«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ИКЕНСЕ ТУҒАН ТЕЛЕМ КЕҮЕК
+  - 



Үҙеңдең кем икәнеңде белгең килһә, күршеңдән һора, тиҙәр. Бөгөн туған телебеҙ, милләтебеҙ, илебеҙҙең киләсәген ҡайғыртып һүҙ күтәргәндә йәнәшәбеҙҙә йәшәгән башҡа милләт вәкилдәренең дә был мәсьәләләргә ҡарата фекерен белге килә, әлбиттә. Ошо маҡсатты күҙҙә тотоп, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты проректоры Семен Николаевич Черновҡа өндәштек.

Семен Николаевич, беҙ һеҙҙе саф башҡорт телендә һөйләшкән рус кешеһе булараҡ беләбеҙ. Телде нисек өйрәндегеҙ һәм тормошта ул һеҙгә кәрәк булдымы?

- Мин икенсе милләт кешеһе булһам да, башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә уҡыйым һәм башҡорт телендә хаттар яҙам. Кеше маңлайына яҙылғанын күрә, ти башҡорттар. Атай-әсәйем партия ҡушыуы буйынса Башҡортостанға эшкә килгән һәм башҡорт ауылында төпләнеп тороп ҡалған. Мин бала саҡтан ауыл балалары менән уйнап, башҡортса һөйләшеп үҫтем. Беренсе синыфҡа башҡорт мәктәбенә уҡырға барҙым, башҡорт телен икенсе туған телем кеүек күрәм. Башҡортостанда йәшәгәс, башҡорт телен белеү минең өсөн бар яҡлап уңайлы, сөнки республикала был телдә аралашҡан кешеләр күп. Республиканың ике дәүләт телен дә яҡшы аңлауым, һөйләшеүем бары тик ярҙам ғына итә, русса ла, башҡортса ла төрлө кешеләр менән иркенләп аралаша, аңлаша алам. Был фекеремде балаларыма ла аңлатып үҫтерергә тырыштым, бөгөн улар башҡорт телендә минең кеүек үк юғары кимәлдә һөйләшә белмәһә лә, яҡшы аңлайҙар.

Бөгөн мәктәптәрҙә башҡорт телендә уҡыу-уҡытыу буйынса төрлө бәхәстәр сығып тора. Һеҙ был мәсьәләгә нисек ҡарайһығыҙ?

- Оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһында мәктәп директоры булып эшләнем, шул дәүерҙә үк ҡайһы бер белем усағы етәкселәренең башҡорт телен уҡытыу буйынса ҡарашы оҡшамай торғайны. Беҙҙең мәктәптә башҡорт теле дәрестәре һәр саҡ булды, шулай уҡ "Тыуған яҡты өйрәнеү" дәресе лә уҡытыла ине. Унда балаларға Башҡортостандың тәбиғәте, башҡорт халҡы һәм уның йолалары, әҙәби, мәҙәни ҡаҙаныштары тураһында мәғлүмәттәр бирелә ине. Һөҙөмтәлә, бөтә балаларҙа ла телгә, мәҙәниәткә, туған республикабыҙға ҡыҙыҡһыныу бер кимәлдә булды. Үҙемдең балаларҙы шулай уҡ башҡортса уҡытырға тырыштым, улар факультатив дәрескә йөрөнө. Өлкән улым 6 синыфҡа тиклем башҡорт телен өйрәнде. Ҡыҙғанысҡа күрә, тейешле шарттар булмағас, балалар яйлап башҡорт телен уҡыуҙан ситләште. Күп мәктәптәрҙәге дәрестәр теҙмәһендә башҡорт теле дәресен йә "нулевой", йә иң һуңғы дәрес итеп ҡуя торғайнылар. Бала иптәштәре йоҡлап ятҡанда "нулевой" дәрестә ултырырға, йә бөтәһе лә ҡайтып киткәс, мәктәптә ултырып ҡалырға теләйме ни? Балаларҙың психологияһы шулай, улар белем кәрәк тип уйламай. "Уҡытыусығыҙ ауырып киткән, бөгөн дәрес булмай", тиһәләр ҙә "Ура!" ҡысҡырып ебәрә бит улар. Тимәк, мәктәптә башҡорт теле дәрестәренә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр өсөн шарттар ҙа, мәктәп коллективының рухлы булыуы ла кәрәк. Шәхсән үҙемә килгәндә, башҡорт телен уҡытыуға бик ыңғай ҡараштамын. Кеше ни тиклем телдәрҙе күберәк белә, шул тиклем яҡшы. Бына мин Һәҙиә Дәүләтшинаның "Ырғыҙ" романын, Зәйнәб Биишеваның "Яҡтыға" трилогияһын башҡортса уҡыным. Төп нөсхәлә ул әҫәрҙәрҙе бөтөнләй икенсе төрлө ҡабул итәһең, бер генә һүҙ тотош дәүерҙе аңлатырға мөмкин.

Башҡорт халҡының холҡо, йәшәү рәүешенә ҡағылышлы фекерҙәрегеҙ ниндәй?

- Ғүмер буйы башҡорттар араһында йәшәп, башҡортса һөйләшеп, үҙем дә башҡортҡа әйләнгәнмен инде мин. Ләкин мин быны ғорурланып әйтәм, бер ҙә кәмһенмәйем. Ошо оло тарихлы, мәҙәниәтле, иҫ киткес халыҡтың бер өлөшө булыуыма ғорурланам. Кешеләрҙең төрлөһө була, һәр милләттең яҡшыһы ла, яманы ла, батырҙары, атаҡлы ир-егеттәре, ҡатын-ҡыҙҙары була. Шуның кеүек, башҡорт халҡының да батырҙары, яҙыусылары, сәнғәт, иҡтисад, спорт - бөтә өлкәләр буйынса ла данлыҡлы егет-ҡыҙҙары күп. Ләкин мине бына нимә борсой: кемдәрҙер телем, милләтем тип хәбәр һалдыра, ә үҙенең эшләгән эштәре һөйләгән һүҙенә тап килмәй. Хатта студенттар менән аралашҡанда ла әйтәм: иң көслө тәрбиә алымы - ул үҙ миҫалыңда тәрбиәләү. Нимә һөйләйһең, шулай эшләйһең. Ә бер нәмә һөйләп, бөтөнләй икенсе төрлө эшләп, өсөнсө төрлө уйлап йөрөү ярамай. Һуңғы осорҙа бына шундай кешеләр демократияны буш ҡыуыҡ һүҙҙәргә әйләндерҙеләр, шул әҙерәк кәйефте ҡыра. Хатта ҡайһы берәүҙәр: "Мин башҡорт халҡы өсөн йәшәйем", - ти, ә үҙе халҡына, республикаға файҙалы бер нәмә эшләмәгән. Шуға, ошондай "батырҙар" менән һаҡ булырға кәрәк.
Ғөмүмән, мин кешене милләтенә ҡарап айырмайым. Иң мөһиме, кешенең тәртибе, холоҡ-фиғеле, атҡарған эштәре йәмғиәт ҡиммәттәренә, традицияларға, закондарға тап килһә - шундай шәхестәр менән аралашыуы оҡшай. Ә башҡорт халҡы иҫ киткес эшһөйәр, уның фольклоры үҫешкән, милли кейемдәре ниндәй сағыу, үҙҙәре баҫалҡы. Башҡорт игелекле, ярҙам итергә әҙер тора. Хатта үҙе етешһеҙ йәшәһә лә, кемгәлер ярҙам итеп, нимәһендер бүлеп бирергә әҙер генә тора.
Әлбиттә, ниндәй милләт араһында ла хәҙерге көндә эскән, эшһеҙ ятҡан кешеләр бар. Бигерәк тә ауыл йәштәре аптырата. Ауылда йәшәгән таныштарыма барһам, күрше-тирәнән йәштәр килеп сыға, һөйләшкән арала уларҙың "Ауылда эш юҡ", тигән һүҙҙәрҙе ҡолаҡҡа салына. Был хәбәр көләмәс кеүек яңғырай минең өсөн, сөнки нимә-нимә, ә ауылда эш етерлек. Бер абзыйҙан: "Бына был кемдең текмәһе, бағанаһы сереп ҡолаған бит инде", - тип һорайым. "Минеке", ти абзый. Ә нишләп яңы бағана ултыртып, текмәне яңыртмаҫҡа инде? Уға аҡса кәрәкмәй, урман эргәлә генә. "Ҡалай күршең матур өй һалған, ике ҡатлы, бөхтә, семәрләп тороп эшләп ҡуйған. Ул нимә менән шөғөлләнә һуң?" - тием аптырап. Мыҫҡыл иткән кеүек яуап ишетелә: "Эй, ул беҙҙең коммерсант. Ул миндек бәйләп, шуны һатып йәшәй"... Бына шундай хәлдәр, һөйләшеүҙәр борсолдора. Һау-сәләмәт ир-егеттәр, эш юҡ, тип илап тора. Башҡорттар араһында ла шундай ялҡаулыҡҡа һалышып, үҙ йүнен үҙе күрергә, тырышырға теләмәй йәшәүселәр күбәйеп бара, ҡыҙғанысҡа күрә...

Халыҡҡа әйтер һүҙегеҙ ниндәй булыр?

- Вуз етәксеһе булараҡ, миңә йәштәр менән бик тығыҙ бәйләнештә эшләргә, уларҙың донъяуи, тәрбиәүи һәм башҡа проблемаларына ҡолаҡ һалырға, хәл итешергә, кәңәштәр бирергә тура килә. Шуға әйтер һүҙемде нәҡ республика йәштәренә төбәйем. Тәрбиәгә нигеҙ тәү сиратта ғаиләлә һалына. Баланың шәхесе 3-5 йәшкә тиклем формалаша, йәш ата-әсәгә шул иң мөһим осорҙо һис кенә лә иғтибарһыҙ үткәреп ебәрергә ярамай. Быны иҫәпкә алып, беҙ ғаиләле студенттарыбыҙға айырым ятаҡ астыҡ, улар үҙ сабыйҙарын үҙҙәре тәрбиәләһен, шул уҡ ваҡытта уҡыуын да ҡалдырмаһын, тип. Әйткәндәй, бына ошо 3-5 йәшкә тиклемге арауыҡта бала төрлө телдәрҙе лә тиҙ үҙләштерә, шул мәлдә уға еңел генә бер нисә телде өйрәтеп ҡалырға була. Ғөмүмән, йәштәргә балалары тәрбиәһенә иғтибарлы булырға кәрәк, тип әйтмәксемен. Сөнки рухлы, телһөйәр, илһөйәр киләсәк быуынды үҫтереү улар ҡулында.
Рухи тәрбиә йәһәтенән ғаиләлә лә, мәғариф учреждениеларында ла маҡсатлы эш алып барылырға тейеш. Беҙгә хәҙерге заманда бигерәк тә рухлы быуын үҫтереүгә иғтибар итеү зарур, сөнки рухлы кеше тап баяғы телгә алған насар ғәҙәттәргә бирелмәй. Уның эшләгән эше лә, һөйләгән һүҙе лә бер була, халыҡтың киләсәген дә хәстәрләүсән шәхес булып формалаша. Әлбиттә, рух бөтәһенә лә бирелмәй, бигерәк тә етәкселәргә етмәй ул. Шулай ҙа йәш быуын был турала ла уйланһа, бик яҡшы булыр ине. Кеше туған телен дә, халҡын да, үҙен дә яратырға тейеш. Әгәр ҙә ул үҙен яратмай икән, эргәһендә торған кешене лә ярата белмәй, ул саҡта халҡында ла эше булмай уның. Унан инде, йәштәр бирелгән мөмкинлектәрҙе тулы файҙаланып, йәмәғәт эштәрендә, уҡыуҙа, спортта, фәндә - бөтә өлкәләрҙә лә әүҙем ҡатнашып, юғары белемле һәм яҡшы белгес булырға ынтылһындар ине, тип теләйем.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.12.17 | Ҡаралған: 1343

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru