«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҠЫТЫУСЫ ЛА БӘЙГЕЛӘРҘӘ КӨС ҺЫНАША
+  - 

Кеше өс ай дауамында бер үк эште башҡарһа, был уның ғәҙәтенә инә, тиҙәр. Ә бына ике тиҫтә йыл дауамында бер эште эшләү матур йолаға әүерелә, тип иҫәпләй алабыҙ. Сөнки быға асыҡ миҫалдар бар: бынан егерме бер йыл элек тәүге тапҡыр үткәрелгән "Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы" һәм ун дүрт йыл элек башланған "Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурстары күптән бөтәһе лә көтөп алған күркәм байрамға әйләнгән. Быйыл был конкурстарҙың һөҙөмтәһе "Башҡортостан" дәүләт концерт залында күркәм тамаша менән тамамланды. Унда ҡатнашыусыларҙы Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, уның урынбаҫары Сынтимер Баязитов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова һәм саҡырылған башҡа ҡунаҡтар тәбрикләне.

Конкурстарҙа алтмыштан ашыу педагог бер нисә этапта һөнәри оҫталыҡ кимәлен күрһәтте. Һәр кем эшләү дәүерендә туплаған тәжрибәһен сағылдырырға, эшен лайыҡлы кимәлдә башҡарыусы һөнәр эйәһе булыуын иҫбатларға тырышты. Әйткәндәй, балаларға белем биреүҙән тыш, ғилми эшмәкәрлек алып барырға, үҙ методикаһын булдырыуға иғтибар бүлгән 30 педагог "Педагог-тикшеренеүсе" номинацияһында билдәләнде. "Педагог-мастер" номинацияһында билдәләнеүгә 17 уҡытыусы лайыҡ булды. Хеҙмәт юлын күптән түгел башлап торған һәм "Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы - 2018" конкурсында тәүге тапҡыр ҡатнашҡан йәш уҡытыусыларға "Педагогик дебют" номинацияһында грамоталар тапшырылды, еңеүсе тип 141-се мәктәптең информатика уҡытыусыһы Марат Юламанов танылды.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында бер йылдан алып, өс йылға тиклем эш стажы булған конкурсанттар "Педагогик өмөт" номинацияһында билдәләнде. Тәүге йыл ғына уҡытып, бындай мәртәбәле конкурста ҡатнашырға йөрьәт иткән өсөн генә лә был йәштәрҙе бүләкләргә булыр ине. "Педагогик өмөт" номинацияһын алыусыларҙың береһе, 51-се мәктәп уҡытыусыһы Тимур Рәхмәтуллин мөғәллимлек итә башлауына икенсе йыл китеүе һәм был конкурсҡа оҙайлы хеҙмәт стажы туплаған коллегаларының тәжрибәһен күреүҙе маҡсат итеп килеүе, киләсәктә һөнәри йәһәттән нисек үҫешергә, ниндәй проекттар эшләргә юл күрһәтеүе тураһында һөйләне. Конкурсты ойоштороусыларҙың йәш педагогтарға уҡытыусылыҡ эшенең айышына төшөнөргә, өлкән коллегаларынан күреп өйрәнергә һәм тырышлыҡтары өсөн бүләкләнергә мөмкинлек биреүе, һис шикһеҙ, хуплауға лайыҡ. Сөнки йәштәр һәр ваҡыт остаздарының үксәһенә баҫа килергә тейеш. Шулай булмаһа, быуындан-быуынға тапшырыла килгән аң-белем, яңы асыштар үҫеш булыр инеме?
5-се лицей уҡытыусыһы Нурзилә Нәҙерғолованың "Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2018" конкурсы еңеүсеһе тип табылыуы ла шуны дәлилләүсе күренеш булып тойолдо. Ни өсөн тигәндә, Нурзилә Дәүләтгәрәй ҡыҙы алты йыл хеҙмәт стажы туплаған йәш педагог һәм ул быға тиклем дә ҡала, республика кимәлендәге төрлө һөнәри конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан уҡытыусы. Шуға ул был конкурсҡа ла тулы әҙерлек менән килгән. "Бындай мәртәбәле конкурста еңеүемә шатмын, үҙемде бер баҫҡысҡа юғары күтәрелгәндәй хис иттем. Был еңеүем миңә киләсәктә дәртләнеп эшләргә, яңы үрҙәр яуларға этәргес көс булыр", - ти Нурзилә Нәҙерғолова.
"Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы - 2018" конкурсының абсолют еңеүсеһе тип танылыусы 51-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Елена Исакова һөнәри үҫештән тыш, был ярыш йәмғиәт алдында уҡытыусының абруйын күтәрергә ярҙам иткән бер сара, тип иҫәпләй. "Тормош бер урында тормай, бөтә тармаҡтар ҙа үҫешә, үҙгәрә. Шуға уҡытыу процесы ла үҙгәрергә, заман менән бергә барырға тейеш. Бының өсөн тейешле кимәлдә бөтә шарттарҙы булдырыу зарур, әлбиттә", - тине Елена Михайловна әңгәмәләшкәндә. Әйткәндәй, уҡытыусыларҙың һөнәри конкурсында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында 127-се мәктәптән Екатерина Селюкова, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында 98-се мәктәптән Ирина Сәмиғуллина иң юғары һөнәри оҫталыҡ күрһәткән.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Педагогтарҙың һөнәри конкурсын уҙғарыуҙы йолаға әйләндергән кеүек, Өфө ҡалаһының белем усаҡтарында эшләгән уҡытыусыларҙы алдынғы ҡарашлы, юғары профессионалдар тип ҡабул итергә күнеккәнбеҙ. Сираттағы конкурс еңеүселәре лә ошо ышанысты аҡлар, алда көтөлгән республика кимәлендәге һөнәри ярыштарҙа баш ҡаланың абруйын күтәрер, тип ышанайыҡ.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.02.18 | Ҡаралған: 999

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru