«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАРЫБЫҘ ҘА ҠАЙТЫР ИНЕК РЕСПУБЛИКА БЕҘҘЕ ҠАРШЫЛАРҒА ӘҘЕР БУЛҺА ӘГӘР
+  - 



Бөгөнгө ҡунағыбыҙ - Мәскәү ҡалаһында эшләп йөрөүсе юрист Рәмил Сәйфитдин улы ТАЙМАҪОВ. Уны тәүҙә, Мәскәүҙә уҡып йөрөүсе студент, тип таныштырғайнылар. "Студент ҡына башы менән "Заман башҡорто" кеүек мәртәбәле рубрикабыҙҙа баҫылырлыҡ ниндәй ҙур эштәр атҡарып өлгөрҙө икән?" - тигән һымағыраҡ икеле уйҙар менән башланым әңгәмәбеҙҙе һәм... Беренсе һорауымдан уҡ Рәмил Таймаҫовтың студент түгел, ә уҡыу йылдарын артта ҡалдырып, етди генә фирмала адвокат булып эшләп йөрөүен белдем. Ә һөйләшеү бик ҡыҙыҡлы булды, хатта бер урында мин шул тиклем әҫәрләнеп китеп Рәмилдең ҡулын ҡыҫырға ырғып торҙом. Әңгәмәселәрен рухландыра торған кеше булып сыҡты Рәмил Таймаҫов. Шулай итеп, әңгәмә барышында милләттәшебеҙ беҙгә хоҡуҡ, шәхес азатлығы тураһында үҙ фекерҙәрен асасаҡ, ҡайһы бер сетерекле һорауҙарға ла яуап бирәсәк. Бар яуаптары ла актуаль яңғырағандай тойолдо миңә. Хәйер, барыһы ла - уҡыусы хөкөмөндә...

Рәмил, иң тәүҙә үҙегеҙҙең ҡыҫҡаса биографияғыҙҙы һөйләп үтһәгеҙ ине...

- Мин 1988 йылдың декабрендә Хәйбулла районы Подольск ауылында тыуғанмын. 9-сы синыфҡа тиклем тыуған ауылым мәктәбендә уҡыным. Унан Өфө юридик колледжында, Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтында (специалитет), Мәскәү ҡалаһындағы Юғары иҡтисад мәктәбенең хоҡуҡ факультетында (магистратура) юғары белем алдым. Мәскәүгә юлланыр алдынан бер йыл "Башнефть" акционерҙар йәмғиәтендә баш юрист булып эшләп алдым. Өсөнсө йыл инде Мәскәү ҡалаһында адвокат, юрист-практик булып эшләйем, фән менән шөғөлләнәм.

Мәскәү һынлы Мәскәүҙә хоҡуҡ яҡлау өлкәһендә эшләү еңел түгелдер. Шулай ҙа һеҙҙе баш ҡала нимәһе менәндер ылыҡтырған...

- Мәскәү үҙенең кешеләре менән оҡшай. Унда төрлө төбәктәрҙән, төрлө ҡалаларҙан, хатта төрлө илдәрҙән бик күп йәштәр эшләй, уҡый. Улар менән аралашыуы бик ҡыҙыҡ. Төрлө мәҙәниәттәре, төрлө милләттәре, төрлө телдәре менән ҡыҙыҡ ул Мәскәү.

Ошо үҙенсәлекле "винегрет"та ҡайнайһығыҙ, тимәк. Ишетеүемсә, һеҙҙең эштә психолог булыу ҙа талап ителә?

- Әлбиттә. Адвокаттар ойошмаһындағы етәксебеҙ беҙгә һәр ваҡыт: "Тәү сиратта һеҙ - кеше, психолог", - тип әйтә килә. Ысынлап та, төрлө кешеләр килә беҙгә. Эштән һуң ҡайһы берҙә әсәйемә шылтыратып: "Әсәй, беҙ шул тиклем бәхетле икән. Миңә эшемдә шул тиклем тетрәндергес яҙмышлы кешеләр менән осрашырға тура килә", - тип әйтеп алам. Ул кешеләрҙе тура юлға баҫтырыу, яҡшыға ышандырыу өсөн, әлбиттә, тәүҙә - психолог, унан һуң ғына юрист булырға кәрәк. Ә миндә психолог сифаты бар икән, ул тәбиғәттән, Аллаһы Тәғәләнән бирелгәндер, тип уйлайым. Ҡайһы берҙә, әгәр ҙә ошо өлкә булмаһа, мин ҡайһы өлкәлә эшләр инем икән, тигән уйға ла ҡалғаным бар. Икенсе өлкәлә эшләүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым. Әлбиттә, уҡытыу ҙа оҡшай миңә. 5-се синыфта уҡығанымда үҙемә: "Мин мотлаҡ юрист буласаҡмын, хоҡуҡты өйрәнеп, кешеләрҙең хоҡуҡтарын яҡлаясаҡмын, кешеләргә хеҙмәт итәсәкмен", - тигән әйтеү әйткәйнем. Юрист булып эшләүемә, ошо өлкәгә килеүемә бер тапҡыр ҙа үкенес тойғоһо кисергәнем булманы. Был - минең урыным, был - минең булмышым, тип, оло кинәнес, ғорурлыҡ һәм ышаныс менән әйтәм.

Үҙ урыныңда эшләүҙән дә ләззәтлерәк хәл-торош бармы икән ул хеҙмәт кешеһе өсөн! Шулай ҙа, эшегеҙ еңел түгелдер... Ни тиһәң дә, бәләгә тарыған кешеләр менән эшләйһегеҙ бит. Әллә еңелме был эш?

- Беҙ һәр ваҡыт кешене яҡлайбыҙ. Йыш ҡына дәүләт органдарына ҡаршы торорға тура килә. Дәүләт органдарының репрессия аппараты бик көслө. Ябай кешегә, йәки уның адвокатына шундай көслө дәүләт машинаһына ҡаршы тороу еңелдән түгел, әлбиттә. Төрлө хәлдәр килеп сыға. Беҙ ҙә төрлө кешеләрҙе яҡлайбыҙ. Янауҙар ҙа ишетәһең. Милеккә ҡағылышлы һорауҙар айырыуса сетерекле, үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ. Мәскәүҙә фатирҙың да, ҡалған милектең дә хаҡы ныҡ юғары. Төрлө ҡыйынлыҡтарҙы йырып сығырға тура килә. Адвокаттың таяныр саралары бик сикле. Ә дәүләт органдарыныҡы - бик ҙур. Улар менән ярыш процесында көрәшеү еңелдән түгел. Ләкин беҙ еңәбеҙ һәм ҡыйын булһа ла беҙгә ышанып килгән кешеләрҙе яҡлайбыҙ. Адвокаттың берҙән-бер ҡоралы - закон һәм хоҡуҡ. Сетерекле һорауҙар килеп тыуған осраҡта йыш ҡына беҙҙе берәү ҙә яҡламай: дәүләт тә, хатта адвокаттар берлеге лә... Рәсәй Федерацияһы кимәлендә ысынлап эшләгән адвокаттар берлеге лә юҡ ул. Улар хатта ҡайһы берҙә беҙгә ҡаршы килеп тә ҡуя.

Ә хеҙмәтегеҙҙең бындай ҡаты шарттары тураһында эшкә урынлашыр алдынан уҡ белә инегеҙме?

- Мин университетта уҡығанымда уҡ "боласы" инем. Карьерист булһам, мин хәҙер "Башнефть" акционерҙар йәмғиәтендә эшләп йөрөгән булыр инем. "Башнефть" компанияһында эшләгәнемдә мин бик ҙур эш хаҡы ала инем. Ә унан да алдараҡ мин "Башинформсвязь" компанияһының бик бай төҙөлөш предприятиеһында юридик бүлек мөдире булып эшләнем. Әлбиттә, мин үҙем тураһында ла ҡайғыртам, ләкин үҙемде беренсе урынға ҡуймайым. Әгәр беренсе урынға ҡуйһам, үҙемдең мөлкәтемде, торлаҡ менән бәйле һорауҙарымды күптән хәл иткән булыр инем, "Башнефть" акционерҙар йәмғиәтендә рә-хәтләнеп, "сәғәтле" эштә тик йөрөр инем. Адвокат эшен күптәр шул тиклем аҡсалы, тип уйлай. Әлбиттә, аҡсаһы бар уның. Ләкин ул аҡсаны алыр өсөн кү-үүп йүгерергә, "ең һыҙғанып" эшләргә кәрәк. Мәскәү һымаҡ ҙур ҡалаларҙа ул һөнәр бик хәүефле һанала. Янауҙар тураһында әйттем. Беҙҙең адвокаттар бюроһы ныҡ шау-шыулы енәйәт эштәрендә ҡатнаша. Журналист Политковская эшендә, Буданов эшендә, хиджабтарҙы тыйыу эшендә, мәҫәлән. Беҙҙең етәксебеҙ - Морат Мусаев, чечен кешеһе, ныҡ билдәле, көслө адвокат. Ситтә яҡлау таба алмай, өмөттәре өҙөлөр сиккә еткән, Юғары суд хөкөмөнә тапшырылған кешеләр, ғәҙәттә, беҙгә килә.
Ә миңә ауыр һорауҙарҙы хәл итеү оҡшай. Сөнки мин бала саҡтан бер нәмәнән дә ҡурҡманым. Хоҡуҡ институтында уҡып йөрөгән сағымда минең дуҫ-иштәрҙе институт етәкселеге "ҡыҫа" башланы. Мин көсһөҙ яҡты яҡлаштым. Миңә: "Һиңә һорауҙар юҡ. Ни эшләп һин уларҙы яҡлайһың?" - тине институт етәкселеге. Әйткәндәй, мин улар менән дә яҡшы таныш, дуҫ инем инде.
Мин Өфөлә ныҡ рәхәт йәшәнем. Шәмбе һайын Хоҡуҡ институтында лекциялар уҡыным, "Башнефть" компанияһында эшләнем. Эш хаҡым шул тиклем яҡшы булды.. "Башнефть" компанияһына мин нисек эләктемме? Минең атай-әсәйем ябай кешеләр, тимәк, танышлыҡ-туғанлыҡ аша түгел. Бишенсе курста беҙҙе бер юрист-практик уҡытты. Бер мәл ул мине үҙенең булмәһенә саҡырҙы ла: "Һеҙ ҡайҙа эшләргә теләр инегеҙ?" - тип һораны. Мин үҙемдең ҙур төҙөлөш фирмаһында юридик бүлек мөдире булып эшләп йөрөүем тураһында әйттем. "Беҙгә, "Башнефть" компанияһына килергә теләмәйһегеҙме?" -тигән һорауға мин: "Уйлайым әле", - тип яуап бирҙем. Атай-әсәйем менән кәңәшләшкәс, был компанияға барырға, унда эшләүсе белгестәр менән танышырға ҡарар иттем. Компанияның кадрҙар бүлегенә барғайным, миңә эш хаҡым күпме буласаҡ икәнен хәбәр иттеләр. Мин шаҡҡаттым. Бухгалтер минең был хәлемде күрҙе лә: "Аңлап торам, аңлап торам. Һеҙ "Башнефть" компанияһында шундай ҙур эш хаҡы көткәнһегеҙҙер. Борсолмағыҙ: премия буласаҡ. Был оклад ҡына. Күтәреләсәк ул. Әлбиттә, әлегә эш хаҡы әҙ инде, аңлап торам. Әммә һеҙ борсолмағыҙ", - тимәһенме! Мин тағы ла нығыраҡ шаҡҡаттым... Ошо компанияла 1 йыл эшләгәндән һуң үҙемдең белемемде Мәскәүҙә камиллаштырырға ҡарар иттем.

Һеҙ үҙегеҙҙең "боласы" булыуығыҙҙы әйтеп, мине ныҡ аптыраттығыҙ әле. Тәү ҡарашҡа, киреһенсә, компромисс яғына нығыраҡ ауыша торғандарға оҡшағанһығыҙ. Ә Мәскәүҙә бындай эш хаҡына өмөт иттегеҙме һуң?

- Мәскәүҙә бер танышымдың тәҡдиме менән мине ҙур ғына бер нефть химияһы компанияһында эшкә саҡырҙылар. Бында ла эш хаҡы юғары буласаҡ, тинеләр. Миңә системалағы бәләкәс кенә "шөрөп" булыу перспективаһы оҡшаманы. Мин үҙемде кешеләр мәнфәғәтен яҡлаусы итеп күрә инем. Тәүге ярты йыл бик ҡыйын булды. Хәҙер мин адвокатурала өсөнсө йыл эшләйем. Атай-әсәйемә рәхмәт, улар ауылдан тороп миңә ныҡ ярҙам итте. Яйлап-яйлап әлеге кимәлгә килдем. Бөгөн мин "Мусаев һәм партнерҙар" адвокат бюроһы адвокатымын, саҡырылған уҡытыусы шартында МДУ-ла һәм Юғары иҡтисад мәктәбендә лекциялар уҡыйым.

Бәлки, был риторик һорауҙыр: Рәсәйҙәге хоҡуҡ һаҡлау башҡа илдәрҙәге хоҡуҡ һаҡлау менән бер кимәлдәме?

- Рәсәй Федерацияһындағы хоҡуҡ системаһы камиллыҡтан алыҫ әле. "Гражданское законодательство"ны әйтәм. Ул ни эшләп камил түгел, тиһегеҙҙер? Законда бөтәһе лә шул тиклем яҡшы яҙылған, һүҙ тейгеҙерлек урын юҡ. Ләкин уны тормошҡа ашырыу кимәле бик түбән. Беҙгә йыш ҡына: "Беҙ, әлбиттә, аңлайбыҙ: законда шулай яҙылған, ләкин беҙ улай эшләй алмайбыҙ (эшләмәйбеҙ, теләмәйбеҙ)", - тип әйтеүселәр бар. Хоҡуҡ ул - законда нимә яҙылған, шул түгел. Хоҡуҡ ул - урамда һиңә полицейскийҙар нисек мөрәжәғәт итә - шул. Шунан сығып ҡарағанда, ҡыҙғанысҡа күрә, беҙҙең хоҡуҡ бөгөнгө көндә бик насар эшләй.

Мәскәү менән Өфө ҡалалары араһында айырма һеҙгә ныҡ һиҙеләме?

- Эйе. Мәскәү кешеһе үҙен ныҡ хөрмәт итә, ярата. Ул үҙенең хоҡуҡтарын яҡшы белә, улар өсөн һәр ваҡыт көрәшә. Шуға ла Мәскәү адвокаттары яҡшыраҡ йәшәй. Тағы, Мәскәү кешеһе адвокатҡа аҡса йәлләмәй - үҙ дәғүәләрендә аҙаҡҡаса барырға әҙер.
Шуныһын да әйтергә кәрәк, Мәскәү кешеһе дәүләт органдары менән, ҙур корпорациялар менән бәхәскә инеүҙән ҡурҡмай. Бының сәбәбе ниҙә? Беренсенән, Мәскәү ныҡ ҙур. Эште лә, торлаҡты ла табырға була. Судтан һуң кешегә йоғонто яһау бик ҡыйын. Икенсенән, Мәскәү ҡалаһында дәүләт органдары, башҡа төбәктәрҙәге коллегаларына ҡарағанда, ябай халыҡҡа асығыраҡ. Ни өсөн тиһегеҙме? Менталитет икенсе.
Үҙемдең тормошомдан бер миҫал. Юғары Иҡтисад мәктәбендә магистратурала уҡығанда бер профессорға аптыраным. Уның лекцияһын тыңланым да: "Был профессорҙы нисек эшенән ҡыумайҙар һәм нисек уны төрмәгә ултыртмайҙар?" - тип уйланым. Унда студент саҡтан кешегә азатлыҡ идеяһын һеңдерәләр. Әлбиттә, ошо идея менән уҡыған кеше университеттан бөтөнләй икенсе кеше булып сыға. Беҙҙең Башҡорт дәүләт университетында профессорға һорау менән мөрәжәғәт итеү уны мыҫҡыл итеүгә тиң була торғайны. Юғары Иҡтисад мәктәбендә үҙемдең ғилми етәксем менән танышыуым тураһында һөйләйем әле. Бер мәл коридорҙа профессорҙы тап иттем. Һүҙҙе: "Леонид Рудольфович, мин һеҙҙе ныҡ хөрмәт итәм", - тип башланым һәм оҙаҡ ҡына ғәфү үтендем. Һүҙемдең аҙағында: "Ләкин мин ошо мәсьәләлә һеҙҙең менән килешмәйем", - тинем. Ул, аптырап, миңә ҡараны ла: "Бик яҡшы, Рәмил, килешмәүең бик яҡшы. Һинең 30-40 минут буш ваҡытың бармы? Булһа, хәҙер кафедраға инәбеҙ, сәй эсәбеҙ. Унан әңгәмәне дауам итәбеҙ", - тине. Ярты сәғәткә генә иҫәпләнгән әңгәмә 2-3 сәғәткә һуҙылды ла ҡуйҙы. Профессор мине шундай ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы, ҡайһы бер фекерҙәремде хатта яҙып алды. Мәскәү менталитеты бөтөнләй икенсе. Мәскәү мәҙәниәтендәге бәхәсләшеү стиле, азатлыҡ хисе университет мәҙәниәтенән килә. Беҙҙең Башҡорт дәүләт университетында, Хоҡуҡ институтында профессор - батша, солтан. Ә Мәскәүҙә - һинең менән типә-тиң кеше. Рәхим итеп, бәхәсләш. Лекция бара, ҡулыңды күтәрәһең дә: "Бына мин һеҙҙең менән килешмәйем. Минең уйымса..." - тип, үҙ фекереңде әйтергә була. Уҡытыусы: "Бик яҡшы. Әйҙә, ошо һорауыңды үҙеңдең ғилми эшеңдә үҫтереп ебәр", - тип ҡыуанып китә. Бер һүҙ менән әйткәндә, Мәскәү университеты... Был күренеш мине, әлбиттә, бик ҡыуандыра.
Мәскәү менталитетына бәйләп, республика Башлығы Рөстәм Хәмитов тураһында ла үҙ фекеремде әйтеп үтәйем әле. Етәксе булараҡ, уны төрлө яҡтан ҡарарға, баһаларға булалыр. Уның позицияһының ыңғай яғы шул: ул - либерал. Ниндәй генә тәнҡит юҡ бит уның адресына. Тимәк, ул тәнҡиткә, бәхәскә урын ҡалдыра. Диалогка инә белә. Минең уйымса, был Мәскәү, ҙур ҡала мәҙәниәте кимәлелер...

Беҙҙәге ниндәй күренештәр һеҙҙе ҡыуандыра һәм ҡайһылары - хафаландыра?

- Яҡшы күренештәр, тип, саммиттарҙы әйтә алам. ШОС һәм БРИКС саммиттары барған ваҡытта Мәскәүҙә Өфөнө белеп ҡалдылар. Матбуғатта, телевидениела, сайттарҙа Өфө яңғырап торҙо. Өфөлә халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй фестивалдәре, конкурстары йышыраҡ үтә башлауы ла бик яҡшы күренеш.
Насар күренештәрҙән нимәне әйтәйем? Башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһендә килеп тыуған хәл мине бик борсой. Был тәңгәлдә ниндәйҙер ыңғай ҡарарҙар табылырға тейеш. Башҡорт теленең дәрәжәһен һаҡлап ҡалыу - республикала милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең тотороҡлоғон тәьмин итеү ҙә ул. Быны барыһы ла аңларға тейеш.

Ҡайһы бер һорауҙарҙы хәл иткәндә һеҙҙең башҡорт менталитетындағы бәғзе бер һыҙаттар ҡамасаулап та ҡуйғаны бармы?

- Ысынлап та, башҡорттоң да, татарҙың да менталитетында ниндәйҙер феодаллыҡ һыҙаттары бар ул. Мәскәүҙә тәүге йылдарҙа уҡығанда әлеге менталитетым үҙен һиҙҙерә торғайны. Бер миҫал: миңә магистрҙар фатирына урынлашырға кәрәк ине. Бер танышыма: "Ректорға нисек йоғонто яһарға, берәй абруйлы кеше аша әйттерергәме икән?" - тигәйнем, ул: "Ниңә улайтырға? Ректорға ғариза яҙаһың - барыһы ла ап-асыҡ", - тине. Шулай булды ла, минең ғаризама шунда уҡ мәсьәләне ыңғай хәл иткән ҡултамға ҡуйылды. Беҙ бит инде Башҡортостанда бындай мәсьәләләрҙе танышлыҡ, "ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ" ярҙамында хәл итеп өйрәнгәнбеҙ. Был беҙҙең ҡанға һеңгән.

Шәхси үҫеш темаһы, моғайын, күп йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырыр. Һеҙҙең шәхси үҫешкә иң ныҡ йоғонто яһаған ниндәй факторҙар булды? Моғайын, үҙ өҫтөгөҙҙә эшләүҙер, уҡыуҙыр...

- Минең өләсәйем бала сағынан фермала быҙау ҡараусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡансы 50 йыл хеҙмәт иткән. Дүрт класс ҡына белеме менән ул тырыш хеҙмәте өсөн өс мәртәбә Мәскәүгә ВДНХ-ға ебәрелгән, Горбачев менән бер трибунала ултырған. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ленин ордендары менән наградланған. Уның тормошо ныҡ ауыр булған. Сәғәт 4-тән тороп, фермаға китә, өйҙә лә малдары бар. Мин унан: "Нисек һин, 4 класлыҡ ҡына белемең менән шундай ҙур дәрәжәләргә ирештең?" - тип һораным. Ул: "Ышаныс, Хоҙайға ышаныс арҡаһында", - тип яуап бирҙе. Кешелә дин, ышаныу, ғәҙеллек идеяһы булһа, ул бөтөн ҡыйынлыҡтарҙы йырып сыға. Әгәр шулар булмаһа, 3-4 телде лә белергә була, 3-4 университетты ла тамамларға була, ләкин ул ҙур дәрәжәләргә өлгәшә алмаҫҡа мөмкин. Мәскәүҙә минең менән башлыса Мәскәү егеттәре эшләй. Мәскәүҙә тыуып үҫкән кешеләр, асылда, бик ялҡау. Улар "еңел аҡса" ярата. Улар йыш ҡына: "Мин был эште алмайым, Рәмил, һин ал, һин эште яратаһың, унда аҡсаһы ла күп түгел, 200-300 мең генә. Ҡыҙыҡ түгел", - тиҙәр. Эште асып ҡараһаң, унда шул тиклем тетрәндергес мәсьәләләр... Шундай яҙмыштар... Нисек ярҙам итмәйһең инде. Мәскәүҙәр кешенең тормошона ла, нисектер, еңел генә ҡараған һымаҡ тойолоп китә. Был, моғайын, уларҙың ышанысы юҡлыҡтан киләлер, тип уйлайым.

Үҙенсәлеке яуап булды был. Көтмәгәйнем. Был һорауҙы биргән ваҡытта һеҙҙән ниндәйҙер китаптар уҡыуға ҡағылышлы кәңәштәр ишетермен, тип көткәйнем...

- Мәскәү дәүләт университетында саҡырылған уҡытыусы шарты менән уҡытам, тип әйткәйнем инде. Төпкөл төбәктәрҙән ауыл егеттәре, ҡыҙҙары килә. Белем нигеҙҙәре ҡала кимәленән түбән булһа ла, уларҙың тырышлығы, дәрте, күҙҙәре янып тороуы бөтөн ҡаршылыҡтарҙы ла еңеп сығасаҡтарына ишаралай. Шуға, ауылда тыуып үҫеү, ауыл мәктәбен тамамлау ҡайһы ваҡыт кешегә ҡамасауламай, ә стимул булып тора. Сөнки ауылда улар икенсе мөхиттә үҫә. Бәләкәй саҡтан физик эшкә өйрәнә. Мине һәр ваҡыт бер күренеш һоҡландыра: Мәскәүгә төпкөл төбәктәрҙән уҡырға килгән балалар маҡсатҡа ынтылышлыраҡ була. Дөйөм ятаҡта йәшәгән "текә" күршеләре ырғып-һикереп, күңел асырға мөмкин - төпкөлдән килгән студенттар дәресен әҙерләй ҙә, йоҡларға ята. Улар ата-әсәләре үҙҙәренән өҙөп-йолҡоп биргән аҡсаны юҡҡа туҙҙырмай...

Һеҙҙең рөхсәт менән шәхси һорау ҙа бирәйем әле. Ғаилә хәлегеҙ ниндәй?

- Мин өйләнмәгәнмен әле. Өйләнергә теләйем, сөнки һәр кешенең үҙ ғаиләһе булырға тейеш. Ғаилә иң ҙур терәк бит ул. Оҙаҡ өйләнмәй йөрөүемдең сәбәбе, моғайын, минең талапсанлығым һөҙөмтәһелер. Буласаҡ кәләшем мине борсоған һорауҙарға битараф булмаҫҡа, минең менән фекерҙәш булырға тейеш, тим. Матур, ипле ҡыҙҙар осрай, әлбиттә. Тик минең кәләшлеккә кандидатураларға талабым һаман үҙгәрешһеҙ: фекерҙәш кәрәк.

Киләсәктә Башҡортостандың баш ҡалаһына ҡайтырға теләгегеҙ юҡмы?

- Мин - патриотмын. Ундай уй ҙа бар. Ләкин республика беҙҙе ҡаршыларға әҙер түгел әлегә. Мәскәү ҡалаһында шул тиклем уҡымышлы, рухлы башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙары бар. Мин һәр ваҡыт уларға ошо һеҙ биргән һорау менән мөрәжәғәт итәм. Улар барыһы ла: "Ҡайтыр инем. Эшләр инем", - тип яуап ҡайтара. Уларҙың талаптары ла ҙур түгел - һөнәрҙәренә яраҡлы эш булһын. Хөкүмәт уларға шул эште тәҡдим итһен. Улар ҡайтһа, республикаға ҙур ярҙам булыр ине, сөнки белгестәр, кадрҙар ҡытлығы барыбер үҙен һиҙҙерә бит. Мин дә ҡайтыр инем, ләкин Мәскәүҙәге шарттар Өфөлә юҡ әлегә.

Әйҙә, әлегә уңышлы йәштәр Башҡортостанға, халҡына "ситтән тороп" ярҙам итһен. Уңышҡа өлгәшәләр, үҙ милләте вәкиле менән ғаилә ҡоралар, милләткә балалар үҫтерәләр икән, был да яҡшы бит...

- Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы эшләп килә. Ассоциация йәштәргә төрлө яҡлап ярҙам итә, адаптация үткәрә, матур милли саралар үткәрә, башҡорт йәштәренең үҙ-ара аралашыуына (шулай уҡ бер-береһен табышып, өйләнешеүенә лә) булышлыҡ итә. Әммә ассоциацияның бурыстарын тағы ла киңәйтергә, уны тотош бер институт системаһына әйләндерергә кәрәк, минеңсә. Уның төп, беренсе маҡсаты - башҡорт йәштәрен яңы мөхиткә, заманса шарттарға яраҡлаштырыу, уларҙа дипломатлыҡ сифаттары тәрбиәләү булырға тейеш, тип уйлайым. Үҙемдән алып әйтәм: беҙ дипломат түгел. Мин дипломатлыҡҡа яңы өйрәнеп кенә киләмдер, бәлки. Менталитетыбыҙҙа дипломатлыҡ, "йомшаҡ көс" тигән төшөнсәне булдырырға кәрәк. Сәйәси һорауҙарҙы дипломатик юл менән хәл итеп өйрәнергә кәрәк.
Ғалимдарыбыҙ әҙ. Юриспруденцияла беҙҙең милләт вәкилдәре бөтөнләй юҡ тиерлек. Рәсәй кимәленә сығырлыҡ, ғалимдар тәрбиәләрлек көслө университеттарыбыҙ юҡ. Уҡырға һәм уҡырға! Мифтахетдин Аҡмулла әйткән был һүҙ актуаллеген юғалтмаған әле. Ҡайһы саҡта республикала йәштәрҙе Мәскәүгә уҡырға бармаҫҡа өндәүҙәр ҙә ишетелеп ҡала. Әммә мин был ҡараш менән килешмәйем. Йәштәребеҙ Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа, хатта сит илдәргә уҡырға барһындар, ҡурҡмаһындар. Йөрөһөндәр, илдәр күрһендәр, сит телдәр өйрәнһендәр, башҡа милләт вәкилдәренә асыҡ булһындар. Беҙ нисектер үҙ эсебеҙгә, үҙ йәмғиәтебеҙгә йомолғанбыҙ. Башҡорттарға башҡа халыҡтар менән аралашып, дуҫлашып өйрәнергә кәрәк. Ә инде ситтәр араһына барып ингәс-ингәс, үҙеңде тик яҡшы яҡтан күрһәтеү, үҙеңдең ниндәй милләт балаһы булыуыңды онотмау мөһим. Был беҙгә тиңдәр араһында тиң булып йәшәргә, үҙебеҙгә хөрмәт уятырға ярҙам итәсәк.

Шулай итеп...
Рәмил Таймаҫовҡа Рәсәйҙәге хоҡуҡ һаҡлау тармағы тураһында һорау бирер алдынан: "Был һорауҙы бирһәм, оҡшармы?" - тип һорап алғайным. Ул: "Бирегеҙ, әлбиттә. Ул һорауҙы беҙ, адвокаттар күтәрмәһәк, тағы кем күтәрһен..." - тигәйне. Батыр егет, һүҙ юҡ! Бына шундай милләттәшебеҙ, халҡыбыҙҙың алдынғы ҡарашлы улдарының береһе эшләй Мәскәүҙә.

Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.11.17 | Ҡаралған: 1219

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru