«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘСКӘҮ СӘХНӘЛӘРЕН ЯУЛАП...
+  - 

2006 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте "Рәсәй рухы" тигән премия булдырғайны. Йыл һайын был премия менән фольклор, йыр һәм бейеү, халыҡ музыка ҡоралдары ансамблдәре, оркестрҙар, сәсәндәр, биҙәү-ҡулланма оҫталары бүләкләнә. Быйыл Сибай сәнғәт колледжы ҡарамағындағы "Урал батыр" сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, сәсәниә Асия ҒӘЙНУЛЛИНА конкурстың "Традицион халыҡ мәҙәниәте" номинацияһында билдәләнде. Ул республиканан был премияға лайыҡ булыусы дүртенсе шәхес. Был сәфәре хаҡында Асия Солтан ҡыҙы үҙе һөйләй:

- Премия "Халыҡ көйө", "Халыҡ йыры", "Халыҡ бейеүе", "Традицион халыҡ мәҙәниәте" һәм "Халыҡ оҫтаһы" номинацияларында 15 сәнғәт эшмәкәренә тапшырылды, матур гала-концерт та булды. 10 йыл эсендә бөтәһе 165 премия тапшырылған. Мәскәүгә "Рәсәй рухы" премияһын алырға барыу мәленә тағы ла бер нисә сараны тура килтереп, был сәфәрҙе бик эшлекле кимәлдә үткәрҙек. Сибай ағинәйҙәре, "Талир тәңкә" төркөмө ағзалары - барыбыҙ 10 кеше юлландыҡ Мәскәүгә. Тәүге көндө үк Дәүләт Думаһында депутат Зариф Байғусҡаров менән осраштыҡ. Иртәгәһенә Башҡортостан Республикаһы вәкиллегендә "Урал батыр" эпосын презентациялау булды. Унда Мәскәү башҡорттары, Сибайҙа белем алған һәм бөгөнгө көндә баш ҡалала эшләп йөрөгән фольклорсылар, ғалимдар йыйылды. Был сараны Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторҙо. Оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙек. Башҡорт милли ризыҡтары менән һыйланыҡ. Үҙебеҙ менән буҙа, ҡымыҙ, ҡаҙы, 5-6 төрлө ҡорот, май, эремсек, ҡурмас алып барғайныҡ. Йылҡы итенән бишбармаҡ бешерҙек. Барыһы ла башҡорт ризыҡтарының төрлөлөгөнә хайран ҡалды.
Шул уҡ мәлдә Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йортонда халыҡ ижады буйынса 10 көнлөк семинар бара ине. Унда мин "Урал батыр" эпосын презентациялап, шулай уҡ балалар фольклоры буйынса 45 минутлыҡ лекция менән сығыш яһарға тейеш инем. Сығышым 3 сәғәткә һуҙылды, сөнки материал бик ҙур ине. Унда бөтөн Рәсәйҙән фольклорсылар йыйылғайны. Тәнәфескә туҡталғанда ағинәйҙәрем тағы ла башҡорт милли аштарынан табын әҙерләп торҙо. Бишбармаҡһыҙ булһа ла, ҡатнашыусыларҙы ҡаҡланған ҡаҙылыҡ, ит, сәк-сәк, бауырһаҡ, ҡоймаҡ, буҙа, ҡымыҙҙан ауыҙ иттерҙек. Бынан тыш, биҙәнеү әйберҙәре - ҡашмау, селтәрҙәрҙән күргәҙмә ойошторҙоҡ. Барғанда үҙебеҙ тейәп алып барған хазиналарҙы күрһәттек. Был ижад йорто тарихында бер милләттең ошондай ҙур күләмле сығышы беренсе тапҡыр ойошторола, тине етәкселәр.
Сәфәребеҙҙең тағы ла бер маҡсаты - "Этно-эрато" Евразия милли костюм юғары модаһы конкурсында ҡатнашыу ине. Был бәйгелә мотлаҡ этнографик костюм күрһәтелергә тейеш. Шуға ла Мәскәүҙә йәшәгән милләттәшебеҙ Мәҙинә Илһамова беҙҙән ярҙам һорағайны. "Талир тәңкә" төркөмө улар менән бергә ҡатнашып, 228 бәйгесе араһында 3-сө урынға лайыҡ булдылар. Шуны ла әйткем килә, беҙ Мәскәүҙә әйберҙәребеҙҙе һөйрәп, метронан метроға йөрөмәнек. Башҡортостан вәкиллеге төркөмгә лә, миңә лә махсус машина биреп ҡуйҙы.
Ә был төп сарала - "Рәсәй рухы" премияһын тапшырыуҙа сәсәндәрҙән мин генә булдым. Бөтәһе 15 төбәктән килгәйнеләр, 2-әүһе биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары, ҡалғандары йырсылар, бейеүселәр, төрлө музыка ҡоралында уйнаусылар. Лауреаттар исеменән шулай уҡ мин генә рәхмәт һүҙе әйттем, режиссер шулай хәл итте. Һәр лауреат сығыш яһаны, бөтәһенә лә 2-шәр минут ваҡыт бүленде, миңә 10 минут сығыш яһарға рөхсәт иттеләр. "Урал батыр" эпосынан, "Алпамыша" эпосынан өҙөк һөйләнем, балалар фольклорынан һәтестәләп күрһәттем. Һәр сығышҡа унда нимә тураһында һүҙ барасағы тураһында бәләкәй генә анонстар эшләнем. Улым Баязит Ғәйнуллин сәхнәгә минең менән сыҡты, ҡумыҙҙа уйнаны, икәүләп өзләнек тә. Берәү ҙә сабырһыҙланып, күп һөйләйһең, тимәне, мин сығыш яһағанда зал тып-тын булды.
Ғөмүмән, миңә ҡарата ихтирамлы ҡараштары, мөнәсәбәттәренән шуны аңланым: Рәсәйҙә, ысынлап та, сәсәнлек мәктәбе юҡҡа сыҡҡан. "Сәсән" тип иғлан иттеләр, экрандарға "сәсән" тип яҙҙылар, йәғни, быға тиклем улар ишетеп өйрәнгән аҡын тигән билдәләмәгә "сәсән" тигәне өҫтәлде. "Иғтибар менән тыңлағыҙ, был бейеү ҙә, таҡмаҡ та түгел, был - халыҡ сәсәне һүҙе", - тине режиссер ҙа репетицияла. Һәр бер һүҙемә ҡул саптылар, һәр һүҙемде күтәреп алып ултырҙылар. Мәскәүҙә бына шулай 6 төн йоҡлап, һәр көнөбөҙҙө уңышлы үткәреп, үҙебеҙ менән шул тиклем ҡәнәғәт булып ҡайтып индек.

Ләйсән НАФИҠОВА

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.12.17 | Ҡаралған: 893

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru