«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕМ УЛ БАШҠОРТ ХАН?
+  - 



Күптән түгел генә һәүәҫкәр тарихсы Йәдкәр Бәшировтың "Бөйөк Башҡортостан" китабын уҡып (ул китаптың башҡортса тәржемәһе "Киске Өфө"нөң ошо 7-се битендәге бағанала былтырҙан бирле баҫыла килә), ундағы мәғлүмәттәр менән аңыбыҙҙы яҡтыртып алғайныҡ инде. Авторҙың ошо көндәрҙә генә донъя күргән икенсе китабы - "Башҡорт хан" тип аталған баҫмаһы беҙҙе халҡыбыҙ тарихына бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарарға мәжбүр итте. Урыҫ тарихсылары, йылъяҙмасылары хеҙмәттәренән ситкә китеп, Геродот, Ҡол Ғәле, Бахши Иман, Боннар Андре, Гельмольт, Европеус, Тизенгаузен, Шәриф Иҙриси, Әл-Иҙриси кеүек, халыҡтарҙы донъяуи кимәлдән сығып өйрәнгән тарихсы, илсе, сәйәхәтселәр яҙмаларынан табылған ҡиммәтле мәғлүмәттәр менән һуғарылған был китап. Әлбиттә, тамырҙарында башҡорт ҡаны аҡҡан һәр уҡыусы был зиннәт менән үҙаллы танышыр, тип уйлайбыҙ. Ә уға тиклем, уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу һәм үҙ милләте хаҡында күберәкте белергә теләү ниәтен уятыу маҡсатында, Йәдкәр БӘшировтың үҙе менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Йәдкәр Әхәт улы, башҡорт тарихында Башҡорт хан исемле шәхес булыуы билдәле булһа ла, ул ниндәйҙер мифик герой һымаҡ күҙаллана ине. Хатта был исемде нуғай, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ кеүек милләттәр үҙенеке итеп тә күрһәткән баҫмалар бар. Исеме үк "башҡорт" тип ҡысҡырып торған шәхесте беҙ һаманға тиклем ҡыйыу рәүештә үҙебеҙҙеке итеп күрһәтә алманыҡ. Әлеге һеҙҙең китапты ҡулға алыу уҡ ғорурлыҡ тойғоһо уята. Кем булған ул асылда Башҡорт хан? Ни өсөн уның исеме шул сама йылдарҙан алып тарихта һаҡланып ҡалған?
- Башҡорт халҡының бик боронғо ата-бабалары араһында билдәле башлыҡтар аҙ булмай. Мәҫәлән, Ҡуман, Ишем, Шаруҡан, Туғырхан, Бонаҡ, Үтәк, Ҡобаҡ һәм башҡа хандар, бейҙәрҙең исемдәре билдәле. Әммә улар араһында Башҡорт хан иң абруйлыһы һәм данлыҡлыһы һанала. Был билдәлелекте ул халҡына үҫеш килтереүе, алыҫ киләсәккә ҡарап эш итә белеүе һәм тыныслыҡ һаҡлай алыуы менән яулай.
Тарихи мәғлүмәттәрҙән Башҡорт - ҡурҡыу белмәҫ яугир, оҫта һыбайлы, йәшлегендә Салауат Юлаевыбыҙ кеүек үк ҡоралһыҙ айыу үлтергән тигән дан алған ир-егет була. Кәүҙәһе һәм сәләмәтлеге көслө ҡәбиләнән икәнлеген күрһәтеп тора, тиелә. Шулай уҡ төҫө лә бик күркәм булалыр, гүзәл зат тарафынан мул иғтибар бүленеүе хаҡында ла һөйләнә. Алға китеп әйткәндә, кенәз Владимирҙың ҡатыны ла рус ҡәлғәһенән ҡасып китеп, Башҡорт ханды йәмәғәте итеп һайлай.
Башҡорттоң олатаһы заманында Ишем ханлығы менән идара итә. Атаһы һәм олатаһынан хәрби идаралыҡҡа, дәүләт мөнәсәбәттәрен төҙөүгә һәм килешеү алымдарына өйрәнеп үҫә. Уны хатта ниндәйҙер махсус программа менән эш итә, тип тә билдәләйҙәр. Ул туҡтауһыҙ дәүләт ерҙәрен киңәйтә, яңынан-яңы халыҡтарҙы ерҙәре менән үҙ ҡанаты аҫтына ала, уларға яҡшы көнкүреш бирерҙәй тәҡдимдар яһай, дәүләтендә кешелекле ҡанундар тыуҙыра.
Башҡорт хан тарихҡа дөйөм мәҙәниәте һәм тел оҡшашлығы булған халыҡтарҙы берләштереүҙең нигеҙен һалыусы шәхес булараҡ ингән. Ул дөйөм төрки телле халыҡтарҙы берләштереп, Евразияла яңы бер донъя барлыҡҡа килтереүгә өлгәшә. Үҙҙәренең үҙенсәлекле диалекттары һәм һөйләштәре менән килгән ҡәбиләләр быуаттар буйына башҡорт телен байыта һәм уның төп үҙенсәлеген һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә. Башҡорт хан Урҙаһына ингән халыҡтарҙың барыһы ла "башҡорт" тип аталған, йәғни Башҡорттоң кешеһе. Шул заманда Башҡорт хан тарафынан тәртип һәм ҡанун итеп һалынған башҡа халыҡтарға булған килешеүле мөнәсәбәт башҡорт халҡында әле булһа ла йәшәй. Бөгөн ҡасандыр билдәле булған болғар, хазар халыҡтары юҡҡа сыҡҡан. Ә килешеү нигеҙендә йәшәп була икәнлекте аңлаған башҡорттар киләһе быуаттарҙа монголдар, урыҫтар менән килешеү төҙөүгә өлгәшә алған һәм шул арҡала киләсәген тәьмин иткән.
Башҡорт хандың килешеү, өгөтләү, бик ҡатмарлы сәйәси мәсьәләләрҙе лә тыныс юлдар менән сисә алыу оҫталығын урыҫ халҡы ла юғары баһалай. Уның идара итеү, союздаштар табыу, сетерекле хәлдәрҙе яйлауҙағы һәләтен улар ҙа аҙ ҡулланмай. Мәҫәлән, Киев престолына Бөйөк Киев кенәздәрен тәҡдим иткәндә лә уның ҡатнашлығы булған.
Башҡорттарҙың ата-бабалары үҙҙәренең тарихи ерлектәрен онотмаған. Ишем бассейны, Көньяҡ Урал, Омск, Урал тауҙарының төньяҡ-көнбайыш территориялары һәм Урта Волга буйы ер-һыуҙары уларҙың аҫаба ерҙәре булған. Башҡорт ырыуҙары Ҡырым ярымутрауына тиклем таралып ултырған, Дон далаларында ҡалалар төҙөгән, монгол-татарҙар килеп ҡыҫырыҡлағанға тиклем сит илдәр менән иркен сауҙа иткән.
Башҡорт хан ерҙәрен киңәйтә барған һайын төрлө ерҙәрҙә һәм халыҡтар араһында ҡат-ҡат хан итеп иғлан ителгән. "Тамта" тип аталған дәүләт менән 569 йылда Тамта исемле батша идара итә. Ошо ерҙәр Башҡорт хан ҡулы аҫтына ингәс, хан үҙенең ейәндәре Ғабдулла һәм Мир-Ғазыйҙар хакимлыҡ иткәндә ошонда йәшәй. Тамта халҡы Башҡорт хан етәкселегендә күп тапҡырҙар баҫҡынсыларға ҡаршы һуғыша ла.
Тамта дәүләтенә Тәмте йылғаһының таулы яғы һәм Ҡама аръяғы ерҙәре инә. 1184 йылғы походты тәфсирләгән йылъяҙмала беренсе тапҡыр был ер атамаһы телгә алына. Тәмте гидронимын урындағы халыҡ Тәмте һыу атамаһы менән йөрөтә. Ошонда уҡ Тәмте ауылы ла бар. 1950 йылда Татарстанда Тәмте районы теркәлгән. Башҡорт хан яҡты донъянан киткәс, яҡынса 1193 йылдарҙа уның ейәне Ғабдулла, олатаһының Тәмте иле алдындағы бөйөк эштәрен мәңгеләштереү ниәтендә Тәмте илен "Башҡорт иле" итеп үҙгәртә. Артабан был ил "Башгирд" тигән исем аҫтында күп кенә тарихсыларҙың, географтарҙың, сәйәхәтселәрҙең хеҙмәтендә теркәлә.
Башҡорт ханға Көнбайыш Себер халҡы ла оло хөрмәт менән ҡарай. Ишем йылғаһы бассейнындағы Ҡыҙыл Яр, Омск, Көньяҡ Урал халҡы, Урта Волга, Биләр, Ҡырым, Киев, Чернигов һ.б. ҡалалар кеселекле рәүештә уның алдында баш һала. Хан тарафынан төрлө ҡәбиләләрҙең "Бөйөк Башҡортостан" державаһына әүерелеүе урта быуаттар аренаһында бер ҡөҙрәтле күренеш була. Икенсе мең йыллыҡ башында Көнсығыш Европа территорияһында күп ырыуҙарҙан йыйналған был халыҡ башҡорт халҡының дәүләтселек нигеҙен нығытып ҡуя. Был халыҡҡа һәм тотош илгә оло үҫеш алып килгән ваҡиғаны мин киләсәктә АҠШ-тың беренсе президенты Джордж Вашингтон башҡарған эштәр менән сағыштырыр инем. Был аҡыллы кеше етәкселегендә АҠШ-тың Конституцияһы булдырыла һәм ил һаман да шул нигеҙҙә йәшәп килә. Вашингтон илендә ҡоллоҡто юҡ итә, тарихта үҫеш булдырыусы сәйәсмән, иҡтисадсы һәм бөйөк дәүләт ире булараҡ эҙ ҡалдыра. Илдең баш ҡалаһы һәм иң бай штат уның исеме менән атала. Ә бит уйлап ҡарағанда, бынан биш йөҙ йылдар әүәл Башҡорт хан да ошо уҡ программа менән эш алып бара. Халыҡтар араһында туҡтауһыҙ хәрәкәт итеү, уларҙы борсоған һорауҙарҙы белеү, уларҙың киләсәген ҡайғыртыу һәм кешелек йәмғиәтен донъяуи кимәл фонында күрә белеүенән Башҡорт хан беҙгә дәүләт, милләт тигән байлыҡ ҡалдыра. Быларҙан сығып, беҙ "башҡорт" атамаһының өс мәғәнәлә ҡулланылыуын аңлайбыҙ. Былар: ил, халыҡ һәм ҡалалар. Һәм ошондай ҡөҙрәтле етәксе мотлаҡ "Бөйөк Башҡорт хан" тигән исемде күтәрергә тейеш тә.
Башҡорт халҡының урта быуаттар тарихын анализлау барышында тарихсыларҙың Башҡорт ханды тейешенсә баһаламауҙарын аңланым. Улар уны башҡорттар араһында ғына түгел, ә башҡа халыҡтар, илдәр араһында ла билдәле булған хәрби етәксе, дәүләт эшмәкәре, дәүләт етәксеһе, дипломат итеп түгел, ә күсмә халыҡтар ханы итеп кенә күрһәтә. Рәсәй йылъяҙмаларының "нигеҙ һалыусы аталары" булған Н.А. Карамзин, Нестор һәм башҡа рус ғалимдары был енәйәтте аңлы рәүештә башҡара, тип уйлайым һәм артабанғы тарихсылар үҙ хеҙмәттәрендә ошоларҙы нигеҙ итеп ала ла. Бөгөнгө тарих Башҡорт хан шәхесен ентекле өйрәнеүҙе һәм дөрөҫлөктө өҫкә сығарыуҙы талап итә.

Миләүшә ХӘБИЛОВА әңгәмәләште.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.12.17 | Ҡаралған: 842

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru