«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШӘРИФ МАНАТОВ
+  - 

Шәрифйән Әхмәтйән улы Манатов - Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, 1917 йылда милли хәрәкәттең идара органы - Башҡорт мәркәз шураһын етәкләгән ир-уҙаман. Уның етәкселегендә Мәркәз шура 1917 йылдың 15 ноябрендә (хәҙергесә 28 ноябрҙә) Башҡортостан автономияһын иғлан итә. Республика тарихында тәрән эҙ ҡалдырған был шәхес сығышы менән Ҡурған башҡорттарынан.

Шәриф Манатов 1892 йылдың 20 октябрендә Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе (хәҙерге Ҡурған өлкәһенең Әлмән районы) Манат ауылында тыуған. Бөгөнгө көндә, үкенескә күрә, был ауыл бөткән.
Шәриф Манатов Өфөләге "Ғәлиә" мәҙрәсәһендә, артабан Семипалатинск ҡалаһында Уҡытыусылар семинарияһында уҡый. 1910 йылда Санкт-Петербург ҡалаһындағы Бехтерев институтының тарих-филология факультена уҡырға инә. Бында йәш егет сәйәси-революцион эшмәкәрлек менән мауығып китә. Һөҙөмтәлә, 1914 йылда полицияның эҙәрлекләүенән ҡасып, Швейцарияға сығып китә. Эмиграцияла революционерҙар менән аралаша, большевиктарҙың лидеры Ленин менән танышып ала. 1917 йылдың Февраль революцияһынан һуң Башҡортостанға ҡайта. Өфөлә "Тормош" гәзите редакцияһында эшләй. 1917 йылдың йәйенән Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушылып китә. Оҙаҡламай Ш. Манатов милли-хәрәкәт лидерҙарының береһенә әүерелә. 20-27 июлдә үткән I Башҡорт ҡоролтайында милли хәрәкәттең идара органы - Башҡорт мәркәз (үҙәк) шураһы башҡарма комитетына рәйес итеп һайлана. 1917 йылдың көҙөндә Шәриф Манатов Рәсәйҙең Ойоштороусылар йыйылышына (Учредительное Собрание) депутат итеп һайлана.
Уның етәкселегендәге Башҡорт мәркәз шураһы 1917 йылдың 15 ноябрендә Башҡортостан автономияһын иғлан итә. 8-20 декабрҙә Ырымбурҙа үткән III Дөйөм Башҡорт ойоштороу ҡоролтайында Башҡортостан автономияһы раҫлана. Шәриф Манатов автономияның юғары закон сығарыу органы - Кесе ҡоролтайы составына һайлана. Үҙ сиратында, Кесе ҡоролтай үҙ составынан Башҡорт хөкүмәтен һайлай. Хөкүмәт рәйесен һайлаған ваҡытта ҡыҙыу көрәш башлана. "Был ҡоролтайҙа Арғаяш кантонлығы башҡорттарынан Ғәбделхай Ҡорбанғәлиев менән Минһаж исемле арҡадашы, монархист урыҫтар менән берләшеп, оппозиция тәшкил итергә маташты… Ҡорбанғәлиев Манатовты Башҡортостан хөкүмәте рәйесе итергә тырышты, беҙ иһә адвокат Юныс Бикбовты һайларға уйлай инек", - тип яҙа Вәлиди. Шулай итеп, күпселек тауыш менән Башҡорт хөкүмәте рәйесе итеп Ю. Бикбов һайлана.
Етәкселектән ситләтелеү сәбәпле, Шәриф Манатов 1918 йылдың ғинуарында Петроградҡа, Ойоштороу йыйылышына китә. Бында ул Милләттәр эштәре буйынса комиссариат (Наркомнац) янындағы Мосолман үҙәк комиссариатында эшләй башлай. Мосолман эштәре буйынса комиссар Мулланур Вәхитовтың урынбаҫары итеп раҫлана. Әммә мосолман комиссариаты алға һөргән Татар-Башҡорт республикаһы тураһындағы идея уның күңеленә хуш килмәй. Манатов башҡорт эшмәкәрҙәре Ф. Әхмәҙуллин, Т. Имаҡовтар (икәүһе Өфө мосолман комиссариатында эшләй) менән бергә айырым Башҡортостан автономияһы өсөн сығыш яһай башлай.
1918 йылдың майында Өфөгә килгән сағында Ш. Манатовты Мәскәүҙә бергә эшләгән коллегаһы, татар эсеры Ғәлимйән Ибраһимов ҡулға алып, Ф. Әхмәҙуллин һәм Т. Имаҡовтар менән бергә төрмәгә ябып ҡуя. Июнь айында, Өфө аҡтар ҡулына күсеү сәбәпле, Манатов Сарапул ҡалаһы төрмәһенә күсерелә. Төрмәлә ике ай тирәһе ултырып сыға.
Артабан Ш. Манатов РСФСР-ҙың Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариатында (Наркомнац РСФСР) эшләй. 1919 йылдың ғинуарында уны Төрөк коммунистар партияһының матбуғат баҫмаһын сығарыуҙа ярҙам күрһәтеү өсөн Төркиәгә ебәрәләр. Бында ул 1920 йылдың октябренә тиклем эшләй.
1920 йылдың декабренән Наркомнацтың БашЦИК янындағы вәкиле булып эшләй. 1924 йылдан Башҡортостан халыҡ мәғарифы янындағы Академик үҙәккә етәкселек итә. Артабан 1925-1932 йылдарҙа Ярославль педагогия институтында уҡыта, Әзербайжан компартияһы үҙәк комитетында эшләй, Баҡы педагогия институты ректоры булып китә.
1934 йылдан Фрунзе ҡалаһында Ҡырғыҙ дәүләт педагогия институтында уҡыта. 1935 йылда, "контрреволюцион буржуаз милләтсел идеологиянан" ҡотолмаған кеше булараҡ, ул партия сафтарынан һәм эшенән сығарыла. Шунан һуң Шәриф Манатов Силәбе өлкәһенең Смородиновка ауылында йәшәгән ағаһы янына ҡайтып төшә. 1936 йылдың көҙөндә ошо ауылда вафат була. Уны күрше Учалы районының Көсөк ауылы зыяратына алып барып ерләйҙәр.

Азат ЯРМУЛЛИН,
Башҡортостан Республикаһының
Дәүләт китап палатаһы директоры.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.11.17 | Ҡаралған: 803

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru