«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДЕБЕТ ШӘЛЕҢӘ УРАН...
+  - 



Өфөлә "Башҡорт шәле - 2017" исемле матур фестиваль-конкурс үтте. Әсә көнөнә арналған быйылғы байрамда республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан 150-нән ашыу оҫта ҡатнашты. Йәмғиәттә башҡорт дебет шәленә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуҙы, "Башҡорт дебет шәле" брендын булдырыуҙы, халыҡ оҫталарының профессиональ кимәлен үҫтереүҙе, тәжрибә уртаҡлашыуҙы һәм ижади бәйләнештәрҙе күҙҙә тотҡан фестиваль-конкурс быйыл 10-сы тапҡыр уҙғарылды.

БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, "Ағиҙел" Башҡорт художестволы кәсепселек предприятиеһы, Өфө ҡала округы, республика район һәм ҡала хакимиәттәре тарафынан ойошторған сара Стәрлебаш, Федоровка, Күгәрсен, Ҡыйғы, Йылайыр, Ейәнсура, Салауат, Миәкә, Хәйбулла, Көйөргәҙе, Бишбүләк райондарынан һәм Өфө, Бөрө, Салауат, Туймазы, Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан шәл бәйләү оҫталарын йыйҙы. Фестиваль барышында кәзә дебетенән бәйләнгән әйберҙәрҙәрҙән күргәҙмә ойошторолдо, оҫталарҙың иң яҡшы эштәре баһаланды, шәл бәйләүсе командалар араһында ижади конкурс үтте. Шулай уҡ һәр кем оҫталыҡ дәресе алды. Байрамды "Һылыуҡай" матурлыҡ студияһы ҡыҙҙарының "Башҡорт шәле - милли костюмдың бер өлөшө" исемле дефилеһы биҙәне.
Дебет шәл бәйләү башҡорттарҙа электән килгән кәсеп. Дебет кәзәләре һаны элегерәк һәр йортта 10-15 башҡа барып еткән, ә ҡайһы бер ғаиләләр 30-лап ваҡ мал аҫраған. Бөгөнгө көндә лә йөн биреүсе кәзәләр тотоусылар күп. Мәҫәлән, Йылайыр районы Һултантимер ауылында йәшәүсе Зәлиә Сыңғыҙова хужалығында 9 дебет кәзәһе бар. "Кәзәләрҙе көтөүҙә, тарауҙа ирем һәм улдарымдың ярҙамы ҙур. Мамыҡты таҙартыу, тетеү кеүек эштәрҙе ҡыҙым менән башҡарабыҙ йәки күрше-тирәне "Дебет өмәләре"нә йыям", - ти оҫта. Шәл бәйләү серҙәренә башланғыс класта уҡығанда әсәһенән өйрәнгән Зәлиә Ғәзиз ҡыҙы шәлдең ситтәрен кәкерсәк, һалма, ҡош өйөрө, сәскә, бесәй табаны биҙәге, сылбыр, йөрәк һәм ҡарағай исемле биҙәктәр менән матурлай. Мауыҡтырғыс, насар уйҙарҙан арынырға ярҙам итеүсе был шөғөлдән шәл бәйләүсе арыу ғына килем дә ала. Ул бәйләгән еңел, йылы шәлдәр, бәләкәстәр һәм ололар өсөн бейәләй-ойоҡтар, жилеттар һәр ваҡыт үҙенең һатып алыусыһын таба.
Элекке замандарҙа дебеттән бәйләнгән әйберҙәрҙе, шул иҫәптән шәлде лә һатыу тулыһынса тиерлек алыпһатарҙар ҡулында була. Улар ауылдар буйлап йөрөп, дебеттән шәл, шарф, бейәләй-ойоҡ һәм башҡа әйберҙәрҙе осһоҙ ғына хаҡҡа күпләп һатып алған. Әҙер тауарҙы иһә Мәскәү, Петербург, Түбәнге Новгород һәм башҡа ҙур ҡалаларҙа юғары хаҡҡа һатҡан. XIX быуат аҙаҡтарында башҡорт шәлдәрен хатта Париж, Берлин, Лондон һәм хатта АҠШ-та уҙған күргәҙмәләрҙә осратырға мөмкин булған. Бөгөн иһә дебет шәлдән килгән килем тулыһынса оҫтабикәнең ғаилә бюджетын тулыландыра. Әлеге фестивалдең ошо йәһәттән әһәмиәте ҙур. Ул шәл бәйләүселәргә туранан-тура һатып алыусы менән бәйләнеш урынлаштырырға мөмкинлек бирә. 45 йыл ғүмере эсендә тиҫтәләгән шәл бәйләгән оҫта, Стәрлетамаҡта йәшәүсе Римма Ғәбиҙуллина ла күргәҙмәлә бер нисә шәлен һатып ҡыуанған. "Кейәүгә сыҡҡас та әсәйем шәл бәйләргә өйрәтте. Шәл һатыуҙан килгән аҡса бер ҡасан да артыҡ булмаҫ, ҡыҙым, тигән һүҙҙәре хаҡ булды. Донъя көткәндә, балалар уҡытҡанда ҡулымдың файҙаһын күп күрҙем. Әле лә заказ буйынса бәйләйем. Шәлдәремде республика ғына түгел, Рәсәй һәм хатта сит ил гүзәлкәйҙәре ябына", - тип үҙ эштәре менән таныштырҙы ул.
Ололарҙың энә уйнатып шәл бәйләп ултырыуҙары үҙе бер йәмле күренеш. Алыҫ араларҙы яҡынайтып, Ҡыйғы районынан килгән Сәүиә Йомағолова менән Зәйтүнә Хәйретдиновалар ҙа фестивалгә күркәмлек өҫтәне. Йүкәлекүл ауылында йәшәүсе Сәүиә инәй, 80-гә етеп барыуына ҡарамаҫтан, күпереп торған мамыҡ шәлдәрен "бер тынала" бәйләйем, ти. Сара барышында ла ҡулдарына күҙ эйәртмәй шәлен бәйләү менән мәшғүл ине. "Беҙҙең төбәктә шәл бәйләүселәр күп түгел, беҙ генә, оло быуын, башҡорттоң ошо матур ҙа, файҙалы ла традицияһын оноттормайынса тотоп киләбеҙ. Йәштәр әллә ни ҡыҙыҡһынмай шул", - тип үкенесен белдерҙе Сәүиә Иҙрис ҡыҙы.
Шуныһы ҡыуаныслы, шәлдәре менән дан тотҡан Ейәнсура районында ололар ғына түгел, йәштәр ҙә был эште илһамланып башҡара. "Шәлде бала саҡтан бәйләйем. Беҙҙә, ғөмүмән, шәл бәйләй белмәгән ҡатын-ҡыҙ юҡ. Һәр әсәй ҡыҙын ошо оҫталыҡҡа өйрәтеүҙе бурысы итеп һанай. Шуға күрә йәштәр араһында ла шәл бәйләүгә маһирҙар бихисап", - ти Байыш ауылында йәшәүсе Айгөл Мөхәмәтйәнова. Уның һүҙҙәрен Ейәнсуранан килтерелгән, киң өҫтәлдәрҙе тултырып мамыҡтай күпереп ятҡан төрлө ҙурлыҡтағы шәлдәрҙең һәм дебеттән бәйләнгән башҡа әйберҙәрҙең күплеге иҫбатлай. Был районда нәҙек, әммә шул уҡ ваҡытта ныҡ, иләү өсөн уңайлы йөн биреүсе "Байыш кәзәләре" тоҡомо айырыуса һанлана икән. Уның йөнөнән бәйләнгән шәлдәр ҡабарынҡылығы, еңеллеге һәм йылылығы менән айырылып тора. Шуға күрә, ситтән килеп, нәҡ ошо тоҡомдоң йөнөн һатып алырға теләүселәр ҙә йылдан-йыл арта барыуына аптырарға түгел, ти Ейәнсура ҡыҙҙары.
Әҙер шәлдең артында күпме көс түгелгәнлеген, ваҡыт сарыф ителгәнлеген уны бар күңел йылыһын һалып, күҙ нурҙарын түгеп бәйләгән кеше генә аңлайҙыр. Шәл бәйләү өсөн тотонолған йомғаҡтың "үткән" юлы ла бик оҙон. Кәзәнең йөнөн тәүҙә таҙарталар, унан тетәләр, һуңынан аялайҙар. Унан һуң иләп, сираталар ҙа йомғаҡ эшләйҙәр. Шәлде бәйләгәндән һуң уны кирәләр. Федоровка районы Бала-Сытырман ауылы ҡатын-ҡыҙҙары, халҡыбыҙҙың ике матур йолаһын бергә үрелдереп, йыйылышып кис ултырып, бөтә был эштәрҙе бергә башҡара. "Кәзә малмы ни", тиһәләр ҙә, уның йөнөнән әллә күпме файҙа күрәбеҙ", - тиҙәр ошо уҡ райондың Денискино, Юрматы, Балыҡлыбаш ауылы шәл оҫталары.
Бөрө ҡалаһының тарих музейы эргәһендә эшләп килгән "Ебәк юл" туҡыусылыҡ үҙәгендә боронғо станоктарҙа һуҡма шәлдәр эшләйҙәр. Башҡорт һуҡма шәлдәренең даны элек-электән киң таралған. Әле XIX быуат аҙағында уҡ урыҫ этнографы С.И. Руденко Ырымбур губернаһында йәшәүсе башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының иҫ киткес йылы шәлдәр һуғыуҙары тураһында яҙған.
- Формаһын юғалтмаһын өсөн шлёнка йәки еп ҡушылып бәйләнгән шәлдәрҙән айырмалы рәүештә, һуҡма шәлдәр тик дебеттән генә эшләнә. Шуға күрә уның ҡулланылыу ваҡыты 100 йылға тиклем барып етә. Һуҡма шәлдең осон сәсәктәр менән биҙәйҙәр. Улар шәлгә матурлыҡ ҡына бирмәй, ә йылылыҡ өҫтәй. Беҙ традицияны һаҡлайбыҙ, һуҡма шәлдең "брендын" күтәреү өҫтөндә эшләйбеҙ. Башҡорт дебет шәле халҡыбыҙҙың кәсепселек теҙмәһендә иң лайыҡлы һәм абруйлы урынды алып тора. Ошо һөнәрҙе онотмаҫҡа, уны бөгөнгө көндә лә кәрәкле итергә тырышыуыбыҙ файҙаһыҙ булмаҫ, тип ышанам, - ти үҙәк директоры Роза Вәкил ҡыҙы Ғарифуллина.
Һәр конкурстың иң тулҡынландырғыс мәле - еңеүселәрҙе билдәләү. Фестивалдә ҡатнашыусылар араһынан иң-иңдәрҙе һайлап алыу жюриға - Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаеваға, "Ағиҙел" БХК ДУП-ы генераль директоры урынбаҫары Гөлүсә Ризвановаға, "Башҡорт шәле" предприятиеһы директоры Алһыу Әбсәләмоваға, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәрүәр Суринаға, "Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)" Башҡарма комитетының баш белгесе Алһыу Сирғәлинаға, "Урал" халыҡ сәнғәте галереяһы Кәримә Кайдаловаға - биллаһи, еңелдән булмағандыр. Шулай итеп, быйылғы фестиваль-конкурстың еңеүселәре итеп "Дебет шәл" номинацияһында Мәләүез ҡалаһынан Гөлсимә Иҫәнғолова, ә "Селтәрле шәл" номинацияһында Ейәнсура районынан Шәрифә Ҡорманаева табылды. Дебет шәл бәйләү оҫталыҡтары өсөн Күмертауҙан Әлфиә Шәмиғолова, Стәрлетамаҡтан Римма Ғәбиҙуллина, Көйөргәҙе районынан Вәсилә Ғәббәсова фестиваль лауреаттары дипломына лайыҡ булдылар. Селтәрле шәл өсөн шулай уҡ диплом Ейәнсура районынан Мәғәфиә Ильясоваға, Стәрлебаш районынан Нәфизә Йәһүҙинаға, Йылайыр районынан Мәғүҙә Һөйөндөковаға тапшырылды.
2020 йылда Башҡортостан Бөтә донъя Фольклориадаһын ҡабул итәсәк. Унда беҙ халҡыбыҙҙың һөнәри оҫталығын бар яҡлап та күрһәтергә тейешбеҙ. "Башҡорт шәле - 2017" республика фестиваль-конкурсы Фольклориадаға әҙерлек барышында уҙғарылған сараларҙың береһе булды. Ләкин республика кимәлендә уҙғарылған фестиваль өсөн ҡатнашыусылар һаны бик аҙ, тип билдәләргә кәрәк. Башҡортостандың башҡа райондарында ла шәл бәйләү оҫталары бик күп. Ләкин ни өсөн улар баш ҡалаға килеү форсаты тапмаған, тигән һорау тыуа. Эш бында шәхси теләк юҡлыҡтамы, әллә урындарҙа оҫталарҙы ойоштороп алып килеү кимәле түбәнлегендәме? Шулай уҡ сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе лә ошондай сараларға ылыҡтырыу, саҡырыу һәм ҡатнаштырыу бик кәрәкле эш булыр ине.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Бөйөк Ватан һуғышына тиклем әле Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында шәл бәйләү буйынса "Азатлыҡ" артеле эшләгән. Артель шәл бәйләү өсөн дебет биргән һәм әҙер әйберҙәрҙе һатып алған. Бөгөн дә ошондай уҡ предприятиелар булдырыуҙы ауылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙы эш менән тәьмин итеүҙең бер юлы булараҡ ҡарарға мөмкин. Сифатлы ҡул эше һәр ваҡытта ла юғары баһалана һәм һатып алыусыһын таба бит.

Гөлназ МАНАПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.12.17 | Ҡаралған: 1155

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru