«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СУПЕРМАРКЕТТАР БЫУЫНЫ
+  - 

Тормош шундай уңайлы бөгөн. Ашайым тиһәң - аҙығы, кейәм тиһәң - кейеме бар, йөрөйөм тиһәң - дүрт ҡиблаға юл асыҡ. Әлеге шул аҡсаң ғына булһын. Һәм ана шул аҡсаны булдырыу өсөн тырыша ла инде һәр кем.

Уйлап ҡараһаң, йәмғиәттә төрлө төркөмдәр көн итә. Уларҙың бер өлөшө (һәм ярайһы ҙур өлөшө) килемде мейе эшмәкәрлеге аша таба һәм шул сәбәпле көнкүрештең ҡайһы бер донъяуи мәсьәләренән бөтөнләй ситтә тора. Тик уларға ла ашарға, кейенергә кәрәк һәм улар был осраҡта ҡайҙа мөрәжәғәт итә инде? Дөрөҫ, супермаркеттарға, гипермаркеттарға, мегамаркеттарға, йәғни ҙур сауҙа үҙәктәренә. Мәҫәлән, һин иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем эштә ултырған кеше икән, эш аҙағында мотлаҡ сауҙа үҙәгенә инәһең. Баҙарға бара алмайһың бит инде! Итте - ит баҙарынан, йәшелсәне - йәшелсә баҙарынан, химия кәрәк-яраҡтарын шуға тәғәйен магазиндарҙан ҡарап йөрөргә артыҡ көнөң бармы? Бына бөтөн ошо уңайһыҙлыҡтарҙан оло бер уңайлылыҡ яһаған да инде беҙгә супермаркеттар. Унда һиңә ит киҫәктәре кәрәгенә ҡарап самаларлыҡ ҡына итеп бүлгеләп, уңайлы ҡумталарға һалынған, тышына хаҡтары ла яҙып ҡуйылған. Билмән, кәтлит кеүек ярымфабрикаттарҙың йөҙ төрлөһө бар. Унан ҡала, йәшелсәнең ниндәйе генә юҡ: әллә ҡайҙағы Гавай утрауҙарының күҙ яуын алырҙай сағыу үҫемлектәренә тиклем өҙөп кенә туңдырылған. Йыл әйләнәһенә еләге лә, ҡыяры ла, ҡарбузы ла бар. Ә инде һөт, икмәк, салат йәки бешкән аҙыҡтар хаҡында әйтеп тә тораһы түгел. Бешкән, ҡурылған, иҙелгән картуфҡа тиклем бар. Йәки борщ бешереү өсөн бер һауытҡа кәбеҫтәһе, кишере һәм башҡаһы турап әҙерләнгән. Йәки бешкән туҡмас, бишбармаҡ аштары порциялап банкаларға ултыртылған. Шунан ниңә балалар һинең оҙон көн бишбармаҡ йәйеп ҡырҡҡаныңа аптырамаһын инде. "Ниңә ыҙалайһың? Һатып алыу осһоҙораҡҡа төшә бит", - тип, улар һиңә он, йомортҡа хаҡын һәм шуға ял көнөңдөң яртыһын ҡушып һанап та күрһәтә. Уйлап ҡараһаң, ысынлап та осһоҙораҡҡа төшә. Күп нәмә шулай. Кәтлит эшләү ҙә, салат яһау ҙа, башҡаһы ла. Тик... Бына ошо "тик"тең эсендә тотош бер тереклек мәктәбе ята. Тик әлеге быуын уны аңларлыҡ хәлдә микән?
Мәҫәлән, башбармаҡты һатып та ала алам, әммә уны эшләү яйын белеүем, шул эшкә баларымды ла ҡатнаштырыуым - үҙе бер тәрбиәүи сара. Бындай ҡатын-ҡыҙ мәшәҡәте артында мотлаҡ ниндәйҙер йылы, яғымлы ғына һөйләшеүҙәр алып барыла. Сөнки күмәкләп аш-һыу әҙерләү барышының психологияһы үҙе үк идиллияға, берҙәмлеккә, теләктәшлеккә этәрә. Шулай уҡ бер миҫал: бер туғаным итте баҙарҙан һатып ала алыу йәки һуйып алып килеүгә заказ ғына биреү урынына, ауылға барып, үҙе һуйып алып ҡайта. Был эшкә улын да эйәртә. Улы ла был хаҡта бик фәһемле һөйләй: "Киләсәктә башҡорт балаһы мал һуйыуҙы ла белмәйәсәк бит, баҙарҙа ит бөтһә, ул нимә - астан үләме?" - тип ебәрә. Дөрөҫ әйтә. Бөгөнгө уңайлыҡтар, бигерәк тә супермаркеттар быуаты беҙҙе бөтөнләй булдыҡһыҙ һәм тормошҡа яраҡһыҙ итеп бара. Иртәгә шул уңайлыҡтар булмаһын әле, ярай, быныһы артығыраҡ булды, тағы ла бер егерме-утыҙ йылдан тип алайыҡ. Ҡапыл супермаркеттар юҡҡа сыҡты, ти. Халыҡ ысынлап та тереклек сығанаҡтарын белмәйәсәк бит.
Күршеләрем - йәш ғаилә, бәпестәрен махсус балалар аҙыҡтары менән туҡландырып, памперста ғына көтә. Ҡатынҡай балаға бутҡа бешерә лә, ит йәки йәшелсәнән пюре яһай ҙа алмай. Хатта ябай ғына итеп сәйнәп ҡаптырыуҙы ла белмәй. Сабыйҙы йүргәкләмәйҙәр, йүргәк йыумайҙар, ул йәше тулып килгәндә лә бәҙрәф тәртиптәренә өйрәтелмәгән - памперста тик йөрөй. Сөнки ата-әсәгә лә уны, йәғни тереклек итеү тәртибен берәү ҙә өйрәтмәгән, сөнки барыһы ла магазинда бар. Байрамдарҙа йыуаса, майикмәк йәки сәк-сәк бешереп, күршеләр менән бүлешкәндә, улар бөтөн был аҙыҡты ла "мәмәйкә" тип атай. Һе - мәмәйкә... Көлөр ҙә инең, әгәр шул ҡәҙәр эс бошмаһа.
Әлбиттә, һәр эштең үҙ оҫтаһы бар, махсус өлкәләр эшләй, тип әйтеүселәр ҙә булыр. Шулай ҙа тереклек итеүҙең иң ябай ысулдарын ғына кеше белергә тейеш һәм был "тейеш"тәр ата-әсә тарафынан һалынырға тейеш. Хайуан да бит балаһын йәшәү сифаттарына эйә булырлыҡ кимәлгә еткереп айыра. Ҡош та себешен бөтөн ҡош алымдарына өйрәтеп осора. Бары кеше генә, донъяһы нанотехнологиялар дәүеренә ингән һайын, булдыҡһыҙлана бара. Йәғни, ул үҙен-үҙе юҡҡа сығарыуға әҙерләнә. Бынан тағы ла бер-ике быуын алдағылар икмәк менән картуфтың ерҙә үҫеүен дә, керҙе ҡул менән йыуырға мөмкинлекте, үҙаллы бешереп ашау мөмкинлеген белмәҫкә лә мөмкин. Уларҙы әлегә супермаркеттар, KFC-лар, макдоналдстар туйҙыра. Улар шул супермаркеттар аҙығына мохтаж булып, көнө-төнө эшләй ҙә эшләй, эшләй ҙә эшләй. Әллә ниндәй сәйәсәттәрҙе хәл итә, проекттар үҙләштерә, программалар үтәй, күп нәмәне компьютер уйлай, һанай, яуап бирә. Ысынлап та үҙ башы менән уйлап, ижади фекерләй, аңын үҫтереүгә ҡулайлаштырғандар бик һирәк. Тотош быуын йәмғиәте супермаркеттар тирәләй хәрәкәт иткән роботтар отрядына, роботтар планетаһына әйләнеп барғандай...
Ә бит был үҙенә күрә масса менән идара итеү алымы ла. Халыҡты мөмкин тиклем булдыҡһыҙ һәм мохтажыраҡ итеүҙең бер юлы. Ер эшкәртеп, унда сәсеп, уны эш итеп, һатып, кәсеп итеп, йүнселлек күрһәтеп йәшәү өсөн үҙаллы уйлай һәм эш итә белеү кәрәк бит. Юҡ, идара итеүсе системаға ундайҙар кәрәкмәй, ундайҙар менән "уйнап" булмай, уға артыҡ уйлауға мохтаж булмаған, алдына һалынғанды ғына алып китә белгәндәр кәрәк. Эшләгән һәм биргәнде ашаған, эшләгән һәм ашаған ғыналар. Һәм шулай итә лә супермаркеттар быуыны...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.12.17 | Ҡаралған: 725

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru