«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘЙКӘЛГӘ ЛАЙЫҠ ШӘХЕСТӘР: УСМАН ҠЫУАТОВ
+  - 



Февраль башында Башҡорт хөкүмәтенең большевиктар тарафынан ҡулға алынғанын ишетеп, Хәрби съездың башҡорт делегаттары Усман Ҡыуатов, Мөхәмәтхан Ҡулаев, Муса Мортазин, Хафиз Ҡушаевтар Ырымбурға ҡайтып төшә. Большевиктар А. Дәүләтшин менән Б. Шәфиев тарафынан ойошторолған яңы орган - Башҡортостандың Ваҡытлы Революцион Советы менән һөйләшеүҙәр һөҙөмтә бирмәй. Улар Башҡорт хөкүмәте ағзаларын төрмәнән сығарырға уйламай. Ҡарашы буйынса большевиктарға яҡын торған Муса Мортазин Советҡа ағза итеп һайлана. Ә Усман Ҡыуатов менән Мөхәмәтхан Ҡулаев большевиктар менән уртаҡ тел таба алмайынса, ҡайтып китергә мәжбүр була.
1918 йылдың июнендә Силәбе ҡалаһында Башҡорт хөкүмәте яңынан тергеҙелә. Хөкүмәттең Хәрби бүлеге Башҡорт армияһын ойоштороу эшенә тотона. Июль айында башҡорт эшмәкәрҙәре Ырымбурға килеп, Хәрби бүлектең урындағы бүлексәһен ойоштора. Усман Ҡыуатов Ырымбурға килеп, Хәрби бүлектең эшенә ҡушылып китә. Уға Үҫәргән кантонында ирекле отряд ойоштороу эше йөкмәтелә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә У. Ҡыуатов үҙенә һалынған бурысты үтәп сыға - Үҫәргән кантонында 300 кешелек ирекле отряд ойоштороп, уның етәксеһе булып китә. "Башҡорт хөкүмәте вәкиле студент Усман Ҡыуатов инициативаһы менән Орск өйәҙендә башҡорттарҙың тәүге ирекле ғәскәре ойошторолдо. Һәр береһе ҡоралланған, патрондары ла етерлек. Ирекле ғәскәр ойоштороуҙы һәр ерҙә халыҡ ҙур шатлыҡ менән ҡаршы ала. 1-се Үҫәргән улысы уларҙың хөрмәтенә, байраҡтар ҡуйып, һый әҙерләп, ҙур байрам үткәрҙе. Һәр кем ғәскәргә ярҙам күрһәтә", - тип хәбәр итә 1918 йылдың 20 авгусында "Башҡорт хөкүмәтенең теле" гәзите.
Сентябрь аҙағында Усман Ҡыуатов Үҫәргән ирекле отрядын прапорщик Әмировҡа тапшырып, Ырымбурға Башҡорт хөкүмәте ҡарамағына эшкә күсә. Хөкүмәттең Эске эштәр бүлегенең ваҡытлы сәркәтибе итеп тәғәйенләнә. 1 октябрь Башҡорт хөкүмәтенең махсус вәкиле итеп кире Үҫәргән кантонына ебәрелә. Артабан У. Ҡыуатов Башҡорт хөкүмәтенең Эске эштәр бүлеге мөдире Аллабирҙе Йәғәфәровтың ярҙамсыһы булып эшләй. Әйткәндәй, был осорҙа, Башҡорт хөкүмәтендә Ҡыуатовтар нәҫеленән тағы бер вәкил - Әлмөхәмәт кантондың улы Хужәхмәт Ҡыуатов эшләй. Ул 1918 йылдың сентябрендә хәкүмәттең ғәскәри милиция бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнә, быға тиклем Семиречинск губернаһында өйәҙ начальнигы булып хеҙмәт итә.
1919 йылдың 26 ғинуарында Башҡорт хөкүмәтенең составында үҙгәрештәр булып үтә. Хөкүмәт рәйесе - Мөхәмәтхан Ҡулаев, ә хөкүмәттең ағзалары итеп З. Вәлиди, Ю. Бикбов, А. Йәғәфәров һәм А. Әҙеһәмовтар менән берлектә Усман Ҡыуатов та һайлана. Хөкүмәт ағзаһы булараҡ, ул Башҡортостан автономияһының артабанғы яҙмышын хәл иткән мөһим ҡарарҙарҙы ҡабул итеүҙә ҡатнаша. 16 февраль Башҡорт хөкүмәте тиҙ арала Совет власы яғына сығыу тураһында ҡарар ҡыла. Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре Совет власы яғына сыҡҡандан һуң, 21 февраль көнө 1-се Бөтә Башҡорт хәрби съезында Усман Ҡыуатов Башҡорт Совет автономияһының революцион хөкүмәте - Башревкомдың ағзаһы итеп һайлана. Ике көндән Башревком Башҡорт республикаһының 15 комиссариатын ойошторорға ҡарар итә. Финанс һәм һаулыҡ һаҡлау комиссары вазифаһы У. Ҡыуатовҡа йөкмәтелә. Әммә апрель башында, Абдулла Әҙеһәмов сирләп китеү сәбәпле, Ҡыуатовты Ырымбур ҡалаһына, 1-се армия штабында Башревком вәкиле итеп ебәрәләр. Был осорҙа Колчак армияһы контрһөжүмгә күсеп, Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәре Башҡортостандан сигенә башлай. 14 апрель Зәки Вәлиди: "Постарайтесь скорее вывести из Оренбурга дивизион 2-го полка, а также ходатайствуйте о скорейшей подаче подвижного состава для войска, находящихся в Тоцке", - тип, телеграф аша У. Ҡыуатов менән С. Мағазовҡа хәбәр ебәрә. Ырымбурҙан эвакуацияланырға әҙерләнеп йөрөгәндә, Орск өйәҙе урыҫтары ялыуы буйынса, губЧК вәкилдәре Усмандың фатирын тентеп-тикшереп, 1918 йылда Үҫәргән ирекле отрядына етәкселек итеүгә бәйле документтарын таба. Уны аҡ гвардия хәрәкәтендә ҡатнашыуҙа ғәйепләп, төрмәгә ябып ҡуялар. Ырымбурҙағы хәлдәр тураһында Башревком рәйесе урынбаҫары М. Ҡулаев Мәскәүгә Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссары Сталинға хәбәр итә: "На основании параграфа 16 заключенного договора члены Башкирского правительства не подлежат репрессиям за свою минувшую деятельность. Между тем бывший член Башкирского правительства и член Башвоенревкома Куватов был арестован Оренбургской чрезвычайной комиссией. Башвоенревком просит принять меры к разъяснению дела и преданию суду виновников ареста Куватова". Ошондай уҡ телеграмманы Зәки Вәлиди һәм Харис Йомағолов ебәрә. Оҙаҡламай Ырымбур губЧК-һы, Мәскәүҙең бойороғо буйынсалыр, ахыры, Усман Ҡыуатовты Һамар ҡалаһына Башревком ҡарамағына ебәрергә була. Апрель аҙағында Һамарға килеү менән Усманды Һамар губернаһы башҡорттары араһында мобилизация үткәреү эшен йөкмәтеп, Пугачев өйәҙенә ебәрәләр. Әммә уны чекистар күҙ уңынан ысҡындырмай. Хәҙер уның эшен 1-се армияның махсус бүлеге һәм Һамар губЧК-һы тикшерергә тотона.
15 майҙа командировканан Саранск ҡалаһына Башревкомға ҡайтыуына, хәрби комиссар Зәки Вәлиди, Һамар губЧК-һы һәм 1-се армияның махсус бүлегенең талабы арҡаһында, күрәһең, Ҡыуатовты ҡулға алырға бойороҡ бирә. Бынан тыш, ул Башревком составынан сығарыла. Ҡыуатов19 майҙа: "Сегодня третий день, как сижу в заключени, и никакого обвинения Валидовым мне не предъявлено… Вместе с тем прошу внести на собрании ревкома вопрос о выдаче меня на поруки кому-нибудь из членов ревкома", - тип, Башревком рәйесенә ғариза яҙа. Зәки Вәлиди, Һамар губЧК-һы һәм 1-се армияның махсус бүлеге тынысланғансы, Усман Ҡыуатовты һаҡ аҫтында тоторға ҡарар иткәндер, буғай. Бер ай тирәһе һаҡ аҫтында ултырғандан һуң, Башревком уны Яхъя Салихов яуаплылығына, порукаға тапшыра. Бер аҙнанан Ҡыуатовты Башсовнархоздың ер эштәре бүлеге коллегияһы ағзаһы итеп тәғәйенләйҙәр.
1919 йылдың авгусында Башревком Башҡортостанға ҡайта. У. Ҡыуатов Башревкомдың уполномоченныйы сифатында Саранск ҡалаһында ҡалдырыла. Октябрҙең аҙағында ғына Стәрлетамаҡҡа саҡыртып алына. 1920 йылдың башында ул ер эштәре буйынса халыҡ комиссары вазифаһын башҡара. Үҙәк власть 1920 йылдың 19 майындағы декреты менән Башҡортостандың автономия хоҡуҡтарын милли-мәҙәни өлкә кимәленә ҡалдыра. Мәскәүҙең ҡырҡа үҙгәргән сәйәсәтен ҡабул итмәйенсә, Башревком ағзалары, шул иҫәптән Усман Ҡыуатов та, Төркөстанға сығып китә. Бында ла большевиктар власы урынлаштырылғас, У. Ҡыуатов Германияға эмиграцияға китә һәм Берлин ҡалаһына барып урынлаша. 1924 йылдың февралендә Берлинға Зәки Вәлиди менән Фәтхелҡадир Сөләймәнов килә. З. Вәлидиҙең Усманды эмиграциялағы сәйәси эшкә йәлеп итергә тигән ниәте була. Әммә улар килеүенә Усман Ҡыуатов Рәсәйгә ҡайтып киткән була. "Төркөстандан Фәйзулла хужа хөкүмәте Берлинға 70 талип ебәргәйне. Шулар араһында… Башҡортостандан Усман Ҡыуатов та бында булған. Усман үҙе сәйәси көрәшкә бик тоғро егет ине. Тап беҙ Берлинға килгән арала уның ҡайтып китеүен белеп, бик ныҡ бошондоҡ. Сөнки башҡорттарҙан көрәште дауам итерлек, университет тамамлаған, өҫтәүенә, немецса яҡшы белгән бер кешебеҙ ҙә юҡ ине", - тип яҙа үҙенең хәтирәләрендә Вәлиди.
Рәсәйгә ҡайтһа ла, күп кенә Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре кеүек үк, Башҡортостандан ситтә йәшәргә тура килә Усман Ҡыуатовҡа. Ошо арҡала ғына 30-сы йылдарҙың ҡанлы репрессияларынан ҡотолоп ҡала алғандыр, күрәһең. Ул ғүмеренең һуңғы йылдарын Әзербайжанда, Баҡы ҡалаһында үткәрә. Баҡы медицина университетында уҡыта. Усман Мөхәмәтғәлим улы Ҡыуатов 1956 йылда ошонда вафат була.
Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуының 100 йыллығын билдәләгән ваҡытта милли хәрәкәт эшмәкәре Усман Ҡыуатовтың исеме тыуған яғы Ейәнсура районында лайыҡлы рәүештә мәңгеләштерелер, тип өмөт итке килә.

Фотола: Үҫәргән кантоны отряды етәксеһе Усман Ҡыуатовтың отряд менән етәкселекте прапорщик Әмировҡа тапшырып, Башҡорт хәрби шураһы ҡарамағына ҡайтыуы тураһында Хәрби шураның фарманы. Ырымбур ҡалаһы, 1918 йылдың 27 авгусы.

Азат ЯРМУЛЛИН, тарихсы,
БР Дәүләт китап палатаһы директоры.
(Аҙағы. Башы 1-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.01.18 | Ҡаралған: 897

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru