«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ЯУГИРҘАРЫ ДАНЫН СИТТӘР ҘӘ БАҺАЛАЙ
+  - 

Үткән аҙнала республиканың рәсми делегацияһы Нидерландтарҙы Наполеон ғәскәрҙәренән азат итеүгә 205 йыл тулыуға арналған сараларҙа ҡатнашты.

Билдәле булыуынса, оккупацияланған Голландияны Наполеон баҫҡынсыларынан рус армияһы ҡотҡара һәм ошо рәүешле Нидерландтар ирекле короллек статусын кире ҡайтара ала. Бында башҡорт һыбайлыларының роле ҙур була. Ошо ваҡиға айҡанлы Голландия ҡасандыр илдәренә ирек яуларға ярҙам итеүселәрҙең вариҫтарын үҙҙәренә саҡырҙы. Бынан тыш, тарихи ваҡиғалар урынында - Гелдерланд провинцияһының Эйссел йылғаһы ярында азат итеүселәрҙең иҫтәлегенә матур монументаль композиция асылды. Мемориалда ике һыбайлы - генерал Бенкендорф һәм башҡорт атлыһы һынландырыласаҡ.
Рәсәйҙең Нидерландтар короллегендәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Александр Шульгин башҡорт яугирҙарына ҡуйылған һәйкәлдең мөһимлеген, шулай уҡ был ваҡиғаның тағы ла күп кенә картиналарҙа сағылыуын билдәләне. Был мемориал ошо ерҙәрҙе азат итеүсе башҡорттарҙың тарихына ҡыҙыҡһыныу уята, тине илсе үҙенең сығышында. БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Рәсәй ғәскәрҙәре сафында Нидерландтар өсөн ирек яулаған ҡаһарман башҡорт атлыларының батырлығын хөрмәтләп иҫкә алыуҙары өсөн рәхмәтен белдерҙе һәм Нидерландтарҙың ижади коллективтарын Башҡортостанда 2020 йылда үтәсәк Бөтөн донъя фольклориадаһына саҡырҙы.
Фестиваль Башҡортостандың Рус дәүләт академия драма театры һәм Голландияның "Гексагон" ансамбле артистары ҡатнашлығында "Буран" әҙәби-музыка спектакле менән асылды. Мәҙәни сарала шулай уҡ Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, "Карауан" төркөмө артистары сығыш яһаны.
"Башҡортостан - Рәсәй ынйыһы" документаль һәм нәфис фотолар күргәҙмәһе ойошторолдо, унда республиканың билдәле оҫталарының 40 фотоһы ингән. Эштәр Башҡортостан тәбиғәтенә, мәҙәниәтенә, кешеләренә һәм халыҡтарҙың йолаларына арналды. "Ағиҙел" художество кәсептәре берекмәһенең биҙәү-ҡулланма сәнғәте изделиелары күргәҙмәһе башҡорт милли орнаменттарын ҡулланып тегелгән әйберҙәр, милли стилләштерелгән кейем-һалым, һауыт-һаба тәҡдим итте. "Амантай" ҡулланма халыҡ сәнғәте ижади оҫтаханаһы етештергән уҡ-һаҙаҡтар ҙа урындағы халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Түңәрәк ҡорҙа ҡатнашыусылар 1813 йылда илде Наполеон армияһынан азат итеүҙә башҡорт яугирҙарының ролен тикшерҙе.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.01.18 | Ҡаралған: 840

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru