«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘЙТ, ТИҺӘГЕҘ...
+  - 

Өфө урамдарында урынлашҡан арт-объекттарға ҡарата ниндәй фекерҙәһегеҙ? Уларҙың ҡайһыныһы күңелегеҙгә яҡын? Уларға ниндәй баһалама бирер инегеҙ?

Ильяс РӘХМӘТУЛЛИН: Һуңғы бер нисә йылда Өфөнөң төрлө урындарында ҡалҡып сыҡҡан һындарға бик ыңғай ҡараштамын. Үҙем спорт яратыусы булараҡ, "Өфө-арена" янындағы "Көйәрмәндәр трибунаһы" күңелемә айырыуса яҡын. Хоккей яратыусыларҙың уйынға тиклем йәки матчтан һуң бик ихлас фото төшөүҙәрен күреп, был арт-объект барыһына ла оҡшайҙыр, тип уйлайым.
Тағы ла Ғафури урамындағы скверҙа М. Ғафуриҙың шиғыры гравераланған асыҡ китап формаһындағы арт-объект оҡшай. Мәктәп уҡыусыларына арналған был китап белемгә иғтибарҙы йүнәлтеүсе генә түгел, ә республиканың дәүләт телдәрендә яҙылған шиғыры менән ике халыҡтың дуҫлығын күрһәтеп тороусы символ булараҡ ҡабул ителә.

Сәлимә ИШТУҒАНОВА: "Башҡортостан" сауҙа үҙәге янында йәшәйем һәм уның тирәләй күпләп урынлашҡан төрлө арт-объекттар тураһында тик ыңғай фекерҙәмен. Нимә генә юҡ яҡын-тирәлә! Ул тимерҙән эшләнгән ат, механик кеше йәки баш, ғөмүмән әйткәндә, символдарҙың күптөрлөлөгөнә һәм стилистикаһына иҫ китерлек. Шулай ҙа иң оҡшағаны Менделеев һәм СССР-ҙың 50 йыллығы урамдары киҫешендә урынлашҡан ағас тирмән. Муллыҡ һәм уңдырышлылыҡ символын кәүҙәләндергән тирмә тәбиғи материалдан эшләнеүе менән дә отошло.
Шулай уҡ Менделеев урамы буйлап артабан барһаң, "Аҡбуҙат" ипподромына ҡаршы яҡта ҡулдарына Ер шарын тотоп ултырыусы ир һәм ҡатын-ҡыҙҙы һүрәтләгән үҙенсәлекле арт-объектты күрергә мөмкин. "Тормош планетаһы" тип аталған скульптуралағы Ер шары ҡараңғыла янып тора һәм ошо рәүешле ниндәйҙер йылылыҡ бөркә кеүек. Ғаилә ҡиммәттәренә иғтибарҙы йүнәлтеүгә, ғаилә институтын нығытыуға арнап башҡарғандыр үҙенең был эшен скульптор Хәлит Ғәлиуллин, тигән уйҙар тыуа.
Тағы ла миңә Октябрь проспекты һәм Шәфиев урамдары киҫелешендәге аттар һыны ла оҡшай. Ат башҡорттоң тормошонда айырым, өҫтөнлөклө урын алып тора. Муллыҡ, именлек символы булған, башҡорт ир-егеттәре менән бер бөтөн итеп ҡабул ителгән ат шулай уҡ баш ҡаланың Октябрь районы символдарының береһе. Шуға күрә уларҙың нәҡ ошо районда ҡуйылыуы ла урынлы, тип һанайым.
Ә Бикбай менән Гагарин урамдары киҫелешендәге "Торналар бейеүе" тип аталған скульптура үҙе ни тора! Уны, белеүемсә, Октябрь районының 40 йыллығына бүләк итеп, шулай уҡ скульптор Хәлит Ғәлиуллин эшләгән. Торна мөхәббәт һәм тоғролоҡ символы. Ә ҡанат ҡағып бейеп йөрөгән торналар бәхетле ғаилә гармонияһын һәм матурлығын сағылдырыусы. Скульптура ҡала халҡының иғтибарын йәлеп итеп тороусы матур арт-объект.

Нурания ИЛЬЯСОВА: Октябрь проспекты менән Галле округы киҫешкән урында аяғын аяҡҡа һалып, ҡулдарын "йоҙаҡлап", шат йылмайып кешеләргә баҡҡан түңәрәк тимер "кеше" миңә һәр ваҡыт позитив бүләк итә. Бер ваҡыт аяғына баҫыр ҙа, һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашыҡҡан, бөтә ергә лә өлгөрөргә тырышып сапҡан кешеләргә "Туҡтағыҙ! Тирә-яғығыҙҙағы матурлыҡҡа һоҡланығыҙ!" тип өндәшер кеүек. Әле генә беҙҙең ҡалаға килгәнме ул әллә, киреһенсә, оҙон юл алдынан ултырып торғанмы, һәр хәлдә, уны күрһәм, күңелдә ниндәйҙер тыныслыҡ урынлаша. Алыҫ ерҙәргә сәйәхәткә сығып китеп, донъя күреп йөрөгө килә. Ошондай "Илгиҙәр"ебеҙ булыуына ҡыуанам.
Салауат Юлаев проспектында күҙгә әллә ни ташланып бармаған тағы бер матур скульптура бар ине. "Ҡауҙылар ғаиләһе" тип аталған арт-объект үҙ урынында теүәл бер ай тороп ҡалды, кемдер уны урланы. Ҡауҙылар һәр саҡ ғаилә йәме һаналған, ғаилә усағының йылылығын һаҡлаусы образ булып тора ине. Шуға күрә, бындай матурлыҡты боҙорға бер кемдең дә ҡулы бармаҫ, һәм ул оҙаҡламай кире үҙ урынына ҡайтыр, тип ышанам.

Искәндәр СӘҒИТОВ: Башҡортостан үҙенең балы менән дан тота. Шуға күрә Өфө буйлап бал ҡорттары скульптураларының булыуына бик ыңғай ҡарайым. Шау сәскәнән торған ҙур бал ҡорто һыны Ғафури урамындағы скверҙы биҙәй. Шулай уҡ матур бал ҡорто һыны Рәсәй урамында ла бар. Элек Совет майҙанына ла йыл һайын яҙын "осоп" килер ине. Эшлекле нескә билкәйҙәр ҡалабыҙға тик йәм биреп тора. Уларҙың скульптураһын Өфөнөң һәр районында урынлаштырғанда шәп булыр ине.

Әҡлимә ӘМИНЕВА: Миңә үҙенсәлекле скульптуралар оҡшай. Шулар рәтенә Сельская Богородская менән Маршал Жуков урамдары киҫешендәге "Сәскәләр арбаһы", Октябрь районына ингән ерҙә "Ҡолап барыусы ваза", Ленин урамындағы "Йәшел йөрәк", Дағстан урамында урынлашҡан "Ҡунаҡсыл фонарь" арт-объекттарын индерәм. Уларҙың барыһы ла ҡыҙыҡлы һәм ҡаланың йөҙөн тик яҡшы яҡҡа үҙгәртеүсе, туристар өсөн дә ылыҡтырғыс тип иҫәпләйем.

Гөлназ САФУАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.12.17 | Ҡаралған: 1224

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru