«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИТТӘР БАҺАЛАЙ ҘА УЛ, ҮҘБАҺАБЫҘ АҠҺАП КИТӘ ШУЛ
+  - 



Гәзиттең былтырғы 49-сы һанында сыҡҡан "Алтынсы интеграл һәм… ҡурай, ҡымыҙ, башҡорт теле тураһында" әңгәмәне уҡығас тыуған уй-фекерҙәремде еткеререгә булдым. Ҡурай, ҡымыҙ, башҡорт теле… Был һүҙҙәр үҙҙәре үк мәҡәләне мотлаҡ уҡырға саҡырып тора, әйтерһең дә, хәтерҙе уятырға тейешле код һалынған уларға.

Һәр минуты ҡәҙерле булған Чернэ әфәндегә ваҡыт бүлгәне өсөн рәхмәт. "Башҡорт ҡымыҙы бөтөнләй икенсе төрлө… Ҡурайҙың кешегә йән өрөрлөк ҡөҙрәте бар… Һәр кем, милләтенә ҡарамайынса, башҡорттар кеүек тын ала… Мин дә бында саҡта үҙемде башҡорт тип иҫәпләйем" - Чернэ әфәнденең бындай һүҙҙәре күңелгә май булып яғыла. Юл ыңғайы ҡабалан ғына әйтелһә лә, сәпкә тейгән.
Мәҡәләне уҡығас тыуған тәүге тәьҫораттарым шулай булды. Дуҫтарым менән фекер алышыу ҙа хистәремде арттырҙы, әммә… Был һөйләшеүгә ниҙер етмәй кеүек, ниҙер хафаландыра.
Хистәр бит ул алдан йөрөй, уйланыуҙар килә аҙаҡтан. Уйланыуҙарымдың осона сыға алмай, бергилке икеләнеп ыҙаланым, аҙаҡ икеләнеүемдең сәбәбенә төшөндөм - Олег Черэның "мин дини кеше түгел", тигән һүҙҙәре айнытҡандай булды. Дини кеше, диндар кеше тамырҙаш һүҙҙәр түгел, бер мәғәнәне аңлатҡан һүҙҙәр. Диндар урыҫсаға тәржемә иткәндә "богобоязненный" тигәнде аңлата, йәғни Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡҡан кеше. "Мин дини кеше түгел", тип әйтеү батырлыҡ микән? Юҡ, минеңсә, Хаҡ Тәғәләне ҡабул итеүҙән ҡурҡыу ул. Иҫләйһегеҙҙер, олатай-өләсәйҙәр, өләсәйҙәр бигерәк тә, беҙҙе нисек тәрбиәләне? "Ауыҙың ҡыйшайыр, Алла бабай башыңа һуғыр", тип ҡурҡытҡандары хәтерегеҙҙәлер...
Күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ: минең өйөм бөхтә, унда һәр нәмә үҙ урынында, һауаһы ла саф - ҡәнәғәтмен. Мин шул мөхиттә үҙемсә тын алып өйрәнгәнмен, әйтмәһәләр, ул турала уйлап та бирмәҫ инем. Шаңҡытыуҙар, шаҡ ҡатырыуҙар, уҙғынсыларҙың үҙҙәре кеүек, килә-китә, беҙ ҡалабыҙ. Ошо ерҙә мөфтөй Тәлғәт Тажетдиндың Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайында сығыш яһағанда әйткән һүҙҙәре иҫкә төшә. "922 йылда Ислам динен дәүләт дине итеп ҡабул иткән ваҡытта Ибн Фаҙландың яҙмаларында башҡорт тигән милләт бар, татар тигән милләт яҙылмаған", - тигәйне ул. Ошо урында делегаттар ҡул саптылар ҙа, мөфтөй һүҙҙәренең аҙағына артыҡ иғтибар итмәнеләр шикелле. Был һүҙҙәрҙе цитата рәүешендә килтерәм: "Һеҙҙең шикелле, ғәзиз ҡәрҙәштәребеҙ, иманын да, динен дә, кирелеген дә дауам иткән халыҡ юҡтыр бөтөн донъяла. Әле лә башҡорт башҡорт ул!" Былары дини кешенең һүҙҙәре.
Әлбиттә, беҙ башҡаса тын алабыҙ. Халыҡ ижады аша, йолаларыбыҙ аша, динебеҙ аша тын алабыҙ. Күңелебеҙҙә ошо ныҡлы, ышаныслы хазина бар икән, шаҡ ҡатырғыс һығымталарға мохтаж да түгелбеҙ, иншаллаһ. Хәйер, үҙебеҙҙең ошо хазинаға эйә икәнебеҙҙе иҫкә төшөрөп тороу, баһаларға өйрәнеү өсөн... ситтәрҙең шуға төртөп күрһәтеүе, аңғартыуы ла кәрәк шул инде...
Һүҙем аҙағында бер кинәйә һөйләйем әле, бәлки, ул беҙҙең һөйләшеүгә бер аҙ асыҡлыҡ индерер.
Туҡһан туғыҙ йортло ҙур ғына ауылда бик бәхетле кешеләр йәшәгән. Береһенән-береһе матурыраҡ, зауыҡ менән биҙәлгән өйҙәрҙә йәшәгән улар. Һәр хужалыҡты гүзәл баҡсалар уратып алған. Ауылдаштар йыл әйләнәһенә емеш-еләктән, йәшелсәнән өҙөлмәгән. Яҙҙарҙы дәртләнеп ҡаршы алғандар, йәйҙәрҙе көндәлек хеҙмәт менән күңелле үткәргәндәр. Байрамдарҙа уйнап-көлөп, йырлап-бейеп күңел асҡандар. Көҙ мул уңыш йыйғандар ҙа, ҡышҡыһын рәхәтләнеп ял иткәндәр. Ерҙә йәшәһәләр ҙә, күккә бағып, йондоҙҙарға ҡарап өмөтләнгәндәр, йәшәйеш тураһында уйланғандар, киләсәккә ышаныс менән ҡарағандар, кейеҙ-келәмдәргә йыһан есемдәрен биҙәк итеп төшөргәндәр. Өс йылға бер тапҡыр июль айында ауыл кешеләре йәшәгән урындарынан йыраҡ булмаған яланда ҡорға йыйыла торған булғандар. Өс йылға бер тапҡыр кешеләр Аллаһы Тәғәлә тауышын ишеткән һәм үҙ һорауҙарына яуап алған. Маңлай күҙҙәре менән күрмәһәләр ҙә, күңелдәре менән кешеләр эргәләренә килгән Хоҙайҙы тойғандар. Һәр кем ошо мәлдә киләсәккә уй-хыялдар ҡорған, Хаҡ Тәғәлә менән кәңәшләшкән. Мөғәмәлә төрлө кимәлдә барған: берәүҙәр тәрән уй-фекергә сумған, икенселәр ябай ғына донъяуи кимәлдә аралашҡан, өсөнсөләрҙең мөғәмәләһе уйын-көлкөгә ҡоролған.
Мәҫәлән, берәү ошондай һорау биргән:
- Хоҙайым, ниңә һин бөгөн беҙҙе ямғыр һыуына ҡойондорҙоң? Иртә менән лысма һыу иттең дә, төшкә ҡарай ғына ҡояш йылыһын өләштең. Әллә үҙең төшкә тиклем йоҡоңдан уянманыңмы, әллә беҙҙең байрам майҙанына йыйылғанды көтөп торҙоңмо? - Юҡсы, - тип яуап бирә Хоҙай. - Мин иртә таңдан уҡ байрамығыҙ күңелле үтһен өсөн хәстәрлек күрҙем. Арағыҙҙа иртәнге тәһәрәт алырға йыбанғандар бар. Улар байрам йәмен ебәрмәһен, тинем дә, бөтәгеҙҙе лә бер юлы ҡойондорҙом. Әле бына таҙарынып кибендегеҙ.
- Улайһа, бик шәп иткәнһең, - тип ризалаша һорау биргән кеше.
Сәстәренә сал төшкән олпат ир бөтөнләй икенсе төрлө һорау бирә:
- Хоҙайым, әйт әле миңә, йыһандағы йондоҙҙарҙың мәңгелек тәртибе ни аңлата? Ерҙәге тормоштан биҙһәм, үҙем һайлаған йондоҙға ғаиләм менән күсенеп бара аламмы?
- Йондоҙҙар һеҙгә йыһан тураһында мәғлүмәт бирә. Ерҙәге ығы-зығынан арынып, күңел тыныслығына өлгәшә алһағыҙ, йондоҙло китап һеҙгә үҙ серҙәрен асыр. Әммә бының өсөн тән таҙалығы ғына етмәй, күңел сафлығы мөһим. Йыһан сикһеҙ - һайла, әйҙә, үҙеңә оҡшаған планетаны. Тик бының өсөн бер генә шартты үтәргә кәрәк: йондоҙҙағы ғүмерең, ерҙәге тормошоң менән сағыштырғанда, тик ижад менән генә һуғарылһын. Шулай күңелле йәшәгән был ауыл халҡы.
Көндәрҙән бер көндө был ауылға бер ыңғайҙан йөҙ аҡыл эйәһе килгән. Киң күңелле ауылдаштар ят кешеләрҙе бик ҡунаҡсыл ҡаршы алған, һый-хөрмәт күрһәткән. Бындай муллыҡты күреп, хакимдарҙың иҫтәре киткән. Уларҙың береһе былай тип һүҙ башлаған: "О, кешеләр, һеҙ бик матур йәшәйһегеҙ. Әммә тормошоғоҙ үтә талғын, бер тигеҙ үтә. Һәр бер өйгә ҡот ҡунып, етеш йәшәһәгеҙ ҙә, Аллаһы Тәғәлә менән дөрөҫ һөйләшә белмәйһегеҙ, һеҙгә тәрбиәлелек етешмәй. Шуға күрә һеҙ Илаһи көскә дан йырлап табына белмәйһегеҙ".
"Юҡсы, бер ҙә улай түгел, - тип, ауылдаштар борсола башлаған. - Аллаһ менән беҙ өс йылға бер тапҡыр тиң күреп аралашабыҙ. Уны күрмәһәк тә, һәр иртәлә Ул беҙгә ҡояш булып балҡый, бал ҡорто булып бал йыя, ҡышҡы һалҡындарҙа ерҙе аҡ шәл менән ҡаплай. Ул һәр саҡ эргәбеҙҙә, беҙгә тәбиғәттең һәр миҙгеле ҡәҙерле".
"Юҡ, һеҙҙә эштәр дөрөҫ ойошторолмаған, - тигән аҡыл эйәләре. - Беҙ һеҙҙе Аллаһ менән аралашырға өйрәтергә килдек. Бөтә Ер шары буйлап ғибәҙәтханалар, матур-матур ҡорамдар төҙөлә. Был изге урындарҙа кешеләр Аллаһ менән көн дә һөйләшә ала. Беҙ һеҙҙе лә өйрәтәсәкбеҙ".
Өс йыл дауамында ауыл кешеләре аҡыл эйәләренең һүҙҙәрен диҡҡәт менән тыңлаған. Һәр хакимдың үҙенә хас ҡарашы, үҙ теләге булған: берәүҙәре ҡорамды нисегерәк эшләү тураһында фекер һатҡан, икенселәре ғибәҙәт ҡылыу тәртибе тураһында һөйләгән - һәр кем үҙ яғына ҡайырған. Ауылдаштарҙың ҡайһы аҡыл эйәһен һайларға белмәй баштары ҡатҡан. Етмәһә, улар сит кешеләрҙе рәнйетеүҙән ҡурҡҡан. Шуға күрә һәр өйҙә, һәр аҡыл эйәһен тыңлап, ҡорамдар төҙөргә булғандар. Тик ауылда туҡһан туғыҙ йорт булһа, аҡыл эйәләре йөҙ булған. Был яңы ауыл кешеләренең ҡарарын ишетеп, аҡыл эйәләре хафалана башлаған. Нисек инде улай, тимәк, бер аҡыл эйәһенә ҡорам етмәйәсәк, ул хәйер-саҙаҡаһыҙ ҡаласаҡ бит? Килмешәктәр кемдең теорияһы иң хаҡ икәнен иҫбатлап бәхәсләшә башлаған. Яйлап был бәхәскә ауыл кешеләре лә ҡушылған. Бәхәс шул тиклем көслө булған: ауылдаштар өс йылдан һуң яланға ҡорға йыйылыу тураһында ла онотҡандар хатта! Тағы өс йыл үткән. Ауыл тирәләй туҡһан туғыҙ мөһабәт ҡорам ҡалҡып сыҡҡан. Улар эргәһендә кешеләрҙең элекке өйҙәре йәмһеҙ һәм шөҡәтһеҙ булып күренгән. Кешеләр емеш-еләкте, йәшелсәләрҙе лә ҡарамаған, баҫыуҙар ташландыҡ хәлгә ҡалған, баҡсалар ҡороған.
Һәр аҡыл эйәһе үҙ ҡорамына бикләнеп, кешеләргә аҡыл һатҡан: "Һеҙ әле тулыһынса иманға килмәгәнһегеҙ. Хәйер-саҙаҡаны күберәк алып килегеҙ, көнө-төнө табынығыҙ".
Ҡорамһыҙ тороп ҡалған йөҙөнсө аҡыл эйәһе иһә йәшертен үҙ эшен алып барған. "Ғибәҙәтхана улай төҙөлмәй, табынғанда ла икенсе һүҙҙәр ҡулланырға кәрәк. Аллаһ менән нисек көн һайын һөйләшергә икәнен бер мин генә беләм", - тип өгөтләгән ул. Әгәр ҙә ауылдаштарҙың береһе уның өгөт-нәсихәтенә инанһа, ауыл эргәһендә яңы ҡорам төҙөлгән, элеккеһе ташландыҡ хәлгә дусар булған. Хәҙер инде ҡорамһыҙ тороп ҡалған икенсе аҡыл эйәһе халыҡты үҙ яғына ауҙарырға тырышҡан. Шулай бик күп йылдар уҙған.
Көндәрҙән бер көндө ауылдаштар өс йылға бер йыйылған элекке ҡорҙо иҫтәренә төшөргән. Аллаһ тауышын тағы үҙҙәренсә ишеткеләре килгән.
Ауыл эргәһендәге яланға йыйылғас та, улар күмәкләп яуап таба алмаған һорауҙырын биргән: "Аллаһы Тәғәлә, әйтсе беҙгә, ни өсөн беҙҙең баҡсаларҙы ҡорт баҫты? Ни өсөн беҙ элеккеләй йыл да мул уңыш йыймайбыҙ? Ни өсөн кешеләр бер-береһе менән бәхәсләшеүҙән бушамай? Ни өсөн беҙ, күпме генә ыҙғышһаҡ та, үҙ иманыбыҙға ҡайта алмайбыҙ? Беҙ күпләп төҙөгән ҡорамдарҙың ҡайһыныһында йәшәйһең Һин?"
Кешеләр яуапты оҙаҡ көткән. Күктән был юлы күңелһеҙ, арыған тауыш ишетелгән:
- Эй, кешеләрем, мин һеҙҙе берҙәм итеп яралттым. Һеҙ берҙәм булғанда ғына илаһи хыялға ирешеп була. Ә һеҙ һәр берегеҙ, үҙ аллаһын эҙләп, айырым ҡорамдарға бикләндегеҙ. Ҡәҙерле балаларым, әйтегеҙсе, мин ҡайһы ҡорамда булырға тейеш? Бөтәгеҙҙе лә тиң күргәс, берегеҙҙе лә рәнйетмәҫ өсөн ҡайһы ҡорамды һайлайым? Һөйөү менән һайлау ирке һеҙҙең һәр берегеҙҙең үҙендә. Берҙәм ҡарарға килһәгеҙ генә хыялығыҙ тормошҡа ашыр...
Шулай тигән дә тауыш, шымған. Ҡасандыр гөл-сәскәгә күмелгән ауылда йәшәгән кешеләр иһә бөгөнгәсә бәхәсләшә. Өйҙәре емерек, баҡсалары ташландыҡ хәлдә. Ҡорамдар бейегәйгән һайын, бәхәс тә ҡыҙа бара…

Шулай итеп...
Сит аҡылға таянмайыҡ, тигән хәҡиҡәт был. Ә шулай ҙа... Ситтәрҙең баһалауы барыбер кәрәк беҙгә. Сөнки беҙҙең улдарыбыҙ, ҡыҙҙарыбыҙ йыш ҡына үҙбаһаһын да белмәй китә. Ә үҙбаһаһын белмәгән кеше милләтен, туған телен дә һанламай. Чернэ һымаҡ ғалимдарҙың әйткәне тап ошондай милләттәштәр ҡолағына инһә ине лә бит...

Радик ӨМӨТҠУЖИН әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.02.18 | Ҡаралған: 758

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru