«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АМЕРИКА АСТРОНАВЫ АРМСТРОНГТЫҢ АЙҘА АҘАН ИШЕТКӘНЕ
+  - 



1969 йылдың 16 июле. Түҙеп торғоһоҙ эҫе булыуға ҡарамаҫтан, Флоридала 55 илдән 3 миллион 493 мең журналист һәм космодромдан ситтә тағы ла ярты миллион самаһы халыҡ Йыһан карабының осоп китеүен күҙәтә. Тағы ла йөҙәрләгән миллион кеше был осоштоң тормошҡа ашырылыуын көтөп, зәңгәр экрандарға төбәлә. Нимә шундай ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра һуң? Ошо минутта кеше тәүге тапҡыр Айға осорға йыйына.

Шулай итеп, "Аполло-11" карабы Нейл Армстронг, Эдвинг Олдринг, Мишель Коллинсты бортына алып, күккә күтәрелә. Тап 102 сәғәт 47 минуттан "Аполло-11" йомшаҡ ҡына итеп Айға төшөп ултыра. Караптан иң тәүҙә Нейл Армстронг сыға һәм беренсе булып Айға аяҡ баҫыу бәхетенә ирешә. Ләкин ысын дан уға һуңыраҡ, 14 йылдан һуң килә.
1983 йылда Армстронг конференцияла ҡатнашыу өсөн Египетҡа килә. Уның Египетҡа ғына түгел, ғөмүмән, Ислам донъяһына тәүге сәйәхәте була был.
Конференция мәлендә президиумда ултырыусы Армстронг ҡапыл ағарынып китә. Ул урынынан тора һәм аптырап тирә-яғына ҡарана, иғтибар менән ниҙер тыңлап тора башлай. Шунан:"Ниндәй көй был?" - тип һорай. Урамдан аҙан тауышы яңғыраған була. Көлөүҙән саҡ тыйылып торған египетлылар: "Көй түгел был, ә аҙан, ул сиркәүҙәге ҡыңғырау кеүек, дин әһелдәрен намаҙға саҡыра. Ул Аллаһы Тәғәләнең һәм уның ҡылғандарының бөйөклөгөн танырға, гонаһтарыңдан арынырға саҡыра", - ти. Ошонан һуң Армстронгтың әйткәндәре аяҙ күктә йәшен йәшнәгәндәй тәьҫир итә: "Был тауышты мин Айға аяҡ баҫҡас та ишеттем һәм тәнем сымырҙап китте. Тәүҙә минең ҡолағым төбөндә тауыш шаулап торҙо, тыңлай торғас, миңә шул ҡәҙәре рәхәт булып китте..."
Залда тып-тын ҡалалар. Барыһы ла онотолоп аҙан тауышын тыңлай. Шул мәлдә Армстронг тағы телгә килә: "О, Аллам, мин һине Ерҙә түгел, ә Айҙа таптым. Мин Айға доға уҡымайынса аяҡ баҫтым, хәҙер бына доғаларымды ҡат-ҡат ҡабатлайым - мине мосолман тип иҫәпләгеҙ..."
Шулай итеп, Айға осҡан Армстронг, яңы рухи яңырыу кисереп, Ислам динен ҡабул итә.
Барыһы ла магнит таҫмаһына яҙылған
Астронавтарҙың өсөһө лә - Олдринг та, Коллинс та, Армстронг та инанған христиандар була. Ай өҫтөн тикшергән саҡта улар көтмәгәндә аңлашылмаған күренешкә тап була. Был мәлдәге бар һөйләшеүҙәр магнит таҫмаһына яҙылған. Бына ниндәй яҙыуҙар ҡалған унда:
Олдринг: "Беҙ тынлыҡ диңгеҙе өҫтөндә асыҡ китапҡа оҡшаш ниндәйҙер әйбер күрәбеҙ".
Армстронг: "Ул ике ҡуласаға ла, асыҡ китапҡа ла оҡшаған".
Коллинс: "Мин секстанттың торошон үҙгәрттем, хәҙер асығыраҡ күренә, был асыҡ китап рәүешендә".
Ерҙән: "Нимә юҡты һөйләйһегеҙ, Айҙа ниндәй китап булһын?".
Тауыштар лентаға яҙылған. Икенсе көндә китап юғала, уның ҡарауы, ниндәйҙер тышҡы тәьҫир, сиреналы янғын машинаһыныҡына оҡшаған тауыш радиобәйләнешкә килеп ҡушылып, һәр саҡ ҡамасаулап тора.
Коллинс: "Ер, һеҙ мине ишетәһегеҙме? Был сигналды алығыҙ әле, һаңғырауланам бит".
Ерҙән тауыш: "Был тауыш Ерҙән түгел, ҡайҙандыр Айҙан килә. Бәлки, унда тағы берәй карап барҙыр?"
Армстронг: "Ә хәҙер ниндәйҙер көй башланды. Ер, был көйҙө туҡтатаһығыҙмы, юҡмы?"
Ер: "Беҙҙә барыһы ла һәйбәт эшләй, көй һеҙҙән килә".
Олдринг: "Әллә нимә һөйләйһегеҙ. Аңламайһығыҙмы әллә һеҙ, был көй һеҙҙән килә".
Иртәгәһенә Армстронг тағы Айға аяҡ баҫа. "Бөркөт ултырҙы", - ти ул тулҡынланып. Шул ваҡытта сигналға оҡшаш тауыш тағы барлыҡҡа килә. Ләкин был юлы ул тауыштың һүҙҙәре лә яңғырай: "Робби-ал ардз-дини инда хуиза-кун-алийм".
Ер: "Әй, кем һөйләй унда?"
Был ваҡытта Армстронг Ай өҫтөндә йөрөгән була. Көйгә оҡшаш тауыш тағы ишетелә: "Ашхаду аллах иллаха иллалох".
Ер: "Тағы ла әлеге осоусы объекттар, ахыры. Ул көйҙәге һүҙҙәр ниндәй ине?"
Коллинс: "Ашан махатма расамбалла..." һымағыраҡ яңғыраны шикелле. Һинд һүҙҙәренә оҡшаш..."
Армстронг: "Мин уны аҙағынаса тыңланым. Уны ишеткәндән һуң нисектер рәхәт булып китә. Моғайын, Африка радиостанцияларының береһенән килә был көй..."
Олдринг: "Юҡ, был тауыш Айҙан килә. Был радиотулҡын түгел. Был ниндәйҙер сәйер хәл, ышаныуы ла ҡыйын..."
Ер: "Һеҙ нимә, барығыҙ ҙа аҡылдан яҙҙығыҙмы әллә? Һауаһыҙ пространствола ҡайҙан тауыш булһын, ти?"
Коллинс: "Улай булғас, нимә һуң был? Осоусы объекттармы?"
Армстронг: "Осоусы объекттар асыҡ китап рәүешендә була аламы?"
Ер: "Ниндәйҙер һаташыу. Бәлки, ниндәйҙер йыһан тулҡынылыр? Моғайын, тауыш, китап, көй - улар һеҙ уйлап сығарған һаташыуҙыр..."
Армстронг: "Уйҙы камераға төшөрөп булмай! Юҡ тауышты таҫмаға яҙҙырып булмай!"
Ер: "Ярай, улай булғас, нисек һауаһыҙ пространствола тауыш тарала ала?"
Күпмелер ваҡыттан һуң астронавтар Ергә әйләнеп ҡайта. Кассеталар яңынан әйләндереп тыңлана. Ул арала NASA Ал-базомдың яуаплы сәркәтибе менән консультация ла үткәрелә. Ул Айҙа яңғыраған көй һәм һүҙҙәр тураһында белешмә бирә һәм уның ғәрәп телендәге изге китаптан өҙөк икәнен әйтә.
Күп ваҡыттан һуң ошо изге доғаларҙы "Аполло-16" астронавы Ворден да ишетә. Ләкин был хәбәр берәүгә лә ҡәнәғәтләнеү килтермәй. Уны, ғөмүмән, йәмәғәтселек иғтибарынан йәшерергә тырышалар.

Дуҫым менән булған хәл

Стамбулда булды был. Мин үҙемдең яҡын бер дуҫыма ҡунаҡҡа барҙым. Ул телевизорҙан Америка астронавтарының Айға осоуы тураһындағы репортажды ҡарап ултыра ине, уға мин дә ҡушылдым. Беҙ экран алдына ултырып, унда барған ваҡиғаларҙы күҙәтә башланыҡ. Армстронг карап баҫҡысынан төшөп, Айға аяҡ баҫҡан мәлдә генә дуҫым ҡысҡырып ебәрҙе:
- Һин ишетәһеңме? Айҙа аҙан тауышы яңғырай!
Мин бер ни ҙә ишетмәгәнемде әйттем һәм программаны артабан ҡарарға тәҡдим иттем. Дуҫымдың был ҡылығына артыҡ әһәмиәт бирмәнем. Ләкин йылдар үткәс, Египеттағы конференцияла Армстронгтың Айҙа аҙан тауышы ишетеүе тураһындағы белдереүенән һуң ғына, мин баяғы дуҫым менән булған ваҡиғаны иҫкә төшөрҙөм.
Тағы бер йыл үтте. Үҙен Армстронгтың сәркәтибе тип танытыусы бер әҙәм уның конференцияла әйткәндәрен кире ҡағырға, уны астронавтың ауырыуы менән бәйләргә маташты. Ләкин был тырышлыҡтар бушҡа ғына булды. NASA хеҙмәткәрҙәренең береһе, милләте менән сириялы, "Аполло-11" осошо ваҡытында карап менән Ер араһындағы барлыҡ тауыштарҙы яҙып ала һәм уны йәмәғәтселеккә тыңлата, үҙенең комментарийҙарын бирә. Был һөйләшеүҙәр төрлө илдәрҙә баҫылып сыға.

Доктор Холик НУРБОКИЙ.

Йыһан сикһеҙ ул

Американың өсөнсө космонавы Джон Клин бына нимәләр һөйләй:
"Йыһанды тикшереү буйынса задание алғас, осраҡлы ғына Йыһан пространствоһы параметрҙары тураһындағы китап ҡулға эләкте. Мине был баҫманың икенсе бүлеге бигерәк тә ҡыҙыҡһындырҙы. Уның йөкмәткеһен аңлау өсөн "яҡтылыҡ йылы" төшөнсәһен үҙләштерергә кәрәк ине.
Билдәле булыуынса, яҡтылыҡтың тиҙлеге секундына 300.000 км тәшкил итә. Бындай тиҙлек менән яҡтылыҡ бер секундта Ерҙе ете тапҡыр әйләнеп сыға ала. Хәҙер яҡтылыҡтың тура пространствола бер йыл эсендә нисек хәрәкәт итеүен күҙ алдына килтерәйек. Был юлдың оҙонлоғо миллионға ҡабатланған 9,5 млн км-ға (йәғни яҡтылыҡ йылына 9.500.000.000.000 км тиҙлек менән хәрәкәт итә) тиң буласаҡ.
Йыһан - сикһеҙ, быны хатта күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Хатта иң заманса астрономик саралар ҙа уны иңләй алмай. Әйҙәгеҙ, беҙҙең Галактиканың ҙурлығын иҫәпләп ҡарайыҡ әле. Уның диаметры 100.000 яҡтылыҡ йыл тип тип иҫәпләнә. Был 100.000 тапҡыр 9.500.000.000.000 км тигән һүҙ. Ләкин беҙҙең Галактика үҙ сиратында тағы ла ҙурыраҡ системаның бәләкәй генә бер өлөшө булып тора. Миллионлаған башҡа галактикалар бар, беҙгә иң яҡыны - 2.000.000, ә иң йыраҡтағыһы триллион яҡтылыҡ йыл алыҫлығында ята. Яҡтылыҡ беҙҙең Галактиканың бер осонан икенсе осона етһен өсөн генә лә йөҙ меңләп йыл кәрәк.
Ошоларҙан һуң: "О, Аллам, был сикһеҙлекте һәм ҙурлыҡты, мәңгелекте нисек күҙ алдына килтерергә?"- тип ҡысҡырғы килә. Эйе, беҙ теүәл һәм аныҡ башҡарылған камиллыҡ алдында торабыҙ. Йыһандың бөйөклөгө, уның сикһеҙлеге Хоҙайҙың барлығы тураһында һөйләй. Аҡылы булған һәр кем был оло донъя менән ҡеүәтле бер көс идара итеүен аңларға тейеш. Беҙ ракетаны Ерҙән космосҡа күтәргән һәм идара иткән көстө таныйбыҙ, сөнки уның сығанағын беләбеҙ. Ә ниңә йондоҙҙар, ҡояш, Ер менән оҫта идара иткән көстөң барлығына икеләнергә тейешбеҙ әле?
Кешелек тарихында беренсе булып космосҡа осҡан Юрий Гагарин күп тапҡырҙар шулай тип белдерҙе:"Мин Йыһанда булдым, ләкин унда Хоҙай Тәғәләне осратманым". Ләкин ошо белдереүенән һуң ул үҙ үлемен күктә тапты. Аллаһы уны баяғы һүҙҙәре өсөн хөкөм итмәнеме икән?"

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.12.17 | Ҡаралған: 955

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru