«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УРАЛ БАТЫРҘЫҢ ҠЫШҠЫ УЙЫНДАРЫ
+  - 



Ҡышҡы һабантуймы? Юҡ! Урал батырҙың ҡышҡы уйындары. Исеме үк күптәрҙә бәхәс һәм ҡыҙыҡһыныу уятыр, рухлы сараларға башланғыс бирер оло йыйын ул. Белмәгәндәр өсөн - икенсе йыл рәттән үтә. Белгәндәр өсөн - әҙерлек күптән барҙы.

...Башһырт шарьяжы янында уҡ тарихи ерҙәргә аяҡ баҫыуыңды тояһың: Әл-Бируни һәм Мәхмүд Гардизиҙар IX быуатта сәйәхәттә булып, нәҡ ошо урындарҙы етенсе климаттың сиге тип билдәләп китә. Башҡорт рухы аңҡып торған ҡурсаулыҡ ҡунаҡханаһы: башҡорт өйө, ҡойма аласыҡ, түбәлек, бишбармаҡ... Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылғандар һәм район мәктәптәренең уҡыусылары өсөн үткәрелгән йәйге экологик лагерҙар; республика күләмендә беҙҙең мәктәп менән уртаҡ үткән проекттар: "Рух шишмәһе башы - Тереһыу", "Тел һағында күмәкләп", "Тел асҡысы - ил асҡысы", "Йәшел ҡалҡан"; төрлө өлкәләрҙән, ҡалаларҙан йыйылған балалар өсөн "Урал батыр" эпосын һәм үҙебеҙҙең "Бабсаҡ һәм Күсәк" легендаһын рус телендә тыңлатыу һәм сәхнәләштереү, улар буйынса үткәрелгән түңәрәк өҫтәлдәр... Был исемлекте бик оҙаҡ дауам итергә булыр ине.
Йәйге һабантуйҙы кем дә үткәрә ул! Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатып, 30 градуслыҡ һыуыҡта, ҡырыҫ тәбиғәт ҡосағында, "Урал батыр" эпосы яңғырауы аҫтында ғәмле-сәмле ярыш ойошторорға йөрьәт итеүҙәре менән хайран итте Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре. Ниндәй эште лә фекерҙәштәр менән атҡарып сығыу күпкә еңелдер: Иҫке Собханғол ауыл хужалығы колледжы, "Мәргән уҡсы" хәрби-патриотик клубы, Баймаҡ районы "Ылаҡ" клубы ағзалары күтәрмәләште сараны. Бындай сараның әһәмиәтен аңлағандарға афарин, тиергә генә ҡала. Ә уны ойоштороуҙың башында Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы директоры, биология фәндәре кандидаты Вәсилә Яныбаева һәм уның коллективы тора. "Урал батыр" эпосында үҫеп килеүсе йәш быуынға еткерер тәрән фәлсәфә һалынған. Улар аңында онотолған рухи ҡиммәттәрҙе тергеҙеү мөһим. Маҡсаты шул был сараның..." - ти Вәсилә Әхәт ҡыҙы. Уның экологик-ағартыу эше буйынса директор урынбаҫары, биология фәндәре кандидаты М. Нәбиуллин шулай тип өҫтәй: "Ҡурсаулык биләмәһендә урынлашҡан тауҙарҙың йәше 500 млн йыллап билдәләнә. Әгәр Урал батырҙың эпосы бер нисә мең йыл тип иҫәпләнһә, беҙ "ул күренеш беҙҙә булған" тип ышаныслы итеп әйтә алабыҙ. Ҡурсаулыҡ биләмәһендә эпоста әйтелгән күп кенә тауҙарҙың атамалары бар. Мәҫәлән, Ҡараташ, Дейеү тауҙары. Икенсе юҫыҡтан ҡараһаң, хәҙер тәбиғәт ныҡ үҙгәреш кисергән, ағастар ҡырҡылып бөткән, йылғалар һайыҡҡан, ә ҡурсаулыҡ биләмәһе кеше ҡулынан ныҡ үҙгәрештәр кисермәгән. Килгән ҡунаҡтар байрам рухын ғына түгел, тәбиғәт ҡөҙрәтен тойоп, уға һоҡланып ҡайтһын, тигән маҡсат та ҡуйҙыҡ был байрамды ойошторор алдынан..."
Байрам филология фәндәре докторы Розалия Солтәнгәрәеваның алғыш һүҙҙәре менән башланып китте. 2016 йылда Ҡырғыҙстанда үткән күсмә халыҡтар фестивалендә IV урын яулаусы Баймаҡ биатлон клубы ағзалары төрки халыҡтар араһында ҡабаттан тергеҙелә башлаған "Ылаҡ" күрһәтмә сығышы менән "Аһ!" иттерҙе барыһын да. Ярыш аттары икәне әллә ҡайҙан күренеп тора! Ҡолаҡтарын ҡайсылап, фарман көтөп, бейеп торалар. Әйткәндәй, тамашаны ҡарай башлағас та, бер аҙ ҡырағайыраҡ тойолған уйындан тәндәр ҡорошоп киткәндәй булғайны. Ысынында, тартышта эсенә бесән тултырылған һарыҡ тиреһе ҡулланыуҙары зауыҡлы итте. Ат ярышы һөҙөмтәләре шулай булды: Яҡупов Марат (Ҡолғана), Шәрипов Ғәҙел (Яуымбай), Фәхретдинов Кәрим (Һарғая) һәм Килдейәров Илфат (Ҡолғана).
Егет, уйың уй булһын,
Бер ҙур майҙан ҡорайым,
Батырлығың һынайым,
Шунда даның күрәйем.

Келәмдең ап-ағында майҙан тотоп, бил һынашты батырҙар. Төрлө категорияла еңеүселәр шулар булды: Ғәбделхәйев Денис (Бөрйән), Фәхретдинов Айбулат (Һарғая), Вәлиев Илнар (Яңы Собханғол), Хәмитов Илдус (Һарғая), Вәлиев Ирәмән (Ҡолғана).

Батырҙан күреп, уҡ юнып,
Өлкәндән күреп, яу ҡыуып,
Ил эсендә үҫер ул,
Утын-һыуын кисер ул...

Уғатар батырҙар ярышы олоһон-кесеһен генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, балаларҙы ла йыйҙы. Был ярышта ҡатнашыусылар географияһы шаҡтай киң ине. Өс этаптан торған был ярышта: ир-егеттәрҙән - Хәйруллин Нуриман (Белорет), Ғәлиулин Юлай (Белорет), Мортазин Урал (Өфө); ҡатын-ҡыҙҙарҙан - Кәримова Лира (Ишембай), Кинйәбаева Зөһрә (Ишембай), Остапчук Оксана (Өфө); балаларҙан - Боҫҡонов Батырша (Бөрйән), Рәхимов Илнар (Бөрйән), Кәримова Карина (Ишембай) еңеүселәр тип тәбрикләнде.

Етмеш батман ауырлыҡ
Күтәреп күккә сөймәгән,
Өс бармағы осонда
Төшөрмәйсә тотмаған
Кеше - батыр ир булмаҫ...

"Суҡмар ырғытыу". Сей ҡайын ороһонан яһалып, 23 килограмм тартҡан был ҡорал янына ике тиҫтәгә яҡын ир-егет йыйылды. Иң таҫыллыһы - Хәйруллин Нуриман суҡмарҙы 4 метр 20 см алыҫлыҡҡа ырғытты. Шулай уҡ "Килен-ҡәйнә арҡан тартышы" исемле 4 команданан торған ярыш үҙенсәлекле булыуы менән айырылып торҙо. Һабантуйҙарҙағы кеүек, "Көршәк ватыу" , "Арҡан тартыш"та ла һәр кем үҙ көсөн һынап ҡараны. Бөтә илде йыйнаған, алҡындырып һыйлаған ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренә "Афарин!" тиергә ҡала! Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше, ярыш майҙаны әҙерләү (ҡыш көнө!), ҡаршы алыу-оҙатыу - бик ентекле әҙерлек һәм юғары кимәл! Тош-тош урындарҙа яғылған усаҡтар, боҫрап бешкән бишбармаҡ, геүләп торған сауҙа! Күмәк көс һөҙөмтәһе был.
Ҡышҡы һабантуймы? Юҡ! Һабан миҙгеле яҙ ғына башлана. Урал батырҙың ҡышҡы уйындары. Этнотуризмды үҫтереүҙең бер тармағы. Һәм иҫ киткес тәьҫораттар, тойғолар! Ҡурсаулыҡ биләмәһе:

Ил һөйөргә ил булып,
Ер һөйөргә бағ булып,
Дошман күҙен ҡыҙҙырып,
Балҡып торор ер булһын! - тип теләге килә.
Ә шулай ҙа киләсәктә ут яғып, усаҡ тирәләй өйөрөлөп йөрөүҙәр булмаҫтыр, тип ышанғы килә. Уныһы беҙҙең халыҡҡа хас түгел. Дөрөҫ булмаған ғәмәлгә эйәреүселәр күп булыр тип хафаланам. Былай ҙа фольклорға мәжүсилек элементтары тағырға тороусылар табылыр. Быныһы - юлайҡан әйтеүем. Бер һүҙ менән әйткәндә, шәп, бик шәп булды байрам.

Миңнур ҠАСИМОВА.
Бөрйән районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.02.18 | Ҡаралған: 831

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru