«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫЛАУ-ЫЛАУ БУЛЫП БЕЙЕҮСЕЛӘР КИЛДЕ "БАЙЫҠ"ҠА
+  - 



"Байыҡ" Республика башҡорт бейеүе бәйгеһе быйыл 10 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан декабрь айында Өфөнөң "Башҡортостан" дәүләт концерт залында ҙур байрам концерты үтте. Унда был бәйгелә Гран-при яулаусылар, финалға сығыусылар, Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, "Мираҫ" фольклор йыр һәм бейеү ансамбле, "Сибай" халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Стәрлетамаҡ ҡалаһының бейеү театры һәм Мәскәүҙән, Татарстан, Төньяҡ Осетия-Алания, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан республикаларынан, Алтай крайынан ҡунаҡтар ҡатнашты.

Ғаләм бейеклегенән ҡарағанда, ун йыл ғүмер күп тә түгел һымаҡ, әммә "Байыҡ" һымаҡ телевизион бәйге өсөн был аҙ ваҡыт түгел. Ун йыл дауамында яңынан-яңы бейеүселәр, ансамблдәр асыу, аҙна һайын тапшырыу төшөрөп, эфирға сығыу өсөн күпме көс талап ителә. Шуға ла проект авторы Рита Өмөтбаеваның "Ун йыл тип әйтеүе генә анһат!" тейеүендә ҙур мәғәнә ята. "Проект башта яңғыҙ бейеүселәр менән башланды һәм ул артабан да шулай дауам итер, тип уйлағайныҡ. Тәүге йылда 50 кеше ҡатнашырға теләк белдерҙе. Тик бәйгенең тағы ла ҙурыраҡ масштабҡа сығыуын күҙаллағас, ансамблдәрҙе лә саҡырырға булдыҡ. Икенсе йылына шулай 100 кеше йыйылды. Ошо юбилейға әҙерләнгәндә үткән юлға ниндәйҙер һығымталар ҙа яһалды. "Байыҡ" аша бөтәһе 8 мең бейеүсе үткән. Улар араһында халыҡ артистары ла, ябай хеҙмәтсәндәр ҙә бар", - Рита Рәшит ҡыҙының ошо һүҙҙәренән генә лә проекттың әһәмиәтен, киңлеген самалайһың.
Шулай ҙа иң мөһиме, "Байыҡ"тың ошо 8 мең кешегә ҡанат ҡуйыуын, яңы үрҙәргә дәрләндереүен дә иҫәпкә алып, был һанға ошо арауыҡта башҡорт бейеүен яратып өлгөргән меңәрләгән тамашасыны ла ҡушһаң, проекттың тотош милләтте берләштереүен аңларға була. Боронғо башҡорт бейеүе "Байыҡ"тың исемен йөрөтөүсе был бәйгегә йылдан-йыл бейеүселәр күберәк килә, уның еңеүселәре донъя кимәлендәге башҡа ярыштарҙа ла лайыҡлы сығыш яһай. "Байыҡ"та ҡатнашҡан йөҙҙән ашыу кеше тормошон бейеү менән бәйләргә теләп, бөгөнгө көндә махсус уҡыу йорттарында белем ала, 300-ҙән ашыуы республиканың профессиональ коллективтарында бейей.
Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов та бындай проекттың Рәсәйҙә тиңе юҡлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды: "Байыҡ"тың популяр булыуының төп сәбәптәренең береһен башҡорт бейеүенең тамырҙарында күрәм. Башҡорт бейеүе баштан уҡ сюжетлы булған, был турала сит ил сәйәхәтселәре лә яҙып ҡалдырған. Лепехин, йырҙа йырланған тарихты күрһәтеп бейенеләр, тип яҙа. Фәйзи Ғәскәров та ошоно аңлап, тойоп эшләгән, башҡорт профессиональ бейеүен ошо юҫыҡта үҫтергән. Башҡорт бейеүе менән бөтөн теманы сағылдырырға була - тарихты ла, шәхесте лә, лириканы ла. Бына шуның өсөн дә беҙҙең бейеүҙәр төрлө-төрлө һәм улар башлыса фольклорға таяна".
Риф Ғәбитовтың һүҙҙәренең раҫлығын тамашасы тап ошо юбилей концертында күрҙе лә инде. Сәхнәгә ярты мең бейеүсе сыҡты. Ғаиләләре, ауылдары менән бейеүселәр бар хәҙер республикала. Үткән йылдарҙағы еңеүселәрҙең яңынан сәхнәгә сығыуы тамашаны тағы ла сағыуыраҡ итте. Шулай уҡ баһалама ағзаларының, бәйгене ойоштороусыларҙың сығышы ла матур хәтирә булып, күңелдәрҙә ҡабат-ҡабат ҡайтауаз булып яңғырар әле. "Байыҡ"тың тәүге йылдарынан уҡ баһалама рәйесе булған, үҙе лә сәхнәләрҙә бейегән һәм бөгөн дә башҡорт бейеүе традицияларына тоғролоҡ һаҡлаусы Радмир Бәҙретдинов та "Байыҡ"тың ошо ваҡыт арауығында юғары кимәлгә күтәрелеүен билдәләне: "Үткән быуаттың 50-се йылдарында Мәскәүҙә ойошторолған Башҡортостан көндәрендә ҡатнашыу өсөн бейеүселәр таба алмай йонсойҙар ине, - тип хәтергә ала Радмир ағай. - Башҡорт өсөн бейеү - иң популяр сәнғәт төрө булыуға ҡарамаҫтан, традицияларыбыҙҙы юғалта төшкән шундай мәлдәр ҙә булды. "Байыҡ" проекты ошо бушлыҡты тултырҙы бит. Халыҡта бейеүгә ҡарата яңынан һөйөү уянды. Фәйзи Ғәскәров Ҙур театр эргәһендәге хореография училищеһында Моисеев класында уҡығанда уның ансамблен күреп, башҡорт бейеүенең дә ошондай уҡ юғарылыҡҡа күтәрелер мөмкинлеген тойомлай һәм республикаға ҡайта. "Байыҡ"ты ойоштороусыларҙың йөрәгендә лә Ғәскәровҡа хас ошо фиҙаҡәрлек бар. Конкурста бейеүселәрҙе бөгөндән үк тот та профессональ ансамблдәргә эшкә ебәр, кәүҙә-һындары бар, таланты бар, хатта кейемдәре лә тап башҡортса, дөрөҫ итеп тегелгән. Былар барыһы ла ун йыл эсендәге ыңғай үҫеш тураһында һөйләй. Тауҙағы ҡая ташын тишеп аҡҡан шишмәләр була бит әле. "Байыҡ"ты мин ошондай шишмәгә оҡшатам. "Байыҡ"тың дауамын яҡты итеп күрәм, иманым камил, был шишмә халыҡтың моңға, гүзәллеккә сарсаған күңелен күп йылдар сафландырыр әле", - ти башҡорт бейеүе аҡһаҡалы Радмир Сәрүәр улы.
Был проекттың хореографтарҙың үҫешенә "йәшел ут" асыуы ла маҡтауға лайыҡ. Ошо йылдар эсендә күпме бейеү барлыҡҡа килгән. Әлбиттә, улар араһында бер көнлөк бейеүҙәр ҙә бар, әммә башҡорт бейеүенең алтын фондың тулыландырғандарының һаны ла йөҙҙән артыҡ. Иң ҡыҙығы, һәр бейеүсе, һәр ансамбль мотлаҡ рәүештә профессиональ хореографтарға мөрәжәғәт итә. Шуға ла был бәйгене һәүәҫкәрҙәр араһында барған ярыш тип аңларға ярамай, ул халыҡсанлығы менән айырылып торған үҙ һөнәренең оҫталары ярышы.
"Байыҡ"тың билдәлелегенең тағы бер яғы - уның ихласлығында, ти БДУ-ның Сибай институты "Сармат" ансамбле етәксеһе Илдар Хәтмуллин. Уның билдәләүенсә, был уҡыу йортонда уҡыу менән бер рәттән, студенттарҙың рухи яҡтан үҫешенә лә ҙур иғтибар бирелә. Институт етәкселеге барлыҡ сығымдарҙы үҙе ҡаплай, ҡаланың мәҙәниәт бүлеге лә матди ярҙам күрһәтә. Ә шулай ҙа күпселек ҡатнашыусылар бындай ярҙамды көтөп ултырмай. Мәҫәлән, ауылдарҙа йәшәүселәр пенсияларынан өлөш сығарып, бейеүҙәр ҙә һалдыра, күлдәктәр ҙә тектерә. Әбйәлил районы Амангилде ауылының "Сәсмәүер" халыҡ фольклор ансамбле солисы Ләлә Ғүмәрова әйтеүенсә, ансамбль район буйлап концерттар ҡуйып та матди яғын нығыта. Әйткәндәй, быйыл Гран-при яулаусы был ансамблдең иң өлкән бейеүсеһе - сәсәниә Хәнифә Әбүбәкироваға 73 йәш. "Беҙ йәш әле, миңә лә, ансамблдә бейеүсе иптәшем Иштимергә лә - 69 йәш. Ансамблдә 4 ғаилә пары бейей - беҙ, Ҡужахмәтовтар, Ҡадировтар, Шаһыбаловтар, йәштәр ҙә бар. 2002 йылда ҡатын-ҡыҙҙарҙан ғына торған төркөм төҙөгәйнек, ошо йылдар эсендә төрлө ерҙәрҙә булып, Гран-приҙар яуланыҡ. "Байыҡ"ҡа барырға булғас, ир-егеттәрҙе лә йәлеп иттек һәм "Туй сыбыртҡыһы" тигән бейеү башҡарҙыҡ. Махсус күлдәк, камзул, итектәр тектерҙек. Һәр кемдең күңеленә ятҡан шөғөл булғанға күрә, беҙ ауырлығын тоймайбыҙ, пенсия аҡсаһын да йәлләмәйбеҙ", - ти Ләлә Мөхәррәм ҡыҙы.
"Байыҡ"тың йыл һайын үҙенсәлекле асыштары ла була. Әбйәлилдең "Әхирәттәр" ансамбле көйһөҙ бейеү - туҡал бейеү менән тамашасыны таң ҡалдырҙы. Уларҙың "Һеү-һеү-һеү" тип, бармаҡ сиртеп кенә "көй" сығарып, йәки Ғафури районы Сәйетбаба ауылының "Быҙыбыт" ансамбленең тараҡҡа ҡағыҙ ҡыҫтырып бейеүе барыһын да таң ҡалдырҙы. Былар ҙа боронғо башҡорт бейеүҙәре, халыҡ араһында уларҙы хәтерләгән кешеләр бар әле. Шуға ла "Байыҡ"тың иң ҙур байлығы - ул уның халыҡ аҡылын, халыҡ йолаларын йөрәгендә һаҡлаусы ҡатнашыусылары, тип әйтеү һис хата булмаҫ.

Шулай итеп...
Ун йыл, ысынлап та, аҙ ваҡыт түгел. Кеше ғүмере менән сағыштырғанда, ун йәшлек баланың аяғына ныҡлы баҫып, ярайһы ғына белем, ғилем эстәп өлгөргән мәле ул. Дөйөм милли сәнғәт кимәленән сығып һүҙ йөрөтһәк, Радмир Сәрүәр улы әйткән тау шишмәһенең төрлө ҡаршылыҡтар аша үҙен юғалмай, йыраҡ юлдар үтеп, һыуының тамсыһын да исрафламай оло йылғаларға алып барып ҡушып, артабан тағы ла мулыраҡ һыулы булып ағыуылыр, моғайын. Һәр хәлдә, "Байыҡ"тың башҡорт бейеүе үҫешендәге өлөшөнә киләсәктә тарих үҙенең баһаһын бирер әле. Әлегә проект авторы Рита Ришат ҡыҙының "Һәр бейеүсенең яҙмышы берсә һағыш, берсә шатлыҡ, берсә ялҡын булып күңелемдә ята. "Байыҡ" конкурсына ылау-ылау булып килгән, башҡорт бейеүен яратып, уға тоғро ҡалған халҡыма мең рәхмәт", - тигән һүҙҙәренә ҡушылып, шулай тип өндәшәбеҙ: һин дә беҙҙең күңелдәрҙә, "Байыҡ"!

Ләйсән НАФИҠОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.12.17 | Ҡаралған: 952

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru