«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МУЗЫКА ТУЛҠЫНЫНДА БЕРГӘ ЙӨҘӘЙЕК
+  - 

Беҙ юғары технологиялар һәм компьютерҙар осоронда йәшәйбеҙ. Нимә кәрәк - барыһын да интернет селтәрҙәренән табырға күнеккәнбеҙ. Кеше шул тиклем виртуаль донъяға башы-тояғы менән сумған. Балалар һәм үҫмерҙәр ҙә үҙҙәренең бөтә буш булған һәм буш булмаған ваҡыттарын компьютер алдында үткәрә.

Был проблеманы хәл итеү өсөн ата-әсәләр төрлө саралар күрә. Улар балаларын төрлө түңәрәктәргә, мәҙәни сараларға йөрөтөргә тырыша. Әммә кескәйҙәрҙе йыр-моң аша донъяның матурлығын күрергә, уның менән һоҡланырға өйрәткән, сәнғәткә һөйөү уятҡан, бәпес көткән ҡатындарҙың физик һәм психик талаптарына яуап биргән тамашалар республикала юҡ кимәлендә. Тап ошо хатаны төҙәтеү маҡсатында Башҡорт дәүләт филармонияһы биш йыл элек ауырлы ҡатындар һәм өс йәшкә тиклем балалары булған ата-әсәләргә тәғәйенләнгән "Музыканы бергә тыңлайбыҙ" проектын аса. Быйыл ул үҙенең тәүге бәләкәй генә юбилейын билдәләй. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә проект сиктәрендә тамашасыларға дүрт йөҙҙән ашыу концерт тәҡдим ителгән. Тәрбиәүи маҡсаттарҙа ойошторолған тамаша буласаҡ әсәләрҙең психологик һәм эмоциональ торошона ыңғай йоғонто яһай, уларҙа сәнғәткә һөйөү уята. Бынан тыш, киләсәк быуынды тәрбиәләйәсәк әсәләрҙең эстетик зауығын үҫтерә. Юбилей миҙгелендә проектты "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө асыуы ла осраҡлы түгел. Сөнки уларҙың төрлө милли халыҡ ҡоралдарында башҡарылған заманса эшкәртелгән көйҙәре тамашасыны ниндәйҙер сафлыҡ һәм тыныслыҡ донъяһына илтә. Ҡурай - тылсымлы музыка ҡоралы. Уның аша беҙ ябай ғына көйҙәр ишетеп ҡалмайбыҙ, ә моң аша халҡыбыҙҙың сал тарихын, тыуған яғыбыҙҙың матур бай тәбиғәтен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен күҙ алдына килтерәбеҙ. Киләсәк быуын өсөн был үтә мөһим. Был проект балаларҙа кешелек сифаттарын асырға ярҙам итә. Бынан тыш, уларға тәрбиәле, саф күңелле итеп үҫергә лә ярҙам итә, тигән фекерҙә төркөм етәксеһе Ринат Рамаҙанов.
Ғалимдар әйтеүенсә, В.А. Моцарттың, А. Вивальдиҙың, Л.В. Бетховендың, И.П.Чайковскийҙың, шулай уҡ халыҡ көйҙәре, йырҙары ҡарындағы балаларҙы тынысландыра, уларҙы физик һәм рухи яҡтан үҫтерә. Балаға ниндәйҙер әҙәп-әхлаҡ нормалары һалыр алдынан ата-әсәнең үҙенең ниндәйҙер кимәлдә тәрбиәле булыуы зарур. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти бит халыҡ мәҡәле. "Музыканы бергә тыңлайбыҙ" проекты һәр шәмбе тамашасыларҙы филармонияның Орган залында ҡаршылай. Киләһе концерттарҙа Олег Ҡасимов етәкселегендәге Джаз ансамбле, Лидия Фоменко һәм уның уҡыусылары "Тылсымлы флейта" программаларын тәҡдим итәсәк.

Эльнара ШАФИҠОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.02.18 | Ҡаралған: 687

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru