«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҢЫШЛЫ СӘЙӘХӘТ НИГЕҘЕ ЮЛДАШТАРҘЫҢ ЫШАНЫСЛЫ БУЛЫУЫНДА
+  - 



Буш ваҡытын һәр кем үҙенсә уҙғара. Телевизор тоҡандырып, диванда ҡырын ятып ялын уҙғарыусылар ҙа күп, сәйәхәт итергә яратыусылар ҙа һанап бөткөһөҙ. Өйҙә ял итергә яратыусылар ниндәй тәьҫораттар менән байыталыр күңелен, белмәйем, ә бына туристик походтарҙан көс туплап, тәбиғәттән энергия йыйып, һөйләп бөткөһөҙ мәғлүмәт туплап ҡайтыусылар һоҡландыра. Уларҙың һәр ваҡыт күҙҙәре янып тора, физик яҡтан ныҡтар, рухи сәләмәтлектәре лә күпкә юғары. Ә сәйәхәт барышында күргәндәрен һөйләй башлаһалар, ваҡыттың нисек үткәне лә һиҙелмәй. Нәҡ әүҙем туризм яратыусыларҙың объективтарынан һоҡланғыс фотолар барлыҡҡа килә, видеокамералары матур фильмдар тыуҙыра. Тәбиғәттең төрлө миҙгелендә лә сәйәхәткә сығып китеүселәрҙең ҡайһы берҙәре башҡаларға ла ошо "сирҙәрен" йоҡтороп, уларҙы үҙ рәтенә ала. Бөгөнгө әңгәмәсем нәҡ шундайҙарҙан - оҫта сәйәхәтсе, "Авантюра" туристик клубы етәксеһе, экстремаль ярыштар ойоштороусы Артур АЛАҠАЕВ.

Юлдар, юлдар мине саҡыра...

Өфөнөң Һупайлы биҫтәһендә, әүҙем төҙөлөш эштәре барған осорҙа үҫтем. Бала сағым төҙөлөш майҙандарында, яҡындағы йылғала һыу инеп, терәлеп торған урманды ҡыҙырып үтте. Мәктәптә уҡығанда атай-әсәйем йәйҙәрен ике аҙналыҡ туристик походтарға ебәрә ине. Шулай уҡ ғаиләбеҙ менән дә йыш ҡына тәбиғәт ҡосағына сығыр инек. Тағы ла йыл һайын машинала Воронеж өлкәһендәге туғандарыбыҙға юлланабыҙ, юлда туҡтап, палаткалар ҡороп, ял итәбеҙ. Ошоларҙың барыһы ла тәбиғәткә ылығыуға сәбәпсе булғандыр. Өлкән кластарҙа иптәштәрем менән походтарға сығып китеүебеҙ ҙә атай-әсәйем тарафынан һәр саҡ хупланды. Шуға күрә, бөгөнгө ҡыҙыҡһыныуҙарыма нигеҙ ғаиләбеҙ ағзаларының тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашынан, туризмға, әүҙем спортҡа һөйөүҙән һалынды, тип ышаныслы әйтә алам.
Ғаилә ҡорғас та походтарға йөрөүҙән туҡтаманым. Миңә юлдаш булып кәләшем дә урман-яландар ҡыҙырҙы. Башҡортостанды тулыһынса тиерлек урап сыҡҡас, Рәсәй төбәктәренә сығып киттем. Беренсе сәйәхәтем автомобилдә Рәсәйҙең "Аҡ ел" командаһы менән бергә Алтай, Тыва һәм Хакасия яҡтарына булдым. Үтеү ауырлығы буйынса туристик реестрҙа 5-се кимәл тип иҫәпләнгән маршрут 8036 саҡрым тәшкил итә. Был оҙайлы һәм ҡатмарлы сәйәхәттән уңышлы йөрөп ҡайтҡас, үҙемә ышаныс артты, тағы ла ҡатмарлыраҡ маршруттарға сыҡтым. Тәүге походым иң иҫтә ҡалғаны булһа, иң экстремаль сәйәхәтем тип Коми республикаһындағы Маньпупунёр геологик ҡомартҡыларына алып барған юлды иҫәпләйем. Был маршрут, үтеү ауырлығы буйынса, 6-сы категорияға ҡарай. Юл оҙайлығы Өфөнән тауға тиклем 2576 саҡрым. Уны беҙ 13 көн эсендә үттек. Өфөнән 2 машина сығып киттек, Мәскәүҙән беҙгә тағы ла 2 автомобиль ҡушылды. Былтыр ике тапҡыр Ҡаҙағстанға барҙыҡ. Май айында илдең үҙәк һәм көньяғына, ә июлдә дала менән сүллеккә сәйәхәт ҡылдыҡ. Йәйҙең уртаһында, иң эҫе ваҡытта, сүллеккә сығып китеп, үҙебеҙҙе һынап ҡарау ине маҡсатыбыҙ. Ауырлыҡтарға бирешмәнек, иҫән-имен ҡайттыҡ. Шулай уҡ былтыр 4-се категория ҡатмарлыҡтағы маршрут менән тағы ла Алтайға барып ҡайттыҡ. Ғаиләм менән бер ай тирәһе Рәсәй буйлап сәйәхәт ҡылдыҡ - Магаданға тиклем барып боролдоҡ.

Мобиль туризм

Походтарҙың төрө бик күп. Мин йәйәүле походтарға ла күп йөрөйөм, йылғалар буйлап байдаркаларҙа ла йөҙөп төшәм, шулай уҡ мәмерйәләр серен "сисеү" ҙә күңелемә яҡын. Тауҙарға артылыу ваҡытты күп алғанға күрә, уның менән әллә ни ҡыҙыҡһынмаһам да, былтыр 1-се категория ҡатмарлыҡтағы Тағанай буйлап походҡа барҙым. Шулай ҙа иң оҡшағаны миңә автомобиль туризмы. Был туризмдың 6 төр ҡатмарлыҡтағы категорияһы бар. Машинала сәйәхәт иткәндә һин үҙеңә үҙең хужа. Барасаҡ маршрутты һайлау, ҡасан туҡтап ял итеү, ниндәй иҫтәлекле урындарҙы ҡарау, ниндәй тиҙлектә барыу - ғөмүмән, барыһы ла үҙеңдең ҡулыңда. Автомобиль менән тиҙ йөрөү мөмкинлеге лә уға өҫтөнлөк бирә, һин башҡа транспорт кеүек расписаниеға бәйле түгелһең. Автомобиль туризмы һәр саҡ хәрәкәттә булыу, тимәк, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бик күп урындарҙы күреү тигән һүҙ. "Тимер атта" сәйәхәт иткәндә алдағы көнгә аныҡ ҡына план ҡороу файҙаһыҙ, сөнки аҙым һайын бихисап көтөлмәгәнлек һағалай. Ошо яғы менән дә ылыҡтыра автотуризм.

Өфө - Маньпупунёр - Өфө

Әлеге маршрут нигеҙендә автомобиль туризмының үҙенсәлектәрен һөйләп үткем килә. Унда барырға теләүселәргә пособие рәүешендә лә булыр әйткәндәрем. Походҡа әҙерлек бер йыл дауамында барҙы. Беҙ машиналарҙы төҙөкләндерҙек, ошо юлды үтеүселәрҙең видео һәм фото отчеттарын өйрәндек, улар менән осрашып һөйләштек, экипаж тупланыҡ, аҙыҡ-түлек барланыҡ, кейемдәр әҙерләнек. Шулай уҡ Печора-Илыч ҡурсаулығына һәм "Ивдель" ландшафт ҡурсаулығына пропусктар эшләтеү ҙә күп ваҡытты алды. Был ҡурсаулыҡтарға эләгергә теләүселәр күп булғанлыҡтан, пропуск эшләтеү өсөн заказды алдан бирергә кәрәк, сөнки йәйгә улар бөтә. Машиналарҙың төҙөклөгөн ныҡ тикшереү мөһим. Бының кеүек алыҫ араға сығыр алдынан ташлы, юлһыҙ ерҙә, тәрән һыуҙа бер нисә тапҡыр тест үткәреп, асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә кәрәк. Шулай уҡ запас частар тураһында ла оноторға ярамай. Бигерәк тә машинаны тарттырыу өсөн лебедка, кисеүҙе үткәндә двигатель һыу аҫтында эшләһен өсөн махсус "тын алыу трубкаһы" - шноркель, зарядланған аккумулятор, әйберҙәрҙе һалыу өсөн экспедицион багажник, трансмиссия, подшипник, сальниктар мотлаҡ кәрәк буласаҡ. Тағы ла "юлһыҙ" юлда машина ҡырына ятмаһын өсөн автомобилгә махсус ҡоролма - "көс тупһаһы" ("силовые пороги") - мотлаҡ ҡуйырға кәрәк. Улар ҡоростан эшләнә һәм автомобиль рамына беркетелә. Тау-таштан йөрөгәндә тәгәрмәстәр тишелеп кенә ҡалмай, ә хатта йыртылып китә. Шул уҡ урында уны ямап тороп булмай, шуға күрә запас тәгәрмәсте берәү генә түгел, ә икәү алырға кәрәк. Төрлө техник шыйыҡсалар, тормоз ҡалыптары (тормозные колодки) һалып алыу ҙа ҡамасау итмәҫ. Беҙ һәр кисеүҙе сыҡҡан һайын майҙарҙы алыштырҙыҡ, двигатель ныҡ ҡыҙғанда антифриз өҫтәп ҡойҙоҡ, тормоз шыйыҡсаһын да йыш өҫтәп ҡойҙоҡ, йә тулыһынса яңырттыҡ.
Алыҫ һәм ауыр маршрутҡа сыҡҡанда иғтибарға лайыҡ тағы ла бер мөһим фактор - экипаждағы кешеләрҙең һаулығы. Ниндәй сәйәхәттә лә кемдер ауырып китергә йәки йәрәхәтләнергә мөмкин, шуға күрә ҡул аҫтында кәрәкле бөтә медикаменттар ҙа булырға тейеш. Ҡулға ниндәй дарыу эләгә шул һалынған аптечка бөтөнләй бармай. Бында медицина өлкәһендә эшләүсе һәм үҙе лә туризм менән ҡыҙыҡһыныусы белгестең кәңәшенә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Беҙҙең экспедиция ваҡытында һыуыҡ тейҙереү ҙә, ағыуланыу ҙа, йөрәк ауыртыу осрағы ла булды. Дөрөҫ комплектланған аптечка ярҙамында улар ауыр эҙемтәләргә килтермәне. Дөйөм бер аптечка менән бер рәттән, хроник ауырыу менән интегеүселәр үҙҙәренә махсус препараттар менән тулыландырылған айырым аптечка ла алырға тейеш. Юлға сығыр алдынан уҡ кемдең ниндәй дарыуға аллергия икәнен асыҡлау фарыз. Әгәр ҙә ныҡ бейектә "тау ауырыуы" башланһа, тиҙ генә түбән төшөү генә ауырыуҙың хәлен еңеләйтәсәк. Шуға күрә, алыҫ экспедицияға сығыр алдынан һәр кем үҙ төбәгендәге бейек тауға күтәрелеп ҡараһа, яҡшыраҡ.
Аҙыҡ-түлек тураһында ла алдан ҡайғыртыу урынлы. Беҙ бер айға етерлек ашамлыҡ алдыҡ, сөнки оҙайлы ваҡыт цивилизациянан алыҫта булырға тура килерен белдек. Шулай уҡ урманда машина ныҡлы ҡыйраған осраҡта уны йүнәтеү ҙә оҙаҡ ваҡытты алырға мөмкин. Бөтә был моменттарҙы ла күҙ уңында тоторға кәрәк. Ашау тәртибен дә алдан планлаштырҙыҡ. Беҙ, мәҫәлән, көнөнә ике тапҡыр - иртәнге һәм киске ашты - яҡшылап ашаныҡ, ә ҡапҡылап алыу өсөн туҡтап торманыҡ, сөнки һәр туҡтау оҙаҡ ваҡытты ала.

Төркөм психологияһы

Күп кешене үҙенә туплаған походтарға йөрөргә яратам. Эш бында сәйәхәт барышында килеп тыуған ниндәйҙер техник ҡыйынлыҡтарҙы төркөм менән еңелерәк үтеү мөмкинлегендә лә түгел. Төркөмдөң психологияһын аңларға тырышыу, теге йәки был ситуацияла кешенең үҙен нисек тотоуын күҙәтеү оҡшай. Походта кеше яңы шарттар менән осраша. Ундағы ҡатмарлы шарттар, төрлө хәлдәр, физик көсөргәнешлек, өйрәнелгән йәшәү ритмының үҙгәреүе, оҙайлы ваҡыт бер үк кешеләр менән аралашыу - барыһы ла кешене икенсе яҡтан аса. Хатта бер-ике көнлөк походҡа сыҡҡанда ла, өйрәнелмәгән шарттарҙа, кеше юғалып ҡалырға мөмкин. Бындай осраҡта ваҡытында уның хәлен күрергә, аңларға һәм ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәк. Әгәр ҙә ниндәйҙер хәл килеп тыуған осраҡта командалағы бер генә кеше "һынһа" ла, бөтә төркөмгә ауырға тура киләсәк. Планлаштырылған ваҡыт эсендә улар барыһы бергә бер бөтөндө тәшкил итә һәм сәйәхәт аҙағынаса ошо бөтөнлөк юғалмаҫҡа тейеш. Ә оҙайлы ваҡытҡа сығып киткәндә яныңдағы кешеләрҙе ныҡ һайлап алыу уңышлы сәйәхәттең иң мөһим шарты. Ныҡ әҙерлекһеҙ, етерлек тәжрибәһе булмаған йәки конфликтлы кешене походҡа алып сыҡмау хәйерле. Һәр төркөмдә лә, ҡатнашыусылар ни тиклем етди һайлап алынмаһын, барыһынан да көсһөҙөрәге була. Яҡшы төркөм ундайҙарға һәр саҡ ярҙам итә, ләкин шул уҡ ваҡытта уның көсһөҙлөгөнә баҫым яһамай.
Поход һәйбәт үтһен өсөн, етәксе менән риза булмаған хәлдә лә, уның ҡарарҙарын мотлаҡ үтәү кәрәк. Ләкин етәксе үҙен өҫтөн ҡуйып, талапсан тауыш менән бойороҡтар "яуҙыра" башлаһа, төркөм эсендәге климат сәләмәт булмаясаҡ, шуға ла уға алтын урталыҡты һаҡларға кәрәк. Шулай уҡ төркөмдә килеп тыуған сетерекле мәсьәләләрҙе тиҙ генә хәл итә, ығы-зығыларҙы яйлап ебәрә алыусы аралашыусан бер кешенең булыуы ла походтан яҡшы тәьҫорттар менән ҡайтырға мөмкинлек бирәсәк. Һәйбәт төркөмдә барыһы ла үҙенең нимә өсөн яуап биргәнлеген яҡшы аңлай һәм бойороҡ, киҫәтеү көтмәйенсә, шуны эшләй. Төркөмдә берҙәмлек, мөнәсәбәттәрҙең тотороҡлоғо яйлап барлыҡҡа килә. Әгәр ҙә ҡуйылған маҡсатҡа берҙәм ынтылыш, бер-береңә ярҙам, ихтыяр көсө булмаһа, сәйәхәттең һуңғы нөктәһенә барып етеү бик икеле. Шуға күрә, оҙайлы юлға сыҡҡанда юлдаштарҙы ныҡ һайларға кәрәк.

Шулай итеп...
Психологтар фекеренсә, сәйәхәт итеү бик файҙалы. Сәйәхәт яратыусылар план төҙөргә өйрәнә, башҡа кешеләр менән тығыҙ бәйләнештә булыу һәм үҙ-үҙеңде ҡулда тотоу оҫталығына төшөнә, үҙҙәренең рухи ҡиммәттәрен яңынан ҡарап сыға, аралашыуҙа булған ҡыйынлыҡтарҙы аңлы рәүештә ҡабул итә. Тәбиғәтте яратыу, унда үҙеңде әҙәпле тоторға өйрәнеү өсөн дә сәйәхәттәр ҡылырға кәрәк. Тынысландырыу, төрлө борсоған уйҙарҙы бер тәртипкә һалыу өсөн дә иң шәп терапия - сәйәхәткә сығып китеү. Ул бер көнлөкмө, әллә бер-нисә аҙнаға һуҙыламы, уныһы мөһим түгел. Тик бер тапҡыр сәйәхәт "тәмен" татыған кеше унан башҡаса айырылмай. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ менән әңгәмә ошо асылды тағы ла нығытты. Гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында ла барҙыр сәйәхәттәр яратыусылар. Тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.

Гөлназ МАНАПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.01.18 | Ҡаралған: 890

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru