«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҒАС БАШЫН ЕЛ БОРА, КЕШЕ БАШЫН ҺҮҘ БОРА
+  - 

"Киске Өфө" гәзите тураһындағы уҡыусылар фекерен иғтибар менән күҙәтеп барам. Һис арттырыуһыҙ, ҡабартыуһыҙ шундай матур, ыңғай фекерҙәрен яҙалар. Барыһы ла хаҡ, тип, уйымдан ғына уларға ҡушылам.

Бер һанда шәхси эшҡыуар Даян Мөхәмәҙин: "Мин эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлағыс, атайым: "Улым, ҡорот тәмен башҡорт ҡына белә, ә белмәгән кешегә уны һатып алырға тәҡдим итмә", - тип әйтте..."- тигәйне. Уға ҡушылып, мин дә: "Киске Өфө" гәзитенең ҡәҙерен, баһаһын илен һөйгән, тарихын, мәҙәниәтен белгән зыялы ғына аңлай", - тип өҫтәгем килә. Мин үҙем, гәзит сыға башлағандың икенсе йылына ғына осраҡлы рәүештә ҡулыма килеп эләккәс, ғүмер буйы эҙләгән хазинамды тапҡандай ҡыуандым. Әлбиттә, төрлө фекерҙәр, тәнҡиттәр ҙә ишетелә, ул шулай булырға тейеш тә. Кемдер өгөт-нәсихәт менән генә алға китеп булмай, ти. Марк Аврелий әйткәнсә: "Барыһы ла уйҙарыбыҙҙан тора: ул тормошобоҙҙо йә тамуҡҡа, йә ожмахҡа әйләндерә ала". Эйе, яҡшы, изге өгөт-нәсихәт - яҡтылыҡҡа, үҫешкә үрләтә, насары түбәнгә тәгәрәтә. Гәзит мөхәрририәте үҙенә оло маҡсатты бик аныҡ ҡуйған, шул юлдан ҡыйыу, ышаныслы атлай. 70 йыл буйы диненән, үҙ тарихынан яҙған совет идеологияһында аҙашҡан, арыған, хәлдән тайған бәндәләргә ҡиблаһын табырға, йәнен-күңелен имләргә күпме көс, зиһен, эҙләнеүҙәр, яныуҙар талап ителә! "Киске Өфө" 15 йыл буйы күпме рухи аҙыҡ менән тәьмин итте, һуғарҙы уҡыусыларын! Рухи ҡиммәттәрҙе - иман-әхлаҡты төрлө ысул менән халыҡҡа еткереүе һөҙөмтәһендә күптәрҙең уйҙары ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе,
Минең ҡулда "Киске Өфө"нөң 45-се һаны. Тарихсы Нәзир Ҡолбахтин: "Беҙҙең халыҡ күсмә түгел, ә сауҙагәр ҙә, игенсе лә, сәнәғәтсе лә булған", - тип яҙа. Мәҡәләнең башы уҡ халыҡтың кем булғанын аңғартып тора. Шулай уҡ унда һүрәтләнгән тарихи хаталар, яуланғанды ослап ҡуя алмау тураһындағы хәҡиҡәт - был йәштәргә кәрәк иҫкәртеү. Юҡҡа әйтмәйҙәр бит: тарих - ҡорал. Тарихыңды белмәйһең, икенсе сит сығанаҡтарҙан уҡыйһың икән, халыҡ мәнфәғәтен яҡлау урынына милләтеңә золом ҡылаһың, йә өндәшмәй генә тегеләрҙең ҡарары менән килешәһең. Тимәк, беҙгә, ололарға, тарих менән үҙебеҙгә лә ҡыҙыҡһыныу, шуны ғаиләлә балаларыбыҙ күңеленә бәләкәйҙән һеңдереү зарур.
Был һандағы һәр мәҡәлә - Лилиә Мусина менән "Хәрефтәр донъяһы" тигән әңгәмә лә, Хәйҙәр Тапаҡовтың "Тәүбә" тигән әҙәби әҫәре лә, Денис Өмөтбаев сәйәхәтнамәһе лә, "Юлдаш" радиоһы тураһындағы әңгәмә лә - барыһы ла фекер һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткерә уҡыусыһына. Әлфиә Батталованың "Үҙ-үҙеңә һаҡсы бул!" тигән сығышындағы: "...Ошо хәҙисте уҡығас, сәсем үрә торғайны, сөнки мин үҙемдең ... ғәйбәтсе икәнлегемде белдем", - тигән һүҙҙәре һине уятып ебәргәндәй була: ғәйбәттең иң оло гонаһ икәнлеге, Ҡөрьән, хәҙистәр уҡып, тәртибебеҙҙе, башыбыҙҙы ҡиблаға борорға зарур булыуы тураһында бик тос әйткән автор.
Эйе, аңлы башҡорт зыялылары халыҡты иманға, милли рухына, асылына ҡайтарыу өсөн эшләй, яна, тырыша. Һөҙөмтәһе юҡ түгел, бар бит. Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан Салауат Хәмиҙуллиндың "Тарихи мөхит" тапшырыуын ҡарап, мин белгәндән генә бер нисә ғаилә үҙҙәренең башҡортлоғон танып, башҡорт телендә һөйләшә башланылар. Мин үҙем дә шәжәрәмде белмәй инем. Хәсәновтарҙың шәжәрә байрамын үткәрәбеҙ, тигәс, апайым Флүрә Йәрмөхәмәтова архивҡа барып, нәҫел-тамырҙарыбыҙҙы юллағанда, Бүгәсәү яуында ҡатнашҡан полковник Ҡыуат Хәсәновтың беҙҙең оло ҡартатай булыуын асыҡланыҡ. Нәзир Ҡолбахтин әйткәнсә, олатайҙар үткән яу юлдарын өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле. Нимәгә кәрәк ул үткәндәр, тигәндәр ҙә бар. Шәжәрә - ул тарих, ә тарих - ҡорал. Халыҡ мәнфәғәтен яҡларлыҡ шәхестәребеҙ тарихын, телен, йәшәү рәүешен төплө белһә, халыҡ яҙмышын хәл итерлек эштәр башҡара ала. Белмәһә инде - ҡоралһыҙ көрәшсегә әйләнә. Беҙ әллә нимә талап итеп, кеше баҫырға йыйынмайбыҙ. Рәсәй эсендә үҙ утрауыбыҙҙы булдырып, үҙ телебеҙҙә уҡырға, һөйләшергә, йәшәргә генә бар ынтылыш-теләктәребеҙ. "Йәмғиәткә йоғонто яһар өсөн тәүҙә идея кәрәк, унан ул тойғоларға әйләнергә тейеш", ти аҡыл эйәләре. Эйе, минеңсә, "электр бағаналары", йәғни идея-терәүҙәр бар - сымдарын һуҙып, халыҡҡа ут бирергә, 70 йыл дауамында ҡоро һауыттай бушап ҡалған күңелдәргә бөтөнлөгө емерелә яҙған тарихи, дини, ижтимағи ярсыҡтарҙы сүпләп индереп, милли аң һеңдереү, яңы фекерҙе, юлды күрһәтеү генә ҡала. Ә бына ошо милли йәмәғәт базаһын яңыртыу, уятыу өсөн ғәйәт ҙур эш башҡара "Киске Өфө". Фәүзиә Мөхәмәтшина әйтмешләй, "Ыңғай шытымдарҙы күреп, уларҙан күңел ҡыуандырғыс үҫенте килтереп сығарыу һәр беребеҙ бурысы..." тип ижад итә был баҫма. Һүҙемде тамамлап, "Киске Өфө" гәзитен алдырмағандарҙы, уҡымағандарҙы йәлләүем тураһында ла әйтеп ҡуяйым. Йәл шул, үҙҙәрен күпме рухи аҙыҡтан мәхрүм итәләр бит! "Үҙегеҙҙе өҫкә тартҡан кешеләр менән уратып алығыҙ, донъя былай ҙа аҫҡа тарта торғандар менән тулы", - тигән бер аҡыллы кеше. Ошо аҡылға эйәреп, юғарыға ҡарап фекер итергә өйрәткән баҫма менән дуҫлашырға ашығығыҙ, тип кенә әйтке килгәйне.

Фәүзиә ЙӘНТИЛИНА.
Мәләүез ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.12.17 | Ҡаралған: 862

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru