«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҒАН ТЕЛЕҢДЕ БЕЛӘҺЕҢМЕ?
+  - 



Ошо көндәрҙә Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында Башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиада уҙғарылды. Унда Башҡортостандың төрлө төбәктәренән, Ҡурған, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән 251 уҡыусы ҡатнашты.

Башҡорт теленән төбәк-ара олимпиада туған телен белеү кимәлен һынарға килгән уҡыусы өсөн тулҡынландырғыс, ҙур яуаплылыҡ талап иткән бәйге. Өс этаптан торған олимпиадала улар инша, тест һорауҙарына яуаптар яҙа, әҙәби тексҡа анализ яһай. Элегерәк балаларҙың телмәр оҫталығын һынау маҡсатында өсөнсө этапта шиғыр һөйләү, баһалама ағзаларының башҡорт халҡының әҙәбиәте, мәҙәниәте, тарихы буйынса һорауҙарына телдән яуап биреү талабы ҡуйыла ине. Ҡыҙғанысҡа күрә, хәҙер һәр бала менән былай күҙмә-күҙ осрашып һөйләшеү, фекер алышыу, танышыу тәртибе юҡ. Бына ошо йәнле аралашыу мөмкинлеге биргән этап менән бергә, ни өсөндөр, олимпиаданың ҡото киткән кеүек тойолдо. Беҙ бит балалар көндәлек тормошта тиҫтерҙәре менән дә, ғаиләһендә лә башҡортса һөйләшһен, тип теләйбеҙ. Шуға, был олимпиадала ҡатнашҡан үҫмерҙәр өсөн тәү сиратта башҡорт әҙәби телендә шыма һөйләй белеү оҫталығы мөһим булырға тейештер. Хәйер, был турала быйылғы ҡатнашыусылар үҙҙәре лә әйтте. Сөнки улар араһында шиғыр һөйләү конкурстарында, "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын яттан һөйләү конкурстарында әүҙем ҡатнашҡан талантлы балалар күп ине. Шуларҙың береһе, Ишембай ҡалаһындағы Башҡорт кадет корпусының ун беренсе синыф уҡыусыһы Әлфиә Ғайсина ярыштың әһәмиәте тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты: "Олимпиада республика өсөн мотлаҡ кәрәк, сөнки ул туған телебеҙгә һөйөү, рухыбыҙҙы һәм илһөйәрлегебеҙҙе арттыра. Мин төбәк-ара кимәлендә өсөнсө йыл рәттән көсөмдө һынайым, ике тапҡыр призер, бер тапҡыр еңеүсе булдым. Олимпиадала ҡатнашыу маҡсатында башҡорт телен ныҡлап өйрәндем, хәҙер үҙем башҡаларҙы өйрәткем килә, уҡытыусы булырға хыялланам", - тине ул.
Күңелдәрендә бындай хыял йөрөткән үҫмерҙәр менән олимпиада үткән көндәрҙә Башҡорт дәүләт университеты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессорҙары, яҙыусылар һәм шағирҙар махсус осрашты. "Үҙем йәшәгән осорҙоң билдәле шәхестәре менән ошолай осрашып, уларҙың абруйлы һүҙен тыңлап ултыра алыуыма бик ҡыуанам, - ти Сибай ҡалаһы "Ирәндек" лицейының 11 синыф уҡыусыһы Ләйсән Ғибәҙуллина. - Улар туған телде үҙебеҙ һаҡларға тейеш булғанды тағы бер ҡат иҫкә төшөрҙө, шиғыр уҡыны, юғары уҡыу йорттарында башҡорт телен артабан өйрәнеп, ҡайҙа эшкә урынлашырға, ниндәй йүнәлештә үҫешергә мөмкин булыуы тураһында ентекле һөйләне".
Башҡорт теле буйынса олимпиада 9-11 синыф уҡыусыларын бергә туплаған сара, бында һәр ҡыҙыҡһындырған һорауға ололарса етди яуап ишетергә мөмкин. Был юлы бик күптәргә "Башҡорт телен ғаиләләме, әллә мәктәптә өйрәтергә кәрәкме?" тигән һорау менән мөрәжәғәт итеп, бөтәһенән дә тиерлек "Тәү сиратта, ғаиләлә ата-әсәләр балалары менән башҡортса һөйләшергә тейеш. Беҙҙең ғаиләлә шулай итәләр", - тигән яуап алыуы күңелгә май булып яғылды. Бигерәк тә Силәбе, Ҡурған, Ырымбур өлкәләренән килгән милләт-тәштәрҙең ошо һүҙҙәрҙе әйтеүен ҙур ҡыуаныс менән ҡабул иттек. Быйыл олимпиадаға сит өлкәләрҙән барлығы ун өс уҡыусы килгәйне, улар араһында Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районынан Аллабирҙе урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 9 синыф уҡыусыһы Гүзәл Мөхәмәтшина беренсе урын яуланы. Шулай уҡ яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүсе Ҡурған өлкәһе "Сөләймән урта дөйөм белем биреү мәктәбе" учреждениеһы филиалы Надеждино төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 9 синыф уҡыусыһы Рәмил Талипов менән әңгәмәләшкәндә ул: "Башҡорт теленән дәрестәр беҙҙә беренсе синыфтан алып уҡытыла. Ғаиләлә лә башҡортса һөйләшкәс, олимпиадаға әҙерләнеү артыҡ ауыр булманы. Урыҫ мөхитендә йәшәгәс, беҙҙең башҡорт телен белеүебеҙҙе ғәҙәттән тыш нәмә итеп ҡабул итәләр. Ә мин уны үҙебеҙҙең тел булған өсөн белергә кәрәк, тип һанайым", - тип һөйләне.
Әйткәндәй, быйылғы олимпиадала туғыҙынсы синыф уҡыусылары араһында Әлшәй районы М. Буранғолов исемендәге Башҡорт лицейы уҡыусыһы Әлиә Хөсәйенова, Туймазы ҡалаһының 6-сы һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы Дилара Ғабдрафиҡова, Баймаҡ районы Түбә ауылы урта мәктәбе уҡыусыһы Маргарита Александрова беренсе урын яуланы. Унынсы синыф уҡыусылары араһында ошондай уҡ тәртип буйынса шулай уҡ өс айырым еңеүсе асыҡланды: Сибай ҡалаһы гимназия-интернаты уҡыусыһы Алтынай Мусина, Илеш районы Бишҡурай ауылы мәктәбе уҡыусыһы Айнур Ғилманов, Баҡалы районы Баҡалы ауылы 1-се мәктәбе уҡыусыһы Лиана Павлова. Ә бына 11 синыф уҡыусылары араһында иң юғары баһаға Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө Башҡорт лицей-интернаты уҡыусыһы Илназ Әхмәтшин, Ҡариҙел районы Байҡыбаш мәктәбе уҡыусыһы Ынйы Хәертдинова, Октябрьский ҡалаһы 9-сы һанлы мәктәбенән Илина Бабенко лайыҡ булды.
- Мин Башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиадала өсөнсө тапҡыр ҡатнашам һәм ниһайәт, быйыл маҡсатыма ирештем - беренсе урын алдым. Был еңеүҙе яулау өсөн етенсе синыфтан алып әҙерләндем, тырышлығым бушҡа булманы. Киләсәгемде лә тап ошо предмет менән бәйләргә, тел өйрәнеү йүнәлешендә уҡырға ниәт итәм, шуға шатмын, - тип һөйләне Илназ Әхмәтшин. - Быйыл мин иншаны Р. Ғарипов ижады буйынса "Тормош беҙҙе артыҡ шаяртманы" темаһына яҙҙым. Тест һорауҙарына яуапты ла еңел таптым, тексҡа анализды Әхиәр Хәкимовтың әҫәренән килтерелгән өҙөк буйынса эшләнем. Әйткәндәй, тексҡа анализ яһағанда быйыл биремдәр булманы, шуға һәр кемдең белеме тулыһынса тикшерелде.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһында БР мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова, уның урынбаҫары Гүзәл Шаһиева, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты секторы мөдире Рәйсә Күзбәкова, баһалама комиссияһы ағзалары булған шәхестәр ҡатнашты. РБ мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова дәртле бейеү көйө аҫтында сәхнәгә сыҡҡан уҡыусыларға маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты әҙерләгән иҫтәлекле бүләктәр беренсе урын алған уҡыусыларға бирелде.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.01.18 | Ҡаралған: 808

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru