«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ҠЫҘЫЛ ҠАР" ҠАСАН ЯУЫР?
+  - 

"Ҡар ҡасан ағарыр ?"- тип һораны бер бала. "Ҡыҙыл ҡар яуғас... - булды атаһының яуабы. - Әйттем бит һиңә, күп итеп ап-аҡ ҡына ҡар яуғас, килербеҙ, әле шыуып булмай, тип..." Биш йәштәрҙәге малай, сана һөйрәп, атаһы менән Сипайлово биҫтәһенең Ҡариҙел дамбаһынан атлай ине...

Был балаларҙың яратҡан һырғалаҡ шыуыу урыны. Ҡыш еттеме - бала-саға дамбаның текә һарҡыуынан сыр-сыу килеп сана шыуа, ҡарҙа аунап, Ҡар бабай әүәләп, мәж килә. Улар ғына түгел, ял көндәре өлкәндәр ҙә саңғыларын тағып, ошонда ашыға. Дистанция бына тигән: бер ҡайҙа боролмай, хәлең бөткәнсе дамбаның икенсе осона табан еләһең дә еләһең. Ҡыҫҡаһы, бик елле спорт һәм һауыҡтырыу урыны был.
Туҡта, мауығып, теге баланы оноттом түгелме? Ап-аҡ ҡар урынына юл ситендәге тупраҡҡа болғанып ятҡан "ҡара" ҡарҙы күреп, шулай һорағайны бит ул. Байҡаһам, һырғалаҡ битләүендәге йоҡа ғына ҡар ҡатламы ла тотошлай ҡором менән ҡапланғайны! Тупраҡ ҡына түгел был, бармаҡҡа һылашып торған майлы һөрөм. Элегерәк ундай уҡ хәлде күргән юҡ ине. Дамба трассаһында транспорт хәрәкәтенең бермә-бер әүҙемләшеүен йортомдоң етенсе ҡатындағы фатир тәҙрәләренән дә күҙәткеләйем. Быныһы аҡты ҡаралаусы төп сәбәп булһа, ҡары ла яумай оҙаҡ көттөрҙө шул. Ниһайәт, сабыйҙы аптыратҡан ошо ғибрәтте ап-аҡ ҡар ҡаплап китте ошо көндәрҙә генә. Бына ҡыуаныс! Тик ап-аҡ ҡар сафлығы оҙаҡ һөйөндөрөрмө? Хәйер, баланы ғына түгел, баш ҡалаға ауылдан килгән өлкәндәрҙе лә аптыратырлыҡ беҙҙәге "ҡара" ҡар. Ә сәбәбе ҡар яумауҙа ғына түгел шул. Оҙағыраҡ яумай торһа, үҙәк урамдарҙы ла тиҙ генә һөрөм ҡаплап ала. Эштән ҡайтышлай, ҡала буйлап йәйәү атлауҙы туҡтатырға кәрәк, тигән ҡәтғи ҡарарға киләм шул саҡ: ошо һөрөм ҡатламы беҙҙең тын юлдарына, үпкәгә лә ултыра бит!
Үткән йыл аҙаҡтарында халыҡ-ара шау-шыу тыуҙырған "рутений тарихы", республиканы солғап алған смог ваҡиғаһы халыҡты етди хәүефкә һалғайны. МАГАТЭ халыҡ-ара ассоциация үткәргән экспертиза Көньяҡ Урал төбәгенең, аныҡлабыраҡ әйткәндә, Силәбеләге "Маяҡ" заводының бер ниндәй ҙә рутений сығанағы булып тормауын асыҡланы, ләкин был хәлдең сәбәптәре барыбер аҙағынаса билдәһеҙ ҡалды. Тикшеренеүҙәр, бәлки, дауам итәлер, ләкин быныһы икенсе мәсьәлә. Ә бына туҙан смогының бер нисә сәбәбе бар, тигән фекерҙә Башҡортостан экологтар берлеге рәйесе Александр Веселов: "Был проблеманың иһә сығанағы билдәле: автотранспорт атмосфераға 200-гә яҡын төр зарарлы матдәләр бүлеп сығара. Баш ҡаланың ҡалҡыу ерҙәрендә уны ел таратһа, Сипайлово йәки Инорс кеүек түбәнерәк райондарҙа смог ергә ултыра..."
Бына шулай "яуа" беҙҙә ҡара ҡар. Былтыр ноябрь аҙаҡтарында Өфөлә дәүләт экология сәйәсәте мәсьәләләре буйынса фәнни-ғәмәли конференция булып үткәйне. Шунда билдәләнеүенсә, Өфө дөйөм республика территорияһында ни бары 0,5 процент урын алып тороуына ҡарамаҫтан, бүленеп сыҡҡан бөтөн зарарлы матдәләрҙең өстән бер өлөшө баш ҡалабыҙға тура килә. Ҡала эсендә һулаған һауабыҙҙың формальдегид, азот диоксиды, углерод оксиды, туҙан менән бысраныу индексы бик юғары.
Ошо уҡ конференцияла әйтеп кителеүенсә, беҙҙә атмосфераны бысратыусы төп сығанаҡтарҙың береһе - автотранспорт. Бөгөнгө көнгә Өфөлә ярты миллионға яҡын (!), йәғни 493 мең берәмек автомобиль теркәлгән. Һуңғы 13 йыл эсендә генә лә уларҙың һаны ике тапҡырға артҡан. Ә инде йыл аҙағына автопарктың тағы ла кәмендә 15-16 мең берәмеккә артыуы көтөлә. Шуныһын да әйтеп китеү кәрәктер: 2015 йылда ғына ла бысраҡ һауа эҙемтәһендә Рәсәйҙә 180 мең кеше үлгән, астма һәм аллергиянан яфаланыусылар һаны ла арта ғына бара.
Әйткәндәй, экология буйынса закон нигеҙҙәрен ҡайтанан ҡарау, уға үҙгәрештәр индереү хаҡында һүҙ бара, ләкин, үкенескә күрә, унда автомобиль хужаларының тирә-яҡ мөхитте бысратыуы өсөн ниндәйҙер яуаплылыҡ саралары күреү хаҡында - ләм-мим. Исмаһам, ҡала эсендә йөрөгәндәрен булһа ла газ менән заправкалауға күсереү хаҡында мәсьәлә ҡуҙғатылһын ине лә бит. Дөрөҫ, был хаҡта ҡыйыуһыҙ ғына һүҙ башланып та алғайны бер осор, үкенескә, был тәҡдимгә ҡәтғилек тә, ҡыйыулыҡ та етмәне, һәм ул йәнә онотолдо. Газ менән заправкалау станциялары ла бер нисә урында ғына әле, тимәк, был юҫыҡта эш фронты - муйындан. Икенсе яҡтан да автоһәүәҫкәрҙәргә был файҙаға ғына булыр ине, сөнки бензинға хаҡтар көнләп түгел, сәғәтләп юғары үрмәләй бит. Мотор яғыулығы сифатында тәбиғи газ ҡулланыусы машиналарға транспорт һалымы түләүҙә 50 процент ташлама барлығын да онотмағыҙ, йәмәғәт!
Экология йылы үтеп тә китте, ләкин проблемалар, һәр ваҡыттағыса, нисек бар - шулай ҡалды. Улар ҡасан хәл ителер? Ҡыҙыл ҡар яуғасмы?..

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.01.18 | Ҡаралған: 1082

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru