«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИБН ФАҘЛАН ЭҘЕНӘН
+  - 



Бөйөк Ваҡыт даръяһының хәҙер инде алыҫта ҡалған 921-922 йылдарында Бағдад ҡалаһынан Ғәрәп хәлифәте илселеге сәркәтибе Ибн Фаҙландың Урта Иҙелгә (Урта Волгаға) сәфәре тураһында бәйән иткән тиҫтәләгән фәнни хеҙмәттәр донъя күргән. Шул хеҙмәттәрҙең иң төплөһө - күренекле тюрколог Әхмәтзәки Вәлидиҙең докторлыҡ диссертацияһы. Был хеҙмәт (уны немец теленән башҡортсаға Марат Исмәғилев ауҙарған) 1997 йылда "Ватандаш" журналының 7-се һанында баҫылып сыҡты. Әхмәтзәки Вәлидиҙең бер фаразы иғтибарымды йәлеп итте.

Унда һорау шулай ҡуйылған: ғәрәп хәлифәте илсеһе 922 йылдың йәйендә Кама буйындағы Яуширмә йылғаһына уҡ килеп етмәнеме икән? Ғалим был һорауға яуап итеп бындай фаразды килтергән: Ибн Фаҙлан сәйәхәтнәмәһендә яҙылған Джавшир йылғаһының хәҙерге атамаһы Аҡтай булһа кәрәк. Аҡтай - Волганың һул ҡушылдығы, Түбәнге Каманан көньяҡтараҡ аға. Тимәк, саклабтар дәүләтендә ғәрәп илселәре Кама бассейнына, ундағы Яуширмә йылғаһына тиклем барып етмәгән? Һәм, ғөмүмән, кемдәр улар - саклабтар? Иҙел буйы болғарҙарымы? Әгәр шулай икән, ул сағында Ибн Фаҙлан юлъяҙмаһында ниңә "болғар" һүҙе бөтөнләй юҡ? Ә бәлки, бүләр этнонимы (мәғлүм ки, бүләр атамалы ырыу - башҡорттарҙың боронғо этник төркөмө) һәм болғар этник термины бер үк лексик берәмектең ике вариантылыр? Бында тағы шуныһы ла уйландыра: саклабтар иленә барып етер алдынан Ибн Фаҙлан мәжүси башҡорт ырыуҙарын (өс ырыуҙы) ҡайҙараҡ осратҡан - Ҡондорса йылғаһын сыҡҡасмы, әллә ҡайһы бер тарихсылар иҫбатларға ынтылыуынса, Бөгөлмә яғындағы тауҙарҙамы, йәғни Үрге Сәрмәсән ерендәме?
Бына ошо һорауҙар теҙмәһе мине Урта Волга еренә ғилми экспедицияға саҡырҙы. Юлға әҙерлек йыл оҙонона уҡ һуҙылды. Әйткәндәй, тикшереүҙәрҙе тәүҙә Бөгөлмә яҡтарынан башларға тип ниәтләп йөрөнөм. Әммә аҙаҡ кире уйланым: ғәрәп илселәре саклабтар дәүләтенә Үрге Сәрмәсән аша түгел, ә Түбәнге Сәрмәсән-дең киңлектәрен төньяҡ-көнбайыш йүнәлештә киҫеп үтеп, 922 йылдың май айында барып етә.
Ибн-Фаҙлан сәйәхәтнамәһенән тағы шулар билдәле: Хорезм дәүләтенең төньяғындағы Джурджания ҡалаһынан Урта Волга үҙәнендәге кескенә Халджаһ һыуына тиклемге арауыҡты үткәндә илселәр бөтәһе 21 йылғаны кисеп сыға. Уларҙың шул йылғаларҙың тәүгеһен (сәйәхәтнамәлә ул һыу исеменең яҙылышы - Бгнды, был гидронимдың этимологияһы, минең ҡарашҡа, Байһун булһа кәрәк) нисегерәк кисеүҙәре тураһында Ибн Фаҙлан ошо мәғлүмәтте теркәгән: йылғаның ҡаршы яҡ ярына тәүҙә ҡораллы һуғышсылар (илселәрҙе һаҡлаусы яугирҙар) кәмәләрҙә йөҙөп сыға, сөнки ғәрәптәр башҡорттарҙың һөжүм итеү ихтималлығынан ҡурҡа.
Әйтергә кәрәк, Доныҙ тауҙарынан баш алған Байһун йылғаһының Ибн Фаҙлан дәүерендә башҡорттарҙың һәм төркмән ғуҙҙарының уртаҡ ыҙанын тәшкил итеүе минең "Башҡорттарҙың аҙ билдәле илдәре" тип аталған фәнни хеҙмәтемдә тулыһынса иҫбатланған (ҡарағыҙ: Рауил Исламшин. Башҡорттарҙың аҙ билдәле илдәре. Роман-гәзит. Өфө, 1998. 31-се бит). Ләкин рәсми фән Мугоджар тауҙарынан көньяҡҡа - Доныҙ тауҙарына таба ағыусы Саған йылғаһы менән Ибн Фаҙлан дәфтәрендә теркәлгән Бгнды (Бағынды, йәғни Байһун һыуы) йылғаһын бер үк ағым тип иҫәпләй. Ә бит бында хәҡиҡәт икенсе. Арал диңгеҙенең көньяҡ-көнбайыш ярҙарынан Ҡара бауыр тауҙарына (уларҙың әүәлге дөйөм атамаһы - Хорезм тауҙары) тиклемге территория (хәҙер унда Барһа килмәҫ сүллеге) ул алыҫ замандарҙа Арал диңгеҙенең бер өлөшөн тәшкил иткән.
Арал диңгеҙенең көньяҡ-көнбайыш ярҙарын Хорезм тауҙары итәктәре тәшкил иткәнлеген иҫбатлау маҡсатында мин боронғо бер сығанаҡтан - ғәрәп географы Гардизи (XI быуат) яҙмаһынан ҡыҫҡа ғына өҙөк килтереп үтәм: "... Что касается печенегов, дорога к ним выходит из Гурганджа (Джурджания, хәҙерге Куна Ургенч ҡалаһы тураһында һүҙ бара - Р.И.) на гору Хорезма, от этой горы идет к печенегам, подходит к озеру Хорезма, оставляя озеро по правую руку, оттуда идет до некоей сухой земли и пустыни и следует (по ней) девять дней. Каждый день или каждые два дня доходят до колодца, спускаются туда на веревке и достают воду вьючным животным. Когда наступает десятый день, доходят до источников и воды, там бывает охота на всякого рода птиц и джейранов, в эти шестнадцать дней дороги бывает мало травы" (Б.Н.Заходер. Каспийский свод сведений о Восточной Европе. Т.1, М.,1962. 70-ая стр.).
Өҙөктән күреүебеҙсә, Арал диңгеҙенең Хорезм тауҙарына яҡын булғанлығын Гардизи ап-асыҡ итеп әйтә.
Барһа килмәҫ сүллеге урынының электән Арал диңгеҙенең бер өлөшөн тәшкил иткәнлеген иҫбатларға ярҙам итеүсе дәлилдәр Ибн Фаҙлан сәйәхәтнәмәһендә лә бар:
1. Джурджаниянан 922 йылдың 3 мартында юлды дауам иткәс, илселәр беренсе көндөң кисен Замджан рабатына, йәғни Замджан ауылына килеп етә. Ә ул рабат, хәҙерге Шемаха ҡаласығы, Куна Ургенчтан көнбайышта, аралары - 60 саҡрым.
2. Замджанда ҡунып, иртәгәһен илселәр Джит рабатына барып етә. Ә ул төйәк, археологтар асыҡлауынса, Замджандан төньяҡ-көнбайышта булған, аралары 30 саҡрым.
3. Джитты уҙып, 10 көн асыҡ урындан барғас, илселәр урманға килеп етә. Әлбиттә, сүллектә урман үҫмәй, тимәк, ул урманға барып еткәнгә тиклем 10 көн оҙонона илселек ҡомлоҡтан түгел, даланан хәрәкәт иткән.
4. Ибн Фаҙлан сәйәхәтнамәһендә бик тә мөһим тағы шундай мәғлүмәт бар: Джурджания яҡтарында ҡар күп яуа. Ошо дәлилде нығытыу өсөн шуны ла билдәләп үтеү урынлы: XII быуаттың бөйөк географы Иҙриси яҙмалары ла Арал яҡтары яуым-төшөмгә бай тип билдәләй.
Ибн Фаҙлан сәйәхәтнамәһен тикшереүсе күпселек ғалимдар иҫәпләүенсә, саклабтар иленә барышлай ғәрәптәр Ырғыҙ йылғаһын да (Волганың һул ҡушылдығы) үтеп китә. Ләкин бында минең тикшереүҙәр икенсе һөҙөмтә бирә. Хәҡиҡәт шул: Яйыҡтың уң ҡушылдығы Саған аша сыҡҡас, илселәр һул яҡҡа табан, йәғни Ырғыҙ йылғаһы бассейнына табан китмәй, юлын төньяҡ йүнәлештә дауам итә һәм тиҙҙән Жаха (Саха) йылғаһына барып етә. Оло Быҙаулыҡ йылғаһының был ҡушылдығы исемен Ибн Фаҙлан үҙенең юл дәфтәренә Ырғыҙ тип түгел, ә Азхн тип теркәгән. Аңлашыла ки, был ике гидроним, Азхн һәм Ырғыҙ, үҙҙәренең фонетик ҡоролошо яғынан бер-береһенә яҡын түгел, тимәк, улар икеһе ике йылға атамаһы. Быны Ырғыҙҙың иң ҙур ҡушылдығы Кәрәлек тип аталған икәнлеге лә ышаныслы раҫлай. Әгәр ҙә илселәр Ырғыҙҙы аша сыҡһа, улар бик тиҙҙән Кәрәлеккә барып етер ине. Әммә сәйәхәтнәмәлә Кәрәлек йәки шул исемгә оҡшаш икенсе бер гидроним бөтөнләй телгә алынмай. Бик ҙур ауырлыҡтарға дусар булып, Яйыҡты йөҙөп сыҡҡандан һуң, илселәр йөҙ илле саҡрымдан ашыу ерҙе бары тик төньяҡ йүнәлештә бара. Ә был мәғлүмәтте асыҡлауға шул яҡтарҙағы ике ҙур ғына йылғаның бер исемдә булыуы ярҙам итте. Һүҙ бында Быҙаулыҡ /гидронимдың этимологияһы - Өбөйәс йылғаһы өйө. Йылғаның тәү исеме - Өбөйәс/ йылғалары тураһында бара. Уларҙың береһе Оло Быҙаулыҡ, икенсеһе - Кесе Быҙаулыҡ.
Иҫбатлауымса, Жаха ерен үткәс, илселәр Кесе Быҙаулыҡҡа барып етә (ул һыуҙың исеме Ибн Фаҙландың яҙмаһында - Баджаг, ә хәҙерге документтарҙа - Бобровка). Оло Быҙаулыҡ, Үрге Һамар ҡарағай урмандары менән күптәнге ҡыҙыҡһыныуым ошо хәҡиҡәтте эҙләп табырға ярҙам итте. Урта Яйыҡ, Үрге Һамар далаларын ҡоро елдәрҙән һаҡлаусы ошо урмандарҙың хәҙерге майҙаны йөҙ мең гектар самаһы. Был уникаль йәшеллектең төп кварталдары - Оло Быҙаулыҡтың уң яғында һәм Һамар йылғаһының уң ҡушылдығы Боровка йылғаһы бассейнында. Ҡыҫҡаһы, Жаха йылғаһының һул ярына сыҡҡас, хәлифәт илселәре артабан да үҙенең сәфәрен төньяҡ йүнәлештә, йәғни дала киңлектәренән дауам итә (илселәрҙең каруанында бөтәһе өс мең дөйә һәм ат була, һәм, әлбиттә, шул тиклем мал-тыуар менән ҡалын урмандарҙы йырып сығыу ауырға тура килер ине).

Рауил ИСЛАМШИН.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.12.17 | Ҡаралған: 806

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru