй: яхталар, элиталы күсемһеҙ милек, шәхси самолеттар, ҡиммәтле автомобилдәр, аҫыл металл һәм таштарҙан биҙәүестәр, сәғәттәр. Рәсәйҙәрҙең яртыһынан күберәге (53 процент) - айына 1 млн килеме булған кешеләрҙе, 36 процент - 1-3 миллионғаса, ә һәр унынсы респондент 5 миллиондан башлап килемлеләрҙе байҙар иҫәбенә индерә. Ләкин халыҡ һәм йәмәғәтселек фекере күптән абруй түгел беҙҙә. Аңлашылыуынса, байлыҡҡа һалым тигән нәмәне шым ғына онотторорға иткәндәйҙәр. Уның урынына ҡиммәтле транспорт сараларына (3 миллионлыҡтан алып) һалым ставкаһын арттырыу хәҙер байлыҡҡа "шартлы һалым" тип атала икән. Ахырҙа, бөтәһе лә РФ Президенты кәңәшсеһе Герман Клименко әйткәнсәрәк булыр. Бына рәсми рәүештә нимә тип белдерә ул:"Мин һалымдарҙы ҡыҫҡартыу яҡлы (байҙарға ҡарата әйтелә, күрәһең - Ф.И.). Йәмғиәттең бер өлөшөнөң "тартып алырға һәм бүлешергә" ынтылышын да аңлайым, ләкин беҙҙә был хәл булды инде". Кәңәшсе алдына сығып, башҡа төрлөрәк хәбәр һөйләп тороуҙың файҙаһыҙлығын мин дә аңланым шикелле. Хатта ки МВД полковнигы Захарченкоға уның тоҡ-тоҡ миллиардтарын, ғәфү үтенеп, кире ҡайтарып бирһәләр ҙә аптырарға түгел бөгөн... Ошо тәңгәлдә яҙыусы Әхмәр Ғүмәр -Үтәбайҙың "Киске Өфө" һандарының береһендә баҫылып сыҡҡан "Кәфендең кеҫәһе юҡ" тигән мәҡәлә-ишараһы иҫкә килеп төшә лә - тынысланам: ә ниңә, прогрессив һалым бер миңә генә кәрәкме ни? Әйҙә, шаша ғына бирһендәр, уның ахыры - бер инде. Ана, заманында донъя шаулатҡан Березовскийҙың кемлеген дә, гонаһ шомлоғо, ҡәберенең ҡайҙа икәнлеген дә онотҡандар, ти...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.11.17 | Ҡаралған: 777

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru