«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
САФ ЕЛ КЕҮЕК БУЛДЫЛАР
+  - 

Сибай концерт-театр берекмәһенең, йәки, өйрәнгәнсә, филармонияһының халыҡсанлығы хаҡында быға тиклем дә яҙҙылар һәм бынан һуң да яҙырҙар. Әммә улар сығышындағы ҡайһы бер нәмәләр тураһында ҡат-ҡат ҡабатлап торғанда ла яҙыҡ булмаҫ, тип уйлайым.

Мәҫәлән, үткән аҙнала баш ҡалаға алып килгән "Уйнаһын ғына гармундар, тынмаһын ҡурай моңо" исемле концерт программаһын ғына алайыҡ. Бер яҡтан ҡарағанда, ял итергә килгән киске мәл өсөн рухлылыҡ, тарихилыҡ менән һуғарылған сараны ҡарау ауыр ҙа кеүек. Әммә бөтөн был күренештәр ысын ихласлыҡ менән бирелеп, тамашасы тарафынан да шундай уҡ реакцияны уята алды.
"Халыҡсанлыҡ, халыҡсанлыҡ" тибеҙ, ә "халыҡсанлыҡ" тигән төшөнсә нимәлә сағыла һуң сибайҙарҙа? Минең ҡарамаҡҡа, улар ябай һәм ваҡ деталдәрҙә күренә. Мәҫәлән, бейеүселәрҙең бер тигеҙ һәм бер төҫтә булмауында. Юғиһә, башҡа ансамблдәрҙә бер магазинда һатылған ҡурсаҡтар кеүек, бер иш йөҙҙәрҙе күҙәтеү ҙә ялҡыта. Ә бында һәр бейеүсенең үҙ мимикаһы, үҙ фиғеле. Бер үк бейеүҙә лә һәр береһе айырым роль башҡарып йөрөгәндәй. Һәм бейеүҙәре лә сюжетҡа, композицияға ҡоролоп, мини спектакль тәшкил итә һымаҡ. Күптәрҙең аңында формалашҡан бейеүселәрҙең стандарт формалары хаҡындағы ҡалыпты ла емереп ташлай сибайҙар. Был, бәлки, сәнғәттең был төрө ҡағиҙәләренә тап килмәйҙер ҙә, әммә халыҡ тарафынан йылы ҡабул ителә бит. Бөгөнгө тамашасыны һомғоллоҡ менән дә, матурлыҡ менән дә арбап булмай инде, уны эске тулылыҡ күберәк ҡыҙыҡһындыра. Тап бына ошо талапты ҡәнәғәтләндерә лә инде ҡунаҡтарҙың сығышы.
Унан килә, бер йырсы ла фонограммаға йырламаны. Гармунсы менән ҡурайсының йырсының тынына, тауыш бөгөлөштәренә эйәреп, бер-береһен тойоп, "аралашып" тороуҙарын күҙәтеп ултырыу үҙе бер ләззәт бирә икән. Аранжировкалары ла артыҡ-боҫтоҡ менән тултырылмаған. Ошо урында был темаға ҡағылышлы теләгемде лә белгертеп киткем килә. Хәҙерге аранжировкалаусылар көйҙө шул ҡәҙәре һуҙа, йырсының йырлай башлағанына тиклем һәм һуңғы ауазынан һуң әллә күпме ваҡыт сараһыҙҙан көй тыңлап ултырырға тура килә. Был бушлыҡты тултырыу өсөн тырышҡан артистар сәхнәлә булдыра алған тиклем "ҡыбырларға" мәжбүр. Унан ҡала, күплеттар араһында икенсе, өсөнсө тауыштарҙың килеп ҡушылыуы ла йырға биҙәк түгел. Тамашасыны ошондай уңайһыҙлыҡтарҙан да ҡотолдорҙо был концерт. Шулай уҡ еңел-елпе, мәғәнәһеҙ йырҙар булмауы ла ҙур плюс булды. Кешенең эсе нимә менән тулған, уның ауыҙынан да шул сыға, ти бит әйтем дә. Шуның кеүек, йырсы ла, эске донъяһының тәрәнлеге лә, кимәле лә уның тамашасы ҡолағын ниндәй ижад менән иркәләүенән ғибәрәт. Юғиһә, халыҡсанлыҡты халыҡ йырҙарында ғына күреп китәләр. Асылда, эстрада йырҙарын да, ретро һәм башҡаларҙы ла халыҡсан башҡарып була икәнде белгертте сибайҙар.
Тағы ла бер нәмә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Ул да булһа - йырсы ир-егеттәрҙең барыһының да ҡурайҙа уйнауы. Улар берәү-икәү генә түгел, ә тиҫтәгә яҡын инеләр. Йырсының шул уҡ ваҡытта ҡурайсы ла булыуы, уның сәхнәгә шул музыка ҡоралы менән сығып, бер ваҡытта бер-нисә функция башҡара алыуы үҙе үк уны ҡалыплашҡан форманан ситләштерә. Ул бер йыр эсендә генә түгел, ә дөйөм уйын, тамаша эсендә. Айырым бер башҡарыусыла был күҙгә лә салынып бармаҫ, ә тотош филармония йырсыларының сығышында иһә быны аңғармау мөмкин түгел. Һәм, бына, һеҙгә халыҡсанлыҡтың тағы ла бер күренеше.
Костюмдар хаҡында ла һөйләшеп ултырҙыҡ. "А-ай, күлдәктәре!" тигән шыбырлауҙарҙы ишетмәү ҙә мөмкин түгел ине залда. Зауыҡлы, ябай ине костюмдар бейеүселәрҙә лә, йырсыларҙа ла, музыканттарҙа ла. Кейем менән шаҡ ҡатырырға теләмәгәндәре күренеп тора. Ә бына һәләттәре, ихласлыҡтары һәм халыҡсанлыҡтары менән һоҡландырҙылар. Артыҡ ҡалыплашҡан, хатта ки артыҡ модалы булып киткән шоуҙар һәм эстрада йондоҙҙары концерттары менән лыҡа тулы булған тынсыу һауабыҙға бер саф ел, сасҡау һулыш килеп ингән шикелле булды. Афарин, сибайҙар!

Лилиә СӘЙҒӘФӘРОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.12.17 | Ҡаралған: 869

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru