«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАҘЫМЫ, ӘЛЛӘ ҠАҘЫЛЫҠМЫ?
+  - 

Былтыр телевидениенан ҡаҙы тураһында бер тапшырыу күрһәттеләр. Башҡорт ҡаҙыһы тураһында берәү һөйләй, өс егет уға ара-тирә ҡушыла, йөпләй. Алып барыусы үҙе "ҡаҙы" һүҙе урынына гел "ҡаҙылыҡ" ти. "Йылҡы ите" урынына "ат ите" тип һөйләй. Бынан алты-һигеҙ йыл элек ҡаҙы тураһында "Башҡортостан" гәзитендә яҙғайным инде. Доға ҡабатлағандан иҫкермәй, тигән шикелле, уға тағы туҡталмаҡсымын.

Ҡаҙы өс төрлө була:
1. Эс майынан (ҡорһаҡ майы) эсәккә тоҙлап тултырылғаны. Тоҙҙан башҡа бер нәмә лә һалынмай, төрлө тәмләткестәр ҙә ҡушылмай.
2. Ҡабырғалы ҡаҙы - ҡабырғалағы ит өҫтөнә үҫкән майҙан яһала. Быныһына әҙерәк ит ҡушып, эсәккә тултыралар. Майы күберәк булған һайын яҡшыраҡ.
3. Ял ҡаҙыһы. Йылҡының ялынан ҡырҡып алалар. Дөрөҫөрәге, елкәһендәге ит ҡырҡыла, тарамышынан айырып, эсәккә тултырмайынса ғына бешерәләр. Ҡаҙаҡтар ҙа ҡабырғалы ҡаҙыны эсәккә тултырмай, ҡабырға ите менән бергә бешерә. "Ҡаҙылыҡ" - диалект һүҙе. Ҡайһы яҡта уны хатта "тултырма" ла тиҙәр. Әммә күпселек башҡорттар "ҡаҙы" ти.
Тапшырыуҙа ыҫлау тураһында ла һүҙ барҙы. Ҡаҙыны ыҫлағандарын күргәнем юҡ, әммә ҡояш төшмәгән урында ҡаҡлағандарын күреп йөрөнөм. Әлбиттә, ыҫланған ҡаҙы ла була. Уны ағас сөрөгөнөң төтөнө менән эшкәртәләр. Теләһә ниндәй ағас менән түгел. Мәҫәлән, ерек яҡшы һанала. Кемгә нисек оҡшай инде.
Ҡаҙы йылҡының йәшенә, нисек ашатыуға, ашамлыҡтың сифатына, хужаһының эшлеклелегенә лә бәйле. Йылҡыны һуймаҫтан алда уҡ ниндәйлеген әйтеүселәр була. Бәхәс тә тыуа. Һуғым һуйыу үҙе бер байрамға әйләнә. Һимеҙлеген ҡабырғаға үҫкән майҙың ҡалынлығы менән үлсәйҙәр (ҡорһаҡ тәңгәлендәге май). Бармаҡ менән! Бер иле ("илле" лә тиҙәр), ике иле, өс-дүрт һәм биш бармаҡ ҡалынлығына етһә, "биш иле" тип әйтмәйҙәр, ә "бер ая" тиҙәр. Бер илегә етмәһә, "сығанаҡ" ҡаҙыһы була. Йылҡы бик ныҡ һимерһә, һуйған ваҡытта арҡаһына һалғанда ҡабырғаһы майҙы күтәрә алмай һыныуы ла ихтимал (күргәнем бар). Ике йәшлек йылҡы 1-2 иле май бирә, 4-5 йәшлектәре - күберәк.
Һуғым малын 40 көндән дә әҙ ашатмайҙар. Алдында яҡшы бесән, һоло, арпа, бойҙай, һәр саҡ һыу булырға тейеш. Киҫәкле тоҙ ҙа ятһын. Иркендә йөрөү ҙә файҙалы. Бәйләп ҡуйып та ашатырға мөмкин. 40 көндә үҙе ауырлыҡ иген ашаһа, йылҡы һимерә. Әгәр ҡаҙы булһын тиһәң, йыбанмай, төндә лә тороп аҙыҡ бирергә кәрәк. Айғырға ҡарағанда бейә малының ите тәмлерәк, ун йәште үткән йылҡы ите бик яҡшы булмай.
Сиҙәм үҙләштергән йылдарҙа урыҫ халҡы ла беҙҙең яҡта йылҡы итенең тәмен белеп ҡалды. Марущак исемле бер украин гел генә йылҡы һуя торғайны. Һуйырға башҡорттарҙы саҡыра. Бер башҡорт ял ҡаҙыһын тарамышы менән ҡырҡып алып: "Этим я сапоги шью", - тип ташлап ебәрә. Марущак күреп ҡала ла: "Я тоже сапоги шью", - тип барып ала. Был турала мәҙәк итеп һөйләйҙәр.
Кискеһен һуғым итенә йыйылалар. Әлбиттә, эс ҡаҙыһы бешерелә. Эсәктең йыуанлығы малдың йәшенә ҡарап төрлө була, ҡаҙы ла шуға бәйле бит инде. Кемдер бер ҡырҡым ашай ала, кемдер 2-3-тө. Минең ағай 12 ҡырҡым ашай ала ине! Ҡырҡымдың уртаса диаметры 4-5 сантиметр була, оҙонлоғо - 1,5 бармаҡ яҫылығында. Бына шулай ашанылар элек.
Атай Монголияла хеҙмәт иткән осорҙа күргән аттар тураһында һөйләй торғайны. Ундағы халыҡ өйөрөндәге йылҡы малының һанын да белмәгән. Тик 1941 йылда һуғыш башланғас ҡына иҫәпләй башлағандар. Атайҙың әйтеүенсә, далала йөрөгән йылҡы бик көр (һимеҙ) булған. Һыу юҡлыҡтан үлеп ятҡан аттарҙың эсен ярып ҡараһаң, 3-4 иле майы була торғайны, тип һөйләй ине мәрхүмең.

Х. ДӘҮЛӘТБАЕВ.
Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.02.18 | Ҡаралған: 770

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru