«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺЕҢРӘН ҺӘМ ТЕРҺӘК ҠӘБИЛӘЛӘРЕ КӨНБАЙЫШ СЕБЕРҘӘ ЙӘШӘГӘН УЛАР
+  - 

Башҡорттарҙың Себер ерендә күптән йәшәүе билдәле. Быны бигерәк тә күренекле рус картографы, этнографы, тарихсыһы һәм архитекторы Семен Ульянович Ремезовтың (1640 - 1720 йылдан һуң) хеҙмәттәре иҫбатлай.

1696 йылдың 10 ғинуарында Рус хөкүмәте бойороғо буйынса Себер территорияһының чертеждарын эшләү Тубыл ҡалаһында йәшәүсе С.У. Ремезовҡа ҡушыла. Был эшкә Семен Ремезов әүҙем тотона һәм 1667 - 1668 йылдарҙа уҡ дөйөм Себер чертежын әҙерләй. Ә инде 1701 йылға Ремезов был ҙур ерҙең айырым өлөштәренә чертеждар эшләп өлгөртә. Автор, ул чертеждарҙы атласҡа берләштереп, "Чертежная книга Сибири" тип атай. Был атлас 23 чертеждан тора һәм алтыһында башҡорттар күрһәтелгән. Шуныһы ҡыҙыҡлы: был чертеждарҙың береһе Себер ерен һүрәтләй, ул атластың 15-се чертежы һәм "Чертеж земли Красноярского города" тип атала.
"Чертеж земли Красноярского города" көнбайышҡа, көньяҡ-көнсығышҡа йүнәлтелгән, ул Красноярск ҡалаһына һәм уның эргә-тирәһенә арналған. Чертежда Йәнәсәй (Енисей) йылғаһы, уның ҡушылдыҡтары, уртала Красноярск ҡалаһы, унда йәшәгән халыҡтар күрһәтелгән. Йәнәсәй йылғаһы башында ике тирмә төшөрөлгән. Улар янында русса "башкыры", голланд телендә "baskiyry" тигән яҙыуҙар бар.
Шуны ла әйтергә кәрәк: С.У. Ремезов был чертеждарҙы әҙерләгәндә Тубыл ҡалаһында архив тикшеренеүҙәре үткәрә, писцовый китаптарҙы, перепись яҙмаларын, межа акттарын, статистика мәғлүмәттәрен, хәрби рекогносцировка документтарын - "доездар"ҙы тикшерә. Шулай уҡ Ремезов тәрән белемле кешеләрҙең - "ведомцы"ларҙың, сәйәхәтселәрҙең - "бывальцы"ларҙың, урындағы халыҡтарҙың - "уроженцы", "старожилы"ларҙың ярҙамынан файҙалана. С.У. Ремезов үҙе лә сәйәхәттәр ҡыла. Шуға күрә "Чертеж земли Красноярского города"ла Йәнәсәй йылғаһы башында башҡорттар һүрәтләнеүе бер ҙә осраҡлы түгелдер һәм "башкыры", "baskiyry" яҙыуҙары шул ерҙә башҡорттарҙың күптәнән бирле йәшәүенә ишара яһай. Башҡорттарҙың борондан Көнбайыш Себерҙә йәшәүе билдәле. Мәҫәлән, билдәле совет этнографы Б.О. Долгих үҙенең "Родовой и племенной состав народов Сибири в ХVII в." китабында (1960 йыл): "Беҙҙең сығанаҡтар (Рәсәй дәүләт боронғо акттар архивы - А.П.) бөтә Төмән өйәҙенең төп халҡын татар тип атай. Ысынбарлыҡта Төмән өйәҙенең төп халҡы араһында себер татарҙары ғына түгел, ә хәҙерге ҡайһы бер башҡорт ырыуҙарының ата-бабалары ла була", - тип яҙа. Әйтергә кәрәк, ул ваҡытта башҡорттар Төмән өйәҙенең Бышкар, Терһәк, Пышма һәм Исәт улыстарында йәшәгән. Улар терһәк һәм һеңрән ҡәбиләләре башҡорттары була. Терһәк улысы исеме лә башҡорт ҡәбиләһе исеменән барлыҡҡа килә, шулай уҡ Бышкар улысы исеме рус тарихи сығанаҡтарында икенсе төрлө варианттарҙа осрай (Башкурская волость, Баскурская волость). Тимәк, ул улыстың исеме "башҡорт" этнонимы менән бәйле булырға тейеш. Шулай итеп, башҡорттар - Көнбайыш Себерҙә борондан йәшәгән халыҡ.
Ә инде Себерҙең башҡа сиктәренә башҡорттар башҡа төрлө ваҡиғалар арҡаһында ла барып сыға. Мәҫәлән, 1865 йылда Иркутск ҡалаһында "Записки Сибирского отдела Русского географического общества" серияһында урындағы ғалим В. Чудовскийҙың "Историко-этнографический очерк Иркутской губернии" исемле мәҡәләһе баҫылып сыға. В. Чудовский губернала йәшәгән халыҡтар тураһында яҙа, хатта өҫтәмә рәүештә Иркутск губернаһының этник картаһын да эшләй. Автор мәҡәләһенең "татары и различные кавказские народы" тигән өлөшөндә һөргөнгә ебәрелгән халыҡтар араһында башҡорттарҙы ла атап үтә, уларҙың ир-заттары ҡатын-ҡыҙҙарҙан 6 тапҡырға күберәк, тип күрһәтә. В. Чудовскийҙың хеҙмәтенән башҡорттарҙың Иркутск губернаһында байтаҡ булыуы күренә.
Билдәле булыуынса, 1789 йылда Өфөлә мосолмандарҙың диниә назараты булдырыла. Ләкин һуңыраҡ барлыҡҡа килгән батша администрацияһы баҫымы, руханиҙар өҫтөнән үтә ныҡ контроль, дини йәберләү арҡаһында күп кенә башҡорт мосолмандары ситкә сығып китергә мәжбүр була. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре хатта Яҡутстанға барып сыға һәм унда беренсе булып Ислам динен ерләштереүгә ирешә. Мәҫәлән, Эске эштәр министрлығының Дини идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, Яҡутстанда 1913 йылда 1172 мосолман йәшәй, шуларҙың 516-һы башҡорт, 69-ы ҡырғыҙ һәм 42-һе татар була. Тимәк, Себерҙә башҡорттар электән йәшәгән һәм башҡорт гуманитар ғилеме алдында уларҙы ентекләп өйрәнеү мәсьәләһе тора.

Айбулат ПСӘНЧИН,
география фәндәре докторы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.02.18 | Ҡаралған: 771

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru