«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҪМЕРҘӘР БЕР-БЕРЕҺЕНӘ "БИРЕШМӘ!" ТИП ӨНДӘШӘ ХӘҘЕР
+  - 

Күптәр иғтибар иткәндер, 21 декабрҙән "Бирешмә!" тип аталған үҫмерҙәр өсөн беренсе башҡорт сериалы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы экрандарына сыҡты.

Ниндәй генә ҡаршылыҡтар осраһа ла, хыялдарына тоғро ҡалырға хәл иткән үҫмерҙәрҙең тарихы йәштәштәренә генә түгел, өлкәндәргә лә оҡшаясағына шик юҡ. Төп ролдәрҙә "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы аша һәр беребеҙгә таныш йәштәр - Гәлсәр Байғусҡарова, Гөлгөнә Баһауетдинова, Хәйҙәр Вәлиев, Данир Ғимаҙиев. "Бирешмә!" сериалын музыкаль фильм тиһәң дә була, һәр серияла төп геройҙар башҡарыуында бер нисә йыр яңғырай. Уларҙы Айҙар Хәмзин менән RNT яҙған, шулай уҡ билдәле башҡорт йырсылары репертуарынан да йырҙар бар. "Тамыр" телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина әйтеүенсә, сериалды төшөрөү мәлендә ошо йәштәрҙән торған вокал төркөм барлыҡҡа килгән һәм ул, әлбиттә, "Бирешмә" тип аталған. Йыл дауамында төркөм төрлө бәйгеләрҙә, концерттарҙа ла ҡатнашҡан һәм йыл һуңында "Йәшлек-шоу"ҙа еңеүсе булған. Гәлсәр Байғусҡарова "Алтын" Беренсе йәштәр премияһында "Йыл йырсыһы" тип танылған. Гөлгөнә Баһауетдинова ошо көндәрҙә Өфөлә үткән "Башҡортостан гүзәле" конкурсында еңеп сыҡҡан.
Һәр серия менән тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренгән тарих төрлө ваҡиғалар менән байый бара. Һауа шарында осоу булһынмы, дауахана реанимацияһымы - һәр береһе геройҙарҙы яңы яҡтан аса. Һәр геройҙың үҙенең тарихы, ғаиләләрендәге мөнәсәбәттәр ҙә үҙенсәлекле. Шулай ҙа йәш актерҙарға был тәүге тәжрибә ныҡ оҡшаған, "Беҙ үҙебеҙҙе уйнаныҡ, шуға еңел булды", - ти Хәйҙәр менән Данир.
Айгөл Ибраһимованың геройын да тамашасы яратып өлгөргәндер. Үкенескә күрә, Айгөл тормошта ла ошондай ауыр һынауға дусар. Уның әсәһе, "Әсә йөрәге" Әсәләр советы рәйесе Гөлшат Ибраһимова билдәләүенсә, "Тамыр"ҙарҙың ошондай үҙенсәлекле балаларҙы үҙҙәренең проекттарына йәлеп итеүе хуплауға лайыҡ. "Беҙҙең ғаилә өсөн ҡыҙымдың сериалда төшөүе етди аҙымға этәрҙе - беҙ операция эшләтергә ризалаштыҡ. Бирешмә, тип бер-беребеҙҙең кәйефтәрҙе күтәреп алабыҙ йыш ҡына", - ти Гөлшат Әхәт ҡыҙы.
Сериалда ҡатнашыусы профессиональ артистар иһә балаларҙың һәм проектты тормошҡа ашырыусыларҙың ихласлығынан мөкиббән киткән. Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров әйтеүенсә, артистар үҙҙәрен мөғжизәле донъяға килеп ингән кеүек тойған. "Йәмәғәт, - тине Илдар Ибраһим улы сериалды презентациялау сараһында тамашасыларға мөрәжәғәт итеп, - әгәр ҙә йәнегеҙҙе дауаларға теләһәгеҙ, тап ошо мөхиткә эләгергә тырышығыҙ. Ошо мөхиттә үҙемдең йәшемде лә, кемлегемде лә оноттом, улар менән бергә бала сағыма әйләнеп ҡайтып, ошо сихри мәлдәрҙе кисерҙем".
- "Тамыр" каналы бөгөн ҙур уңыштарға өлгәшә, үҫмерҙәр өсөн махсус сериал төшөрөү ҙә ошоноң күрһәткесе. Төп геройҙар "Сәңгелдәк" тапшырыуында башлаған юлын бөгөн сериалда дауам итә. Был эшкә күп көс һалынған һәм уға ҙур өмөттәр ҙә бағлайбыҙ. Элек "контент" тигән һүҙҙе эшмәкәрлеге телевидение менән бәйле кешеләр генә ҡуллана ине, бөгөн контенттың нимә икәнен һәр бала белә. Телевизорҙа ла, интернетта ла төрлө темаға контент күп, кем нимә менән шөғөлләнә, үҙенә кәрәклеһен табып, ҡарай ала. Ошо бай контент араһында "Бирешмә!" сериалы үҙенең тамашасыларын табып, лайктар йыйып, телевидениеның рейтингын күтәрһен, - тине БР Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова ла проектта ҡатнашыусыларҙы ҡотлап.

Шулай итеп...
"Тамыр" телеканалының йәш быуынды тәрбиәләүҙәге, уларҙың күңелен үҫтереүҙәге эшмәкәрлеге тураһында күп тапҡырҙар яҙғаныбыҙ булды. Ғөмүмән, уларҙың һәр эше оло баһаларға, хуплау һүҙҙәренә лайыҡ. "Башҡортостан" дәүләт теле-радио компанияһы директоры Рөстәм Зарафетдинов юҡҡа ғына "Тамыр" - ул Бөтөн Рәсәй телевидениеһы киңлегендә сифат билдәһе булараҡ ҡабул ителә", тигән баһа бирмәгәндер уларға. Ә был сериал иһә үҫмерҙәр араһында башҡорт теле мөхитен киңәйтеү йәһәтенән дә, бер-береһен "Бирешмә!" тип хуплау буйынса ла ҙур эш башҡарасаҡ әле.

Ләйсән НАФИҠОВА

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.12.17 | Ҡаралған: 1027

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru