«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИТ ЕРҘӘРГӘ БАРЫП ҮҘЕБЕҘҘЕ ЛАЙЫҠЛЫ КҮРҺӘТӘБЕҘ
+  - 



Күптән түгел Галле менән Өфө ҡалаһының дуҫлашыуына, йәғни Башҡортостан - Германия дуҫлығына 20 йыл тулыу уңайынан Башҡортостандың рәсми делегацияһы Германияға барып ҡайтты. Уны Башҡортостан Республикаһының вице-премьеры Салауат Сәғитов етәкләне. Шулай уҡ делегация составында Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер БАЯЗИТОВ та бар ине. Бөгөн уның менән һөйләшеүҙе ошо сәфәр тураһындағы мәғлүмәттән башлап, башҡа темаларға ла ҡағылдыҡ.

- Бындай осрашыуҙар мотлаҡ рәүештә кәрәк, тип уйлайым, сөнки Галле һәм башҡа ҡалаларҙа шундай матур осрашыуҙар булды, беҙҙе көтөп торғандар, сығыштарыбыҙҙы яҡташтарыбыҙ ғына түгел, ғөмүмән, немец халҡы ла ысын күңелдән, ҙур кинәнес менән ҡарап ултырҙы. Минеңсә, ошо дуҫлыҡтың булыуына, тергеҙелеүенә улар бик шат. Ике аралағы бәйләнештәрҙә бер ни тиклем ниндәйҙер өҙөклөк булһа, ошо визит менән бушлыҡты тулыландырҙыҡ, тип әйтә алам.
Башҡортостан, башҡорттар тураһында беләләр һәм был бик ҡыуаныслы. Мәҫәлән, Галле ҡалаһында ике көн булдыҡ. Урындағы гимназия менән таныштыҡ. Ундағы уҡытыусылар барыһы ла рус телендә һөйләшә һәм беҙҙе "Өфөләге дуҫтарыбыҙ килде", тип ҡабул иттеләр. Сөнки улар баш ҡаланың 86-сы гимназияһы менән хеҙмәттәшлек итә, бер-береһе менән аралашалар, ике гимназия уҡыусылары бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөй. Беҙ уҡыу шарттары, уҡыусыларҙың белем кимәле, сифаты менән таныштыҡ. Ғөмүмән, уларҙың үҙебеҙгә мөнәсәбәтен, рус телен ныҡлы өйрәнергә теләктәре булыуын аңланыҡ. Шул көндө үк ҙур медицина үҙәгендә - урындағы университет ҡарамағындағы клиникала халыҡ өсөн шундай матур шарттарҙың булыуына һоҡланып, ғөмүмән, медицинаға мөнәсәбәт, халыҡтың һаулығын һаҡлау буйынса ҙур эштәр башҡарылыуға шаһит булдыҡ. Ошо клиника табиптары менән Башҡортостан табиптары киләсәктә килешеү төҙөп, бер-береһенә ярҙамлашыр, хеҙмәттәшлек итер, тигән өмөттә ҡалам. Был турала ла һөйләшеү алып барылды. Кисен Галле ҡалаһындағы университетта рәсми сығыштар булды, уның эшендә Рәсәй Федерацияһының Лейпцигтағы консулы Дронов әфәнде, шулай уҡ Саксония округы парламенты рәйесенең урынбаҫары һәм өлкәнең мәҙәниәт министры урынбаҫары, өлкәнең мәҙәниәт идаралығы етәксеһе, яҡташтарыбыҙ ҡатнашты. Башҡортостандың билдәле фоторәссамы Рәмил Килмәмәтовтың фотоларынан күргәҙмә ойошторҙоҡ, сәнғәт оҫталары матур концерт менән сығыш яһаны һәм һуңынан "Етегән" фильмын күрһәттек. Сығыштарҙы ҙур кинәнес менән, ихлас ҡаранылар.
Галле ҡалаһында балалар майҙансығында стенд астыҡ. Унда бынан күп йылдар элек, Башҡортостан-Галле дуҫлығы гөрләп торған осорҙа, республиканан барған студенттар паркта ағастан ҡурайсы, көрәшсе һәм башҡа шундай милли һыҙаттарҙы сағылдырған скульптуралар эшләп киткән. Әле лә улар бар һәм ошо майҙанда балалар бик теләп уйнай икән. Беҙ унда Галле ҡала парламенты етәксеһе ҡатнашлығында мәғлүмәт стендын асып, парктың Башҡортостан, башҡорт халҡы, уның мәҙәниәте менән бәйле икәнен иҫбатланыҡ һәм быны рәсми рәүештә нығыттыҡ.
Икенсе көн Дрезден ҡалаһында булдыҡ. Унда доктор Шеллер ойошторған Рус ойошмаһы бар, Рәсәйҙән килгән барлыҡ халыҡ уның ағзаһы булып тора. Улар ойошторған осрашыуға хатта Швейцариянан, Эстониянан милләттәштәребеҙ килеп етте. Аралашыу матур, йылы үтте, кисен университетта мәҙәни программаны ҡабатланыҡ.
Өсөнсө көн Лейпциг ҡалаһында булдыҡ. Унда беҙҙең милләттәшебеҙ, эшҡыуар Ирек Байышев 20 йылдан ашыу йәшәй. Һәм ошо ҡаланың уртаһында милләттәштәребеҙ 1813 йылда яуҙарҙа ҡатнашҡан "төньяҡ амурҙары" хөрмәтенә өс телдә яҙылған иҫтәлекле таҡтаташҡа сәскәләр һалдыҡ. Артабан Ирек үҙе төҙөгән йорттарҙы күрһәтте, уларҙың фасадтары "төньяҡ амурҙары"ның һүрәттәре менән биҙәлгән. Германия ерендә ошо "төньяҡ амурҙары" һәм ҡурай һүрәттәрен күреү әйтеп аңлата алмаҫлыҡ тәьҫораттар тыуҙырҙы. Немецтар ҙа был һүрәттәрҙе ыңғай һәм яҡшы ҡабул итә. Башҡорттар хаҡында хәбәрҙарҙар, белмәгәндәре үҙҙәре йәшәгән йорт фасадында һүрәтләнеүселәрҙең кемдәр булыуы менән ҡыҙыҡһына башлай һәм ошондай биҙәлешкә теләктәшлек белдерә.

Шундай уҡ һүрәттәрҙе Өфөлә лә бер нисә урынға эшләү тураһында хыял тыуманымы?

- Әлбиттә, ундай идея тыуҙы. Беҙҙә лә бындай миҫалдар бар, әммә бик һирәк һәм улар, ғәҙәттә, билдәле шәхестәрҙең портреты. Киләсәктә баш ҡалала ла шундай йүнәлештәр булыр тип уйлайым. Сөнки сит илдә йорт фасадында башҡорттар һүрәтләнеп, үҙебеҙҙә булмауы бер ниндәй ҡалыптарға ла һыймай.
и Хәҙер юғары технологиялар заманы, Башҡортостан делегацияһы Германияла йөрөгәндә үк "Карауан" фольклор-эстрада төркөмө егеттәренең урамда ҡурай уйнап йырлауы интернет селтәрҙәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы... - Эйе, Галле ҡалаһының иң бейек башняһына менгәс, ҡурайсы егетебеҙ мәшһүр "Урал"ды һыҙҙырып ебәрҙе, Марсель Ҡотоев уға ҡушылып йыр һуҙҙы. Ғөмүмән, егеттәр ниндәй урында булабыҙ, шунда "Урал"ды башҡарҙы. "Төньяҡ амурҙары"на ҡуйылған таш эргәһендә лә "Урал" моңо ағылды, тирә-яҡҡа таралды. Ғөмүмән, рухи йәһәттән милләттәштәребеҙҙе дәртләндереп, башҡорт халҡының мәртәбәһен тағы ла арттырып ҡайттыҡ.

Башҡортостанда "Урал" йырын тыңлағанда әйтеп бөткөһөҙ кисерештәр тыуа, күңелдең аҫты-өҫкә килә, тигәндәй. Ә бына тыуған ерҙән ситтә халҡыбыҙҙың гимны булған ошо йырҙы ишеткәндә ниндәй тәьҫораттар кисерҙегеҙ?

- Йырҙы тыңлағанда республика, халыҡ күҙ алдынан үтә, уның тарихын ғына түгел, рухи ҡиммәттәрен байҡайһың һәм бөгөнгә тиклем йәшәгән халҡың өсөн ҡыуанаһың. Был моңдо күтәренке рухта ҡабул итәһең. Һәр кеше үҙенең тыуған яғын ярата, бигерәк тә сит илдә ошо йырҙы ишеткәс, кесе һәм оло Ватаныңдың матурлығын, хозурлығын һаҡлап алып ҡалыу, уны быуындан-быуынға тапшырыу, киләсәк быуындарыбыҙ белһен өсөн тыуған еребеҙҙе һаҡларға кәрәк икәненә тағы бер инанаһың.

Германиянан башҡа быйыл күп ерҙәрҙә булдығыҙ, Ҡала мәҙәниәт һарайының "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле менән дә сәфәрҙәрҙә йөрөнөгөҙ. Барған ерҙәрегеҙҙән башҡорттар өсөн ғорурланып ҡайтырлыҡ ниндәй фекерҙәр ишеттегеҙ?

- "Мираҫ"тар менән Венгрияла, 18 ил ҡатнашлығындағы халыҡ-ара фестивалдә булдыҡ. Беҙҙең ансамбль ысын мәғәнәһендә сараның йөҙөк ҡашына әйләнде. Коллективтар араһында иң тәүгеләрҙән булып сығыш яһаны һәр ваҡыт, ойоштороусылар уны бик йылы ҡабул итте, сөнки йыр-моңдарыбыҙҙың, ҡурай моңоноң аһәңен, бейеүҙәребеҙҙең матурлығын тулыһынса еткерә алды артистар һәм башҡорт халҡының шундай юғары кимәлдә сығыш яһауын раҫланы. Венгрҙар башҡорттарҙы бик яҡшы белә, үҙҙәрен сығышы менән Уралдан, тип белдерә, Башҡортостан беҙҙең боронғо тыуған еребеҙ, тиҙәр. Унда ла беҙҙең яҡташтарыбыҙ, милләттәштәребеҙ йәшәй, улар көн һайын концерттарыбыҙға йөрөнө. Фестивалдә ҡатнашыу дуҫлыҡ ҡына түгел, туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу булды.
Сентябрҙә Ирландияла 80 ил ҡатнашлығында халыҡ-ара сарала ҡатнаштым. Өфө ҡалаһының, Башҡортостандың үҫеше тураһында һәм шулай уҡ Өфө тураһында инглиз телендә матур фильм алып барҙыҡ. Уны ҡарағандан һуң йыйылыусылар беҙҙәге матурлыҡҡа хайран ҡалыуын белдерҙе һәм, Рәсәйҙең ҡайһы ерендә, тип ҡыҙыҡһына башланылар. "Уралда, Рәсәйҙең ҡап уртаһында, килегеҙ", тием. Индонезия, Сингапур, Мали, Сомали, Һиндостан илдәре вәкилдәре килергә теләк белдерҙе. Сөнки башҡорт балы, ҡымыҙы, ҡурайы, республиканың баш ҡалаһы менән бик ҡыҙыҡһындылар. Беҙҙең менән дуҫ булырға теләүҙәрен күрһәттеләр. Шулай сит илдәргә йөрөгәндә беҙ республиканың матурлығын, унда күп милләттәрҙең дуҫ һәм татыу йәшәүен, мәҙәниәтебеҙҙең юғары кимәлгә күтәрелеүен, халыҡ ынйыларын, милли уйын ҡоралдарыбыҙҙы, фольклорыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Төрлө сувенирҙар, китаптар, видеотаҫмалар һ.б. күргәҙмә материал таратабыҙ һәм донъяла Башҡортостан тигән республика ла барлығын белдерәбеҙ, уны танытабыҙ, уның мәртәбәһен арттырабыҙ.

Тиҙҙән Яңы йыл етә, ул байрам ғына түгел, үткән осорға йомғаҡ яһау мәле лә. Үҙегеҙ кураторлыҡ иткән өлкәләрҙең эшмәкәрлегенә ҡыҫҡаса ғына байҡау яһап үтһәгеҙ ине.

- Мин яуаплы булған гуманитар өлкәлә һәр бүлек үҙ йүнәлеше буйынса эшләй. Мәҙәниәт өлкәһендә шул уҡ "Мираҫ" ансамбле донъя кимәлендә билдәлелек яулай, баш ҡалала уҙған төрлө сараларҙы биҙәй, китапханалар халыҡҡа аң-белем тарата, мәғрифәтселек менән шөғөлләнә. Мәғариф өлкәһен алһаҡ, 2016 йылда ЮНЕСКО буйынса Өфө иң белем алыусы (самый обучающийся город) ҡалалар исемлегенә Рәсәйҙән берҙән-бер ҡала булып инеп, мәғариф системаһында алға китеү, тыуҙырылған шарттарҙы дөрөҫ ҡулланыу, балаларға дөрөҫ тәрбиә һәм белем биреү йәһәтенән донъяға танылдыҡ. Ирландияға ла шул йүнәлеш буйынса барырға тура килде.

Шулай итеп...
Әңгәмә аҙағында Сынтимер Биктимер улы быйылғы уҡыу йылында бар халыҡты борсоуға һалған туған телдәр уҡытыу мәсьәләһенә лә ҡағылды. "Баш ҡалала ата-әсәләрҙең, йәмәғәтселектең тырышлығы арҡаһында мәктәптәрҙә туған телдәрҙе, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу буйынса мәсьәләне артыҡ тетрәнмәй генә көйләй алдыҡ, - тине ул. - Киләсәктә лә ошо позицияларҙы һаҡлаясаҡбыҙ, сөнки республика Башлығы Рөстәм Хәмитов нигеҙенә телдәрҙе һаҡлап ҡалыу, артабан үҫтереү, тейешле шарттар тыуҙырыу идеяһы һалынған Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса матур Указ ҡабул итте. Башҡорт телен уҡытыу, уны донъя кимәлендә танытыу, ниндәйҙер креатив фекерҙәр табыу йәһәтенән эштәр күп әле. Был тәңгәлдә бөгөнгө ҡаҙаныштар менән генә сикләнеп ҡалмабыҙ, артабан да ошо изге бурысты үтәү өсөн тейешле саралар күрербеҙ, тип уйлайым..."

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.12.17 | Ҡаралған: 723

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru