«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЙЛЫҒЫМ, ДАНЫМ, ДӘРӘЖӘМ – БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШКӘН БАЛАЛАРЫМ!
+  - 



Мәктәп йылдарында физика уҡытыусыһы уны мотлаҡ физик булырға өндәй, ә тарих уҡытыусыһы тарих юлын һайларға өгөтләй. Тарих егетте үҙенә нығыраҡ ылыҡтыра һәм ул мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында белем алыуын дауам итә. Әммә яҙмыш уны бөтөнләй икенсе тармаҡҡа - мәғлүмәт өлкәһенә алып килә. Бөгөн ул Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары. Сираттағы әңгәмәсебеҙ - политология фәндәре кандидаты Марат Әсхәт улы ҒӘЗИЗОВ.

Марат Әсхәт улы, һуңғы ваҡытта ҡала башҡорто, Өфө башҡорто, ауыл башҡорто тигән һүҙбәйләнештәр телмәребеҙҙә йышыраҡ ишетелә башланы. Һеҙҙеңсә, Өфө башҡорто башҡа башҡорттарҙан ни яғы менән айырыла?

- Кеше кешенән айырыла инде ул. Был айырма уның кейенеү, йәшәү рәүеше, туҡланыуы, ҡайҙа эшләүе, эш хаҡының күләмендә сағылырға мөмкин. Әммә был бит кемдеңдер өҫтөнөрәк, икенсеһе түбәнерәк булыуын аңлатмай. Шуның кеүек, башҡорттоң да төрлөһө булыуы мөмкин. Минеңсә, башҡорт - ул ҡымыҙ эсеп, ҡурай тартып, күп итеп ит ашап йәки ит ашамай йәшәүсе түгел. Хатта бәғзеләр башҡорт телен камил белмәһә лә, филология факультетын тамамлағандарға ҡарағанда ла башҡортораҡ булыуы мөмкин, сөнки башҡортлоҡ - ул йөрәктә йәшәй. Ул белем кимәле менән генә баһаланмай. Бәлки, кемдер меңдәрсә башҡорт һүҙен белә, телмәрен ҡойоп ҡуя, матур итеп һөйләй беләлер, әммә халҡы өсөн бер нәмә лә эшләмәгәндер, ауылдан килеп ярҙам һораған яҡташына ярҙам итеү өсөн ҡыл да ҡыбырлатмағандыр.
Шуға күрә, башҡорт булыу өсөн иң элек кешелә рух булырға тейеш, тип һанайым. Шул ваҡытта уның ҡайҙа йәшәүе мөһим түгел. Ул барыбер халҡын яратасаҡ, уның яҙмышы, киләсәге өсөн уйланасаҡ, янып-көйәсәк, балаларын да ошо мөхиттә тәрбиәләйәсәк, улар менән башҡортса һөйләшәсәк.
Ҡала башҡорто ни яғы менән айырыла? Ул заманса технологияларҙы ҡулланыу мөмкинлеге киңерәк булған мөхиттә йәшәй. Бында миҫал өсөн хатта Башҡортостандан ситтә йәшәгән егет-ҡыҙҙарҙы килтерер инем: улар ҡырҙабыҙ тип тормайҙар, йәмәғәт ойошмалары ойоштора, башҡорт шрифттары, андроидтар өсөн ниндәйҙер ҡулланмалар эшләй һәм бөтөн был эштәрҙе үҙ инициативалары менән башҡара. Улар йөҙәрләгән милләт йәшәгән мегаполистарҙа башҡорт халҡына файҙа килтерә, уның имиджын күтәрә. Шуға күрә, минеңсә, башҡортлоҡ - ул һинең йөрәгеңдә, күңелеңдә, рухыңда булырға тейеш; ул һине тотоп торған арҡа һөйәге. Ә ҡалғандары: матур кейем, ялтырауыҡ һүҙҙәр - улар бары тик тышлыҡ ҡына.

Бер ваҡыт шағир Риф Тойғон "Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй" тип яҙһа, Рәшит Шәкүр уға "Башҡорт булыуы өсөн бик күп кәрәк" тип яуапланы. Һеҙҙең ҡарашҡа, башҡорт булыуы өсөн аҙ кәрәкме, күп кәрәкме?

- Бында бөтөн нәмә лә кешенең теләгенән тора. Әгәр ҙә бер милләттәш яҡшы ғәмәлдәре менән башҡа халыҡтар араһында башҡорттарҙың абруйын күтәрергә теләй икән, әлбиттә, башҡорт булыу өсөн күп кәрәк. Теләйһеңме, теләмәйһеңме, һин һәр саҡ күҙ уңында. Беҙ, ҙур ҡалала булһынмы, бәләкәй ауылдамы - күп милләтле ҙур йәмғиәттә йәшәйбеҙ. Бөгөн донъя берҙәм, глобалгә әүерелде. Һәм һине һәр саҡ кемдер баһалай, бәлки, хатта ыңғай йәки кире өлгө лә алалыр. Ә бөгөн заманса технологиялар дәүерендә Ер шарының теләһә ҡайһы мөйөшөндә йәшәгән һәр кемдең видео аша бөтөн донъяға танылыу мөмкинлеге бар. Ошоно һәр саҡ иҫтә тотоп, һәр саҡ йыйнаҡ булырға кәрәк. Әгәр, мин - башҡорт, тиһең, башҡорттар тураһында юғары фекер тыуҙырырға теләйһең икән - тәү сиратта был талапҡа үҙең яуап бир: уйҙарың, ғәмәлдәрең, кейемең һ.б. менән. Был ниндәй рангта булыуына ҡарамаҫтан, һәр кемгә ҡағыла.
Мәҫәлән, әрмелә хеҙмәт иткән башҡорт егеттәре тураһында һәр саҡ йылы һүҙҙәр генә ишетергә тура килә, сөнки улар яуаплы, ышаныслы, һәр саҡ таянырға мөмкин. Өлкән улымдың ант ҡабул итеүенә барҙыҡ та, Башҡортостандан икәнлекте белгәс, командирҙарының: "Иң ышаныслы егеттәр - Башҡортостандан", - тиеүе күңелгә май булып яғылды.
90-сы йылдарҙа, "Башҡорт ниндәй булырға тейеш?", тигәнгә: "Ул башҡортса һөйләшергә, шәжәрәһен белергә, милли музыка ҡоралдарында уйнарға тейеш", - тигәнерәк дәлилдәрҙе килтерерҙәр ине. Бөгөн замандар үҙгәрә, башҡорт заман менән бергә, типә-тиң атларға тейеш. Әлбиттә, барыһы ла юғары белем алһа яҡшы булыр ине, әммә был донъяла һәр кемдең тәғәйен урыны бар: кемдер иген үҫтерә, кемдер икмәк бешерә, шуға ҡарамаҫтан, бөгөн тракторист булып эшләгәндә лә камиллыҡҡа, белемгә ынтылырға кәрәк. Заман башҡорто булыу өсөн, үҙеңә ҡарата хөрмәт булһын өсөн кәрәк был. Шулай уҡ был сит илгә сығып тәжрибә алыу, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн дә мөһим шарт. Телдәр белеү ҙә мөһим.
Яңы технологияларҙы белеү өйҙә генә ултырып, сит илдәге ҡәрҙәштәрең, таныштарың, дуҫтарың менән һөйләшеү, аралашыу мөмкинлеге бирә. Әлеге ваҡытта беҙҙең мәҙәни, философик нигеҙҙәр үткәндәргә йүнәлтелгән, үткәндәр менән ғорурланабыҙ, ләкин киләсәк менән ғорурланырлыҡ итеп тә йәшәргә кәрәк бит. Тарихҡа, үткәндәргә таянырға, уны белергә кәрәк, шул уҡ ваҡытта алға ҡарарға һәм киләсәктәге моделде күҙалларға тейешбеҙ.

Һеҙ үҫкәндә Өфөлә башҡорт мөхите булдымы?

- Мине әсәйем - Ғәзизова (Таулыҡаева) Зәйтүнә Сабир ҡыҙы тәрбиәләне. Уның төп сығышы Хәйбулла районының Айыулы ауылынан. Ҡартәсәй беҙҙең менән йәшәне. Ҡалала йәшәһәк тә, йәй һайын мөмкинлек сығыу менән әсәйҙең тыуған яҡтарына, уның өлкән ағаһы йәшәгән Йәнтеш ауылына ҡайтып йөрөнөм. Ул яҡтарҙы яҡшы беләм, йәй һайын бала сағым Һаҡмар буйы тәбиғәтенә һоҡланып, бесән сабышып үтте, тип әйтә алам. Өйҙә лә, ауылда ла тик башҡортса аралашҡас, мәктәпкә барғанға тиклем рус теленә ҡарағанда башҡортса яҡшыраҡ һөйләшә инем. Белем биреү рус телендә алып барылған 100-сө мәктәптә уҡыным. Заманы шундай ине бит: беҙҙең башҡорт мөхите ғаилә һәм ауыл менән сикләнде. Хатта уҡыу йылдарында, ҡыҙыҡһынып, класс журналын ҡарағанда 42 бала араһынан 4 кенә башҡорт булыуын белдем.
Милләт-ара аралашыу теле, тип, ул ваҡытта балаларына күберәк рус телен өйрәтергә тырыштылар. Әммә мин тел проблемаһын тойманым, сөнки өйҙә тик туған телдә һөйләштек. Шуға был мәсьәләне етешһеҙлек кеүек күрмәнем. Бөгөн шул йылдарға анализ яһағанда, әлбиттә, ул ваҡыттағы мөхиттең тарлығын аңлайым.

Өләсәй-олатай менән үҫкән балалар шул тиклем бәхетле, сөнки улар халҡыбыҙҙың бай фольклоры менән тәүге таныштырыусы ла, үҙҙәренең үткәндәрен әкиәт кеүек итеп тәфсирләп һөйләүсе лә, әкиәттәр, китаптар уҡыусы ла...

- Өләсәй әкиәттәр һөйләй ине, тип әйтә алмайым, боронғоларҙы, үҙе күргән-кисергәндәрҙе, Ҡөрьән тәфсирҙәрен һөйләй торғайны. Таҡмаҡтар ҙа әйтеп ебәрә торғайны. Ә бына әсәйемдең Аҡъяр эргәһендәге Ҡараһыу ауылында йәшәгән өлкән апаһы Фирҙәүес Тапаҡова башҡорт фольклорын бик яҡшы белде, хәтерендәге меңләгән таҡмаҡ араһынан, кәрәклеһен мәлен, урынын тура килтереп, әйтеп ҡуя ине. Уның таҡмаҡтары төпһөҙ инеш кеүек, урғылып сығып торҙо. Ошо инәйҙе белеүселәр һаман да уның тураһында йылы хәтирәләр һаҡлай. Ошондай мөхиттең дә йоғонтоһо булғандыр инде миңә.

Бөгөн шундай бәхәстәр бара - башҡорт телен уҡытыуҙы ҡыҫалар, тел мәктәптә уҡытылмаһа, бөтәсәк, йәнәһе. Бәғзеләр телде һаҡлап ҡалыуҙың юлын ғаиләлә аралашыуҙа, ғаиләлә башҡорт мөхите булдырыуҙа күрә. Икенсенән, телде һаҡлау өсөн теләк кәрәк, тиҙәр. Һеҙ мәктәптә башҡорт телен бөтөнләй уҡымағанһығыҙ, әммә әсә телен онотмағанһығыҙ, башҡорт рухын һаҡлағанһығыҙ. Бөгөнгө хәл-торошто баһалап, нимә әйтерһегеҙ?

- Дөрөҫ әйтәһегеҙ, тәрбиә, рух башы - ғаилә. Ул яңы кешегә генә түгел, рухҡа ла, туған телгә лә ғүмер бирә, ошо ҡиммәттәрҙең инеш башы булып тора. Әгәр сығанаҡ, тамыр юҡ икән, тыштан күпме генә һыу ҡойма, үҫенте үҫмәйәсәк. Юҡҡа ғына, баланы түгел, башта үҙегеҙҙе тәрбиәләгеҙ, тимәйҙәр атай-әсәйҙәргә. Әгәр бала ғаиләлә, атай-әсәйендә туған телгә ихтирам тоя икән, үҙе лә уны ихтирам итәсәк.
Бөтөн илдәрҙә 3-4 тел белеү нормаль күренеш. Күпме тел беләһең - һин шул тиклем кеше, тип тә әйтеүҙәре урынлы. Тормош шулай булғас, хәҙер күптәр русса һөйләшеү генә түгел, хатта русса уйлай. Шуға ҡарамаҫтан, рус теле рус булмаған милләттәр өсөн сит тел. Шулай булһа ла, уны туған телебеҙгә ҡарағанда нығыраҡ һәм яҡшыраҡ беләбеҙ. Ул беҙҙең туған телебеҙгә әйләнеп бөткән. Йәғни рус булмаған халыҡтарға туған теленән башҡа ике-өс телде белеү шулай кәрәк тип ҡабул ителә икән, башҡа милләттәр ҙә ғәҙәти күренешкә әйләнгән был матур өлгөгә эйәрә ала.
Ҡалала башҡорт теле проблемалары буйынса социологик һорау алыуҙар үткәргәндә, күпселек өфөләрҙең был мәсьәләгә бик тыныс ҡарауы аптыратты. Йәғни, улар телдәр өйрәнеүгә тыныс ҡарай һәм аңлап ҡабул итә. Кемделер ҡәнәғәтләндермәй икән, был да аңлашыла - кешегә ай ҙа, ҡояш та ярамаған кеүек, ундайҙарҙың үҙҙәренең ихтыяжы. Ләкин телдәр белеү - ул бит ауырлыҡ түгел, ә байлыҡ. Ни тиклем күп тел беләһең, эргәңдә йәшәүселәрҙе, уларҙың психологияһын шул тиклем нығыраҡ аңлайһың һәм бынан тормош тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ ҡына. Башҡортостан халҡы бит иңгә-иң терәшеп, биш быуат самаһы татыу һәм дуҫ йәшәй, беҙҙең дуҫлыҡ быуаттар буйына формалашҡан. Ошо ваҡыт эсендә ниндәй генә тулҡындар үтмәгән. Әммә генетик кимәлдә бер-береңә, мәҙәниәтеңә, тарихыңа толерант мөнәсәбәт һаҡланып ҡалған һәм әле лә һаҡлана.

Ваҡытында һеҙ Төркиәлә магистратура тамамланығыҙ. Ситтә белем алғандарҙың йәки йәшәгәндәрҙең кемеһенән генә һорама, хатта улар иң үҫешкән илдәрҙә ғүмер итһә лә, барыбер Башҡортостанды, Өфөнө һағыныуын йәшермәй. Һеҙ баш ҡаланы - тыуған ҡалағыҙҙы һағына инегеҙме?

- Дөрөҫөн әйткәндә, тыуған ереңде ни тиклем яратыуыңды бөтөн йөрәгең, йәнең-тәнең менән ситтә булғанда нығыраҡ тояһың һәм аңлайһың. Ситтә бөтөнләй икенсе мөхит, икенсе телдә һөйләшәләр, мәҙәниәт, традициялар, ғөрөф-ғәҙәттәр башҡа. Яйлап ошо мөхиткә өйрәнәһең, шул уҡ ваҡытта тыуған ил ҡәҙерен ысынлап аңлайһың..
Әлбиттә, белемең, һөнәрең, теләгең бар икән, сит илгәме, Рәсәйҙең башҡа төбәгенәме барып эшләп ҡайта алаһың, әммә үҙ илең барыбер үҙеңдеке булып ҡала.

Өфөлә үҫеүселәр, әлбиттә, баш ҡаланы арҡырыһынан-буйына йөрөп, уның һәр мөйөшөн тикшереп бөткәндер инде, шулай ҙа иң яратҡан урынығыҙ ҙа барҙыр?

- Иң яратҡан урын, әлбиттә, бала сағым үткән ерҙәр. Әсәй Урал дәүләт консерваторияһын тамамлағандан һуң ғүмер буйы бер генә урында эшләне - уның хеҙмәт кенәгәһендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры тигән бер генә яҙыу тора. Диплом алыу менән Башҡортостандан саҡырыу булып, шунда уҡ фатир биргәндәр һәм сабый сағым Новостройка районында үтте. Күпселеген Октябрь проспектында йәшәргә тура килде. Юл буйында 5 ҡатлы йорттар тора, ә ихата эсендә - ағас өйҙәр. Ауылдағы кеүек, бар бабайҙар, әбейҙәр, дуҫ малайҙар шул ихатала була торғайныҡ. Әлбиттә, ошо урындар ғүмер буйы ҡәҙерле иҫтәлек булып йөрәк түрендә йәшәйәсәк. Мәктәпкә барған юлдар, малайҙар менән өй баштарына менеп, уҡтан атып йөрөгән ваҡыттар йылы хәтирәләр булып һаҡлана.

Ваҡытында Өфө ҡала хакимиәтендә лә эшләнегеҙ, баш ҡаланы ябай граждандар кеүек тыштан ғына түгел, уны эстән дә - проблемаларын, нескә урындарын - яҡшыраҡ беләһегеҙ. Мөмкинлегегеҙ булһа, нимәне үҙгәртер инегеҙ?

- Үҙгәртеүҙең мәғәнәһе бармы икән? Крайҙы өйрәнеүселәр юҡҡа ғына теге бинаны һүттеләр, быныһын емерҙеләр, аллея урынына юл һалынған, тип һөйләмәй. Бер яҡтан, уларҙың һүҙендә ниндәйҙер консервациялау фекере ятҡан кеүек: бер нәмәгә лә тейергә ярамай. Икенсе яҡтан, бәғзеләр Өфөнөң етерлек кимәлдә уңайлы, тейешенсә заманса булмауын билдәләй һәм нимәлер ҡуйырға йәки алырға, нимәнелер үҙгәртергә тәҡдим итә. Был ике фекер бер-береһенә ҡаршы килә. Брендҡа әйләнгән Өфө йүкәләрен һаҡларғамы, әллә юлдары тура, тығынһыҙ, инфраструктура үҫешкән заманса Европа кимәлендәге ҡалала йәшәргә теләйбеҙме? Беҙ теләйбеҙме, теләмәйбеҙме, үҙгәрештәр булып тора һәм ҡала ла һәр ваҡыт үҙгәрәсәк. Әлбиттә, тарихи архитектура өлгөләре, тәбиғи, милли-мәҙәни ҡомартҡылар ҡалырға, мәҫәлән, Нияз Мәжитов асып, бөтөн донъяға күрһәткән "Өфө-2" башҡорт ҡалаһы һәм шуға оҡшаш археологик ҡомартҡылар мотлаҡ һаҡланырға тейеш. Ул - донъя әһәмиәтендәге һәйкәл. Ә башҡалар яйлап барыбер ҙә үҙгәрә - йорттар ҙа, юлдар ҙа, парк-аллеялар ҙа. Эволюция ҡанундарына ярашлы, һәр нәмә үҙгәрә. Әммә беҙ Европа-Азия сигендә урынлашҡанлыҡтан, баш ҡаланың үҙенең йөҙө булыуы зарур. Сөнки бында көнсығыш мәҙәниәте лә, Европа мәҙәниәте лә сағылыш табырға, шул уҡ ваҡытта уның Башҡортостандың баш ҡалаһы булараҡ, үҙ милли йөҙө булырға һәм ул һаҡланырға тейеш. Йәғни яңы төҙөлгән йорттар үҙенең стиле менән айырылып торһон, урамдар, парктар милли колорит менән эшләнһен, рух һаҡланһын ине.

Өфөлә, һеҙҙең ҡарашҡа, милли стиль, милли колорит бармы?

- Һуңғы ваҡытта әҙ-мәҙ күренә башланы: йорт фасадтары милли орнамент менән биҙәлә. Был тема хәҙер республика етәкселегенең дә иғтибар үҙәгендә. Ниндәй генә ҡаланы алып ҡараһаҡ та, уның үҙенсәлекле, онотолмаҫ урындары була. Мәҫәлән, Мәскәү - ул Кремль, Ҡыҙыл майҙан, Санкт-Петербург - Эрмитаж, Ҡышҡы һарай. Шуның кеүек, Өфө лә үҙенең мотлаҡ булырға тейешле йөҙө менән тартып, ылыҡтырып торһа, насар булмаҫ. Ул хатта ҡала төҙөлөшөнөң генераль планы үҙгәртелгәндә лә үҙгәрешһеҙ ҡалырға тейеш.
Әле шундай тренд барлыҡҡа килде - артыҡ сығым талап итмәгән һәйкәлдәр, композициялар, яҙыусыларҙың, композиторҙарҙың бюстары урынлаштырыла, һәйкәлдәр ҡуйыла. Шулай уҡ урамдарға ла арҙаҡлы башҡорттарҙың исеме бирелә - былар барыһы ла яҡшы күренеш. Үкенескә күрә, Өфө парктар күләме буйынса бик маҡтана алмай: быны дүрт бала атаһы булараҡ әйтәм, сөнки баш ҡалала балалар менән прогулкала йөрөү еңел түгел. Шуға, халыҡ ял итһен өсөн тейешле урындар күберәк булыуын теләргә ҡала. Улар ҙа билдәле бер стилистика менән эшләнергә, үҙҙәренең милли йөҙө булырға тейеш.

Был йәһәттән баш ҡалала "Урал батыр" эпосы, "Төньяҡ амурҙары", эпос батырҙары, башҡа геройҙар һәйкәлдәре урынлаштырылған аллеялар, комплекстар, ансамблдәр эшләү тураһында идеялар булып тора, әммә улар идея кимәлендә генә ҡала килә. Ошо тәҡдимдәр буйынса фекерегеҙ?

- Әлбиттә, ыңғай ҡарайым, әммә шул уҡ ваҡытта аңларға ла кәрәк: идеялар, фантазиялар күп, ләкин ҡаланың маҡсат-бурыстары ла бихисап - транспорт ваҡытында йөрөһөн, урамдар ҡышҡыһын таҙа булһын, урамдарҙа ут янып торһон һ.б. Әлбиттә, әлеге ваҡытта мөмкинлектәр ныҡ сикле. Шул уҡ элекке урамдың исемен яңы атамаға алыштырыу өсөн генә лә күпме сығым кәрәк: алтаҡтаны ғына алмаштырҙың да бөттө түгел, бөтөн документтарҙы, штамп-мисәттәрҙе, шул урамда йәшәүселәрҙең паспорттағы теркәлеү урынын - барыһын да алыштырырға кәрәк. Был тиҫтәләрсә миллион сығым талап итә. Әгәр аҡсаны башҡа нәмәгә тотонорға кәрәкмәй икән, урамдарҙың исемдәрен алыштырырға мөмкин. Ә беҙгә светофорҙар ҡуйырға, ҡайҙалыр асфальт түшәргә, икенсе нәмәләр эшләргә кәрәк. Яңы урамдарға исем ҡушыу иҡтисади күҙлектән ҡарағанда, осһоҙораҡ. Хәҙер һәр урамдың исемен алыштыра башлаһаҡ, һуңынан ҡала етәкселеген аҡсаны елгә осороуҙа ғәйепләйәсәктәр. Шуға ҡарамаҫтан, ҡаланың үҙ йөҙө булырға һәм беҙ ситтән килеүселәрҙе һоҡландырырға тейешбеҙ. Бөгөн нимә менән һоҡландыра алабыҙ: тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, телебеҙ менән. Бөтөн донъяла шулай. Хәҙерге глобалләшеү ваҡытында Таиландта ла, Ҡытайҙа ла компьютерҙар эшләйҙәр. Ә илдең, дәүләттең үҙенсәлеге нимәлә: халҡында, мәҙәниәтендә, тарихында, телендә. Шуға, ҡайһы ғына илгә барып төшһәң дә милли мәҙәниәттәре, аш-һыуы менән таныштырасаҡтар, шуларҙы тәҡдим итәсәктәр. Ошо үҙенсәлектәр халыҡ араһында иғтибарға лайыҡ та. Шуға ошоларға нығыраҡ иғтибар бүлергә кәрәк.

Өфөнөң имиджын үҫтереү, уны киңерәк таратыу буйынса етерлек эшләнәме? Сөнки сит илдәрҙә генә түгел, хатта Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә лә башҡорттарҙың кем икәнен, Башҡортостандың ҡайҙа урынлашҡанын белмәйҙәр, тиҙәр... - Был - тормошҡа ашырыу йәһәтенән бик ҡатмарлы мәсьәлә. Территориаль маркетинг тигән төшөнсә бар, йәғни, төбәкте күрһәтеү. Ул тотош тикшеренеү проблемаларын үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, республиканы йәки баш ҡаланы ниндәй өлкәлә, ниндәй маҡсаттан сығып күрһәтергә теләйһең? Сит илдәрҙән туристар килһен өсөнмө, әллә инвесторҙар килһен типме? Мәҫәлән, мең ярым ҡытай экскурсияға килде икән, ти. Уларҙы ҡайҙа урынлаштырырға, ҡайҙа алып барырға? Әле, Аллаға шөкөр, ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттарына Европа кимәлендәге ҡунаҡханалар төҙөнөк. Хәҙер илдәге күп конгрестар Өфөлә үтә. Бындай ҡунаҡханалар баш ҡалала ғына. Килгән ҡунаҡтарға нимә күрһәтә алабыҙ: Салауат Юлаев һәйкәле, Конгресс-холл, Дуҫлыҡ монументы һәм Ләлә мәсете. Артабан ҡайҙа алып барырға? Райондарға алып сығыу өсөн ҡунаҡханалар, экологик ҡаласыҡтар, туристик маршруттар, сувенир продукцияһы, ете телгә тәржемә итә алған гид-тәржемәсе кәрәк. Эйе, беҙ туристарҙы саҡыра алабыҙ, әммә улар килеп, төбәкте тейешле кимәлдә күрһәтә алмаһаҡ, кире имидж ғына эшләйәсәкбеҙ. Ҡунаҡ саҡырғас, итең бешергә тейеш, итең бешмәһә, битең бешә.
Икенсе мәсьәлә: Өфөнө ҡайҙа күрһәтергә теләйбеҙ - Рәсәйҙәме, әллә донъяламы? Үҙебеҙ өсөн асыҡлағас, ниндәй ҡалаларҙа икәнлеген билдәләргә кәрәк. Был маҡсатлы алып барылған мәғлүмәт кампанияһы булырға тейеш. Ниндәй маҡсат менән пиар-кампания башларға теләйбеҙ - шул аудиторияға мөрәжәғәт итергә, шуларға сығырға кәрәк. Был эш етди сығымдар талап итә. Беренсенән баҙарҙы тикшереү зарур, икенсенән, ниндәй һөҙөмтә көтәһең: туристар килһенме, инвесторҙармы, спортсылармы, ағас эшкәртеүселәрме, сәнәғәтселәрме... Әлбиттә, мәғлүмәт тә булырға тейеш. Мәҫәлән, фольклориада үткәрәбеҙ икән, был хаҡта бөтөн донъя беләсәк. "Апимондия", Бөтә донъя балалар уйындары - был йәһәттән баш ҡаланы һәм республиканы күрһәтеү бара, иң мөһиме, һөҙөмтәне үҙебеҙ күҙалларға тейешбеҙ. Нимәлер эшләрҙән алда, уны ни өсөн эшләгәнеңде үҙең аңларға, ҡыҙыҡһыныу белдергән аудиторияны өйрәнергә, кәрәк икән, уларға мөрәжәғәт итергә тейешһең. ВВС күрһәткән фильм менән үҙең хат таратыу бер түгел. Әле эш алып барыла, киләсәктә һөҙөмтәһе лә булыр тип ышанайыҡ.

Бөгөн республика гәзиттәре заманға яраҡлашырға тырыша, үҙенең юлын һайлай, ҡайһыларылыр электрон варианттарға күсә. Беҙ үҙебеҙҙең менталитет менән электрон гәзиттәргә күсергә әҙербеҙме?

- Донъяла баҫма матбуғат ҡаламы, әллә уларҙы электрон матбуғат баҫма ҡыҫырыҡлап сығарамы, тигән бүленеш юҡ. Республикала ла ундай хәл булмаясаҡ, сөнки беҙ донъя буйынса ҡарап, күҙәтеп торабыҙ. Донъялағы баҫма матбуғат бөгөн үҙен Рәсәй баҫма матбуғатына ҡарағанда, проблемалары булһа ла, ышаныслыраҡ тоя. Европала баҫма матбуғаттың иҡтисади, матди хәле яҡшыраҡ. Шулай уҡ Бөйөк Британияла шундай тенденция күҙәтелә, халыҡ электрон гаджеттарҙы ҡулланыуҙы кәметеп, баҫма матбуғатҡа яҙыла, һөҙөмтәлә, тираж арта. Финляндияла интернет бынан 10 йыл элек тулыһынса үтеп бөтөүенә ҡарамаҫтан, халыҡтың 90 проценты урындағы гәзит-журналдарға яҙыла. Әлбиттә, улар эшләгән иҡтисади шарттар - уныһы икенсе мәсьәлә. Германия, Франция, Англия кеүек үҫешкән илдәрҙә баҫма матбуғатҡа дәүләт ярҙамы күберәк күрһәтелә - субсидиялар, һалым ташламалары бирелә.
Мәҫәлән, Францияла 18 йәшкә еткән һәр йәш кеше теләгән гәзитенә бушлай яҙыла ала, ә Германияла "Мәктәптәге журналдар" программаһы эшләй һәм уның буйынса 30 балалар журналынан торған комплектҡа бушлай яҙылырға була. Голландияла һәр студент биш йыл дауамында бер журналды бушлай алдырыу мөмкинлегенә эйә.
Рәсәйҙә иһә әлегә ошо яңылыҡтарҙы ҡарап, күҙәтеп баралар һәм Хөкүмәткә ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр, тәҡдимдәр индерәләр. Хатта милли матбуғат өсөн. Әле бына саха коллегалар инициативаһы менән Рәсәйҙә Милли киң мәғлүмәт саралары ассоциацияһы ойошторолдо. Милли баҫмалар баҙарға яраҡлашып китә алмай, реклама биреүсе баҙар ҡеүәте ҙурыраҡ булған мәғлүмәт сараһына, йәғни рус телле баҫмаларға йөҙ тота. Уларҙы милли һәм балалар баҫмалары ҡыҙыҡһындырмай. Ләкин милли киң мәғлүмәт сараларының тәғәйенләнеше социаль йүнәлешле - тел, мәҙәниәт, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, балалар өсөн рухи тәрбиә биреү һ.б. Шуларҙы иҫтә тотоп, уларға айырым ҡараш булырға тейеш. Быны Хөкүмәт тә аңлай һәм мөмкинлектән сығып, милли баҫмаларға ярҙам күрһәтелеп тора.
Электрон киң мәғлүмәт сараларының баҙарҙа үҙ урыны бар, әммә видеомагнитофондар барлыҡҡа килгәс, барыһы ла, тиҙҙән театрҙарҙың, кинотеатрҙарҙың кәрәге лә ҡалмаясаҡ, улар ябылып бөтәсәк, ти ине. Видеокассеталар DVD-дисктарға алышынды, улары флешкаға күсеп бөттө, телевизор бар, интернет бар, театрҙарға, кинотеатрҙарға халыҡ барыбер йөрөй. Бының менән нимә әйтергә теләйем: матбуғаттың йәмғиәттә үҙенең урыны бар һәм ул урын юғалмаҫ, тип уйлайым һәм өмөтләнәм.

Шулай итеп...
Әңгәмәне йомғаҡлап, "Ғүмерегеҙҙең бер артылышына еттегеҙ, артҡа боролоп ҡарап, үҙегеҙ өсөн ниндәй һығымталар яһай алаһығыҙ, нимәләрҙе һәйбәт эшләнегеҙ, нимәләрҙе эшләп еткермәнегеҙ... Эх, тип үкенгән ваҡыттарығыҙ булдымы?" - тигән һорауға Марат Әсхәт улы түбәндәгесә яуап ҡайтарҙы: "Үткән юлыма үкенмәйем, һайлаған һөнәремдән ризамын. Тарихҡа тартылдым, саҡ ҡына үҙгәртеп, гуманитар тарафҡа йүнәлеш алдым. Ләкин иң ҙур ҡаҙанышым - минең дүрт балам. Ғүмерҙә лә, ҡалала йәшәп, дүрт бала атаһы булырмын, тип уйламағайным. Шуға, кешенең был донъяла ҡалған иң мөһим эҙе - уның балалары, тип уйлайым. Сөнки байлыҡ, дан, дәрәжә - улар бөгөн бар, иртәгә юҡ. Минең байлығым, даным, дәрәжәм - башҡортса һөйләшкән балаларым!"

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.12.17 | Ҡаралған: 992

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru