«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШИҒРИ ҺҮҘ ЛАЙЫҠЛЫ БАҺАЛАНДЫ
+  - 

Шиғриәт бәйгеһендә еңеүселәр - шағирә Зөлфиә Ханнанова ҡыҙы Гүзәл менән

"Йөрәк һүҙе" телепроекты зәңгәр экрандарға сыға башлағанда уҡ иғтибарҙы йәлеп иткәйне. Хәтерҙә ҡалмаҫ йөҙ төрлө йырҙар араһында ҡапыл пәйҙә булған таныш йөҙҙәр бирелеп китеп шиғыр уҡый. Һәр кеме үҙенсә, үҙе белгән интонацияла, үҙенә хас тембрҙа, үҙ етешһеҙлектәре һәм оҫталығы менән башҡара. Эшеңде, хәбәреңде, хатта уйҙарыңды онотоп, экранға текәләһең...

Ә инде иң баштан башлағанда, былай булды. Хәтерегеҙҙәлер, режиссер Наилә Сәфәрғолова "Рәсәй - Башҡортостан" телеканалында ойошторған "Әйтер һүҙем бар" шиғыр, башҡорт һүҙ сәнғәте байрамдары халыҡ араһында киң популярлыҡ яулағайны. Тәүгеһендә ҡатнашҡандарҙың йомғаҡлау кисәһен - М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үткән байрамды ла онотоу мөмкин түгел. Шиғриәттең, башҡорт теленең көсөн, матурлығын, ҡеүәтен халыҡҡа еткереүҙе дауам иткән Наилә Сәфәрғолова артабан "Йөрәк һүҙе" проектын "Ҡурай" каналында эфирға алып сыҡты. Ҡайҙа ғына барһаң да, кемдәр менән генә күрешһәң дә, барыһы ла ошо шиғри дуэттар хаҡында һөйләне. Һәр кемдең телендә булып, телевизор ҡараусылар һөйөүен яуланы телепроект.
Шишәмбе көн баш ҡаланың Заһир Исмәғилев исемендәге Опера һәм балет театры залында "Йөрәк һүҙе"нең финалы үтте. "Үтте" тигәнде илай-илай күҙҙәр шешеп бөттө, тигәндән башларға ла була. Ысынлап та, оло шиғриәт байрамы булды был кис. Бер аҙ шиғыр бәҫе, шағир рухы, һүҙ ҡөҙрәте төҫөн юя биреп киткәндәй булған был көндәрҙә көйлө һүҙ үҙенең барлығын, барлығын ғына ла түгел, үтә лә ҙур көскә эйә икәнен тағы ла бер ҡат иҫбатланы. ... Халыҡ оло залды күтәреп алып барҙы! Ҡул сабыуҙарҙан ус һөйәктәре сәңкене. Сәхнәнән ағылған шиғырҙар шауҡымына бирелгән тамашасы донъяһын онотто. Эргәмдә ултырған оло ғына ағай уңайһыҙланыуынан башын да ҡалҡыта алманы... һығылып иланы ла иланы.
Шиғри бәйгелә ҡатнашыусылар араһында бер төркөм ғаилә ағзалары ла булды. Мөнир Ҡунафин улы Йәдкәр менән, Лариса Абдуллина улы Хасбулат менән, Алһыу Бәхтиева улы Азамат Урманшин менән, Лилиә һәм Айназ Низаметдиновтар, апалы-һеңлеле Миләүшә һәм Ләйсән Шәриповалар, ирле-ҡатынлы Гөлназ һәм Руслан Хайсаровтар, Гөлнара Хәлфетдинова ҡыҙы Гөлнәзирә менән, Зөлфиә Ханнанова ҡыҙы Гүзәл Әлибаева менән, Дилара Әйүпова ҡыҙы Зөлхизә менән. Артабан Илдар Ғүмәров һәм Светлана Хәкимова, Винира Хәсәнова һәм Ринат Ибатуллин, Азамат Юлдашев менән Алина Ғәлиева. Финалға сыҡҡан 12 парҙың һәр береһе ошо батырлығы өсөн маҡтауға лайыҡ.
Ә хәҙер бер аҙ шиғырҙар хаҡында. Һәр пар бөгөнгө көн ҡаҙағына тура килгән, актуаль булған темаларҙы һайларға тырышҡан. Һәр шиғырҙа халыҡ яҙмышы, уның үткәне, бөгөнгөһө өсөн һыҡрау ишетелде. Былар күңелгә үтеп инде, әммә зарланыуға, "милләт" идеяларын "ҡорбан" образы менән бутауға ҡоролған әҫәрҙәр ҙә булманы түгел. Әлбиттә, былар бөгөнгө заман проблемаларының өҫтөнә баҫыу маҡсаты менән эшләнгәндер, был тәңгәлдә күптәр бәхәскә лә инер, әммә... шиғриәт ул барыбер ҙә мәңгелек төшөнсәләр яҡлы. Шуға ла Зөлфиә Ханнанова менән Гүзәл Әлибаеваларҙың беренсе сығыштағы уҡ әсә һәм бала араһындағы Аллаһы Тәғәлә тарафынан һалынған иң көслө һәм саф бәйләнеште сағылдырған әҫәре тамашасыны ла, жюри ағзаларын да таң ҡалдырҙы ла ҡуйҙы. Шулай булмай һуң! Зөлфиә Ханнанова бит үҙ ижадын уҡыны. Ул был шиғырҙарын үҙе кисереп һәм йөрәге аша үткәреп яҙған, эсенә һыя алмағанды йәне, тәне аша һарҡытып сығарып төшөргән аҡ ҡағыҙға. Һәм шуны беҙҙең күңел яраларына шифалы май итеп кенә һыланы ла ҡуйҙы. Әйткәндәй, бөгөнгө башҡорт шиғриәтенең иң көслө шағирәһе лә ул. Уның шиғырҙары мәктәп әсбаптарына индерелергә, башҡорт-ҡатын-ҡыҙы йөҙөн билдәләгән журналдар битен биҙәргә, китаптары тираж-тираж итеп сығарылырға һәм һәр шиғыры әләм итеп күтәрелергә тейеш тә бит... Ижадсы ҡатын-ҡыҙға һаман да бары "ҡатын-ҡыҙ" ғына итеп ҡарау, унан килә ижадҡа бәйле донъяның нигеҙе аҡсаға ҡоролған булыуы ла хәл иткес факторҙар булып торалыр... Ә инде бәйгегә әйләнеп ҡайтҡанда, Зөлфиә Ханнанова ҡыҙы Гүзәл менән бөтөн ошо һәм башҡа кәртәләрҙе ашатлап, ихлас хисле шиғырҙары, тыйнаҡ йылмайыуҙары, тартынып баҡҡан һөйкөмлө ҡараштары менән барыһын да әсир итте. Жюри ағзалары күңелдәрен тыңлаһын, ғәҙел хөкөм сығарһын ине, тип теләп ултырғайным - шулай булды ла. Абруйлы ир-уҙамандарыбыҙ БР халыҡ артистары Әхтәм Абушахманов, Олег Ханов, Әхәт Мортазин, билдәле диктор Флүрә Мурзина, йәш шағирә Эвита Ғәйнетдиновалар үҙҙәре лә был сараның күңелдәрҙе дауыллы диңгеҙҙә бәргеләнгән кәмә кеүек итеп алып йөрөрөн күҙалламағандыр, күрәһең. Ә ул шулай булды.
Киләсәктә, был проект тағы ла киңәйтелеберәк, шымартылыбыраҡ сығарылыр, моғайын, һәм унда үҙ көсөн һынап ҡарарға теләүселәрҙең һаны ла күберәк булыр. Был осраҡта билдәле шәхестәрҙән тыш, ябай халыҡ та ҡатнаша алыр, тип өмөтләнә күптәр. Унан килә, халыҡ шиғыр уҡып, шиғыр тыңлап өйрәнер. Шиғырҙың лозунг формаһында ғына әйтелә торған һүҙ түгел, ә тыңлаусы күңеленең иң төпкөлдә йәшеренгән нескәнән-нескә ҡылдарын тирбәлтә алыр сихри моң да икәнлеген аңлар. Әйткәндәй, республикабыҙҙа беренсе тапҡыр шиғри һүҙ шулай лайыҡлы баһаланды. Бәйге булғас, уның тейешле бүләге лә иғтибар үҙәгендә тора бит. Сибай ҡалаһының данлыҡлы аҡһаҡалы, йылдар дауамында тыуған төйәк тарихын, шәхестәрен өйрәнеп, китаптар баҫтырып йәшәп, бынан бер нисә йыл элек кенә баҡыйлыҡҡа күскән Азамат ағай Тажетдиновтың улдары - Илшат менән Нур атлы егеттәр бағыусы булып, төп еңеүсегә "Лада-Грант" машинаһы бүләк итте. Лайыҡлы бәйгесегә - лайыҡлы бүләк. Уларға ла, Наилә Сәфәрғолова һәм уның ижади командаһына ла, бәйгеселәргә лә "Афарин!" тип ҡат-ҡат алҡышларға ғына ҡала.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.12.17 | Ҡаралған: 1199

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru