«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӨЙМӘНӘН ДӨЙӘ ЯҺАМАЙЫҠ
+  - 

Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялаловтың республиканың һәм ҡаланың киң мәғлүмәт саралары баш мөхәррирҙәре менән осрашып, уларҙың һорауҙарына биргән яуаптары аша (гәзитебеҙҙең быйылғы 2-се һаны) етәкселеккә ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итеү, ҡапыл килеп тыуған хәл-торошто көйләү, халыҡҡа күренмәгән ниндәй эштәр башҡарырға тура килеү тураһында ниндәйҙер кимәлдә аңлатырға тырышҡайныҡ инде. Аңлаған кешегә шул да етә. Икенсе яҡтан, эшләгән кеше генә тәнҡиткә дусар була, сөнки эшләмәгән кешене нимә тип тәнҡитләйһең - уның эше лә, һөҙөмтәһе лә юҡ.

Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы журналистар менән осрашыуҙарҙа ҡәләм оҫталарынан һәр саҡ компетентлылыҡ, һөнәри этикетҡа тоғро ҡалыу тураһында билдәләй. Был турала ул баш мөхәррирҙәр менән осрашыу ваҡытында ла телгә алды: "Мәскәү журналистары буран булһа, ҡар яуһа, ҡайһы юлдан йөрөү яҡшыраҡ, уңайлыраҡ булыуы хаҡында халыҡты иҫкәртергә тотона, Мәскәү власына шул рәүешле ярҙам итергә тырыша, ә беҙҙәге киң мәғлүмәт саралары журналистары бөтә тәнҡитте, дәғүәләрҙе етәкселеккә йүнәлтә".
Башҡа сетерекле мәсьәләләр буйынса ла журналистар, тикшереү үткәрмәйенсә, мәғлүмәтте "эҫе" көйө бирергә тырышып, төймәнән дөйә яһаусан. Һуңғы миҫалды ғына ҡарайыҡ: йәнәһе, Ғафури урамында йәшәүсе Фәрҙәт Шәйнуров командировканан ҡайтыуға, ул йәшәгән йорт һүтеп алына. Был мәғлүмәт интернет аша Рәсәй кимәленә тарала. Ә бына "Вся Уфа" телеканалы журналистары тикшереү үткәреп, шуны асыҡлай: бында йәшәүселәр был дәғүәсене бер ваҡытта ла йорттарында күргәне булмаған. Асыҡланыуынса, уның ғаиләһенең ҡаланан ситтә лә, ҡалала ла торлағы бар. "Зыян күреүсе" күрһәткән паспорт та үҙенеке түгел, ә ағаһыныҡы. Әммә Фәрҙәт Шәйнуров был йортта үҙе йәшәүен раҫларға маташа. Һүтелгән авария торошондағы йорттағы 32 фатир хужалары, Фәрҙәттән башҡа, барыһы ла яңы торлаҡ ала. Төҙөүсе вәкиле белдереүенсә, Фәрҙәт Шәйнуров һүтелгән йорттағы дүрт квадрат метрҙан (сөнки дәғүә иткән фатирға бер-нисә кеше теркәлгән) арттырып файҙа күрергә теләй. Был майҙандың хаҡы бөгөнгө ваҡытта 200 - 300 мең һум. Шул уҡ ваҡытта төҙөүсе мәсьәләне дәғүәсе файҙаһына хәл итергә тырышып, уға яңы йорттан бер бүлмә тәҡдим итә.
Әлеге ваҡытта был буталсыҡ мәсьәлә буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм тәфтиш комитеты тикшеренеүҙәр алып бара.
Мәҡәләлә ошо һуңғы һөйләмде яҙмағанда ла булыр ине, әммә тема буйынса тап ошо һөйләм бында иң мөһиме булып тора. Ни өсөн? Сөнки ниндәйҙер тема буйынса журналист тикшереүе үткәргәндә, ҡәләм оҫталарына "барҙым, күрҙем, яҙҙым" тип кенә түгел, ә мәсьәләнең энәһенән-ебенә төшөнөп, кәрәк икән хоҡуҡ һаҡлаусы ла, тәфтишсе лә, эҙәрмән дә һәм башҡа бик күп ролдәргә инер-гә, ошо өлкәлә бер ни тиклем булһа ла белемле булырға, анализ һәм һығымта яһай, проблеманан сығыу юлдарын күрһәтә йәки тәҡдим итә белергә кәрәк. Йәғни журналистика - ул "барҙым, күрҙем, яҙҙым" ғына түгел, ул - барлыҡ булған һөнәрҙәр тупланмаһы һәм уларҙы урыны-мәленә ҡарап ҡуллана белеү оҫталығы.
Эйе, бөгөн Башҡортостан, бигерәк тә башҡорт журналистикаһында профессионалдар быуа быуырлыҡ тип әйтеп булмай. Бының үҙенә күрә сәбәптәре лә бар. Беренсенән, киң мәғлүмәт саралары ҡасандыр "дүртенсе власть" булып һаналһа, бөгөн уның статусы бар, йоғонтоһо юҡ. Әгәр хеҙмәтең нимәгәлер йәки кемгәлер йоғонто яһамай, тәьҫир итмәй икән, тимәк, уның һөҙөмтәһе юҡ. Ә һөҙөмтә булмағас, кешенең эш дәрте лә түбәнәйә.
Икенсенән, журналист тикшереүе - бүлмәлә генә ултырып атҡара торған бурыс түгел. Уның өсөн эҙләнеү, теманы яҡшылап өйрәнеү, бәхәсле яҡтарҙың ҡарашын тыңлап, алтын урталыҡты табыу фарыз. Был иһә профессиональ оҫталыҡ, эмоциянан азат айыҡ аҡыл талап итә. Журналистарыбыҙ был сифаттарға эйә түгел, тип әйтергә тел әйләнмәй. Бәлки, йәмғиәт алдындағы, үҙеңдең һөнәрең алдындағы яуаплылыҡ бер аҙ һүрәнәйә төшһә төшкәндер. Сөнки бөгөн журналисты йыш ҡына уның профессиональ оҫталығына ҡарап түгел, ә ниндәйҙер сенсация материалдары яҙыуына ҡарап баһалау ғәҙәткә инеп бара бит. Шул шауҡымға бирелеп киткәндәрҙе иҫкәртеп торорға кәрәк тә инде. Өфө мэры Ирек Ишмөхәмәт улының һәр аҙналағы оператив кәңәшмәлә ҡатнашҡан хәбәрселәргә төбәп, "асыҡ дәрес" һабаҡтары биреүе тап шул маҡсаттан сығып эшләнә тип аңлайбыҙ ҙа инде. Аңлаһалар инде...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.01.18 | Ҡаралған: 784

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru