«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕМ УЛ БАШҠОРТ ХАН?
+  - 



Һәүәҫкәр тарихсы Йәдкәр Бәшировтың ошо көндәрҙә генә донъя күргән "Башҡорт хан" тип аталған баҫмаһы тураһында һөйләшеүҙе дауам итәбеҙ.

Башҡорт хан урыҫ кенәзе Мстиславтың үгәй атаһы була, тигән мәғлүмәт бығаса тарихта йәшәп килде, әммә фараздар формаһында ғына ине. Һеҙ китабығыҙҙа быны иҫбатлайһығыҙ, шулай бит?

- Ҡыпсаҡ ойошмалары башлыҡтары, шул иҫәптән Башҡорт хан да чернигов, смоленск һәм Бөйөк Киев кенәзлектәре менән тығыҙ бәйләнештә була. Ул Бөйөк Киев кенәзлегенең тәхете өсөн барған ыҙғыштарҙа йыш ҡына хәл иткес роль уйнай. 1511 йылда Киев кенәзлеге батшалығы өсөн Руть йылғаһы ярында Юрий Долгорукий менән Изяслав Мстиславович ҡаты бәрелешә. Кенәз Владимир Заводович Черниговский Изослав Мстиславовичты яҡлап сыға. Башҡорт хан был алышта Черниговскийға ярҙам итә. Ҙур юғалтыуҙар менән Изяслав еңеү яулай, әммә кенәз Черниговский һәләк булып ҡала. Кенәз үлгәс, уның ғаиләһе эсендә үк тәхет вариҫы хоҡуғына эйә булған кескәй Мстиславҡа ҡурҡыныс янай. Владимирҙың ҡатыны Ольга улына яҡлау эҙләп Башҡорт ханға килә. Киләһе ваҡиғалар ағышында ханға кейәүгә сыға. Шулай итеп, урыҫ кенәзе Владимир Черниговскийҙың улы Башҡорт хан тәрбиәһендә үҫә. Әммә ул замандарҙа урыҫ кенәзлектәрендә лә, дала киңлегендә көн иткән халыҡтарҙа ла бары тик ҡан туғанлыҡ ҡына һанлана һәм хөрмәт ителә. Шунлыҡтан, Башҡорт хан да, Мстислав үҙе лә был "туғанлыҡтарын" файҙаланмай.
и Рәсәй киңлектәренең төрлө мөйөштәрендә табылған таш балбалдарҙың ҡыпсаҡтарҙыҡы булыуын дәлилләй киләләр. Мәскәүҙең Көнсығыш китапханаһында һаҡланған балбалды һеҙ Башҡорт хандыҡы, тип яҙаһығыҙ.
- Ун икенсе быуаттың икенсе яртыһында ҡыпсаҡтарҙа таш ҡырҡыу кәсебе яҡшы үҫешә. Тикшереүсе-белгес Н.И. Веселовский 1915 йылда уҡ таш балбалдарҙың ҡыпсаҡтар ҡулынан эшләнгәнен иҫбатлағайны инде. Археологтар ҙа ошоно уҡ күрһәтте, әммә быларға артыҡ иғтибар итеүсе булманы. Беҙҙең көндәрҙә имен ҡалған статуялар музейҙарға инеп ултырып, шулай уҡ өйрәнелмәй саңланып яталар.
Мәскәүҙең Көнсығыш китапханаһы баҡсаһындағы Ҡырымдан килтерелгән таш балбалдың да ҡыпсаҡ сығышлы, ә тап Башҡорт хан һыны булыуы төрлө дәлилдәр менән иҫбатланған. Академик Ғайса Хөсәйенов әле 1958 йылда уҡ Мәскәүҙә уҡығанында китапхананың төп бинаһы эсендә 4 метр бейеклектәге балбал тороуын һәм ул балбалдың бығаса күрелгән һындарҙан ҡырҡа айырылыуын яҙа. Һында сағылдырылған кешенең тап ҡыпсаҡ сығышлы булыуы ла һәм уның юғары чинлы, мәртәбәле, хатта бөйөк булыуы ла аңлашылып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Был һын мәрмәрҙән ҡойоп-ҡоршап түгел, ә таш-ҡая киҫәген һырлап, йышып-шымартып башҡарылған.
Бөгөнгө көндә был һын китапхананың баҡсаһына сығарып ҡуйылған. Үҙем дә барып күрҙем. Оҙонсараҡ бит, ҡушыла яҙып торған ялбыр ҡара ҡаштар. Ҡаш аҫтынан бик үткер, ҡаты ҡарашлы күҙҙәр төбәлә. Танауы тура, мыйығы, йоморо ғына ҙур булмаған һаҡалы бар. Башында тажға оҡшаған бай биҙәкле баш кейеме, өҫтөндә шундай уҡ бай елән. Кейеме һәм тышҡы ҡиәфәте башҡортҡа оҡшаған. Салбары һәм аяҡ кейеме бик уңайлы, күркәм тегелгән. Батыр кәүҙәһе, ҡарашы, йөҙ-төҫө уның һуғышсы ғына түгел, ә интеллектуаль яҡтан да юғары үҫешкән кеше икәнен сағылдырып тора.
Юғары чинлы аристократтарҙы балбалдарҙа һүрәтләгәндә уның кейем орнаменттарын, тән төҙөлөштәрен, йөҙ һыҙаттарын асыҡ сағылдырырға тырышҡандар. Бында уның хәрби сифаттары ла күренергә тейеш булған. Әлеге һында ла хандың байлығы, мәртәбәле булыуы һәр деталдә, һәр биҙәктә күренеп тора. Һәм, әлбиттә, бындай һындар бары тик тарихи даны булған һәм хакимлыҡ иткәндәргә генә яһалған.
Әлеге мәлдә был балбал китапхананың баҡсаһында "Ҡыпсаҡ һуғышсыһы" тигән исем аҫтында тора. Бите һәм кәүҙәһенең ҡайһы бер өлөштәре ярайһы уҡ зарарланған. Киләсәктә был аманат башҡорт ерҙәренә ҡайтарып алынһа, бик шәп булыр ине.

Йәдкәр Әхәт улы, халҡыбыҙҙың шундай шәхесе булып та, хатта үҙебеҙҙең тарихсылар тарафынан да бығаса ныҡлы өйрәнелмәүе нисек аңлатыла? Кемдәргәлер ғәйеп ташлағы ла килмәй, әммә күңелдә бер үпкә төйөрө тороуын да йәшереп булмай...

- Урта быуаттар тарихын өйрәнгән ваҡытта "Ваҡыт фантомы" тигән бер арауыҡ бар. Ул арауыҡ үҙ эсенә 297 йылды ала! Һәм бында үҙ-ара мөнәсәбәттәре менән тарих ағышын үҙгәртә алырҙай Византия, Көнбайыш Европа, Греция, Осман империяһы кеүек илдәр йоғонто яһай. Ун алтынсы быуат аҙағында, Византия тарҡатылғас, Көнбайыш Европала монахтар төркөмө үҙ мәҙәниәттәренә ҡарата позицияларын үҙгәртә башлай һәм шуның менән тарихи яҙмаларға ла төҙәтмәләр индерәләр. Улар Осман империяһының ролен кәметеп күрһәтеү, Греция һәм Египет цивилизацияларын артҡы планға күсереү һәм Көнбайыш Европа мәҙәниәтен нигеҙгә ҡуйыу өсөн тырышалар. Ә Көнбайыш Европа был мәлдә бик ярлыланған һәм милли идеяға мохтаж була. Шул сәбәпле христиндар йылъяҙмаларҙы хәл-ваҡиғаларға яңы даталар ултыртып күсереп яҙа. Ғалимдар фаразлауынса, тап шул быуатта Иосиф Скалигерға сәйәси заказ бирелә һәм ул тарихи йылъяҙмаларға 300 йыллыҡ үҙгәреш индерә. Был үҙгәрештәр арҡаһында төрлө тарихи инештәрҙең мәғлүмәттәре тура килмәй башлай һәм Башҡорт хан осорон өйрәнеү ҙә ауырлыҡтар тыуҙыра. Мәҫәлән, Башҡорт хан ун икенсе быуатта йәшәй, ә "башҡорт" атамаһы һигеҙенсе быуат яҙмаларында уҡ була. "Башҡорт иле" хаҡында шулай уҡ һигеҙенсе быуатта уҡ әйтелә һәм әлеге ун икенсе быуатта йәшәгән хан исеме менән бәйләнә кеүек. Күп тарихсылар ошо тәңгәлде ашатлай алмай һәм ҡулдарын төшөрә лә ҡуя. Әммә был осор хаҡында төплө мәғлүмәттәр бар һәм бары ҡыйыу рәүештә эҙләнергә, эшләргә генә кәрәк.

Йәдкәр Әхәт улы менән тәҡдим ителгән һөйләшеү "Башҡорт хан" китабының бик аҙ өлөшөн генә аса. Шунлыҡтан, ата-бабаларыбыҙҙың башҡорт халҡы булып формалашҡанға тиклемге тарихы, формалашыу дәүере, шул дәүерҙәге башлыҡтары, билдәле шәхестәре һәм дәүләт-ара мөнәсәбәттәре факттар, документтар нигеҙендә бәйән ителгән баҫманы һәр кемдең үҙ ҡулына тотоп уҡыуы зарур.

Миләүшә ХӘБИЛОВА әңгәмәләште.
(Аҙағы. Башы 48-49-сы һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.12.17 | Ҡаралған: 935

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru