«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӘЙБУЛЛАЛАР САРАЛАРҒА БАШЛАНҒЫС БИРҘЕ
+  - 

Үткән аҙнала Өфөлә "Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан!" тип аталған үҙенсәлекле фестиваль-марафон рәсми рәүештә старт алды. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, республика ҡала һәм муниципаль райондары хакимиәттәре ойошторған был сараны Хәйбулла районынан һуң Әлшәй районы дауам итәсәк.

"Башҡортостандың 100 йыллығына тарихи, ғилми саралар планлаштырылған, 100 йыллыҡҡа 100 объект төҙөү эше әүҙем бара. Шулай уҡ республикабыҙҙың һәр төбәге - үҙе аҫылташ. Ошоно күҙ уңында тотоп, был оло байрамға тиклем уларҙың барыһын да барлап алырға булдыҡ", - тине мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сығышында. Ысынлап та, был сараға яҡташтар осрашыуы ғына итеп ҡарарға ярамай. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты билдәләүенсә, ул республиканың 100 йыллығына арналған, халыҡтарҙы туплаған, берләштергән байрам кимәленә күтәрелергә тейеш. Тарихты тағы ла бер тапҡыр байҡап сығып, ошо дәүер эсендә теге йәки был ҡала йә район Оло Башҡортостан өсөн нимәләр эшләгән, ниндәй күтәрелештәре, уңыштары булған - ошоларҙы күрһәтеү маҡсаты ҡуйылған. Ике йыл дауамында һәр төбәк ошо байрамға ҡушыласаҡ.
Хәйбулла районынан был сараға 150 кешенән - район етәкселәренән, артистарҙан, эшҡыуарҙарҙан торған ҙур делегация килде. Электән ҡаты сортлы бойҙай үҫтереү менән дан тотҡан район бөгөн дә был йүнәлештә эшмәкәрлеген дауам итә. "Бынан тыш, район иҡтисады үҫешенә ҡаҙылма байлыҡтар менән эш иткән өс сәнәғәт предприятиеһы яңы һулыш бирә. Халыҡ ситкә йөрөмәй, үҙебеҙҙә эшләй, социаль эшмәкәрлеккә лә ярҙам күрһәтеп тора был предприятиелар", - ти район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Миңзәлә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Баймырҙина. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән дә әүҙем шөғөлләнә район халҡы. Ауыл хужалығы буйынса урынбаҫар Галина Шалашова билдәләүенсә, колхоз-совхоздар тарҡалғас, халыҡ башта аптырап ҡалһа ла, бөгөн йылҡысылыҡ, һарыҡсылыҡ, малсылыҡ, һөтсөлөк менән шөғөлләнеүселәр күп. Шуға ла һуңғы йылдарҙа Хәйбуллала ауыл хужалығы үҫеше буйынса яҡшы күрһәткестәргә өлгәшелә. Иген дә сәсә фермерҙар, меңәрләп баш мал тотҡандары ла бар араларында. Ҡаҙы, тултырма, ҡорот кеүек милли ризыҡтар етештереүселәр ҙә күбәйгәндән-күбәйә. Район хакимиәте бындай эшҡыуарҙарға төрлө ярҙам күрһәтә, хатта махсус гранттар ҙа булдырылған. Ауыл хужалығына - тап ауылдарға эшкә ҡайтыусы йәш белгестәргә матди ярҙам күрһәтеү программаһын камиллаштырҙылар, был өлкәне белгестәр менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыр тигән өмөттә бөгөн хәйбуллалар. Боронғо шөғөлдәрҙең береһе - шәл һуғыуҙа ла Хәйбулла оҫталарының даны тотош Рәсәйгә таралған инде.
"100 йыл эсендә ең һыҙғанып, ихлас күңелдән илгә хеҙмәт итеп йәшәнек", тиҙәр хәйбуллалар. Данлыҡлы яҡташтарының исемендәге гранттар тапшырыу ҙа сараны күркәмләндерҙе. Алдынғы ҡарашлы ир-уҙаманы Ғилман Яҡупов, Хәйбулла тау-таш эше академиктары Миңнеәхмәт Моталов менән Илшат Әбделмәнов, алдынғы һауынсы Килдебай Сөләймәнов, табип Шәриф Ишимов, Ғатаулла ишан, мәғариф алдынғыһы Салауат Әбделмәнов, ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев, бейеүсе Мөхәмәт Иҙрисов, йыраусы Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев, бил бирмәҫ батыр Ғәззәли Үтәшев, сәсәниә Әсмә Усманова, крайҙы өйрәнеүсе Михаил Некрасов, яҙыусы Ғәзим Шафиҡов, шулай уҡ "Хәйббуланың алтын башағы", "Хәйбулла ҡурайы" гранттары эйәләре лә ошондай фиҙаҡәр хеҙмәте менән данлы. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының иң юғары наградаһы - "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы райондың Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Миңзифа Ибраһим ҡыҙы Ишемғолова менән "Түңгәүер" халыҡ ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Илдар Юнысовҡа тапшырылды.

Шулай итеп...
Был марафон республиканың дөйөм социаль-мәҙәни торошон күрһәтеүгә йүнәлтеләсәк һәм хәйбулларҙың Өфөләге сығышын матур өлгө итеп ҡабул итергә мөмкиндер. Үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ, ти халыҡ. Ата-бабалар хәтере, йолалар менән бер рәттән, үҙең тыуған һәм йәшәгән ерҙең тарихы ла бөгөнгө көнгә һәм киләсәккә юл һала. Ә былар иһә тотош Оло Башҡортостандың тарихын һәм мәҙәниәтен тәшкил итә. Шуға ла республика өсөн һәр төбәктең тауышы мөһим һәм кәрәкле.

Ләйсән НАФИҠОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.02.18 | Ҡаралған: 719

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru