«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӘХЕТТӘР ТЕЙӘП КИЛҺЕН...
+  - 

Киләһе йыл - көнсығыш календаре буйынса эт йылы. Йыл бөтөн йәһәттән дә тыныслыҡ һәм гармония осоро буласаҡ, дәүләттәр үҙ-ара берләшәсәк, ул һәр кемгә уңыш килтерәсәк, ти белгестәр. Ә ошо йылда тыуғандар йылға ниндәй өмөттәр бағлай икән? Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актрисаһы Альбина ДӘҮЛӘТБӘКОВА менән ошолар тураһында әңгәмәләшәбеҙ.

Альбина, сәхнәлә эт ролен башҡарғанығыҙ бармы?

- Театр сәхнәһендә мин хәҙер 11 йыл. Быйыл бала ҡарау ялынан эшкә сығып, ҙур теләк һәм илһам менән ижади мөхиткә сумып йөрөгән мәлем. Спектаклдәрҙә, ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙ актрисалар башҡарған йәнлектәр - ҡуян, сысҡан, төлкөләрҙе уйнағаным бар, ә бына эт образы эләккәне булманы. Ә бына ялға китергә йыйынған мәлдә Яңы йыл тамашаһында мин эт булып уйнағайным. Быйыл да ошондай уҡ шыршы байрамында эт ролен башҡарам.
Беҙҙең театр бик үҙенсәлекле, беҙ ҡурсаҡтар менән эшләйбеҙ. Ҡурсаҡ сәхнәлә терелеп, йәшәп китһен өсөн уға актерҙың хис-тойғоһо күсергә тейеш. Ҡорған артында - үҙең, ҡорған өҫтөндә ҡурсағың уйнай. Шуға ла артист ихласлыҡ, мөғжизәгә ышана белеү кеүек сифаттарға эйә булырға тейеш. Ғөмүмән, бөгөнгө балалар башҡараҡ, улар күпте белә, бер нәмәгә лә аптырап бармай, бер урында оҙаҡ ултырып сыҙамай. Ошоларҙы иҫәпкә алып, төрлө ысулдар ҡулланып ижад итергә тырышабыҙ. Авансценала актер үҙе сығып күренеп, шунан ғына ҡорған артына инеп, ҡурсаҡ булып уйнай ала йәки башҡа берәй сара уйлап табыла. Тамашасыларыбыҙ үҙемдең ҡыҙым һәм улымдың йәштәштәре, шуға ла әсәй булараҡ, уларҙың нимә уйлауҙарын, нимә тураһында хыялланыуҙарын, нимәгә ышаныуҙарын беләм, тип әйтә алам. Улар менән бер тулҡында булғанда, актерға эшләүе еңелерәк.

Йондоҙнамәгә ышанаһығыҙмы? Эт йылында тыуғандарға ниндәй сифаттар хас?

- Һәр көнгә тәғәйенләнгән йондоҙнамәләргә бөтөнләй иғтибар бирмәйем. Ә бына ошо көнсығыш йондоҙнамәһенә ышанам. Үҙемдең йылымды һәм үҙемде белгән кеше булараҡ, ысынлап та, ниндәй йылда тыуыуың һинең холҡоңда ла сағыла икәнен беләм. Этте ниндәй тип беләбеҙ? Ул хужаһына тоғро, дуҫ була белә. Унан һуң, был йылда тыуғандарға яуаплылыҡ, әйткән һүҙенә тоғро булыу хас. Эш яратабыҙ, үҙебеҙ өсөн ҡәҙерле булғандарға, ихтирам иткән кешеләребеҙгә тоғробоҙ. Мин нимәлер эшләргә вәғәҙә иткәнмен икән, был үҙемә нисек кенә ҡыйынлыҡтар тыуҙырмаһын, барыбер үтәп ҡуям. Эт йылында тыуғандарҙың барыһында ла күҙәтелә ошо сифаттар, шуға ла йылдың кешенең холоҡ-ҡылығына йоғонтоһо барҙыр.

Яңы йылда ижадта, шәхси тормошта нимәләр көтәһегеҙ?

- Һәр йылға тик изге ниәттәр, теләктәр, өмөттәр менән аяҡ баҫаһың бит ул. Үҙемдең йылым да булғас, ул миңә икеләтә уңыштар килтерер, тигән өмөттәмен. Эшемде һағынып өлгөргәйнем, көс тә, дәрт тә, эшләргә ынтылыш та бар һымаҡ, шуға ла ижади яҡтан бай булыр, тип уйлайым. Ғаиләм - ысын мәғәнәһендә ҡәлғәм, был йыл бәхеттәре менән килһен. Яҡты уйҙар менән йәшәйек, милләттәштәр, шул саҡта тормошобоҙ ҙа күркәм булыр. Сөнки һиңә әйләнеп ҡайтҡан ваҡиғалар - улар барыһы ла үҙебеҙҙең уйҙарҙың сағылышы, тормошҡа нимә бирәһең, шуны алаһың. Яңы йыл ҡотло булһын!

Ләйсән НАФИКОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.01.18 | Ҡаралған: 1080

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru