«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕШЕЛӘРҘЕҢ КҮҢЕЛ ҠАПҠАЛАРЫН АСЫР БЕР САРА УЛ БЕҘҘЕҢ ОЙОШМА
+  - 



Бөгөн республикабыҙ райондарында әүҙем эшләгән "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы үтә ваҡытлы барлыҡҡа килде. Ауылдарҙа йорт ҡапҡалары, йорт ишектәре генә түгел, кешеләрҙең күңел ҡапҡалары ла бикләнә башлағайны бит. Иҡтисади ғына түгел, рухи көрсөккә ҡалған хәлебеҙгә әсенеп ултырған, ауылдарыбыҙ, милләтебеҙ яҙмышына битараф булмаған Учалы районы ҡатын-ҡыҙҙары ла бер ҡорға ойошоп, мәшһүр эпосыбыҙҙың үлемһеҙ юлдарын - "Донъяла мәңге ҡалыр эш - ул да булһа яҡшылыҡ" тигәнен девиз итеп алып, байтаҡ эштәр башҡарырға өлгөрҙө һуңғы биш-алты йыл эсендә. Ағинәйҙәр ҡоро беҙҙең, 18 йәштән 60, 70, 80 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙарҙың, аралашыуға, бергәләп нимәләрҙер эшләргә һыуһаған күңелдәргә ҡанат ҡуйҙы, дәрт бирҙе, илһамландырҙы, көнитмешебеҙҙе бермә-бер йәнләндерҙе, үҙ асылыбыҙға ҡайтыу юлдарын асты.

Районыбыҙҙа ағинәйҙәр тарафынан ойошторолған һәр сара халҡыбыҙға, бигерәк тә балаларға, йәштәргә тәрбиә биреүҙе, үҙебеҙҙең башҡортлоҡ асылына ҡайтыуҙы, асығыраҡ итеп әйткәндә, милли сифаттарҙы, милли үҙлекте, милли йәшәү рәүешен иҫкә төшөрөүҙе, патриотлыҡ тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Билдәле башҡорт яҙыусыһы Шамил Анаҡ:" Үҙ кейемеңде кей, үҙ һауытыңдан эс, үҙ икмәгеңде аша һәм үҙ йырыңды йырла - ул саҡта бер кем менән бутамаҫтар һине!" - тип бик тапҡыр әйткән. Ағинәйҙәребеҙ ҙә, тәү сиратта, милли кейемебеҙҙе тегеп кейеүҙе хәстәрләне. Күлдәк-камзулдар тегеп алғас, башҡорт ҡатын-ҡыҙының милли биҙәүестәре - яға һәм ҡашмауҙар эшләргә тотондоҡ. Бер ыңғайҙан оҫталыҡ дәрестәрендә ул биҙәүестәрҙең , шулай уҡ милли кейемдең үҙебеҙҙең яҡҡа хас булған деталдәрен, биҙәктәрен өйрәндек. Һөҙөмтәлә Учалы телевидениеһы менән берлектә беҙҙең яҡта яға тип аталыусы милли биҙәүесте эшләүселәрҙең конкурсын үткәрҙек. Конкурста 100-гә яҡын кеше ҡатнашты, йомғаҡлау кисәһен ҙур байрам итеп үткәреп, уны быға тиклем бер кем дә үткәрмәгән сағыу байрамға әйләндерҙек. Өфөлә үткән милли кейем байрамында ла Учалы ағинәйҙәре иҫ киткес матур кейемдәрендә башҡалар менән бер сафта ғорур атлап үтте.
Ағинәйҙәр ҡорон ойошторғанда беҙҙең алға шундай бурыс ҡуйылды бит: ағинәйлек - ул беҙҙең йәшәү рәүеше, ул беҙҙең көндәлек башҡарыла торған бурыс, беҙ көн һайын, сәғәт һайын үҙебеҙҙе милләт һағында тороусылар итеп тойорға, ошо йәшәү рәүешен балаларға ла, йәштәргә лә, башҡаларға ла йоҡторорға тейешбеҙ. Ошо бурысты йөрәктәргә яҡын иттек, ағинәйлек сифаттарына эйә булырға, башҡаларҙы ла матур йәшәү рәүешенә ылыҡтырырға тырышыла бына. Киләсәк быуынға Зәйнулла Ишан, Муса Мортазин, Шәкирйән Мөхәмәтйәнов кеүек күренекле шәхестәребеҙҙе тел осонан да төшөрмәй һөйләп торһаҡ, башҡорттоң аҡтамыры мәңге ҡоромаҫ, тиҙәр ағинәйҙәр. Әле ошо арала ғына Миндәк ауылы ағинәйҙәре мәктәп уҡыусыларына легендар комбриг, репрессия ҡорбаны Муса Мортазинға арналған сара үткәрҙе. "Ауылпиада" тигән сараны ла беҙҙең Учалы ағинәйҙәре - Ыҫтамғолдар уйлап сығарҙы. Ҡыш көнө уҙғарылған ауылпиадала олоһо ла, йәше лә, ир-аты ла, ҡатын ҡыҙҙары ла сәмләнеп ярыша. Районыбыҙҙа һуңғы ваҡытта "Мәргән уҡсы" ярыштары йышайып китте. Милли кеймдәребеҙҙе кейеп, милли аш-һыуҙарыбыҙҙы әҙерләп, ҡул эштәре күргәҙмәләребеҙҙе алып килеп, ошо байрамдар майҙандарын да, район кимәлендә үткән башҡа байрамдарҙы ла йәмләйбеҙ.
Бөгөн беҙгә, башҡорт халҡына, ҡағылышлы һәр нәмәне һаҡлау, яҡлау өлкәһендә эшләргә кәрәклекте яҡшы аңлайбыҙ. Бөтә донъяға рекламаланған кока-коланан мең тапҡыр артыҡ буҙа тигән эсемлегебеҙ бар. Йәнгә лә, тәнгә лә шифалы эсемлегебеҙҙе кү-тәрмәләү маҡсатында "Буҙа" байрамдары үткәреп торабыҙ. Әле күптән түгел генә район кимәлендә "Көҙгө ҡатыҡ - көмөш ҡалаҡ" тигән фестиваль ойоштороп, уны халҡыбыҙҙың борондан килгән төп шөғөлөнә - малсылыҡҡа, һыйыр һөтөнән әҙерләнгән милли ризыҡтарға арнаныҡ. Ағинәйҙәребеҙҙең ҡайһы берҙәре һыйыр һөтөнән генә 40-лап төр ризыҡ яһап булыуын иҫбатлап, күргәҙмә ойошторҙо. Аңыбыҙ төпкөлөндә ойоңҡорап киткән малсылыҡ менән бәйле йолалар иҫкә төшөрөлдө. Ысынлап та, совет осоронда күп йолаларыбыҙҙан баш тарттыҡ, үҙебеҙгә генә хас оҫталыҡ мәктәбен юҡҡа сығара яҙҙыҡ. Мәҫәлән, халҡыбыҙ борон-борондан һарыҡ йөнөнән кейемен дә, ятыр-торорон да әҙерләгән. Беҙҙең ағинәйҙәр ҙә оҫталыҡ дәрестәрендә һарыҡ йөнөнән кейеҙ түшәктәр, келәмдәр генә түгел, ә кейем эшләргә лә өйрәнде. Республикала тәүгеләрҙән булып Учалы ағинәйҙәре милли биҙәк һалып баҫылған камзул кейеп, "Байыҡ" конкурсына сыҡты һәм Гран-приға лайыҡ булды. Туй йолаларын ныҡлап тергеҙәбеҙ. Эс бошороп, туй ваҡиғалары мәлендә - "выкуп", яңы тыуған сабыйҙарҙы туйлағанда - "зубок"кеүегерәк мәғәнәһеҙ йолалар нығынып китте, мәғәнәле исемдәребеҙ урынына әллә ниндәй ят исемдәр атауҙы модаға индереп ебәрҙеләр. Был өлкәлә лә эшебеҙ йәнләнде. " Туй - ул йола байрамы" исемле түңәрәк өҫтәлдәр үткәреп, һәр ауыл ағинәйҙәре туйҙа башҡарыла торған йолаларҙың мотлаҡ үҙебеҙсә үтәлергә тейешлеген яҡлап сыҡты. Мәҫәлән, Мәҫкәү ауылы ағинәйҙәре ауылдарында үткән һәр никахты мулла менән берлектә йолаға ярашлы үткәрә. "Ситтән килгән ҡоҙалар ифрат ҡәнәғәт булып ҡайта", - ти улар. Әле үткән йәй айҙарында ғына булған бер ваҡиға: йәштәр сабыйына Богдан тигән исемде ҡушырға ниәтләгән, ағинәйҙәр иһә сабыйҙың Ислам булырға тейешлегенә күндергән.
Тағы бер йәнде әрнеткән күренеш шулай уҡ ағинәйҙәр иғтибарынан ситтә ҡалманы. Ер-һыу атамаларын дөрөҫ яҙҙырып, нығытып ҡуйыуҙы ла бурысыбыҙ итеп алғанбыҙ. Бит бөгөн ҡайһы бер атамалар онотолоп, телдән төшөп ҡалып, урынына туҙға яҙмағандары ла тыуып тора. Мәҫәлән, беҙҙә Ҡарағайлы күле - Ворожеич, Бүҙәкә ташы - Музыка ташы булып киткән. Бөтәбеҙ ҙә белгән Шүлгән йәш быуын телендә Капово булып нығынып килә…
Һанай китһәң, ағинәйҙәр башҡарған эштәр бик күп. Туй йолаларында мотлаҡ башҡарыла торған мөнәжәттәр ҙә йышыраҡ ишетелә башланы хәҙер. Районда мөнәжәтселәр конкурсы ла ойошторҙоҡ. Алла бирһә, 2018 йылда был конкурсты тағы ла үткәрмәксебеҙ. Халҡыбыҙҙың онотолоп барған дауалау алымдарын тергеҙеүгә, үләндәрҙең шифаһы, уларҙы әҙерләү, һаҡлау серҙәренә арналған саралар мәлендә үҙебеҙгә күп һабаҡтар алабыҙ, нескәлектәрен өйрәнәбеҙ, йыябыҙ. Ағинәйҙәрҙең ауылдарҙағы мәсеттәрҙе тәртиптә тотоуы, буйҙаҡ егеттәрҙе өйләндереү, яусылыҡ институтын тергеҙеү буйынса эштәрен дә телгә алмай булмай. Иң мөһиме, аралашабыҙ."Әлдә беҙҙе йортобоҙҙан халыҡ араһына, йәмғиәткә алып сыҡтығыҙ, күңелдәргә ғәм, дәрт, сәм ҡундырҙығыҙ",- тип рәхмәт уҡый хәҙер ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ миңә һәм ошо ойошма эшен республика кимәлендә киң йәйелдереп ебәргән етәксебеҙ Гөлфиә Янбаеваға.
Тәүге осорҙа, кәрәкме ул был ойошма, ҡатын-ҡыҙҙар советы бар бит инде, тигәнерәк һүҙҙәрҙе лә ишетергә тура килде. Ләкин бөгөн Ағинәйҙәр ҡоро үҙенең эштәре менән башҡорт йәмғиәтенә кәрәклеген тулыһынса иҫбатланы. Беҙ бөгөн, замандың төрлө шауҡымдары алҡымдан алғанда, милләтебеҙ, телебеҙ оло һынау алдында ҡуйылғанда, бер датанан икенсе датаға тиклем генә эшләгән, башлыса байрам саралары ойоштороу менән генә шөғөлләнә торған ойошма була алмайбыҙ. Йәмғиәтебеҙҙе күҙ менә ҡаш арабыҙҙа тоторға, ҡайһы тәңгәлдә ярҙамыбыҙ кәрәк, шунда йүгереп барырға, үҙебеҙҙең бер нимәлә лә битараф булмағанды, милләттең рух усағын һаҡлаясаҡбыҙ икәнде белдереп йөрөргә тейешбеҙ, тибеҙ. Муниципаль район хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге, урындағы ҡоролтай, йәштәр бүлеге беҙҙең бар сараларҙы хуплай, ойоштороу эштәрендә иңдәрен ҡуя. Бергәләп тырышҡас, эшебеҙҙең һөҙөмтәһе бар, буласаҡ та.

Мәрзиә СОЛТАНБАЕВА,
Учалы районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе,
Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәре.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.01.18 | Ҡаралған: 917

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru