«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТТАР
+  - 



Башта автор тураһында белешмә. И.Г. Георги 1729 йылда Трептов ҡалаһы янындағы ҙур булмаған Ваххгольцхаген ҡаласығында, протестант динле рухани ғаиләһендә тыуған. Штеттин ҡалаһындағы урта мәктәпте тамамлағас, үҫмер егет Упсаль университетында химия, медицина, минерология, ботаника, география фәндәрен тәрәндән өйрәнә. Университетты тамамлағандан һуң, үҙенең тыуған ҡалаһына фармацевт булып ҡайта. 1770 йылда Георгиҙы Петербург Фәндәр академияһына академик экспедицияларҙа ҡатнашырға саҡыралар. Ул И.П. Фальк менән берлектә, бер нисә йыл буйы Рәсәй региондары буйлап халыҡтарҙың тарихын, мәҙәниәтен өйрәнергә ғилми экспедицияға сыға. Башҡортостанда ла булырға тура килә. Башҡорт халҡын ентекләп өйрәнгәндән һуң, Георги, үҙенең ғилми эштәре араһына "Башҡорттар" исемле очеркын да индерә. Һеҙҙең иғтибарға ошо очерктан өҙөк тәҡдим итәбеҙ.

Башҡорттар борон үҙҙәрен генә түгел, нуғайҙарҙы ла башҡорт тип атаған. Үҙҙәренең аңлатыуынса, был исем ҡорт, бал ҡорто атамаһынан, ә нуғайҙар, бүре һүҙенән килеп сыҡҡан, тип иҫбатлай. Ҡырғыҙҙар уларҙы истәк, йә булмаһа, үтәк тигән. Ҡайһы бер яҙыусылар башҡорттарҙы нуғайҙарҙан, икенселәре уларҙы боронғо болғарҙарҙан килеп сыҡҡан тип тә раҫлай. Әбүл Ғази Болғарияны Дәште Ҡыпсаҡ тип атай. Ҡыпсаҡ улысы Башҡортостанда бөгөнгө көндә лә бар. Бәлки, улар, ысынлап та, ҡыуылған болғарҙарға һыйынған нуғайҙарҙыр. Ләкин бер ҙә татарҙарға оҡшамағандар. Ҡарттар йәшәгән ерҙәрен Башҡорт йә Пашҡатыр ере тип атай, был боронғо Болғар ере була инде. Боронғо заманда улар үҙҙәренең хандары етәкселегендә Көньяҡ Себер буйҙарын гиҙгән. Ләкин, Себер яғы хандары уларҙы ҡыҫырыҡлағанға күрә, Волга һәм Урал буйҙарына килеп, ошонда таралып, Ҡаҙан ханлығы аҫтында йәшәй башлаған.
Хәҙерге Башҡортостанға Урал тауҙарының көньяғы инә. Был тау буйындағы ерҙәр уңдырышлы ҡара тупраҡҡа, урманға, балыҡлы йылға-күлдәргә бик бай. Ул электән Ҡаҙан, Себер һәм Нуғай даруғаһына бүленгән.
Рус дәүләте батшаһы Иван Васильевич Ҡаҙан батшалығын ҡыйратҡандан һуң, башҡорттар үҙ теләктәре менән Рәсәйгә ҡушылды һәм, рус дәүләте ҡушыуынса, Өфө ҡалаһын төҙөнө. Ошонан һуң улар йыш ҡына Рәсәй дәүләтенә ҡаршы баш күтәрҙе, бигерәк тә 1676, 1708, 1735 йылдарҙы әйтеп китмәү мөмкин түгел. Рәсәй дәүләте йыш ҡына болаларҙы баҫтырып торҙо. Бынан һуң башҡорттар көсһөҙләнде, ләкин күпмелер ваҡыттан аяҡҡа баҫҡас, тағы ла баш күтәрә ине. Рус батшаһы Башҡорттарҙың фетнәһенә ҡаршы торор өсөн Башҡортостан ерлегенә ҙур булмаған ағас ҡәлғәләр төҙөттө. Был атта һыбай көйө генә һуғышҡан башҡорттар төркөмөнә ҡаршы тора алырлыҡ ине. 1774 йылда, алдан йыш ҡына ризаһыҙлыҡ белдереп торған башҡорттар, ҙур бер төркөмгә йыйылып баш күтәрҙе, ләкин, еңелгәндән һуң улар Рәсәй дәүләтенә кире баш эйҙе.
Башҡортостан ере улыстарға бүленә, ҡайһы бер улыстар үҙ-ара аймаҡтарға берләшеп йәшәй һәм, билдәле бер кимәлдә, ер менән идаралыҡ итә. Уларҙың борондан инде хандары юҡ. Хатта дворяндары ла бик аҙ ҡалған, баш ихтилалдарҙан һуң улар күпкә кәмегән. Ул осорҙа һәр улыс үҙҙәренең араһынан бер йә бер нисә старшина һайлап, үҙҙәренә башлыҡ итеп ҡуя. Һәр старшинаға Ырымбур губернаһы канцелярияһынан, мишәрҙәр тарафынан хаттар, указдар һәм башҡа ҡағыҙҙар бирелә. Старшина был хаттарҙы халыҡҡа уҡып, аңлатып ҡына ҡалмай, ҡушылған эштең үтәлеүенә лә яуаплы. Улар бөтәһе 34 улыстан, һәм 1770 йылда иҫәпләнеүенсә, 27000 аймаҡтан тора.
Башҡорттар йөҙгә бер аҙ татарҙарға оҡшай, ләкин бер аҙ яҫыраҡ йөҙлө. Кәүҙәгә лә улар мыҡтыраҡ. Ҡолаҡтары ҙурыраҡ, күҙҙәре бәләкәй, ирҙәре һары һаҡаллы. Улар тәбиғәт тарафынан иҫ киткес аҡылға эйә, шулай уҡ уларға үҙһүҙлелек, саялыҡ, ышанмаусанлыҡ, ҡырыҫлыҡ та хас. Шул яғы менән ҡурҡыныс был халыҡ...
Телдәре татар теленә оҡшаш, ләкин Ҡаҙан яҙмалары менән бөтөнләй тап килмәй. Уҡытыу эштәре лә бында ул тиклем алып барылмай. Сөнки дин әһелдәрен, уҡытыусыларҙы үҙҙәренең араһынан һайлап ҡуялар.
Һәр ғаиләгә һалым һалына. Улар аҡсалата ғына түгел, ниндәйҙер кимәлдә бал, кәрәҙ һәм башҡа кәрәк-яраҡ йыйып тапшырып торорға тейеш була. 1741 йылда баш күтәреүҙәр баҫтырылғас, башҡорттарға ла, казактар кеүек, ил сигендә хеҙмәт итеү, хеҙмәткә үҙ аттары, кейем-һалым, ҡорал кәрәк-яраҡтары менән барыу ҡаралған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, башҡорттарға, казактарға ҡараған кеүек, нәфрәт менән ҡарағандар. Тоҙ өсөн һалымдан азат ителгәндән һуң, улар, элекке кеүек тоҙҙо йылға буйҙарынан бушлай түгел, ә хөкүмәттән һатып алырға тейеш була.
Хәрби хеҙмәткә үҙҙәренә старшина, унбашы, иллебашы, йөҙбашы һ.б. һайлай. Ә уларға полк башлыҡтары итеп Рәсәй етәкселәре старшиналарҙың иң яҡшыларын ғына һайлап ҡуя.
Башҡорт яугирҙарының һәр береһе үҙенең яу кейеме һәм ҡоралы менән хеҙмәткә бара. Башҡа яугирҙар походҡа ҡылыс, мылтыҡ йә пистолет менән сыҡһа, башҡорт батыры уҡ-ян, һөңгө, тимерҙән баш кейеме, ҡыйбатлы һәм ауыр дүңгәләктәрҙән яһалған тимер күлдәк (бөтәһендә лә булмаған), айыу йә башҡа хайуан тиреһенән яһалған, илле уҡ һыйҙырышлы уҡ һауыты һ.б. яу кәрәк-ярағы менән барған. Уларҙың аттары ла сыныҡҡан һәм өйрәтелгән була. Башҡорт егеттәре атта сабып барышлай уҡтан мәргән ата. Улар аҙ һанлы булһалар ҙа, юлда осраған үҙҙәренән күпкә артығыраҡ ҡырғыҙҙарҙы ҡыйрата алған. Башҡорт ғәскәрҙәре ашау яғына запасһыҙ һәм башҡа кәрәкле әйберҙәрһеҙ оҙаҡ ваҡыт юлда йә ҡырғыҙ далаларында йөрөй алған. Шуға күрә лә рус етәкселәре карауандарҙы талаусы ҡырғыҙҙарға ҡаршы башҡорттарҙы ебәрергә тырышҡан. Башҡорт һуғышсыларының ҡылыҡтары улар өсөн сәйер тойола. Һәр башҡорт һуғышсыһы ниндәй кейем тегеп кейә ала, шул кейемдә йөрөй. Үҙҙәре менән аттарына тағып киптерелгән икмәк ҡатылары, алып йөрөй алғанса, талҡан һ.б. әллә ниндәй ризыҡтар йөрөтә. Һәр йөҙбашының үҙ тамғаһы була. Ләкин һыбайлылар отрядҡа теҙелеп хәрәкәт итмәй. Ялға туҡтағанда ғына һәр кем үҙ отряды менән бергә була.
Башҡорт халҡы Рәсәй дәүләтенә ҡушылғанға тиклем һәм ҡушылғандан һуң да күсмә тормош алып бара. Бик һирәктәре генә ер эшкәртеү менән шөғөлләнә. Улар ҡышын ағас өйҙәрендә йәшәһә, йәй көнө ҡырҙа тирмәләрҙә йәшәй.
Ҡышҡылыҡҡа ауылдарын һыу буйына төҙөгәнгә ҡарағанда, ағаслыҡ эсенә төҙөүҙе яҡшыраҡ күрәләр. Шуға ла уларға ҡышын ҡар һыуын иретеп эсергә тура килә. Ауылдарҙа 10-дан алып 50-гә ҡәҙәр өй була. Бындағы өйҙәр бүрәнәләрҙән төҙөлгән. Урындыҡ аҫты йыш ҡына йәш мал тотоу өсөн ҡулланыла. Мейес балсыҡ менән һылана ла, һайғауҙар менән уратып алына. Мейескә суйын ҡаҙан беркетелә. Ишектәр бик тәпәш, хатта сүкәйеп үтергә кәрәк, ә тәҙрәләргә хайуандарҙың ҡарынын йә майға манылған сепрәк һуҙып эленә. Һәр йорттоң ҙур булмаған дүрт мөйөшлө келәте була. Әгәр ҙә инде йәшәгән урындарына ҡарағанда башҡа урын нығыраҡ оҡшай икән, әйберҙәрен йыялар ҙа, шул урынға күсенәләр. Ниндәй старшинаның кешеләре күсә, был урынға шул старшинаның исеме бирелә, мәҫәлән, Солтанов, Әхмәтов һ.б.
Йәйге йәйләүҙәрҙә 5-тән алып 20 тирмәгә тиклем тирмә ҡорола. Ґур ауылдар бер нисә йәйләүгә бүленә. Тирмәләр түңәрәк формаһында, стенаһы ағас рәшәткәләрҙән дүрт футҡа тиклем төҙөлә. Тирмәне кейеҙ менән көпләйҙәр һәм арҡандар менән нығытыла. Бейек Урал тауы баштарында йәшәгән башҡорттар тирмәләрен дүрт мөйөшлө итеп ҡора. Һарыҡ көтмәгәнгә күрә, тирмәләрен туҙ менән уратып алалар. Тирмә уртаһында усаҡ яғыр өсөн таған, йә булмаһа, ҡаҙан элер өсөн сынйыр ҡуйыла.

Иоганн Готлиб ГЕОРГИ.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.01.18 | Ҡаралған: 835

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru