«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯУЛЫҠТЫ ХӨРМӘТ ИТЕҮ ҠАНДА ЛА, АҢДА ЛА ҺАҠЛАНА ӘЛЕ
+  - 

"Аҡ яулыҡлы инәйҙәрем, һеҙҙе һағынам!" тип аталған баш менән бер хат килде редакцияға. Баймаҡ районынан Зөһрә апай яҙа уны: "Олоғая барған һайын үҙемдән олораҡ булған ҡатын-ҡыҙҙарға иғтибар итә, уларҙың төҫ-башына күҙ һала башланым, - тип башлана яҙма. - Тик миңә улар оҡшамай, кейемдәре лә, фиғелдәре лә. Элекке инәйҙәр яулыҡлы ине, улар уны яҙып ебәреп, үңәс-елкәләрен ҡаплап тороп ябына инеләр. Иҫәпләп ҡараһаң, күптәренә ул саҡта әле илле йәштәр самаһы ғына булған! Хәҙергеләр 70-75-тә лә сәстәрен бөҙрәләтеп, яланбаш йөрөй. Ул ғына ла түгел, малайҙар прическаһына күсеп бөттөләр. Яулыҡты ла аят-маҙарҙа ғына йөрөтөү йолаһына әйләндереп алдылар. Йәйге күлдәктәрен дә әйтер инем. Инде олоғайғас, бәлйерәгән балтыр, беләк иттәрен былҡылдатып, сирыш үңәстәрҙе асып, итәкһеҙ-еңһеҙ күлдәктәрҙә, ағарып-һирәгәйгән башты ялбыратып йөрөү ни төҫтөр? Икешәр метр ситсанан йәки башҡа тауарҙан тектер уңайлы итеп ике күлдәк, уҙа барһа, өсәүҙе - әллә күпмегә етә..." Бына ошондай эстәлекле хат: "Өләсәйҙәр, әйҙәгеҙ, яулыҡлы һәм күлдәкле булайыҡ", - тигән саҡырыу менән тамамлана.

Ошо хатты уҡығас, бер хәлде иҫкә төшөрҙөм. Йыш ҡына кистәрен Салауат Юлаев һәйкәле янына ял итергә сыға ул әбей. Ябай ғына оҙон күлдәктә, яулыҡта була ул. Күптәр уға иғтибар итә һәм йыш ҡына хәйер бирергә ынтыла. Алмай инәй. "Аҡса һорап ултырмайым бит, һеҙҙең кеүек үк ял итеп ултырам", - тип уңайһыҙланыуын белдерә. Тик халыҡтың реакцияһы ҡыҙыҡ шул: йәнәшәләрендәге салбарҙа, яланбаш йөрөгән ҡыҙыл иренле инәйҙәргә төшмәй күҙҙәре, ә әлеге тыйнаҡ әбейгә ҡарап, күңелдәрендә ниндәйҙер йылы хистәр тыуа, күрәһең, - ярҙам иткеләре, ихласлыҡ күрһәткеләре килеп, хәйер һоналар. Йәғни, әбейҙең тыйнаҡ, инсафлы төҫө үҙе үк йәшерәк быуында яҡлауға, изгелек ҡылыуға ынтылыш уята. Ҡалайтаһың, йәштәребеҙ ҙә изгелек ҡылыуҙы аҡса, хәйер һоноуҙа ғына күрә шул...
Әлеге Баймаҡтан килгән хат миңә бик оҡшаны, сөнки үҙем дә ошо тема тураһында уйланып йөрөй инем. Хаттағы фекергә ауаздаш уйҙарым башыма бигерәк тә юлда, концерт-маҙарға, осрашыуҙарға барғанда, оло апайҙарға ҡарап ултырып әсенгәндә килеүсән. Беҙҙең әлеге оло быуын ҡатын-ҡыҙы коммунистик идеялар нигеҙендә тәрбиәләнгән, ғүмер иткән. Уларҙың аңында революция, азатлыҡ, хөрриәт һәм башҡа төшөнсәләр тап ана шул яулыҡ ташлау, сәсте ҡырҡыу, тәнде яланғасландырыу кеүек аныҡ хәлдәр, йәшәйеш аша формалашҡан. Был йәшәйеш күп йылдар дәүерендә инде уларҙың ҡанын ярайһы ағыулап өлгөргән һәм быға улар ғәйепле лә түгел. Бөгөн килеп, ул быуынды ҡапыл яулыҡлы итеү, баштарын ҡаплатыу уларҙың иркен сикләү кеүек. Был үҙенә күрә психологик барьер. Апайҙар әхлаҡ нормаларына һыймағандан түгел, ә аңдары икенсе төрлө ҡалыплашҡанға ябына алмай яулыҡты. Мәҫәлән, ул ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгәндә яланбаш йөрөгән дә, ни өсөн ҡартайғас ҡына үҙ принциптарына ҡаршы килергә йә яһалма ҡыланырға тейеш әле? Ул бер ниндәй тәртип тә боҙмай, яулыҡлы күптәрҙән намыҫлыраҡ тормош юлы үткән, хеҙмәт иткән. Элекке уҡытыусы, шикһеҙ, шулай уйлай... Уға яулыҡтың, ҡатын-ҡыҙҙың башын яулыҡ менән ябыуының ер, космос, инәлек энергияһы менән, дин һәм башҡа фәлсәфәләр аша аңлатып тороу ҙа урынһыҙҙыр. Асылда, әлеге хәҡиҡәтте аңлар хәлдәге оло кеше (ололар ғына ла түгел) үҙе лә яйлап яулыҡҡа тартыла, әлбиттә.
Беҙ мәсьәләнең икенсе яғын - иң ябай яғын ғына ҡарайыҡ. Быуындар араһындағы айырмалыҡты сағылдырып торған өлөшөн генә. Мәҫәлән, автобусҡа күлдәкле, яулыҡлы инәй килеп инә икән, иманым камил, һикереп тороп урын бирәсәктәр. Ә ҡыҫҡа салбарҙағы, яланбаш, буянған әбейгә иғтибар итеүсе булмаҫҡа ла мөмкин. Бөгөнгө йәштәрҙең аңлап ҡабул итеүгә ҡарағанда күреп ҡабул итеү функцияһы яҡшыраҡ үҫешкән. Был ҡалала ғына түгел, ауылда ла, ғөмүмән, бөтә ерҙә лә шулай. Хатта бала ла әсәһен яулыҡ ябынғас ҡына ысынлап оло кеше итеп ҡабул итә башлай бит. Яулыҡтағы әбейгә ҡарата уның һөйөүе лә, йәлләүе лә, ихтирамы ла икенсе төрлөрәк булып китә.
Нисек кенә тимә, эш урындарында, урамда осраған яулыҡлы апайҙарға беҙҙең ҡараш та, мөнәсәбәт тә башҡа. Костюмдарына, күлдәктәренә иш итеп, прическаларына ҡулайлаштырып, түбәләрен ҡаплап яулыҡ һалған апайҙар барыбер ҙә үҙҙәренә ҡарата айырым хөрмәт уята. Сөнки беҙҙең аңда ла, ҡанда ла "яулыҡты хөрмәт итеү" тигән ҡанун юғалмаған әле. Шуға ла баяғы хат авторының:" "Өләсәйҙәр, әйҙәгеҙ, яулыҡлы һәм күлдәкле булайыҡ", - тигән саҡырыуына ҡушылғы килә ул... Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, мөхтәрәм гәзит уҡыусыларыбыҙ? Фекерҙәр көтәбеҙ.

Әлиә ИСМӘҒИЛЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.12.17 | Ҡаралған: 942

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru