«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИБН ФАҘЛАН ЭҘЕНӘН
+  - 



Ибн Фаҙлан сәйәхәтнамәһен тикшереү һөҙөмтәһендә тағы шулар асыҡланды: Кесе Быҙаулыҡ ерендә (уның төньяҡ өлөшөндә) илселәрҙең юлы һулға ауыша һәм улар Һамар, Кинәл, Сок (Сух) һәм Ҡондорса йылғалары аша үтә.

Ибн Фаҙлан, Ҡондорсаны аша сыҡҡас, Башҡорт иле башлана, тип яҙа. Ғәжәп, илселәр бит башҡорт еренә Байһун йылғаһының уң яҡ ярында уҡ аяҡ баҫа. Шуныһы ла аңлашылып бөтмәй: Ҡондорса йылғаһының исеме Ибн Фаҙлан сәйәхәтнамәһендә Кджлуа тип теркәлгән. Был гидронимдың дөрөҫ яҙылышы, моғайын, Ҡыҙыл өйө, йәғни Ағиҙел өйөлөр. Халҡыбыҙ йырҙарында Каманың атамаһы Ағиҙел икәнлеген иҫәпкә алып, тағы ике дәлилгә нигеҙләнеп (был хеҙмәтемдә уларын күрһәтмәйем, хәҙергә сер итеп ҡалдырам), ошондай фекергә киләм: башҡорт теленең тарихи фонетика ҡанундары Ағиҙел өйө төшөнсәһенең (һүҙбәйләнешенең) тышҡы формаһын ошо рәүештә лә үҙгәрткән: Ағиҙел өйө - Әйас-ғол өбө - Сағил өбө - Саклаб. Бына ҡайҙа ятҡан ул серле саклаб этнонимының семантик хәбәре!
Ағиҙел йылғабыҙҙың исеме, баҡһаң, Ҡыҙыл ҡом (сүллек исеме) һәм Ҡыҙыл Орда (ҡала исеме) географик атамаларына ла туранан-тура бәйле икән (Оғуз йылға - Оғуҙ-ғол - Ағиҙел - Ҡыҙыл). Һәм был асышыма ҡарата бер ни ҡәҙәр аңлатма рәүешендә әйтеп үтәм: Ҡыҙыл ҡом һәм Ҡыҙыл Орда топонимдарының тәүге компоненты, йәғни "ҡыҙыл" лексик берәмеге, ошо ике атама составында төҫтө түгел, ә фәҡәт этнонимды белдерә (был этник терминдың архаик бер варианты - хаҙлаж). Ҡондорса йылғаһының икенсе исеме Ҡыҙыл өйө, йәғни Ағиҙел өйө булыу ихтималлығына мин хәлифәт илселәренең саклабтарға барған юлын (уның төньяҡ өлөшөн) махсус өйрәнеү маҡсатында фәнни экспедицияға йүнәлгәс төшөнә башланым. Сәфәргә көҙҙөң салт аяҙ бер көнөндә, 31 сентябрҙә, Өфө ҡалаһы аша юлландым. Сәйәхәтем ваҡытындағы сағыштырмаса оҙайлы тәүге туҡталышым - Татарстандың иң көньяғындағы Норлат ҡалаһы булды.
Ҡалаға иртәнге поезд менән килеп төштөм. Бында мин өс уңыш-табышҡа юлыҡтым. Беренсенән, был ҡаланан биш кенә саҡрым алыҫлыҡта Изгеләр шишмәһе барлығын белдем (ә Изгеләр шишмәһе хаҡындағы был мәғлүмәт шуға ишара яһай: тимәк, Ҡондорса буйындағы ауылдарҙа боронғо башҡорттарҙың, йәғни был тарафтарҙа Ибн Фаҙлан күреп киткән мәжүси башҡорттарҙың вариҫтары йәшәй).
Табышымдың икенсеһе: Оло Сәрмәсән йылғаһының уң яғынан, ярҙан ике саҡрым алыҫлыҡта боронғо вал, дошман яуынан һаҡланыу валы үтә икәнлеген ишеттем. Миңә ул ҡомартҡы тураһында Норлатта йәшәүсе эшҡыуар, крайҙы өйрәнеүсе Вәғиз Сибәғәтуллин һөйләне. Вәғиздең фекеренсә, тиҫтәләрсә саҡрымдар оҙонлоғондағы был валды болғарҙар түгел, Оло Сәрмәсәндең һул ярында көн иткән ырыу-ҡәбиләләр ҡаҙған.
Өсөнсө табышым: Татарстандың ҙур масштаблы географик картаһы. Уны миңә район гәзите редакцияһында бирҙеләр.
Инде бик күптәндән эҙләгән ул карта ярҙамында мин шул уҡ көндөң кисенә Аллағолға - Ульяновск өлкәһенең иң көньяҡ-көнсығыш ауылдарының береһенә - анһат ҡына барып еттем. Һөйләше мишәр диалектына тартым был ҙур ауылдың (унда 350-нән ашыу йорт) халҡы үҙен татар милләтенән тип иҫәпләй. Мәктәптәрендәге музейҙары менән танышам. Документтарҙың береһендә ауылдың икенсе исеме Аҙнағол тип әйтелә. Был күркәм музейҙы байытыуға хәтһеҙ тырышлыҡ һалған уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Нурмөхәмәт ағай Шакировҡа һорау менән мөрәжәғәт итәм:
- Ауылығыҙға нисә йәш, тип иҫәпләйһегеҙ?
- Аллағол ауылының ҡасан һалынғанын һаман да белә алмайбыҙ. Һамар архивына (1851 йылда Сембер губернаһының Аллағол ауылы Һамар губернаһы составына индерелә - Р.И.) ла яҙып ҡараныҡ, ләкин беҙгә кәрәкле мәғлүмәт унда ла юҡ икән, - тип яуап бирҙе уҡытыусы-ветеран.
Ағайҙан Аллағол еренең боронғо атрибуттарын һорашам. Бәлки, әйләнә-тирәләге ер-һыуҙар тураһында риүәйәт һөйләр, тип уйлағайным. Әммә Аллағол ерендә Ыйыҡ тау ҙа, Кирәмәт ағас та, Изгеләр ҡәбере лә, убалар ҙа юҡ икән. Уйымдан ғына һығымта яһайым: ауыл сағыштырмаса күптән түгел Волга аръяғынан күсенеп килеп ултырған булһа кәрәк.
Әйткәндәй, мин был уй-фаразымды шул уҡ көндө бер аҙ үҙгәрттем. Димитровград - Аллағол маршрутындағы киске автобус ауылға яртылаш тиерлек буш килде. Салондан иң тәүҙә бер ҡыҙ менән бер апай төштө. Мин уларға: "Һеҙ ошо ауылданмы?" - тип һүҙ ҡуштым. Бындағылар икән. Үҙемдең кем һәм ҡайҙан икәнлекте әйттем дә, апайға һорау бирҙем:
- Һеҙҙең ауыл ниндәй тауға хәйер бирә?
- Парау ауылының Ҡыҙҙар тауына, - тине апай.
- Парау? Ул ҡайҙа?
- Парауға беҙҙән алтмыш саҡырым. Уны Парау ҙа, Боровка ла тиҙәр.
Ә Боровка миңә картанан таныш. Әлбиттә, Боровкаға мотлаҡ барасаҡмын. Ләкин хәҙер түгел, ә икенсе килгәнемдә. Ә был юлы иһә Үрән йылғаһы буйындағы Үрәнбаш ауылына барып етергә ниәтләгәнмен, ә Үрәнбаштан артабанғы юлым - Өскүл ауылына.
Информатор апайҙың исем-фамилияһын юл дәфтәремә яҙып алдым. Нурмөхәмәтова Нурия икән ул. Нурия апайға Ҡыҙҙар тауы тураһындағы мәғлүмәте өсөн рәхмәттәр әйтәм һәм, һаубуллашып, автобусҡа инәм. Бына бит ҡалай була был фани донъяла! Ярай әле, тимен, Нурия апайға тау тураһында һорау бирергә булдым. Ә бит ул һорауҙың бирелмәй ҡалыуы ла бик мөмкин ине, сөнки Аллағолдоң әйләнә-тирәһендә тип-тигеҙ дала йәйрәп ята...
Өскүл ауылында ла миңә уңыш юлдаш булды. Болғар ҡалаһынан (Татарстандың элекке Куйбышев ҡалаһы, район үҙәге) 8 саҡрым көньяҡтараҡ урынлашҡан был ауылға иртәнге сәғәттәрҙә үк килеп етелде. Төйәктә урыҫтар йәшәй икән. Һәм бик күптәндән - баярҙар, стрелецтар заманынан бирле. Ауылдың өс күле бар. Исемдәре: Атамановский, Чистый, Безымянный. Уларҙың икеһе - Атамановский һәм Чистый - яҙ көндәрендә бергә тоташып, бер күл була. Рәсми фән фекеренсә, ошо өс күлдең элек дөйөм атамаһы ла булған һәм Ибн Фаҙлан сәйәхәтнамәһенә ул гидроним Халджаһ формаһында инеп ҡалған.
Халджаһ тураһында илселек сәркәтибе Ибн Фаҙлан дәфтәренә ошоларҙы теркәгән: "Беҙ батша янына барып еткәндә уны Халджаһ тигән һыу буйында осратҡайныҡ, ул өс күлдән ғибәрәт, икәүһе ҙур, берәүһе бәләкәй; уларҙың береһендә лә төбөнә етә алырлыҡ урын юҡ. Был урын һәм саклабтарҙың ҙур йылғаһы араһындағы алыҫлыҡ яҡынса бер фарсах, ул Итил йылғаһы тип атала һәм хазарҙар илендә диңгеҙгә ҡоя. Был урында бер баҙар бар, ул һәр ваҡыт ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа эшләп ала, унда бик күп нәфис тауарҙар һатыла". Был өҙөктә аныҡ әйтелгән: Халджаһ менән Итил йылғаһы, йәғни хәҙерге Волга араһы яҡынса бер фарсах. Әммә ғәмәлдә был өс күлдән Волга йылғаһына иң яҡын ара - 12 саҡрым, тимәк, теүәл 2 фарсах. Шулай булғас, Халджаһ һыуын икенсе бер географик нөктәнән эҙләргә кәрәк. Ҡайһы нөктәнән? Бәлки, боронғо Шәһре Болғар ҡалаһы хәрәбәләре яғынандыр?
Фәнгә яҡшы билдәле: Шәһре Болғар менән Иҙел (Волга) аралығында алыҫ замандарҙа уҡ зәңгәр күлдәр булған. Шул күлдәрҙең береһе Галан атамалы икәнлеге мәғлүм. Бында шуға ла иғтибар итеү мотлаҡ: Шәһре Болғар хәрәбәләренән 7 саҡрым алыҫлыҡта Волгаға кес кенә Вихлән (Милән) тигән бер йылға ҡоя. Әйткәндәй, Галан да, Вихлән дә, Куйбышев ГЭС-ы төҙөлгәс, һыу һаҡлағыс аҫтында ҡалды.
Үрҙә килтерелгән өс гидронимдың да (Халджаһ, Галан, Вихлән) фонетик төҙөлөшө буйынса бер-береһенә шаҡтай яҡын икәнлеге күҙгә ташлана. Ә бит ул атамаларҙың семантик мәғәнәләрендә лә үҙ-ара яҡынлыҡ юҡ түгел (Халджаһ < Халжа < Әйле һыуы; Галан < Әйле -һун < Әйле кеше; Вихлән < Вийәлән < Әйәлән < Әйле-һун < Әйле кеше).
Был өс гидронимға ҡарата бына ошондай дәлилдәр. Әлбиттә, уларҙы саклабтар тарихын, этногенезын өйрәнгәндә дөрөҫ итеп файҙалана алһаҡ, еңел генә түбәндәге һығымталарға килергә мөмкин: 922 йылда саклабтар батшаһы Алмуш, Ғәрәп хәлифәте илселеген ҡаршы алғас ҡына, йәйләүгә йүнәлә. Алмуш батшаның даими ҡышлау һәм яҙлау урыны - Шәһре Болғар (ул заманда - Болғар ауылы).
Был көҙгө экспедициямда ирешкән тағы бер уңышым - Ибн Фаҙлан сәйәхәтнамәһендә ҡыҫҡаса ғына телгә алынған Джавшар йылғаһының хәҙерге атамаһы Яуширмә икәнлеген иҫбатланым. Ә ул юҫыҡтағы ғилми тикшеренеүҙәремде саклабтарҙың ярым күсмә тормош алып барыуҙарының төп үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып башланым. Ә ул үҙенсәлектәр ошолар: июнь башында йәйгә эйәреп, иләү ашыҡмай ғына көньяҡтан төньяҡҡа табан күсенә башлай; йәйләүгә сыҡҡан илдең төньяҡҡа табан күсенеү юлы (йәйләү юлы) ҙур йылғалар аша түгел, башлыса, һыу айырғыс тау, ҡалҡыулыҡтар буйлап үтә.

Шулай итеп...
Экспедициянан Ҡаҙан ҡалаһы аша урау юл менән ҡайттым. Шундай ҡарарға киленде: Ҡондорса, Сәрмәсән яҡтарында боронғо Башҡорт илен эҙләүҙе дауам итергә, уны Оло Сәрмәсәндең уң яҡ ярындағы боронғо валды буйынан-буйына үтеүҙән һәм Боровка ауылының Ҡыҙҙар тауы атамаһы серенә төшөнөүҙән башларға кәрәк. Ихтимал, бында ла Ҡыҙҙар тауы нигеҙенә оғуз этномимы һалынғандыр. Әгәр тарихи дөрөҫлөк нәҡ шул икән, тимәк, минең иң ҙур, иң ҡатмарлы фәнни концепциям (башҡорт һүҙенең тамыр өлөшөн боронғо өбөйәс этнонимы, йәғни оғуз этнонимының бер варианты тәшкил итә, тигән һығымтам) тағы бер өҫтәмә дәлил менән ҡеүәтләнәсәк.

Рауил ИСЛАМШИН.
(Аҙағы. Башы 51-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.12.17 | Ҡаралған: 986

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru