«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАҢДЫҢ БЕЛЕМГӘ ЫНТЫЛЫШЫН ХУПЛА
+  - 

Рәсәйҙең генә түгел, сит илдәрҙең дә төрлө юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү мөмкинлеге асыҡ бөгөн йәштәргә, ни бары тырышлыҡ һәм белемле булыу ғына кәрәк. Ошоға бәйле, Башҡортостандың аҡыллы йәштәре республиканан ситкә уҡырға китеп, артабан шунда төпләнеп ҡалған осраҡтар йышайҙы. Хәҙер мәктәпте тамамлаған балалар ғына түгел, һәләтле уҡыусылар ҙа хатта республиканан ситтә белем алыуҙы хуп күрә башланы. Шундай уҡыусыларҙың береһе, Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан Тимур ДӘҮЛӘТБАЕВ Нидерландтарҙа үткән XIV Бөтә донъя тәбиғи фәндәр буйынса юниорҙар олимпиадаһында алтын миҙал яулап ҡайтҡас, уның Өфөләге Республика иҡтисад лицей-интернатындағы уҡыуын ташлап, Саранскиҙағы һәләтле балалар лицейына уҡырға китеүе тураһында бөтәһе лә белде. Беҙ Тимурҙың әсәһе, Гөлсәсәк Дәүләтбаева менән бәйләнешкә сығып, улының ни өсөн Саранск лицейын һайлауы тураһында һораштыҡ.

- Улым Тимур менән сикһеҙ ғорурланам, ул уҡыуҙа ла, тәртип йәһәтенән дә бер ҡасан да миңә ҡыйынлыҡ килтермәне, һәр ваҡыт ҡыуандырып ҡына тора. Тимур Республика иҡтисад лицей-интернатына һигеҙенсе класҡа уҡырға барҙы, уға тиклем үҙебеҙҙең Аҡъяр ауылы 2-се һанлы мәктәбендә белем алды. Ауылда уҡығанда башланғыс синыфтарҙа уҡ төрлө олимпиада, конкурстарҙа ҡатнашты, төрлө предметтар менән ҡыҙыҡһынды һәм китаптар, энциклопедиялар, журналдар уҡырға яратты. Үҙем дә балаларҙың һәләтен асыр өсөн улар мәктәпкә бармаҫ элек үк ҡыҙыҡлы китаптар, аң кимәлен үҫтереүгә йүнәлтелгән күнекмәләр бирелгән журналдар алдырырға тырыштым. Тимур һәм Камила игеҙәктәр, шуға уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары ла уртаҡ булды, хатта берәй балалар энциклопедияһын уҡып сығып, бер-береһенең белемен тикшереп, төрлө һорауҙар биреп тә уйнай торғайнылар.
Зирәк балаға уҡыуы ла еңел бирелә бит, 5-6-се синыфтарҙа уҡығанда Тимурҙы дәрестәр ҡыҙыҡһындырмай башланы. Компьютер, телефон уйындары менән саманан тыш мауығып, дәрескә әҙерләнмәй башлағас, берәй яҡшы белем усағына күсереп уҡытырға булдым. Ләкин Тимурҙың башта ситкә уҡырға киткеһе килмәне. Шуға, Республика иҡтисад лицей-интернатына 8-се синыфҡа ғына уҡырға барҙылар. Был белем усағы ойошторған йәйге лагерҙа улым химия уҡытыусыһы Айнур Мансур улы Ғүмәров менән танышып, химия фәненә ылығып китте. Лицейҙа уҡыған саҡта төрлө кимәлдәге һигеҙ олимпиадала ҡатнашты, бөтәһендә лә беренсе урын яуланы.
Саранск ҡалаһында үткән олимпиадала ҡатнашҡан сағында ундағы һәләтле балалар өсөн тәғәйенләнгән махсус белем усағы менән танышып ҡайтып, уларҙан саҡырыу алғас, оҙаҡ уйлап йөрөнө лә, уҡырға китергә хәл итте. Мин ҡаршы килмәнем, сөнки ул һәр ваҡыт көслө белемле тиҫтерҙәре менән уҡырға, көслө уҡытыусыларҙан белем алырға хыялланды. Республика иҡтисад лицей-интернатында ла уҡытыусылары көслө ине, әммә Саранскиҙа Тимур өсөн махсус дәрестәр теҙмәһе төҙөнөләр, шуға өҫтәп - бушлай йәшәү һәм туҡланыу, төрлө өҫтәмә курстар, яҡшы стипендия. Ғөмүмән, бала уҡып белем алһын һәм һөҙөмтәләр күрһәтһен өсөн бөтә шарттар тыуҙырҙылар. Тимур донъя кимәлендәге олимпиадала ҡатнашыу өсөн биология һәм физика фәндәрен тәрәндән өйрәнде, биш ай эсендә бөтә кәрәкле курсты үтте. Әле ул туғыҙынсы синыфта уҡырға тейеш булһа ла, унынсы синыфтың уҡыу программаһы буйынса шөғөлләнә. Былар барыһы ла, һис шикһеҙ, бик ҙур тырышлыҡ, уҡырға ынтылыш талап итә. Тимур хатта йәйге каникулдарында ла ял итә алманы, Мәскәүҙә үткәрелгән махсус курстарға әллә нисә тапҡыр барып ҡайтты, өйҙә үҙаллы шөғөлләнде. Шуға уның тырышлығын күреп, мин һәр ваҡыт күтәрмәләп, хуплап ҡына торам. Әлбиттә, Башҡортостанда ла шундай һәләтле балалар өсөн махсус шарттар тыуҙырылған лицейҙар булмауы күңелде ҡыра. Бәлки, Өфөлә көслө мәктәптәр барҙыр, ләкин ауылда йәшәгән кешеләр унда балаларын уҡыта алмай, мөмкинлектәр сикләнгән. Беҙгә алдынғы уҡытыусылар, профессорҙар эшләгән, заманса техника менән яҡшы йыһазландырылған, һәләтле балаларға киң мөмкинлектәр асҡан лицей-интернаттар, гимназиялар кәрәк. Шундай белем усағы булһа, һәләтле балалар ситкә уҡырға китмәҫ ине, тип уйлайым.
"Сит өлкәгә, алыҫҡа уҡырға ебәргәс, улығыҙ өсөн борсолмайһығыҙмы?" тип йыш һорайҙар. Тимур тыныс, тәрбиәле, тәртипле егет. Үҫмер сағында ла тәмәке тартыу, эсеү кеүек насар ғәҙәттәр менән мауыҡманы, был теманы беҙ хатта ҡуҙғатҡаныбыҙ ҙа юҡ һәм мин был йәһәттән уның өсөн борсолмайым. Сөнки уның юҡ-бар менән шөғөлләнергә ваҡыты ла юҡ, уҡыу менән генә була. Балаларҙы бәләкәйҙән үҙаллы ҡарар ҡабул итергә, үҙҙәренә оҡшаған нәмә менән шөғөлләнергә, бер теләктә-ренә лә ҡаршы килмәҫкә өйрәтелде, шуға ла яуаплылыҡ төшөнсәһен яҡшы аңлай улым. Ғөмүмән, бала тәртип боҙоп йөрөмәһен, яҡшы өлгәшһен өсөн уны бәләкәйҙән берәй эш менән ҡыҙыҡһындырырға, нимә менән мауыҡһа ла күтәрмәләп, маҡтап торорға, ярҙам итергә һәм үҙеңә тиң итеп күреп һөйләшергә кәрәк. Баш көллө уҡыуға, белем алырға сумған баланың кире ғәҙәттәргә ваҡыты ла ҡалмай, был турала уйланмай ҙа ул хатта.

Камила ҒӘЛИЕВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.02.18 | Ҡаралған: 751

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru