«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҒАИЛӘ БӨТӨНЛӨГӨ ҠӘЙНӘ МЕНӘН КИЛЕН ТАТЫУЛЫҒЫНДА ЛА
+  - 



Әбйәлил районының Амангилде ауылында үткән "Ҡәйнә менән килен мөнәсәбәтенең йәш ғаиләне һаҡлап ҡалыуҙағы роле, бала тәрбиәләүҙә сағылышы" тип аталған ҡорға ошо биләмәгә ҡараған ауылдарҙан ағинәйҙәр, ҡәйнәләр һәм килендәр йыйылды. Был йыйында шулай уҡ "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, Өфө ҡала округы хакимиәте Мәғариф идаралығының тел сәйәсәте бүлеге етәксеһе, шағирә Зөлфиә Ханнанова, район ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Роза Таһирова ҡатнашты.

Амангилде ауыл биләмәһе башлығы Марат Фәхрисламов сараны асып, йыйылыусыларҙы тәбрикләне һәм урындағы хакимиәттең ағинәйҙәр ҡоро кеүек йәмәғәт ойошмаларына, уларҙың тәжрибәләренә таянып эшләүен әйтеп, был хәлдең эскелек, наркоманлыҡ кеүек кире күренештәргә ҡаршы көрәштә ыңғай һөҙөмтә биреүен дә билдәләне. Артабан ҡор дилбегәһен Амангилде ауыл биләмәһе ағинәйҙәре етәксеһе Ләлә Ғүмәрова үҙ ҡулына алды. "Ҡәйнә менән килен татыу булғанда, уларҙың донъялары ла яҡты, балалар тәрбиәләү ҙә бер төптән, бер һүҙҙән. Шуның өсөн ыңғай һөҙөмтәһе лә күҙ алдында, - тине Ләлә Мөхәрләм ҡыҙы. - Бөгөн йәштәр араһында эскелек, тәмәке тартыу, наркоманлыҡ күренештәренең ауылдарҙа ла тарала барыуы һәр беребеҙҙе борсой, үҫеп килеүсе ейәндәребеҙҙе ошондай насар ғәҙәттәрҙән аралап ҡалыуҙа, шулай уҡ тыуған телебеҙгә һөйөү уятыуҙа атай-әсәй менән бер рәттән, өләсәй-олатайҙар тәрбиәһе лә мөһим роль уйнай. Бала күңеле - аҡ ҡағыҙ, барыһын да һеңдереп үҫә, шуға күрә, сабый саҡтан ғаиләләге үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәттә тәрбиәләнгән ҡыҙҙар-малайҙар һәр яҡтан тәртипле, кешелекле, кеселекле, изге күңелле була. Ҡәйнә менән килендең берҙәм тәрбиәһенән сабыйҙа тик изгелек орлоҡтары шытым бирә. Тәрбиә нигеҙе - ғаиләлә, ояһында ни күрһә, осҡанында шул була, тип юҡҡа әйтмәгән бит халыҡ".
Артабан Ләлә Мөхәрләм ҡыҙы ошондай матур мөнәсәбәттәр өлгөһө булып торған ҡәйнә һәм килендәрҙе исемләп атаны, уларҙың был ҡорҙа ҡатнашыуын билдәләп үтте. Бына улар: Үтәгәндән - Нәзифә менән Зәкирә Ялмырҙиналар, Сәриә менән Гөлфирә Йәһүҙиналар, Амангилденән -Зәбирә менән Һылыу Шакировалар, Зөһрә менән Люциә Дәүләтшиналар, Ғәшүрә менән Луиза Әүбәкеровалар, Хәтирә менән Фәниә Ҡужәхмәтовалар, Ләлә менән Зилиә Ғүмәровалар, Нәфисә менән Минзәлә Низамовалар, Әбделғәзенән - Флүрә менән Гөлназ Килдейәровалар, Рыҫҡужанан - Зилдә менән Земфира Зәйнуллиналар, Фатима менән Айгөл Һибәтовалар.
Ҡорҙа сығыш яһаусы һәр кемдең аҡылын аҡ ҡағыҙға теркәп, ғаиләләргә ҡағиҙә рәүешендә тәҡдим итеп булыр ине. Бына, мәҫәлән, Сәрбиямал Ихсанова үҙенең сығышында Ҡаҙмаш ауылындағы өлгөлө килен-ҡәйнәләр хаҡында һөйләне: "Элек-электән ҡәйнә, килен бер ғаилә булып көн күргән. Бөгөн күптәр, башҡаның башы ауырымай, тип, улына кәләш алып биреү менән башҡа сығарыу яғын ҡарай. Ә беҙҙең ауылда ҡайны-ҡәйнәһе менән матур итеп йәшәгән килендәр күп кенә. Мәҫәлән, Фатима Атауллина Айгөл киленен үҙ өлгөһөндә тәрбиәләп алды. Биш бала үҫтергән Айгөл бөгөн үҙе өләсәй булһа ла, һәр эштә ҡәйнәһе, әсәһе менән кәңәш итә. Йәш килен Гөлнур ҡәйнәһе Орҡоя Әһелованың һүҙенән сыҡмай, уның балаларының мәктәптә яҡшы уҡыуы, итәғәтле булыуы өләсәй тәрбиәһенән килә". Сәрбиямал апай фекеренсә, ҡәйнә менән килендең мөнәсәбәтендә ир кеше мөһим урын биләй. Ир кеше әсәһен дә, ҡатынын да берҙәй ихтирам итһә, ҡәйнә менән килен араһындағы мөнәсәбәт тә яҡшы була.
Ун ете йәшенән килен булып төшкән Нәзифә апай Ялмырҙина 34 йыл ҡәйнәһе менән бергә йәшәгән. Ире йәшләй үлеп киткәс, ете баланы ҡәйнәһе менән бергәләп аяҡҡа баҫтырғандар. Бөгөн инде 23 йыл үҙе ҡәйнә булып, кинйә улының ғаиләһенә терәк-таяныс булып йәшәй. "Минеңсә, йәш килендәрҙең оло тормош юлы үткән ҡәйнәләре менән бер һүҙҙән булыуы, мәсьәләләр килеп тыуһа, уның менән кәңәш-төңәш итеүе уларҙың татыу, берҙәм булыуына килтерә лә инде", -тине ул. 80 йәшкә етеп барған апай үҙен борсоған мәсьәләне лә күтәрҙе: "Бөгөн ауылдарҙа ҡатындарҙың эсеүенә йөрәгем әрней, борон башҡорт ҡатындары ул ағыуҙы ауыҙына ла алманы бит, балаларына ниндәй тәрбиә күрһәтә улар? Шуларға ҡарата ҡаты саралар күрергә кәрәктер ул…"
Был теманы дауам итеп, педагогия хеҙмәте ветераны Зөлфирә Минһажева ла үҙ фекере менән уртаҡлашты: "Был афәттән ҡотолоуҙы халыҡтың дингә килеүендә күрәм. Ағинәйҙәргә ауылдарҙа эшләп торған мәсеттәргә кешеләрҙе күберәк йәлеп итеү юлын табырға кәрәк. Тыуған телгә һөйөү тәрбиәләүҙә лә өләсәй-олатайҙарҙың роле ҙур. Ейәндәребеҙ менән үҙ телебеҙҙә һөйләшеп, уларға башҡорт әкиәттәрен, риүәйәт-легендаларын һөйләү ҙә башҡорт теленә һөйөү уятыр ине", - тине һәм эшһеҙлек, эскелек темаларына яҙылған үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Рыҫҡужа ауылынан өс киленгә ҡәйнә булған 70 йәшлек Фатима Һибәтова:"Килен менән ҡәйнә бер-береһен хөрмәт итһә, уларҙың мөнәсәбәте ниндәй генә шарттарҙа ла яҡшы була", - тине. Айһылыу Хәсәнованың сығышынан иһә, тормош көткәндә сабыр, түҙемле булырға өйрәнеү һәр кем менән мөнәсәбәт ҡорғанда ла төп шарт, тип иҫәпләүен белдек. Әбделғәзенән Флүрә Килдейәрова ла бер ауыр һүҙ әйтмәй, ҡәйнәһен ыңғайына һыпырып ҡына бергәләп донъя көткән Гөлназ килененән бик ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. "Ғаилә - бәләкәй дәүләт. Өйҙә тыныслыҡ, татыулыҡ булһа, ғаилә нығый, үҫә. Ҡәйнә менән килен татыу булһа - ғаилә тарҡалмай. Йәш ағасты күсереп ултыртҡан кеүек, йәш килен нығынып китһен өсөн ҡәйнә кешенең уға терәк булыуы, ярҙамы бик кәрәк. Киленгә инде ҡәйнәнең һүҙен тотоу мөһим. Шулай булғанда, кәңәшле эш тарҡалмаҫ, тигәндәй, һәр нәмәлә эштәре уң, ғаиләләре ныҡ буласаҡ", - тигән фекерен еткерҙе Зөһрә Дәүләтшина. Фәниә Ҡужәхмәтова ҡәйнәһе Хәтирә инәйҙең бөгөн инде үҙҙәре ҡәйнә булған килендәрен ҡыҙҙары кеүек яҡын күреп, улар өсөн өҙөлөп тороуы, бөтә ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәрҙәрен тәрбиәләүҙә ҡатнашыуы өсөн рәхмәтле булыуын йәшермәне.
- Һоҡланып тыңланым барығыҙҙың да сығышын. Төрлө кино-спектаклдәр ҡарап, килен менән ҡәйнә араһында мотлаҡ кире мөнәсәбәттәр генә була тип күҙ алдына килтерә ҡайһы берәүҙәр. Тик был беҙҙең милләткә хас түгел бит. Беҙҙең башҡортта ҡәйнә өсөн килен - үҙ ҡыҙы, кейәүе - үҙ улы һымаҡ булған борон-борондан. Ситтәр миҫалында түгел, үҙ миҫалыбыҙҙа тәрбиәләргә кәрәк балаларҙы, йәштәрҙе. Бына һеҙҙең миҫалды еткерергә кәрәк башҡаларға ла. Был фәһемле һөйләшеүҙән, "Киске Өфө" гәзитендә "Ҡәйнә һәм килен" рубрикаһы асырға кәрәк, тигән уй килде әле башҡа. Һеҙҙең аҡыл, тормош тәжрибәһе күптәргә һабаҡ булырлыҡ, ошондай ғаиләләрҙән фәһем алып, киләсәктә татыу ҡәйнә-килендәр һанын арттырыуға гәзит тә үҙ өлөшөн индерер, - тине Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы.
Танылған шағирә Зөлфиә Ханнанова ла килен-ҡәйнә мөнәсәбәтенә үҙ фекерен белдерҙе. Уның кисәгә ауаздаш булған башҡорт теле, тыуған ер, әсәй, ҡәйнә тураһындағы йөрәктәргә үтеп инерлек шиғырҙарын кисәлә ҡатнашыусылар күҙ йәштәре аша тыңланы. Фәһемле кисәне урындағы үҙешмәкәр артистарҙың моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре биҙәне.

РЕДАКЦИЯНАН:
Гәзит уҡыусылар ҡолағына элгәндер: "Киске Өфө"нөң яңы "Ҡәйнә һәм килен" рубрикаһына ҡәйнәләрҙән, килендәрҙән матур тормош тәжрибәһен һүрәтләгән сығыштар, хаттар көтәбеҙ. Телефон аша шылтыратып һөйләргә лә була. 252-39-99 телефонына шылтыратһағыҙ, һеҙҙе Фәүзиә Миҙхәт ҡыҙы Мөхәмәтшина тыңлар һәм яҙып алыр.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Әбйәлил районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.11.17 | Ҡаралған: 1241

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru