«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"МИН КИҢ МӘҒЛҮМӘТ САРАЛАРЫ ЯҠЛЫМЫН..."
+  - 



Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитовтың республика һәм муниципаль киң мәғлүмәт саралары баш мөхәррирҙәре менән осрашыуы булып үтте.

"Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ мөмкин тиклем формаль булмаған форматта үтһә ине. Һеҙ, моғайын, алдан ниндәйҙер һорауҙар әҙерләгәнһегеҙҙер. Уларҙы ситкә ҡуйып, миңә ысын күңелдән үҙегеҙҙе ҡыҙыҡтырған һорауҙар бирергә тырышығыҙ", - тигән теләк белдерҙе Рөстәм Зәки улы. Ә һөйләшеүҙе башлап ебәреү өсөн иһә үтеп барған йылдың иҡтисади, социаль, мәҙәни өлкәләге ҡайһы бер күрһәткестәре буйынса рәсми мәғлүмәттәр килтерҙе. Ул рәсми мәғлүмәттәр артында, әлбиттә, халыҡтың кәйефе, уларҙың ризалығы йә ризаһыҙлығы сағылдырыла икәнен беләбеҙ. Ә быныһы инде, республика Башлығы билдәләүенсә, төрлө социологик һорау алыу мәғлүмәттәрендә күренә һәм был мәғлүмәттәр Башҡортостан халҡының иҡтисади кәйефе дөйөм алғанда насар булмауын күрһәтә.
- "Һуңғы ярты йылда матди хәлегеҙ үҙгәрҙеме" тигән һорауға респонденттарҙың 66 проценты йә яҡшырҙы (10 проценты), йә үҙгәрмәне тип яуаплаған, - тине Рөстәм Зәки улы. - Был һан буйынса хәҙер Рәсәй Федерацияһында 12-се урында торабыҙ. Бөтәһе 85 субъект. Беҙҙән һуң был һорауға киҫкен яуап ҡайтарған 73 субъект килә. Бөтәһе лә уңышлы һәм һәйбәт тип әйткем килмәй. Әлбиттә, улай түгел, хәл ителмәгән мәсьәләләр байтаҡ. Беҙҙең көндәлек эшебеҙ бик күп темаларҙы сисеүгә йүнәлтелгән. Дөйөм алғанда, ил дә, республика ла алға бара. Кемгәлер был хәрәкәт тиҙлеге яй, аҡрын күренә, әммә ул бар һәм был факт. Быны инҡар итергә ярамай.
Әлбиттә, журналист республикала, илдә, донъяла барған бар ваҡиғаларҙың уртаһында итеп тоя үҙен һәм уның күңелендә, телендә тыуған һорауҙарға яуаптарҙы ла ул аҙмы-күпме сырамыта булыр. Шуға ла республика Башлығы дәрәжәһендәге етәкселәр менән осрашҡанда журналист тарафынан барыбер ҙә яуабын белеп етмәгән, икеләнгән йәки белгәнен аныҡлаштырырға теләгән һорауҙар бирелергә тейеш ине, тип аңлайым. Үҙем, мәҫәлән, был осрашыуға килер алдынан өс һорауҙы күҙҙә тоттом. Яуаптарын аныҡлаштырырға теләнем.
Уның беренсеһе, әлбиттә, үҙемдең тыуған яғымда, хатта тыуған ауылым янында урынлашҡан Торатау тураһында булырға тейеш ине. Сөнки тау тирәләй тағы төрлө имеш-мимештәр ҡуйыра, яҡташтарым "Торатауҙы емерергә биреп кенә ҡуйырҙармы инде?" тип хафаланыуҙан туҡтамай.
Борсоуҙарын баҫыу өсөн төркөм-төркөм булып йыйылып, тауыбыҙ янына барып ҡорбан салыуҙар, йыйылып, сығыштар яһап, ярһыуҙарын ҡандырыуҙар әленән-әле ҡабатланып тора. Һәр хәлдә, битараф түгелдәр. Ә шулай ҙа ошо мәсьәләлә республика етәкселәренең дә аныҡ ҡына һүҙе бик кәрәк, әлбиттә. Шуға ла ул һорауҙы был осрашыуҙа мин генә түгел, ә Ишембай районының "Торатау" гәзите баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡовтың да күтәрергә ниәтләнеүе аңлашыла. Вәдүттең һорауына ҡаршы Рөстәм Зәки улы:" Ә кәрәкме ул Торатау Ишембай һәм Ишембай районы халҡына?" - тигән һорау менән яуапланы. "Әлбиттә, кәрәк!" тигәнде мин һәм осрашыуҙа ултырған күптәр күмәк тауыш менән күтәреп алды. Эйе, ниндәй генә төбәктә йәшәмәһен, халҡыбыҙ тауҙың изге икәнен, тәбиғәт ҡомартҡыһы икәнен белә һәм уны "Сода" өсөн сеймалға әйләндереүгә юл ҡуйырға ярамағанын хуплап, үҙ тауышын ишеттерә. Шулай итеп, һорау бирелде һәм шундай яуап алынды: - Эйе, Башҡортостанда был мәсьәлә буйынса тейешле социологик һорау алыуҙар үткәрелде. Халыҡтың күпселеге, Торатау тәбиғәт ҡомартҡыһы, мәҙәни, археологик, геологик ҡомартҡы булараҡ кәрәк, тигән фекер әйтте. Ул, әлбиттә, Башҡортостан Республикаһы байлығы. Эйе, комбинат өсөн сеймал мәсьәләһе бик ҡатмарлы тора. Матбуғат конференцияларында был мәсьәлә бер нисә тапҡыр күтәрелде. Әле генә үткән БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында депутат Рөстәм Әхмәҙинуров та БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрына ошо һорауҙы бирҙе. Мин дә шулайыраҡ яуап бирәм:
бөгөн Торатауҙан тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын тартып алыу өсөн хоҡуҡи нигеҙ юҡ. Был белдереү, барыһынан бигерәк, экология, тәбиғәтте һаҡлау юҫығынан барлыҡҡа килә. Тәбиғәт ҡомартҡылары бит ниндәйҙер уникаль объектты һаҡлау өсөн булдырыла. Һәм Рәсәй закондары тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын юҡҡа сығарыуҙы күҙҙә тотмай.
Ҡомартҡы, әлбиттә, ниндәйҙер тәбиғи сәбәптәр арҡаһында юғалыуы ла мөмкин. Мәҫәлән, ниндәйҙер урман тәбиғәт ҡомартҡыһы булып иғлан ителгән, ти. Янғын сығып, урман янды, юҡҡа сыҡты, ти, ул саҡта ҡомартҡы ла юҡҡа сыға. Йә Ҡыҙыл китапҡа индерелгән ниндәйҙер үҫемлектәр тора-бара юҡҡа сыҡһа, шулай уҡ ул ҡомартҡы булараҡ та юғала. Үткәрелгән тикшереүҙәргә ҡарағанда, был осраҡта Торатауҙа закон тарафынан һаҡланған бөтә нәмә, шул уҡ Ҡыҙыл китапҡа индерелгән үҫемлектәр ҙә, объект үҙе лә бар. Тимәк, Торатауҙан тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын алыуҙың бер ниндәй законлы, хоҡуҡи варианттары юҡ. Был мәсьәләне хәл итеү өлкәһендә хоҡуҡи юҫыҡтан бер аҙым, бер миллиметр ҙа ситкә китергә ярамай. Эйе, иҡтисади проблема бар, сеймал менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеү кәрәк, тигән аргументтар бар. Ләкин тәбиғәтте һаҡлау тураһындағы законда ла, әйләнә-тирә мөхитте һаҡлау тураһындағы законда ла, айырыуса һаҡлана торған тәбиғәт биләмәләре тураһындағы законда ла экология иҡтисадтан өҫтөнлөклө тип билдәләнгән. Шуның өсөн, менеджменттың да, милекселәрҙең дә, акцияларҙың мажоритар пакеты хужаларының да хәле ҡатмарлы. Беләһегеҙме, беҙ һәр ваҡыт Ғүмәр ятҡылығын эшкәртеү Торатауға альтернатива була ала, тигән фекерҙә булдыҡ. Ләкин "Башҡортостан сода компанияһы", сеймал яраҡһыҙ, тигән һылтау менән Ғүмәр ятҡылығынан баш тартты. Икенсенән, Файҙалы ҡаҙылмалар запасы буйынса дәүләт комиссияһы тарафынан бында химик сәнәғәт өсөн 50 млн тонна сеймал балансҡа ҡуйылған. Дөрөҫ, был документта сеймал "Башҡортостан сода компанияһы" өсөн яраҡһыҙ, уның техник шарттарына яуап бирмәй, тигән яҙыу ҙа теркәлгән. Ләкин бер урында ла һәм бер ваҡытта ла сеймал бер төрлө генә булмай. Мәҫәлән, нефть эшкәртеү заводтарын алайыҡ, улар бит еңел нефтте лә, ауыр нефтте лә эшкәртә. Барыһы ла технологик ҡоролмаларҙың көйләнешенән тора. Был осраҡта Ғүмәр ятҡылығында сеймал бар һәм ул химик сәнәғәттең бар талаптарына ла - составында CaCO3, магний окисы, тимер, кремний һәм башҡа матдәләр булыуы менән дә яуап бирә. Был ятҡылыҡтың милекселәре - "Ишембай эзбизе" ойошмаһының бер нисә сода етештереүсе илдәр менән консультацияһы күрһәтеүенсә, бөгөн донъяла сеймалға мөнәсәбәт тыныс, йәғни кальцинирланған сода өсөн теләһә ниндәй эзбизде файҙаланырға була. Бары тик тейешле технология һәм ҡоролмаларҙы көйләп алыу ғына кәрәк...
Өс сәғәт осрашыу аҙағына мин үҙемдең тағы ике һорауымды бирергә батырсылыҡ итеп, "Башҡортса һөйләшеп алайыҡ әле, Рөстәм Зәки улы", тип мөрәжәғәт иттем. "Әйҙәгеҙ, һөйләшәйек", тигән ризалыҡ ишеткәс, мәктәптәрҙә туған телде уҡытыуға ҡағылышлы теләгемде еткерҙем:
"Һеҙ үҙегеҙҙең сығыштарығыҙҙа, туған тел иң тәүҙә ғаиләлә өйрәнелергә тейеш, тигән фекер әйтәһегеҙ. Әлбиттә, беҙ бының менән килешәбеҙ, балаһына туған телен өйрәтеү һәр атай-әсәйҙең изге бурысы. Әммә ғаиләлә туған телендә һөйләшкән бала мәктәптә лә туған телендә уҡымаһа, ул бит үҙенең туған теленән ситләшәсәк. Шуның өсөн беҙ милли мәктәптәрҙе үҫтерергә, нығытырға, хатта уларҙың һанын арттырырға кәрәк, тигән позицияла торабыҙ".
- Мин дә шундай уҡ позицияламын, - тине Рөстәм Зәки улы. - Эйе, һәр бала үҙенең атай-әсәйенең телен белергә тейеш. Икенсенән, әлбиттә, туған телдәрҙе бар йүнәлештәрҙә лә ирекле үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу мөһим. Беҙ оҙаҡламай ошо турала программа ҡабул итәсәкбеҙ, башҡорт телен үҫтереү буйынса фонд, грандтар булдырыласаҡ. Беҙ үҙебеҙгә башҡорт телен һаҡлау өсөн яуаплылыҡ алғанбыҙ. Беҙ башҡорт теленең позициялары ҡаҡшауына йә насарайыуына юл ҡуя алмайбыҙ, сөнки ошонда, ошо республикала ғына был эште ойоштора алабыҙ. Һәм беҙ уны эшләйәсәкбеҙ. Әлбиттә, мин был мәсьәләнең яуаплылығын тоям, аңлайым һәм телде һаҡлау, үҫтереү өсөн ойоштороу, финанс, административ, тағы әллә күпме шарттар тыуҙырылырға тейешлегенә бар иғтибарымды йүнәлткәнмен. Быларҙың барыһы ла аҡыллы итеп, конфликтлы ситуациялар булдырмайынса, үҙ-ара аңлашыу нигеҙендә тормошҡа ашырылырға тейеш...
Ауылдарыбыыҙҙы һаҡлау, йәшәтеү тураһындағы тағы бер һорауымды яңғыратмай булдыра алманым:
"Бөгөн Рәсәй кимәлендә лә, беҙҙең республикала ла йәмәғәтселек институттарын тергеҙеү, граждандар әүҙемлеген көсәйтеү тураһында һүҙ бара. Ысынында, беҙҙең башҡорт халҡында элек-электән үҙойошоу күренеше ныҡлы урын алған булған. Бөгөн бына шул күҙәтелә ауылдарҙа. Властың ҡулы етмәгән күп эштәрҙе халыҡ ниндәйҙер йәмәғәт ойошмаһына берләшеп, үҙе эшләй башланы. Журналист булараҡ, республика буйлап күп йөрөлә, ауылдарҙағы рухи һәм иҡтисади көрсөк, мәктәптәр ябылыуы, эшһеҙлек, ир-егеттәрҙең эш эҙләп Себерҙәргә китеп олағыуы йөрәкте әрнетә ине. Бынан алты йыл элек ауылдарҙа шулай уҡ донъя үҙгәрештәренә борсолоп, йәне әрнеп йәшәгән битараф булмаған ҡатын-ҡыҙҙарҙы "Ағинәй" ойошмаһына туплап, эшләй башланыҡ. Бөгөн республиканың бар райондарында ла тиерлек ағинәйҙәр ауылдарға йәм индерә, халҡыбыҙҙың йолаларын тергеҙә, экологик өмәләргә сыға, эскелеккә ҡаршы көрәшә, хатта Хәйбулла районы ағинәйҙәре ата-бабалар һөнәрҙәрен тергеҙеп, ир-егеттәрҙә шул һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу уятырға маташа. Ләкин бына ошо ағинәйҙәрҙең инициативаһы, энтузиазмы урындағы етәкселек тарафынан күтәрмәләнеп бармауы ғына аптырата..."
- Эйе, мин бындай урындағы инициативаларға булышлыҡ итергә лә, финанс яғынан ярҙам итергә лә ризамын, - тине Рөстәм Зәки улы. - Һеҙ әйткәндәр бик мөһим. Үҙойошоу, гражданлыҡ йәмғиәте, урындағы инициативалар - был бик яҡшы. Әгәр ҙә беҙ бөгөн ошоларҙы эшләмәһәк, кешеләрҙә инициатива уятмаһаҡ, алға табан аҡрын аҙымдар менән, һыныҡ һыҙыҡ буйлап хәрәкәт итеүҙе дауам итәсәкбеҙ. Миндә киләһе йылды Ғаилә йылы типме, Урындағы инициативалар йылы итепме иғлан итергә тигән дилемма булғайны. 2019 йылды Урындағы инициативалар йылы тип иғлан итербеҙ, тип уйлайым хәҙер. Урындағы инициативаларҙы хупларға, кешеләрҙе ысынлап та властың ҡулы етмәгән ошо кәрәкле эштәргә ылыҡтырырға кәрәк. Һеҙ, һис һүҙһеҙ, кәрәкле һорау күтәрәһегеҙ...
Ысынында, үҙемде борсоған ошо һорауҙарға яуап алыуымдан, дөрөҫөрәге, теләктәремде еткереп, хуплау һүҙҙәре ишетеүҙән ҡәнәғәт ҡалдым. Әлбиттә, ҡайһы бер коллегаларым биргән һорауҙарға аныҡ яуаптар алыу ҙа ҡыҙыҡһындыра ине. Мәҫәлән, "Сибайский рабочий" гәзитенең баш мөхәррире Самат Азаматов тарафынан күтәрелгән бөгөн барлыҡ Урал аръяғы райондары халҡын борсоған мәсьәлә - Ҡытай компанияһы атҡарасаҡ цемент заводы төҙөлөшөнә ҡағылышлы борсолоу-икеләнеүҙәрҙе беҙ ҙә ишетә-күрә йөрөйбөҙ бит. Берҙән, халыҡты был төҙөлөштөң экологияға кире йоғонтоһо булыу-булмауы борсой, икенсенән, унда башлыса Ҡытай эшселәрен килтереп эшләтәсәктәр икән, тигән имеш-мимештәр ҡуйыра. Ә яуап шулай булды:
- Беҙҙең территорияла экологияны бысрата торған етештереү преприятиелары төҙөлөүгә беҙ бер ваҡытта ла риза булмаясаҡбыҙ, - тине Рөстәм Зәки улы. - Экологик экспертиза яһаласаҡ, халыҡтың был тәңгәлдәге фекере иҫәпкә алынасаҡ. Халыҡ фекеренә ҡаршы барырға ярамай. Был беҙҙең бөтә эшмәкәрлеккә ҡағыла. Сибай халҡы бындай объекттар тураһындағы йәмәғәтселек тыңлауҙарында һәм фекер алышыуҙарҙа ҡатнашыр, тип уйлайым. Төҙөлә ҡалғанда, был заводта Ҡытай эшселәре эшләйәсәк, тигән хәбәр ҙә халыҡты ҡуҙғытыуын беләм. Ҡытай белгестәре эште башлап ебәргәнсе генә эшләйәсәк, ә 90-95 процент эшсене урындағы халыҡ тәшкил итәсәк. Унан һуң, был заводты төҙөү мәсьәләһе лә аҙағынаса хәл ителмәгән бит әле. Йәғни электр энергияһы буйынса мәсьәләне сисәһе бар. Сибай электр энергияһына былай ҙа ҡытлыҡ кисерә. Шуның өсөн тәүҙә ошо мәсьәләне хәл итергә, шунан ғына был инвестицион проекттың башҡа аспекттарына тотонорға кәрәк буласаҡ...
Төҙөлөш, тигәндән, бөгөн республикала төҙөлә торған йорттан торлаҡ алыуға аҡса һалып, үҙҙәрен алданған тип иҫәпләүселәр проблемаһы ла ғәҙәти хәлгә әүерелеп бара.
Ундай кешеләр хәҙер өс меңгә еткән. Башҡортостан Башлығы осрашыуҙа билдәләүенсә, алданған өлөшсөләр мәсьәләһе республика етәкселеге өсөн өҫтөнлөклөләрҙең береһе булып тора, яҡын арала уны хәл итеү буйынса саралар күреү күҙаллана: "Торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә мутлашыусыларҙан зыян күргәндәрҙең өлөшө бөгөн 10 процентҡа етә. Был тема "2018 йылға күсә", уны республика ресурстары сығымдары менән хәл итергә тура килер. Беҙ быны нисек эшләргә кәрәклеген уйларбыҙ, сөнки әлегә аныҡ ҡына ҡарар юҡ. Ләкин халыҡҡа ошо мәсьәләне йырып сығырға вәғәҙә бирәм", - тине Рөстәм Зәки улы.
"Күптән түгел Мәскәү мэры Сергей Собянин, Рәсәй иҡтисады өсөн 15 миллион ауыл кешеһе артыҡ, улар яңы технологиялар индерелеүен иҫәпкә алғанда, етештереү өлкәһе өсөн кәрәк түгел, тигән фекер әйтте. Башҡортостандағы ауыл кешеләре лә беҙҙең иҡтисад өсөн кәрәкмәйме?" - тигән һорау бирҙе "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев.
- Мәскәү мэры Сергей Собянин, моғайын, бөгөн ауылдарға шул тиклем күләмдә эшсе ҡулдар талап ителмәй, тип әйтергә теләгәндер. Бөгөн, киреһенсә, илдә кешеләр етешмәй. Шуға ла беҙ тыуым артһын өсөн көрәшәбеҙ. Ауылда ла артыҡ кешеләр юҡ. Тик уларҙы эш менән тәьмин итеү мөһим. Беҙ эш урындары булдырырға тейешбеҙ. Бөгөн ауылдарҙа хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫешә. Элек 10 сәсеү комплексы эшләһә, бөгөн был эште 1 комплекс башҡара. Элек 3 комбайн башҡарған эште бөгөн 1 комбайн еңеп сыға. Бушаған эшсе ҡулдарға яңы эш биреү кәрәк. Мәҫәлән, ауыл кешеләрен хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә эшләүгә лә йәлеп итергә була. Ауылдарҙа ла кеше ял итә алһын өсөн кафе, ресторандар, башҡа предприятиелар булырға тейеш. Ҡайһы бер ауылдарҙа тыуған көндәрен дә кафеларҙа үткәргәндәрен беләм. Парикмахерский, стоматолог кабинеттары, ателье - былар һәр район үҙәгендә бар. Тимәк, ауылдарҙа ла цивилизациялы тормош нигеҙҙәре формалаша. Республика халҡының 38 процентын ауыл халҡы тәшкил итә икән, беҙ уларҙың нормаль йәшәйеше өсөн шарттар тыуҙырасаҡбыҙ...
"Республика баҫмаларын уҡыйһығыҙмы, уларға ниндәйерәк баһа бирәһегеҙ?" тигәнерәк һорауға яуап ишетке килеп ултырыла ине. "Республика Башкортостан" гәзитенең баш мөхәррире Эльза Хорева ауыҙынан яңғыраны был һорау. - Әлбиттә, уҡыйым. Аналитик мәҡәләләрҙе, уйландыра, фекер тыуҙыра торған тәрән йөкмәткеле материалдарҙы уҡыйым. Телевизорҙан яңылыҡтар ҡарайым. Ярты күҙ менән, әлбиттә, сөнки унда гел бер төрлөлөк өҫтөнлөк итә. Унда ла уйландыра торған аналитик сығыштарға ҡытлыҡ кисерелә. Бөгөн, әлбиттә, барыһында ла гаджеттарҙан, интернеттан буйһоноусанлыҡ һиҙелә. Ләкин беҙгә был буйһоноусанлыҡтан ҡотолоу кәрәк. Ул ауырыуға бирелмәү, нормаль, аҡыллы кеше булып ҡалыу мөһим. Һәр хәлдә, мин киң мәғлүмәт саралары яҡлымын.

Шулай итеп...
Баш мөхәррирҙәр менән өс сәғәткә һуҙылған осрашыуҙа һөйләнгәндәрҙең барыһы ла телгә алынмаһа ла, улар тураһында яҙып, һөйләп, үҙ уҡыусыларыбыҙға еткереп торабыҙ. Нисек кенә булмаһын, ошондай күҙмә-күҙ осрашыуҙарға етмәй икәне көн кеүек асыҡ. Рөстәм Зәки улы үҙе лә ошондай фекерҙә булыуын белдерҙе һәм: "Һеҙ ҙә иңегеҙгә оло миссия йөкмәгәнһегеҙ, кешеләр менән, йәмғиәт менән эшләйһегеҙ. Һеҙҙең һүҙ ҙә әһәмиәтле, йоғонтоло, эшегеҙ ҡатмарлы. Артабан да осрашып, ошондай асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙәр үткәреп тороу бик мөһим", - тине ул осрашыу аҙағында.

Гөлфиә ЯНБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.12.17 | Ҡаралған: 959

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru